+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ноябрь 2021, 10:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Ун икенсе бүлек.

Баҙар тулы халыҡ, Рәмзиә арлы-бирле иткәнсе, сират тороп, ул килтергән һөт ризыҡтарын алып та бөттөләр. Һауыттарының төбөндә бармаҡ менән һөртөп алырлыҡ ҡына ҡалды. Рәмзиә ҡәнәғәт ҡиәфәт менән әйберҙәрен йыйыштырған арала ҡаршыһына ҙур ҡара күҙлек кейгән ҡатын килеп баҫты ла:– Сметана почем? – тип һораны.– Һатып бөттөк, үҙемә лә ҡалманы, – тине Рәмзиә. Ә ”күҙлек”, ауыҙын йырып, көлөп ебәрҙе.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Ун икенсе бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Ун икенсе бүлек.
Бәй, Наҡыя икән дә баһа!
– Бынан китәйек, беҙҙең ауылдыҡылар күп, берәйһе күреп ҡалмаһын, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө Рәмзиә, баҙар ҡайғыһы китте, эйәртенешеп, сыҡтылар.
Күрше кварталда йәтеш кенә сәйхана бар икән. Сәйен, печеньеһын алып, шунда кереп ултырҙылар. Наҡыя менән Рәмзиәнең был тәүге осрашыуы. Наҡыя Айзаттың әсәһен беренсе тапҡыр мәктәптә уҡыған саҡта күргәйне. Йәштәр һымаҡ теремек, һәр ваҡыт йылмайып ҡына торған апай, мәктәпте тамамлағас, уның ҡәйнәһе була яҙыр, “Улымды директор ҡыҙына өйләндерәм!” – тип араларын өҙөр һәм, әле килеп, сикһеҙ яратҡан улын нимә эшләтергә белмәйенсә, тағы әллә ниндәй мажараларға тарыр, тип кем уйлаған? Наҡыя яратмай Рәмзиәне, хатта күрә алмай. Элек тә, уның исеме ишетелһә лә, сәсе үрә тора ине. Ә хәҙер ҡаршыһында ултырып, йылмайырға, уға йәүкәләргә, нисек тә оҡшарға, юғалғанды ҡайтарырға, мөмкин булмағанды эшләргә тура килә. Әле уларҙың икеһен бер маҡсат берләштерә. Рәмзиә нисек тә Бөкөләр менән ҡоҙалашыуҙан ҡотолорға тырышһа, Наҡыя иһә, Айзат менән Нәғимәнең араларын боҙоп, әгәр һыйһа, уларҙың араһына үҙенә керергә маҡсат ҡуйған.
Рәмзиә, баш баҫып, күнергә лә ҡуйырғамы икән, тип көн дә уҡталып ҡуя, ләкин Бүкәндәргә хас тырызлыҡ һәм мәғәнәһеҙлек менән бер кимәлдәге әрһеҙлеге ғорурлығы аша атлап үтергә мөмкинлек бирмәй.
– Әйҙә, Наҡыя, тиҙерәк булайыҡ, – тине Рәмзиә һалҡын сәйҙе йота-йота. – Ауылдан кемдер, никахҡа саҡырып, шылтыратты. Кем булғандыр, аңғарманым. Өйҙә беләләрҙер әле.
Ә был ваҡытта Бөкөләрҙең өйөндә ҡыҙыу әҙерлек бара ине. Бында ла Бөкөләрҙең хәлле икәнлеге күренеп тора. Батыр бер ҡул һелтәгәйне, һимеҙ һарыҡ килеп керҙе, ярты сәғәттән түшкә һалҡын подвалда эленеп тә тора ине. Әлиә менән Батыр йәштәрҙең теләгенә ҡаршы килмәне. Былай ҙа, был никах тирәләй шау-шыу күп булды. Белмәгән-күрмәгән мажараларға тарып бөттөләр. Ана, кейәү балаҡай, бөгөн никах уҡытам да, кис алып ҡайтып китәм, тип тора. Ҡулынан килгәнсә генә ҡыланһын инде. Баяғы, араларына кереп, тәк торғандан ҡыҫылып, яманатлы булғылары килмәй.
Никах бик матур үтте. Ҡаланан “алтылы”һында көс хәл менән ҡайтып еткән әлеге Рәмзиә, өйөнә инә һалып, күлдәген генә алыштырып сыҡты. Буяныу түгел, йүнләп сәсен дә тарарға өлгөрмәне. Бәй, улы менән килененең никахы икән дә баһа! Бына һиңә мә! Ә ул бында әллә нимәләр уйлап, Наҡыя менән үҙҙәре лә белмәгән этлек ҡороп йөрөй.
Йәштәргә бөтәһе лә бәхет, һаулыҡ, шатлыҡтар, мул тормош теләне. Бында иң ҡәнәғәт кеше Батыр булды, шикелле. Ул үҙе мулланың доғаларын тыңлай һәм киләсәккә уй-ниәттәр ҡора. Электән ишеткәне бар, доға уҡығанда изге ниәттәр менән алдағы көндәргә ҡарап, пландар ҡороп, яҡындарыңа һаулыҡ теләп ултырһаң, шулар көллөһө лә тормошҡа аша икән.
Батыр һаман үҙенекен уйлай. Хәҙер хужалыҡты киңәйткәс, техниканы ҡуйырға ла урын кәрәк бит инде. Бында кредит аҡсаһы ғына етмәҫ. Әллә анау башмаҡтарҙың бер унауһын иткә оҙатырғамы? Былай һимереүен, һимерҙеләр инде. Батыр ҡәнәғәт күңел менән эргәһендә генә ултырған кейәүе менән ҡыҙына ҡарап-ҡарап ала. Бар өмөт уларҙа инде. Эштәрҙе бер үҙе йөкмәп тартып, өҙлөгөп тә бара. Ярай, үҙенең тәбиғи ныҡлығы бар, бирешмәй. Тәмәке тартмай, араҡы эсмәй донъя көтөүе лә ярҙам итә.
Мулла ҡабалана. Доғаларын уҡып, эшен бөтөрҙө, хәйерен алды ла, хушлашып, сығып та китте. Ваҡыт тар булһа ла, бик матур өҫтәл ҡорғайнылар. Рәмзиә йәштәргә ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Икеһе лә шат һәм ҡәнәғәт һымаҡ. Ләкин ниндәйҙер көсөргәнешлек һиҙелә. Ваҡыт-ваҡыт Наҡыя ҡоҙаса күренеп ҡала. Ул, ғөмүмән, битараф һымаҡ. Ләкин кешенең нимә уйлағанын ҡайҙан беләһең? Ә иң шаты һәм ҡәнәғәте, әлбиттә, Азат. Ҡулдан-ҡулға ғына йөрөтәләр. Ә ул: “Атай, атай!” – тип Айзаттың алдына уҡ менеп ултырҙы һәм
 
сәйерһенеп, ә һин бында ни эшләп ултыраһың, тигән ҡиәфәт менән Нәғимәгә ҡарап-ҡарап алды. Ә Нәғимә күктең етенсе ҡатында! Барыһы ла ул теләгәнсә бара һәм шулай буласаҡ!
Ҡоҙалар, ҡоҙағыйҙар, ҡоҙасалар сығып, һауа алыштырып, ял итеп керҙеләр. Өҫтәл тулы ризыҡ, уны шул килеш ҡалдырып китеп буламы ни? Тағы ла бер ултырмайынса, ашап бөтмәйенсә, таралыу юҡ. Ни тиһәң дә, Бөкөләр менән Бүкәндәрҙең беренсе тапҡыр былай күңелле һәм татыу ризыҡланып ултырыуы. Ара-тирә эш хаҡында һөйләшәләр, хаҡтарҙың күтәрелеүенә, һалымдарҙың артыуына зарланалар. Ә ауыл халҡы йәшәргә тырышып ята. Эше лә, ашы ла бар, һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәй. Күпме йолҡҡолаһалар ҙа, өҫтәл тулы ризыҡ. Шулай шул, беренсе тапҡыр осрашалар. Эште уйлаған, ҡабаланған кеше юҡ. Ауыл ерендә танһыҡ шул бындай табындар. Сөнки, тороп китһәң, онотола, эш күмә кешене. Эшләйем дә, тешләйем, тип йәшәргә кәрәк. Быныһын ғына барыһы ла аңлай. Өсөнсө тәнәфескә торғанда, ҡатын-ҡыҙҙар, өй менән танышабыҙ, тип бүлмәләр буйлап киттеләр. Ә ир-атты инде яңы техника ҡыҙыҡһындыра. Батыр ҡоҙаларҙы яңы ғына алып ҡайтҡан тракторы менән танышырға саҡырҙы. О, бына ултыра ул баҫыу баһадиры! Бер үҙе биш-алты техниканы алыштыра. Башҡармаған эше юҡ! Тик бына тракторсыһы кәрәк, инженеры булһын, йылы гаражы ошонда ултырһын. Айзат түҙмәне, руль артына уҡ кереп ултырҙы. Ҡайныһы, Батыр, инәлтеп торманы, тракторҙы ҡабыҙып уҡ күрһәтте. Шунда уҡ алға-артҡа йөрөтөп тә ҡаранылар.
Ә был ваҡытта бүлмәһендә Наҡыя йәштәрҙең шатлығын нисек кенә өнһөҙ үткәреп ебәрергә, тип баш вата. Ошо көнгә тиклем ул Нәғимә менән Айзаттың бергә булмаҫына ышана ине әле. Һуңғы өмөт сатҡылары күҙ алдында һүнеп, юҡҡа сыҡтылар. Нисек йәшәргә, нисек күтәрергә был юғалтыуҙы? Хәҙер Айзат көн һайын ошонда йөрөп, үҙен көн һайын, сәғәт һайын, минут һайын иҫкә төшөрөп торормо икән? Ни һеңлеһен тыңлата алманы. Эх, ошо ла булған тормош! Әллә Азатты үҙҙәренә тоттороп, берәй яҡҡа сығып олағырғамы икән? Донъяһы көйләнеп, йәшәргә урын тапһа, эшкә урынлашһа, кейәүгә сыҡһа, улын да ҡайтып алыр ине. Юҡ, әлегә булмаҫ һымаҡ. Рәхәт тормошҡа, еңелгә өйрәнгән ҡатын өр-яңынан тормош башларға әҙер түгел ине.
Табындың өсөнсө өлөшөндә бик баҫым яһамай ғына йәштәрҙең киләсәк тормошо, ҡайҙа һәм нимә эшләргә йыйыныуҙары хаҡында фекер алышыу булды.
– Әгәр теләһәләр, оҡшаған бүлмәне һайлап алһындар, тип эре сирттерҙе Әлиә, үҙҙәренең донъяһының өҫтөнлөгөнә һәм муллығына анһат ҡына ишара яһап.
– Улай булмай инде! – тип һүҙгә ҡушылды Рәмзиә ҡаты ғына. – Киленде беҙ өйгә төшөрәбеҙ. Электән ҡалған йола бар.
– Йәштәр үҙҙәре ҡараһын, – тине Рифмир. – Улар беҙгә ҡарағанда күберәк уҡыған. Мин шундай фекерҙәмен.
– Кейәү эш өсөн борсолмаһын, бында – етерлек, – ип әйтеп ташланы Батыр. – Үҙе эшләй, үҙе ойоштора. Ғөмүмән, мин йәштәргә үҙ аллылыҡ биреү яғындамын.
Аҙаҡҡы һүҙҙе Айзат әйтте. Һәр береһенә, атап, Нәғимәһе менән икеһе исеменән рәхмәт әйтте. Уның һүҙҙәренән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды:
– Әгәр мөмкин булһа, – тине ул, табында ултырғандарҙың һәр береһенең йөҙөнә ҡарап, – беҙ Нәғимә менән айырым донъя көтөп ҡарарға теләр инек.
Һәр кем был һүҙҙәрҙе үҙенсә ҡабул итте. Әлегә берәү ҙә ҡаршы төшмәне, риза икәнлеген дә белдермәне. Шулай булмай ни, йәш ғаилә яңы тормошто башлап ҡына тора бит әле.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: