-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ноябрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ. Беренсе бүлек.

Әле һөйләнәсәк ваҡиғалар тураһында уйлаған ваҡытта йылдар үренән артҡа боролоп ҡарайым да, бәлки ул булмағандыр, йәки төш кенә күргәнмендер, тип уйлап ҡуйҙым. Улайтып ҡәтғи һығымта яһарға намыҫым да ҡушмай, шаһиттар ҙа бар, хатта фотоһүрәттәр ҙә етерлек. Шамил Ҡаҙанов тураһында һүҙем. Эйе, эйе, бәлки һеҙ уны онота ла башлағанһығыҙҙыр. 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ. Беренсе бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ. Беренсе бүлек.
Тәүҙә Шамил хаҡында уға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һәм ыңғай ғына фекерҙәр ишетелде. Ауыл хужалығына мөнәсәбәте булған юғары уҡыу йортон тамамлаған, мал-тыуар тәрбиәләү, ашатыу, рацион төҙөү, үрсетеү йәһәтенән алдынғы хужалыҡтарҙың береһендә тәжрибә туплаған егетте көс структураларына күсергәндәр. Комсомол йүнәлтмәһе менән! Уның хеҙмәт карьераһының ҡыҙыҡлы ғына боролош яһауы шаҡтай билдәле ауылдашы, хатта фамилиялашы менән тура килеүе мине танышымды ихлас ҡотларға мәжбүр итте. Танышымдың әле генә йылмайып һәм ихлас ҡараған күҙҙәре ҡырыҫланды, ул хатта тештәрен шаҡылдатып ҡуйған һымаҡ булды:
– Әгәр мөмкин булһа, һеҙ бутамағыҙ,– тине ул һәр һүҙен үлсәп һәм ҡапыл “һин”дән “һеҙ”гә күсеп. – Хатта беҙҙең сыбыҡ осо ла туғанлығыбыҙ юҡ. Беҙ бар тик ауылдаштар һәм фамилиялаштар. Әгәр ошо хаҡта һүҙ сыҡһа, кеше араһында ла ҡыйыу рәүештә әйтә алаһығыҙ, – тине танышым, ошо йәһәттән минең мандаттың мөмкинлектәренең киңәйеүенә ишара яһап.
Аҙаҡ Мирхәт Мәхмүтович һин дә мин “һин”гә күсеп, донъяуи мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына башланы.
Йорт хайуандары, йәнлектәр даирәһен ҡалдырып, Шамилдың кинологик хеҙмәткә күсеүе бәлки кемдәрҙелер ғәжәпләндергәндер, ләкин мине түгел. Әйткәндәй, кинологик хеҙмәттә лә ул үҙенә яҡын булған эштәр менән шөғөлләнгән. Ҡыҫҡаһы, эттәрҙе үрсетеү, ашатыу, тәрбиәләү, төрлө эҙҙәрҙе табырға өйрәтеү һымаҡ етди һәм һирәк осрай торған эш өсөн яуап бирә.
Эттәргә ҡағылышлы минең белемем бик һай. Мәҫәлән, быйыл Ҡытайҙан килгән кешеләрҙең интервьюһын уҡып, ошо миллиард ярым кеше йәшәгән илдә эттәр ни тиклем бәләкәй булһа, шул тиклем ҡиммәтерәк һәм тәмлерәк икәнлеген белеп, аптыраным. Шулай булғас, бесәй ҙурлығы ғына эт, һин ултырып йөрөргә хыялланған автомобилдән дә ҡиммәтерәк һәм беҙ деликатес сифатында ғына ашаған ҡаҙы, ҡалъя, ҡаҙ бото һымаҡ ит ризыҡтарынан затлыраҡ булып сыға түгелме һуң?
Шуғамы икән, танышымдың шул осорҙағы эттәр донъяһы менән бәйләнеше башҡа миҫалдарҙы ла иҫкә төшөрөргә мәжбүр итте. Мәҫәлән, Михаил Булгаковтың “Эт йөрәге” романын уҡымағандар бик һирәктер. Романда, минең аңлауымса, хәйләкәр яҙыусының эттәрҙең йөрәген алыштырып, уларҙан кеше яһап була икән, тигән фекере, мәҫәлән, оҡшаманы. Туҙға яҙмаған операциялар менән нисек итеп, кешенән – эт, ә эттән кеше яһамаҡ кәрәк? Ғөмүмән, арабыҙҙа кешеләр ҙә, эттәр ҙә етерлек, быға ихтыяж бармы?
Ара-тирә яйы сыҡҡанда бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең эттәр тураһында һөйләгәнен иҫкә төшөрөргә яратам. Туҡһанынсы йылдар тирәһендә Мостафа Сафа улы былай тип яҙа: “Туҡай дәүерендә эттәр ҡойма һәм ситән артынан ғына өрөп ҡалған. Һуңыраҡ эттәр эргәбеҙгә сығып өрә башланылар. Хәҙер эттәр үҙгәрҙе, улар эргәңдә шым ғына йөрөйҙәр ҙә, арттан ғына, өндәшмәй, тешләп алалар. Аҙаҡ алдыңа сығып, күҙҙәреңә ҡарап, хәлдәрең нисек, ағай, тип һорайҙар”.
Эттәр менән мөнәсәбәт бына шулайыраҡ. Ҡулланыусылар беләлер, был дүрт аяҡлы хайуандар аҙым һайын, тип әйтерлек, артҡы боттарының береһен күтәреп, тамға һалып йөрөй. Ни өсөн тиһегеҙме? Үҙенең һунар биләмәһен башҡа эттәрҙең баҫып алыуынан һаҡлар өсөн. Һәм, әгәр эт үҙ биләмәһен һаҡлап һеҙгә өрә-өрә ташлана икән, эт, ғалимдар раҫлауынса, һеҙ уның тамғаланған биләмәһенә килеп инеүегеҙҙе, уны һунар майҙанынан мәхрүм итергә, ә үҙен тотоп ашарға теләү тип баһалай. Ҡасҡан осраҡта ла эт был кеше мине генә ашарға килгән, тип йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша. Ә инде уның һеҙгә һөжүм итергә тырышыуы ла шундай уҡ маҡсатты билдәләй – һеҙҙе тоторға һәм ашарға.
Бына Шамил танышыбыҙҙың яңы һөнәр үҙләштерә башлауы беҙҙе шундай хәтирәләргә килтерҙе.
Бер заман уның хеҙмәтен тултырыуы, хаҡлы ялға сығыуы, мул ғына пенсияға лайыҡ булыуы хаҡында хәбәрҙәр ишетелде һәм беҙ көнө-төнө хеҙмәт иткән структураларҙа эшләргә теләүе хаҡында әйттеләр. Кем белә, үҙе теләгәнме әллә уйлағанмы,
 
быныһын теүәл генә белеүсе юҡ. Мин ул ваҡыт мәҙәниәткә, сәнғәткә, әҙәбиәткә аҙмы-күпме мөнәсәбәте булған дәүләт тармаҡтрының береһендә хеҙмәт итә инем.
Ниндәйҙер танышын эҙләп, һуңлап ҡына килеп инде. Электән танышлығыбыҙ булғас, уртаҡ дуҫтар менән һыналғас, байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырырға тура килде. Тәү ҡарамаҡҡа ихлас, хатта бер ҡатлы кеше һымаҡ тойолдо ул миңә. Ентекләп һәм тәфсирләп, һыйырҙарҙан нисек һөт һауыуы, быҙау үрсетеүе, уларҙы ашатыуы, аҙаҡ дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы тәрбиәләүҙә күрһәткән ҡаҙаныштары, ҡырған эштәре хаҡында һөйләгәнен йоҡомһорап, байтаҡ тыңланым.
Кем телемдән тартҡандыр, белмәйем:
– Әгәр һеҙ беҙгә эшкә урынлашырға уйлайһығыҙ икән, һыйырҙар тураһында белгәндәрегеҙҙе, эттәр хаҡында дәүләт кимәлендәге серҙәрегеҙҙе оноторға тура киләсәк. Һеҙ, ғөмүмән, башҡа тармаҡта эшләүгә дәғүә итәһегеҙ. Һәр хәлдә, һеҙ, абруйлы дәрәжәле кеше, мин әйткәндәрҙән бәләкәй генә булһа ла һығымта яһарға тейешһегеҙ, – тип еңелсә шаяртып, хатта һиҙелер-һиҙелмәҫ аҡыл һатып, уны әҙәми заттарға ғына хас юлға төшөрөргә тырыштым.
Инде ҡайтыр ваҡыт еткәс:
– Һин Ҡаҙанбаевты беләһең икән. Мирхәт Мәхмүтовичты. Ул бит минең ағай ине. Ике туғанмы, өс туғанмы тура килә, – тип ярып һалмаһынмы.
– Бәй, шулаймы ни? – тинем мин, шатланыуҙан бигерәк, аптыранып. – Беҙгә килергә һеҙгә ул кәңәш иттеме?
– Юҡ! – тине ул ҡырҡа ғына. – Мин унан ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнем булманы әле.

Дауамы бар.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в