+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь 2021, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Унынсы бүлек.

Наҡыямы һуң инде туҡталып ҡала, ғәфү итә торған ҡатын? Тормошҡа уның үҙ ҡарашы бар. Әсәһе лә ҡыҙын әрһеҙләшергә байтаҡ өйрәтте, онотолмаҫлыҡ һабаҡтар бирҙе. Ана, Айзат завод директорының ҡыҙына өйләнергә йөрөй, тигән хәбәр ишетелеп ҡалыу менән, ике-өс көн эсендә кейәүен дә тапты. Ни хәл итәһең, ҡартыраҡ ине, әлбиттә. Бәлки һантыйыраҡ булмаһа, әле лә йәшәгән булырҙар ине. “Нисек ҡотолорға? Ҡайһы юлды һайларға?”

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Унынсы бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Унынсы бүлек.
Наҡыяның алдында һеңлеһенә ярҙам итергәме, юҡмы тигән һорау тормай. Һеңлеһенә хәҙер ярҙам кәрәкмәй. Уның ҡарынындағы баланы юҡ итергә кәрәк. Ҡатын икеләнеп торманы, Ҡырымда ял итеүсе әхирәтенә шылтырата һалды. Уныһы ла бүлмәһендә генә ятамы инде, ҡомда ҡыҙыналыр, телефонын алманы.
Эльвира ярҙам итәсәк. Был уның ҡулынан килә.
Күп тә үтмәне, Эльвира Наҡыяға шылтыратты.
– Әхирәткәйем! Һин генә ярҙам итә алаһың! Һаҡланған һымаҡ та булғайныҡ, – тип алдаштырҙы ул, – ҡалғанмын да ҡуйғанмын. Бәлки алыр, тип көткәйнем, ғаиләһе, ҡатыны бар икән. Еңел генә ҡотолоу юлын өйрәт әле.
Ҡырымдағы әхирәте бер нисә дарыуҙың исемен әйтте. Тик бик һаҡ булырға ҡушты. Һаулыҡҡа зыян килеүе ихтимал. “Әлбиттә, әлбиттә!”, – тип ризалашты Наҡыя. Бер нисә сәғәттән тейешле дарыу уның сумкаһында ята ине. Хәҙер Наҡыя, ике лә уйлап тормай, үҙе уйлағанса, хаслыҡлы эшен тормошҡа ашыра башланы. Хәҙер ул һеңлеһен бер аҙымға ла ситкә ебәрмәй, ҡарап ҡына йөрөтә, ашты ла ул һалып бирә, сәйен дә үҙе ҡоя. Ҡыҫҡаһы, Нәғимә бындай иғтибар-хөрмәткә ирене лә ҡуйҙы.
Кисен Айзат килгәйне, апай сығырға ла рөхсәт итмәне. Иртәгәһен был иғтибар төшкө ашҡа тиклем дауам итте. Дарыуҙың һуңғы дозаһы сәй менән бергә ҡулланылғас, Наҡыя еңел һулап ҡуйҙы: хәҙер һөҙөмтәһен генә көтөргә ҡалды.
Айзат менән Нәғимә шәхси клиникаға икәүләп барҙылар. Рулдә, әлбиттә, әлеге Наҡыя, аҡрын ғына, ҡаҡмай-һуҡмай, һәр соҡорға туҡталып барҙы. Апалы-һеңлеле тағы УЗИ-ға инделәр. Табип, өлкән генә апай, бик оҙаҡ ҡарағандан һуң: “Тәүгеһеме?” – тип һораны.
– Эйе, – тине Нәғимә.
Апай ҡыҙға уйсан ғына ҡарап торҙо ла:
– Борсолорға ярамай. Ғәҙәттә, тәүгеһе күп осраҡта уңышһыҙ тамамлана. Әллә һеҙ, белмәй, берәй нәмә эстегеҙме? – тине ул аҙаҡтан.
Нәғимә кире яуап бирҙе:
– Юҡ, мин бер нәмә лә эскәнем юҡ.
Һәм үҙе лә һиҙмәҫтән, аптыранып, апаһына ҡараны. Наҡыяның күҙҙәре мәкерле яна ине һәм ҡыҙҙың хәтеренә ҡапыл кисә һәм бөгөн апаһының: “Һиңә табип күп итеп һыу эсергә ҡушты”, – тип ҡыҫтауы иҫенә төштө. Әллә апайы бер нәмә тамыҙҙымы икән? Юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел! Тик ҡарасы апайҙың күҙҙәренә. Ниндәй мәкерле һәм ҡәнәғәт яна. Их, үҙ апайыңа ла хәҙер ышаныс юҡ икән! Нәғимә, үҙе лә һиҙмәҫтән, иҙәнгә ҡоланы ла ҡуйҙы.
Ярай, тиҙ ярҙам эргәлә генә, улар, килеп етә һалып, шунда уҡ ҡан баҫымын үлсәп, укол ҡаҙап, дарыу эсереп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Нәғимә бүлмәһенә кереп ятты ла, ишеген бикләп үк ҡуйҙы. Апаһына ла, әсәһенә лә ишекте асманы. Дөрөҫ булһа, был бит ҡот осҡос хәл! Үҙ апаһына ышанып, балаһын юғалтты. Нәғимә үҙен был енәйәттә ҡатнашыусы итеп тойҙо. Ул бит апаһына ышанды. Хәҙер нимә эшләргә? Нисек йәшәргә?
Әллә ниндәй төштәр күреп йоҡланы Нәғимә. Бына ул киң, сиге булмаған ялан аша бала ултырған колясканы этеп китеп бара. Көтмәгәндә Наҡыя апаһы килеп сыҡты ла, коляскаһын, һин арығанһың, һиңә ятырға кәрәк, тигән һылтау менән алып китергә маташты. Нәғимә колясканы биргеһе килмәй, тартҡылаша. Ана, әсәһе килеп сыҡты, исмаһам, ул бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Ярай, Наҡыя апаһы колясканы ҡалдырҙы ла, ҡапыл, ҡарғаға әйләнеп, осоп китте. Нәғимә түштәренең ҡыҫып ауыртыуын тойҙо. Бәй, ул балаһын имеҙгәне юҡ. Колясканы ҡаплаған япманы алһа, бала юҡ, уның урыны буш. Нәғимә ары йүгерә, бире йүгерә, ә апаһы тегендә лә күренә, бында ла күренә. Етмәһә, баланы күтәреп алған. Өҫтәүенә, телефоны шылтырай башланы. Моғайын, Айзат шылтыраталыр. Юҡ, ниндәйҙер таныш булмаған һандар. Нәғимә көс-хәл менән телефонын алды һәм уянып китте. Ул тирләгән, бышлыҡҡан. Йыш-йыш тын ала. Өҫтәүенә, ярылырҙай булып, башы ауырта. Телефондағы сәғәте икенсе яртыны күрһәтә. Йәйге ҡыҫҡа төн, көнсығыш аллана ла башланы. Кем шылтырата икән? Юҡ, СМС-ка килгән. Кем
 
нимә яҙҙы икән?
“Һинең Айзатҡа кейәүгә сығыуың дөрөҫ түгел. Һине бәхетһеҙ тормош көтә. Балаңды юғалтҡан һымаҡ, иреңде лә юғалтасаҡһың. Беҙ һине киҫәтеп ҡуйыуҙы бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Берүк, апайың һымаҡ, Айзатҡа ышанып йөрөмә! Әгәр уға кейәүгә сыҡһаң, бәхетһеҙ буласаҡһың!”
Нәғимәгә урамға сығып, беседкаға ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Телефонын һүндереп ҡуйҙы.
Өшөй башланы һәм урынына кереп ятырға булды. Ҡараңғыла утты ла ҡабыҙып тормай, юрғанын асҡайны, түшәктән ҡап-ҡара бер хайуан күтәрелде һәм ҡыҙҙы быуа башланы. Нәғимә ҡысҡырып та өлгөрмәне, һушын юғалтып, ҡоланы ла ҡуйҙы.
Ғәҙәте буйынса, иртәнге биштә үк торған Әлиә ҡыҙының бүлмәһендә ишегенең ябылмауына иғтибар итте. Әллә иртән үк тороп йөрөймө икән? Ҡараһа, иҙәндә бер иҫке тун, ә уның аҫтында Нәғимә ята. Ҡото осҡан әсәһе тиҙ генә ирен саҡырҙы. Ул арала булмай, шау-шыуға уянып, өҫкө ҡаттан Наҡыя ла төштө. Нәғимәне урынына һалдылар. Һыу эсереп, арлы-бирле иткәс, ул һушына килде. Үҙе бер нәмә лә хәтерләмәй. Кемдеңдер ҡосаҡлап алғанын ғына иҫләгән һымаҡ. Йүгерешеп килеп, тәҙрәне ҡаранылар. Уныһы асыҡ. Ә аҫта баҫҡыс тора. Тимәк, баҫҡыс аша кергәндәр.
Батырҙың полицияла таныштары, хатта дуҫтары күп. Ул тиҙ генә береһенә шылтыратты, хәлде аңлатып бирҙе, үҙенең был хаҡта халыҡҡа белдерергә теләмәүен әйтте. Бер аҙҙан багажнигына эт ултырҡан полицейский ҙа килеп етте. Этте күреү менән, Наҡыяның юҡҡа сығыуын берәү ҙә иғтибарға алманы. Ҡалаға барып киләм, тигән һылтау менән, “Пежо”һына ултырып, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды. Этте тәүҙә баҫҡыс эргәһенә килтерҙеләр, аҙаҡтан Нәғимәнең бүлмәһендә тунды еҫкәттеләр. Эт ни, үҙенә ҡушылған эште белә инде, хужаһын йонсотоп, өй буйлап тегеләй ҙә барҙы, былай ҙа барҙы, ихатаны әллә күпме урап сыҡты, барыһын ғәжәпләндереп икенсе ҡатҡа, Наҡыяның бүлмәһенә керҙе. Аш бүлмәһен, мунсаны ла ҡалдырманы һәм ҙур гараждың ишек алдына барып ултырҙы ла, минән бурыс төштө, мин таптым, эҙләгән кешегеҙ ошонда булған, тигән ҡиәфәт менән, урынында ҡалды. Полицейский нимә әйтһен, бында машина булған, хәҙер ул юҡ. Ул әле генә сығып киткән. Ғөмүмән, машина хужаһы – йорт хужаһыының ике ҡыҙының береһе. Уларҙың мөнәсәбәте һәйбәт. Ҡыҫҡаһы, эт хаталана һәм башҡаларҙы ла үҙенең хатаһын танырға саҡыра.
Полицейский Батырҙың эргәһенә килде, ун метрлы ауыр ғына баҫҡысты ҡарап торҙолар, икеһе лә баш ҡағып аптыраштылар. Кинолог иң аҙаҡтан былай тине:
– Этем хаталанмай, – тине ул. – Ошо ҙурлығы баҫҡысты һөйрәп килгән кеше һеҙҙең арала. Ләкин ул һеҙ түгел. Ғәйеплене бөгөн өйҙә булғандар араһынан эҙләгеҙ.
Иртәнге сәйҙе эскәндә Батыр менән Әлиә төнгө ваҡиға хаҡында фекер алыштылар. Шул ваҡыт эргәләренә Нәғимә килеп инде. Ул илауҙан шешенгән, хатта ағарынып киткән һымаҡ.
– Ҡыҙым, әйт әле, бәлки шикләнерлек кешең барҙыр? – тине атаһы. – Эт ситкә китмәне, ошонда үҙебеҙең арала йөрөнә. Бәлки берәйһе аҫтыртын ғына һиңә зыян килтерәлер?
Гаражға Наҡыяның “Пежо”һы килеп инде һәм, оҙаҡламай, һатып алған әйберҙәрен күтәреп, үҙе лә күренде. Атаһы, әсәһе, һеңлеһе өсәүләшеп уға ҡаранылар. Ҡатын тәүҙә һиҫкәнде, хатта ҡулынан тоҡсайы төшөп китте.
– Нимә? Нимә булды? Ниңә миңә улай ҡарайһығыҙ? – тине ул ҡалтырана-ҡалтырана.
Тәүҙә өсөһө лә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Һине көтәбеҙ, – тине әсәһе. – Һин бит беҙҙең ҡыҙыбыҙ.
Ул арала булмай, атаһы ла иҫенә килде:
– Һинең ҡапыл юҡҡа сығыуың беҙҙе аптыратты. Полицейскийҙың Джегы, хатта һине эҙләп, гаражда “Пежо”ң ултырған мөйөштә лә еҫкәнеп ҡараны. Ә һин өйҙә юҡ икәнһең. Ярай, өйҙә булманың, бәхетең. Юғиһә, Джектың нисек өргәнен ишетер инең.
Батырҙың кинәйәләп, ҡабаланмай, һәр һүҙенә баҫым яһап, һығып сығарған һымаҡ ҡыланыуы һөйләүҙән бигерәк ғәйепләүгә оҡшағайны. Шуға Батыр ҡурҡып торманы, үҙ ҡыҙым тип йәлләмәне. Ҡыҙына тишерҙәй итеп ҡарап:
– Йә, ҡыҙым, Нәғимәнең балаһын юғалтыуын, уны төн уртаһында кемдеңдер ҡурҡытып йөрөүен, ә Джектың һинең менән осрашырға теләүен нисек аңлатырһың? – тине.
Наҡыяның хәле бөттө,ул ап-аҡ булды.

Дауамы бар.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: