-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ноябрь 2021, 18:00

УЙНАП БӨТӨЛМӘГӘН ДРАМА Хикәйә Беренсе өлөш

Әҡлимә, репетициянан һуң һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән әхирәттәрен көтмәй, кейенеп, китапханаһын бикләне лә ҡайтырға ашыҡты. Эшендәге кәштә-кәштә китаптары, өҫтәлдәрҙәге гәзит-журналдар төпләме, хатта китапхананың үҙенсәлекле, саңланған ҡағыҙ еҫтәре лә нисек кенә ҡәҙерле булмаһын, ҡайтырға кәрәк! Өйөндә ире көтә... Һуңғы йылдарҙа өлгөлө ирҙән үтә талапсан, ҡырыҫ, уҫал, көнсөлгә әйләнгән Ришат көтә. Үҙ тамағына үҙе ҡарышып, әҙер ашты ла йылытып ашамай, тағы ас ултыралыр әле. Ҡыҙҙары өҫтәл яраштыра торғайны. Хәҙер ул – ҡалала, уҡырға инде. Эсһә, ҡул күтәрһә, бәлки, еңелерәк тә булыр ине, тигән уйҙар ҙа инә ҡайһы берҙә Әҡлимәнең башына. Үҙ аҡылында көйөнә көнө-төнө тиерлек, юҡтан бар табып, игәй ҡатынды. Түҙерлек әмәле ҡалмаһа ла, ни эшләһен, түҙә. Башҡа сара юҡ!..

УЙНАП БӨТӨЛМӘГӘН ДРАМА  Хикәйә Беренсе өлөш
УЙНАП БӨТӨЛМӘГӘН ДРАМА Хикәйә Беренсе өлөш

Клубтың драма түңәрәгенә йөрөүсе Сәлимәне ире, иҫереп ҡайтып, ҡулын һындыра һуҡҡан ана. Уның ҡарауы, хәҙер ҡатыны алдында йүгереп йөрөй, йорттағы барлыҡ эштәрҙе үҙе башҡара: һыуын ташый, һыйырын һауа... Ауылда хужабикәнең эше бөтөрлөкмө?! Өй эсендә генә күҙгә күренмәгән ҡырҡ мәшәҡәт. Әҡлимә бер көн Сәлимәнең хәлен белешергә ингәйне, ире тубыҡланып иҙән йыуа, тегенеһе компьютерҙа уйнап ултыра. Элек Ришат иҙән, кер йыумаһа ла, ни хәтлем яғымлы була торғайны. Был тиклем дә үҙгәрер икән кеше...

Өйҙәре клубтан йыраҡ ҡына. Ҡышҡы кис әллә ни һыуыҡ булмаһа ла, Әҡлимә өшөп өлгөрҙө. Ришат уның ҡайтыуын һағынып, йылмайып көтөп торһа, бәлки, һалҡынды ла һиҙмәҫ ине. Тәҙрәлә ут балҡый. Был ут ҡатынды үҙенә тартмай, киреһенсә, көндән-көн ситкә этә. Өйгә ингәс тағы башланасаҡ күңелһеҙ һөйләшеүҙе уйламаҫҡа тырышып, Әҡлимә ҡапҡаны этәне. Бәләкәй ҡапҡа, эстән бикле булмаһа ла, асылырға теләмәне – ҡыйыҡтан уйылып төшкән тығыҙ ҡар ҡатламы тота ине уны. Ришат быны, әлбиттә, күргән, шик юҡ! Ҡараңғыла ҡар көрәп йөрөргә мәжбүр итерһең уны! Үҙенә кәрәкһә, төн уртаһында ла таҙартыр.

– Сәғәт нисә? – тине Ришат, телевизорҙан хоккей ҡарап ятҡан еренән, башын да бормай.

– Ун беренсе...

– Ә һин нисәгә тиклем эшләйһең?! Ике сәғәт буйы ҡайҙа йөрөнөң? – Ир, ҡатынының һүҙен бүлдереп, тороп ултырҙы.

– Әйттем дә һуң, бөгөн репетиция, тип. Теге пьесаны ҡабаттан ҡуябыҙ, – Әҡлимә, өҫ кейемен һалып, арҡаһын мейескә терәне.

– Миңә тимәһә, әллә нимәләр ҡуйығыҙ! Ә эшеңдән ваҡытында ҡайтырға тейешһең! Бер уйнаған спектаклде, нимә, онотоп бөткәндәрме?

– Онотмағандар... Һинең урынға Рәсүл уйнай. Мин – Сәлимә урынына, ул ҡулын һындырған.

– Һындырмаған, ә һындырғандар! Шәп иткән Вәхит бисәһен. Һеҙҙең менән шулай ҡатыраҡ булмаһаң. Бигерәк киттегеҙ әтеү, ирҙе ир тип һанамай башланығыҙ.

– Туҡма һуң, туҡма һин дә! Һындыр берәй еремде! Көн дә үтмәҫ бысаҡ менән телгеләгәнсе, зәғифләп һал да ҡуй!.. – Әҡлимә үҙе лә һиҙмәҫтән тауышын күтәрҙе. – Белмәйем, ҡайһы ерем һиңә оҡшамайҙыр, ҡайһы ерҙә ҡырын баҫҡанмындыр?!

– Ҡара, ҡара! Рәсүл менән уйнай башлағас, батырайып киттеңме? Уйнатырмын бына икенсе ир менән! Өйҙән дә сыға алмаясаҡһың... теләһәм, – Ришат, һүҙем бөттө тигәндәй шып туҡтап, урынынан торҙо. Күрәһең, асығыуы асыуынан көслөрәк ине...

Әҡлимә, ауыр һулап, өҫтәлгә әҙерләне. Бер-береһенә күтәрелеп ҡарамай, ләм-мим һүҙ өндәшмәй киске ашты ашанылар. Ришат, әйтерһең дә, бүлмәлә яңғыҙы, рәхмәт тә әйтмәй, бушаған һауыт-һабаһын ситкә этәрҙе лә, йәһәт кенә тороп китте. Әҡлимә, бешергән ризыҡтың тәмен дә тоймай, урынында һаман ултырыуын белде. Күҙҙәренә, бына-бына атылып сығырҙай булып, йәштәр төйнәлде. Их, үкһеп-үкһеп, ҡасандыр үҙеңә шундай яғымлы, һөйкөмлө булған Ришатыңдың киң күкрәгенә башыңды терәп, йәки ҡосағына һыйынып, инде ташҡа әйләнеп барған күңелеңде бушатҡансы ила ине...

Әҡлимә, аш бүлмәһен йыйыштырғас, ире янына сыҡты. Мөнәсәбәттәрен элекке татыу хәленә ҡайтарыу ниәтенән, риза булмаҫын белһә лә, һаҡ ҡына һүҙ башланы:

– Ришат!.. Әйҙә, спектаклдә бергә уйнайыҡ! Һин бит оҫта, килештереп уйнаның ул ролде. Өҫтәүенә – һиңә ятларға ла түгел, әҙ генә ҡабатлаһаң...

– Нимә?! Һин үҙ аҡылыңдамы? – Ришаттың ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенән Әҡлимә тертләп китте. Ә ир ҡыҙғандан-ҡыҙҙы: – Минең башҡа эшем юҡмы, ахмаҡ клоун кеүек ҡыланып йөрөмәһәм?! Һинең менән бергә сәхнәлә уйнарға ғына ҡалғайны!..

Ҡайҙан әйткән көнгә төштө ҡатын. Ахырҙа, аҡланғандай:

– Башҡа уйнарлыҡ кеше лә юҡ бит... Рәсүл инәлтә-инәлтә риза булғайны ла, бөгөн репетицияға килмәне – эсеп йөрөй тиҙәр...

– Өйөнә барып саҡыр!.. Туҡта-туҡта! Барғанһыңдыр ҙа әле, бик һуңлап ҡайттың, ә?! Буйҙаҡ, бер үҙе йәшәй. Эсеп йөрөгәнен ҡайҙан белер инең әтеү.

– Уф, Хоҙайым! Мине кем тип уйлайһың?! Нахаҡҡа шул тиклем рәнйетмәһәң! – Әҡлимәнең тағы күҙҙәре йәшләнде...

– Ярай-ярай, һытылырға ғына торма! Тәүҙән үк тәҡдим итһәң, бәлки, риза булыр инем. Ә хәҙер – юҡ. Сәлимә лә уйнамағас... Һин унда Рәсүлдән ҡосаҡлатып, үбешеп торған күренештәрен уйнарға уйлаһаң, мин әйттем, клубыңа аяҡ та баҫмаясаҡһың! Бер-берегеҙгә эҫенеп китерһегеҙ әтеү. Репетицияғыҙ ваҡытында барып ҡарармын әле...

– Бар һуң, бар! Тикшер! Етәкләп йөрөт! Һин Сәлимә менән уйнағанда, үбешеүегеҙҙе күреп, тамашасы башын икенсе яҡҡа борорға мәжбүр булды, хатта...

– Мин – ир кеше! Уйнаһам – ышандырырлыҡ итеп уйнайым! Уйнамайым икән – юҡ! Нимә, һүҙ көрәштерәһеңме ищеү?! Әйттем – бөттө!

Сираттағы был күңелһеҙ һөйләшеү оҙонораҡ, күңелде тағы нығыраҡ өшөтөрлөк булды... Ниңә, ниңә шулай?.. Ниңә элекке кеүек шаярышып, уйнап һөйләшеп, бер түшәккә ятып, һыйынышып ҡына йоҡлап китмәйҙәр?! Әҡлимә үҙенә инде нисәнсе тапҡыр яуап таба алмаҫлыҡ ошо һорауҙы биреп, йоҡо бүлмәһендә урын йәйҙе.

Төндә, уйланып, йүнләп йоҡлай алмағанлыҡтан, иртәнсәк Әҡлимәнең башы ауыртып килеп торҙо. Ришат тышта машинаһы менән булыша.

Ике яп-ят кеше лә бер өҫтәл артында ултырғанда бер-береһенә ниндәй ҙә булһа һүҙ ҡушыр ине. Ә былар, хатта ҡараштары осрашып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, шымышып ҡына иртәнге сәйҙе эстеләр ҙә, һәр ҡайһыһы үҙ эше менән шөғөлләнә башланы. Әҡлимә, кәрәкле ҡағыҙҙарын барлап, ҡалаға – Үҙәк китапханаға, Ришат – ҡырынып, одеколон һөртөп, эшенә йыйынды. Ул хакимиәт башлығы Ләйлә Нурулловнаны машинала йөрөтә. Әҡлимәнең: “Бөгөн район үҙәгенә бармайһығыҙмы?” – тигән һорауына аныҡ ҡына яуап бирмәй, нимәлер ишетелер-ишетелмәҫ һөйләнеп, сығып китте.

Әҡлимә оло юлға табан атланы. Ҡала яғына машиналар зыйлатып уҙып торһа ла, уның ҡул күтәреүенә ҡарамай, туҡтарға теләүселәр табылманы. Ошо ваҡыт, ҡар бураны уйнатып, хакимиәттең ҡара “Волга”һы күренде. Тик ул, тиҙлеген дә кәметмәй, уҙып китте. Ришаттың шулай үҙен ҡышҡы юлда ҡалдырып олағыуына шаңҡып торған арала, “Волга”, кире әйләнеп, Әҡлимәнең янына килеп туҡтаны.

– Әҡлимә апай, ултырығыҙ! Ришат ағай әллә һеҙҙе таныманы инде, тәҙрәләр тирләгән бит, – тине Ләйлә Нурулловна, аҡланғандай, ишеген асып.

Башҡа ваҡыт булһа, өшөп, туңып торһа ла, бер уҙып киткәс, Әҡлимә иренең машинаһына ултырмаҫ та ине. Әле хакимиәт башлығының һүҙен йыға алманы.

– Ләйләне... Ләйлә Нурулловнаны бына ашығыс районға саҡырттылар ҙа, ҡабалана инем, – тине Ришат, теләр-теләмәҫ кенә ҡатынына әйләнеп.

Әҡлимә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ире хакимиәт башлығын “Ләйләне” тип кенә ысҡындырҙы! Әгәр ул, етәксеһен исеме менән атағандан һуң, һүҙен ҡабаттан төҙәтмәһә, Әҡлимә иғтибар ҙа итмәҫ ине. Ә хәҙер... Ул ниҙер һиҙенгәндәй, алдағыларға ҡараны. Иренең көҙгөлә күренгән йөҙө нисектер тыныс түгел, бына-бына артына әйләнеп, ҡатынын битәрләй, кәмһетә башлар төҫлө. Ә Ләйлә Нурулловна боҫланған тәҙрәһен ҡулы менән һөрткөләп, юл буйына тиерлек күҙҙәрен тыштан алманы. Уларҙың икеһенең дә арттағы кәрәкмәгән юлдаштан уңайһыҙланғаны көн кеүек асыҡ. Әҡлимә был икәүҙең янында үҙен артыҡ тойҙо. Тиҙерәк, тиҙерәк барып етергә!..

– Эшең бөткәс, шылтыратырһың, алып ҡайтырбыҙ, – тине Ришат ҡатынына, машинаһын китапхана ҡаршыһында туҡтатҡанда.

Әҡлимә, үҙенә ҡарата нисектер, көтөлмәгәнсә, йомшаҡ итеп өндәшкән иренең һүҙен ишетмәгәндәй, уға яуап бирмәне. Артынан ике пар күҙ уны сәйер ҡараш менән оҙатып ҡалды. Аяҡ быуындарының йомшарғанын, башы әйләнеп ҡолап барғанын һиҙҙермәҫкә тырышып, ул алға атланы. Үҙҙәренән-үҙҙәре атылып сыҡҡан йәш тамсылары һалҡында күҙҙәрен томалап, Әҡлимә ҡаршыһына килгән егеткә саҡ барып төртөлмәне. Тыш яҡҡа асылған китапхана ишеген эскә этәп бер булды...

* * *

Бынан ике йыл элек, көҙгө һайлауҙарҙа, мәктәп директоры булып эшләгән Ләйлә Нурулловнаны депутаттар күпселек тауыш менән ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуйҙы. Уға тиклем был вазифаны башҡарған етәксенең тәжрибәле шоферы яңыһына ла оҡшаны. Үҙенән әллә ни оло түгел Ришаттың буй-һыны ла бар, урамда эсеп йөрөгәнен дә күргәне юҡ. Ҡатыны ла баҫалҡы ғына күренә...

Бар һәләтен, ваҡытын уҡытыусылыҡ эшенә, балалар тәрбиәләүгә арнаған, бер тапҡыр ҙа тормошҡа сыҡмаған, “Бальзак йәшендәге” Ләйлә әсәһе менән генә йәшәй ине.

Ришат, хакимиәт башлығы алышынғас, икенсе эш тураһында уйлай башлағайны инде. Тик, Ләйлә Нурулловнаның уны ебәрергә теләмәгәнен ишеткәс, ҡыуанысынан түбәһе күккә тейә яҙҙы. Шулай булмай, йәш, сибәр башлыҡты, иҫке генә булһа ла, ҡара "Волга"ла ултыртып алып йөрөүе үҙе ни тора! Әҡлимәһе менән бик татыу йәшәйҙәр, бер-береһен башҡаларҙан ғүмерҙә лә көнләшкәндәре булманы. Буйҙаҡ ҡатынды ташыйһың, тип бер ауыҙ һүҙ әйтмәйәсәк.

Ришат Ләйләнең зифа буй-буйына, ҡыш көнө лә ҡояшта янған кеүек күренгән ҡарағусҡыл сибәр йөҙөнә, гүйә, ике магниттай, ҡалын кейем аша ла беленеп, үҙенә тартып, арбап торған тығыҙ күкрәктәренә һоҡланһа ла, көн дә ошо матурлыҡтар, нәфислектәр менән йәнәш булып ләззәт татыһа ла, ҡатыныма бер саҡ хыянат итермен тигән хилаф уй башына ла инмәне.

Ә Ләйлә, тыштан ҡоро, һалҡын күренһә лә, бар күңеле, хистәре менән Ришатҡа ынтылды. Мәктәптә эшләгән осорҙан һаҡланған ошо сифаттары уның эске кисерештәрен тышҡа сығармай тота килде. Күпселеге ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларҙан торған коллективтан хакимиәткә эшкә күскәс, тәүҙә юғалып ҡалды. Бында, киреһенсә, барлыҡ депутаттар ҙа тиерлек ир-егеттәр. Юғарыла, районда ла, шул уҡ хәл. Төрлө кәңәшмәләрҙән, осрашыуҙарҙан һуң машинала ҡайтып барғанда Ришаттың йөҙөндә ул ниндәйҙер терәк, хатта яҡлау тапты. Уйҙары менән бүлеште, кәңәшләште. Уны ихлас тыңлаған, йылмайып, ваҡыты-ваҡыты менән йылы ҡарашын ташлап алған шоферының яурынына башын һалып ял иткеһе, көслө ҡулдарынан сәстәрен һыйпатып иркәләнәһе килде...

Һүҙҙәре эш тураһында ғына түгел, башҡа төрлө темаларға ла күсеп киткеләне. Шәхси тормоштары тураһында ла йышыраҡ аралаша башланылар. Күбеһен, әлбиттә, Ләйлә һөйләне. Тәмле хушбуй еҫтәрен таратып машинаға инеп ултырыуы менән, Ришат уны ғына күрҙе, яғымлы тауышын ишетеп, бар донъяһын онотто. Ҡатын тыйнағыраҡ булһа, ир йыйнағыраҡ булыр ине лә бит...

Юҡ! Ришат өсөн был мөхәббәт түгел ине. Үлеп ғашиҡ та түгел ине ул Ләйләгә. Мөхәббәт булһа, уны машинала өйөнә илтеп ҡуйғас та, онота алмай уйлар, ғазапланыр ине. Өйөнә, Әҡлимәһенә, ҡайтырға ашыҡмаҫ ине. Был, бала-саға ялтырауыҡ уйынсыҡҡа ҡыҙыҡҡан кеүек, өлкән ирҙең йәш сибәр ҡатын менән мауығыуы ине әлегә... Әлегә, бер мәлгә тиклем. Ирҙе алйытыр, донъяһын емертер, зиһенен иҫертер бер мәлгә тиклем.

Көҙгө һалҡын, бысраҡ көндә, кисләтеп кенә бер ауылдан ҡайтҡанда булды был хәл... Барғандағы кеүек, йырағыраҡ булһа ла, асфальт юлдан йөрөһә була бит инде Ришатҡа. Юҡ, тураға сығырға кәрәк! Йәнәһе, тиҙерәк ҡайтып етә. Урау булһа ла, юл яҡшы, тигән әйтем үҙенең дөрөҫлөгөн тағы иҫбатланы. Ағас ташыусы йөк машиналары яһаған тәрән канауға тайып төшөп, ауыр "Волга" батты ла ултырҙы. Алға ла, артҡа ла әҙ генә лә ҡымшанманы. Ләйлә, машина ысынлап та ныҡ баттымы, сығырлыҡ түгелме, тигәндәй, этәләп ҡараған булды. Үҙенең йөҙөндә саҡ ҡына ла борсолоу һыҙаттары сағылманы, киреһенсә, ул ниңәлер шатланғандай тойолдо Ришатҡа. Машинаға артҡы ишектән инде лә:

– Бында төнгә ҡалырға тура килһә, һинән алда йоҡларға урын алып ҡалайым әле, – тип шаяртып, шоферына өндәште.

– Бик ихтимал, Ләйлә Нурулловна! Был юлдан машиналар йөрөмәй тиерлек, төндә берәй ағас урлаусы ғына үтмәһә. Ә ҡуна ҡалһаҡ – бензин етерлек, өшөмәбеҙ... – Ришат, уңайһыҙланыбыраҡ, ҡатынға әйләнеп ҡараны.

– Ришат, һин был юлдан, үтә алмаҫыбыҙҙы белә тороп, күрәләтә алып киттең, эйеме?

– Юҡ, юҡ, Ләйлә Нурулловна! Мин ҡайҙан беләйем, – Ришат ысынлап тороп аптырап китте. – Һеҙҙе тиҙерәк алып ҡайтайым, тип уйлағайным.

– Ләйлә Нурулловна ла Ләйлә Нурулловна... Үҙемде һинең уҡытыусың кеүек хис итә башланым, Ришат. Исемем менән генә ата, беҙҙең янда бер кем дә юҡ бит!.. Хәҙер нишләйбеҙ, ысынлап та, ошо урманда төн үткәрәбеҙме инде?

– Һеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ, Ләйлә?.. Йәйәү атлаһаҡ, машинаны ҡалдырырға кәрәк. Үҙем генә китһәм – һеҙҙе... Көтәбеҙ инде, берәйһе булыр.

Тирә-яҡты ҡараңғылыҡ сорнаны. Машина эсе эҫеп үк киткәс, Ришат, моторҙы һүндереп, тышҡа сыҡты. Багажнигында көрәк тә йөрөтмәй бит, исмаһам, берәй йүнен күре ине әле. Телефон бәйләнеше лә булмаған ер килеп тороп... Ҡабат инеп ултырҙы.

– Ришат!.. Мин өшөй башланым... – тип шыбырланы Ләйлә.

– Ә?! Мин хәҙер, – ир машинаны ҡабыҙырға иткәйне, Ләйлә:

– Юҡ, кәрәкмәй! Үҙең кил бында! – тине, тағы ла, саҡ ишетерлек тауыш менән.

Ришаттың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Маңлайына тир бәреп сыҡты. Ни эшләргә?! Бер секунд эсендә башынан әллә ниндәй уйҙар сабып үтте. Ләйлә уны артҡа әкиәт һөйләтергә саҡырмай бит инде... Артыҡ ҡабаланмаһа ла, йөрәгенең атылып сығып барғанын һиҙҙермәҫкә тырышып, тәүәкәлләне ир – күсеп ултырҙы...

Ҡатын шуны ғына көткән тиерһең, уң ҡулы менән ирҙе, муйынынан ҡосаҡлап, үҙенә тартты. Ошо мәлдән алып уларҙың араһында быға тиклемге булған рәсмилек, селпәрәмә килеп, юҡҡа сыҡты. Ир менән ҡатынға ул рәсмилек тә, һыуына башлаған машина эсендәге уңайһыҙлыҡ та кәртә түгел ине хәҙер. Ике пар ҡул, бер ниндәй бойороҡһоҙ, үҙ эшен эшләне... Һалҡынса ирендәр боҙ иретерлек ҡайнарға әүерелде... Йыш-йыш тын алған Ләйлә ниндәй хистәр кисергәндер, Ришат төпһөҙ упҡынға осто. Сикһеҙ, йән-яҡтан ут ялмаған, ләззәт сорнаған төпһөҙ упҡынға... Донъяла уның өсөн был ваҡытта ҡосағындағы Ләйләнең наҙлы, эҫе тәненән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй ине...

Аҙағы бар.

Автор:Мәүлит КӘРИМИ.
Читайте нас: