* * *
Ришат Ләйлә Нурулловнаны эштән һуң өйөнә илтте лә совет заманында киномеханик булып йөрөгән Булат ҡарттың йорто янына барып туҡтаны. Ҡарт, инде оло йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, өҙлөкһөҙ яуып торған ҡарҙы көрәй ине.
– Иҫәнлекме, Булат ағай! Ниңә көрәйһең уны?! Яҙын үҙе иреп бөтә бит ул, – тине Ришат, шаяртҡан булып.
– Сәләм, ҡустым! Һы! Нисек көрәмәйһең?! Бөгөн бына икенсегә инде таҙартам. Саҡ сыҡмаһам, бар донъяны баҫып бара. Яуһын ғына, өйҙә телевизорҙан күҙҙе алмай ултырғансы, – ҡарт, бейәләйҙәрен һалып, килеп күреште.
– Ней, Булат ағай, бер секретный йомош бар ине... Һиндә клубтағы теге кинобудканың асҡысы була торғайны. Шуны биреп тор әле!
– Ҡайҙалыр ятырға тейеш, иҫләп, эҙләргә кәрәк. Ә һиңә нимәгә ул? Ниңә завклубтан һорамайһың? Белеп ҡалһа, мине әрләй бит ул...
– Ну, бик кәрәк, Булат ағай! Завклуб бөгөн өйҙә юҡ, белмәй ҙә ҡалыр! Күп булһа, бер-ике сәғәткә генә. Һуңынан үҙеңә шунда уҡ алып килеп бирәм, – Ришат ҡартҡа ялбарып ҡараны.
– Кәнишнә, берәй оҙон сәскә кино тураһында лекция уҡырға йыйынмайһың – уныһы факт! – Булат ҡарт мут йылмайҙы, – ҡара уны, килен белеп ҡалмаһын!..
– Теләһәң, әллә нимә уйла, Булат ағай! Тик асҡысыңды ғына биреп тор! Әйттем бит, ундағы уҙған быуат аппараттарына ҡағылмайым да.
– Уҙған быуат булһа ни. Улар әле эшкинә, берәй ваҡыт кино ла күрһәтә башларбыҙ әле, һау булһаҡ. Донъялар гел ошолай хөрт тормаҫ. Ярай, хәҙер...
Ришат Булат ҡарттан асҡыс алып ҡайтыуға, Әҡлимә эшенә киткәйне. Аш-һыу бүлмәһендә, өҫтәлдә, таҫтамал менән ябып, ашарына ла әҙерләп ҡалдырған. Тик Ришат аҙыҡҡа ҡағылманы. Бөгөн Ләйлә менән район үҙәгендә, һәр ваҡыттағыса, кафела туҡланғайны.
Тышта нығыраҡ ҡараңғы төшкәнен көткәндә Ришат бөгөн кафела етәксеһе менән булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө.
– Күптәнән “тегендә” барғаныбыҙ юҡ. Һин минән һыуына башланың, Ришат! Ҡаланан да тиҙерәк ҡайтырға ашығаһың, – тине Ләйлә, уға үпкәле ҡарашын ташлап. “Тегендә” тигәндәре Ләйләнең ҡалалағы бикле торған бер бүлмәле фатиры ине.
– Юҡ! Нишләп?! Өйҙә эш күп, – ир, ҡуҙғалырға ваҡыт, тигәндәй, башын ситкә борҙо.
– Элек өйҙә эшең юҡ инеме ни? Миңә район үҙәгенә барырға кәрәкмәгәндә лә, ныҡышып алып китә инең. Теге ваҡыт һине ҡатыныңа туҡтаттырмаҫҡа кәрәк булған – шунан һуң һин ҡапыл үҙгәрҙең. Сихырлаған, тиерһең...
– Кем кемде сихырлағандыр – белмәйем, уныһы миңә ҡараңғы. Ысынлап, бөгөн эшем бар, Ләйлә!
Ләйлә дөрөҫ һиҙгән шул. Әҡлимәне ҡалаға ултыртып алып барғандарында Ришат, һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр, ҡатынына булған һалҡын ҡарашының йылына башлауын тойҙо. Юл буйына: “Өйҙән үк Әҡлимәне машинаға ултыртып алһам була бит инде, иртә менән район үҙәгенә китеребеҙҙе белә инем, һуңынан да Ләйлә әйткәс кенә туҡтаным, мәмәй!” – тип үҙен-үҙе битәрләне.
Ришат, кейенеп тышҡа сыҡҡас, йән-яғына күҙ һалып торҙо ла, мәҙәниәт йортона ыңғайланы. Унда барып еткәс, һаҡ ҡына баҫып, кино күрһәтеү будкаһының күтәрмәһенә менде. Боронғо ҙур йоҙаҡ, тутығып бөтһә лә, көслө ҡулдарға ҡарышмай, шунда уҡ асылды. Будка эсен өҫтәрәк, брезент менән ябып ҡуйылған киноаппараттар тәңгәлендәге стеналағы уйымдан, залдан төшкән ут яҡтырта. Ришат шунда күтәрелеп, сәхнәлә барған репетицияны күҙәтә башланы... Әҡлимә, пьеса буйынса, алыҫтан ҡунаҡҡа килгән әхирәте менән өҫтәл артында сәй эсә.
Әҡлимә: “Арыным мин был тормоштан, туйҙым! Үҙемде биктә йәшәгәндәй күрәм”.
Әхирәте: “Нисек инде биктә?! Бына бит, асыҡ ҡапҡанан, асыҡ ишектән килеп индем”.
Әҡлимә: “Өй ишеге асыҡ булыу менәнме ни... Нисә йыл инде бар тормошом, күңелем бығауҙа! Унда барма, бында йөрөмә, уға ҡарама!.. Ҡыҙмаса ҡайтһа, ҡул күтәрер булып китте. Күҙемдең күге саҡ бөтөп кенә тора, ә бынау яра уңалып та бөтмәгән әле” (ул, сәсен һыпырып, маңлайындағы яраны күрһәтә).
Әхирәте: “Интернеттағы фотоларығыҙға ҡарап, ҡайһылай былар матур йәшәйҙәр, бәхетле ғаилә, тип һоҡланған булам. Ниңә полиция саҡыртмайһың, участковыйға әйтмәйһең? Үлтереп ҡуйһа теге...”
Әҡлимә: “Фотоларҙа ғына түгел, кеше алдында ла шулай матур булып ҡылана. Ә полиция саҡыртһам, аҙаҡтан ысынлап та үлтерер... Әшәке һүҙҙәре, көсө менән генә йәберләһә икән... Һөйәркәләре менән маҡтанып йәнемде ҡыя. Кем иртә менән мунсала йыуынып эшкә китә?! Кем төндә хушбуй еҫе аңҡытып ҡайтып инә?!”
Әхирәте: “Башҡа кәңәш тә бирә алмайым шул, әхирәт! Йәш кәләш түгелһең, үҙең ҡара! Һы, ҡайһылай үҙгәргән! Элек, колхозда тракторҙа эшләгәнендә, бик әҙәпле күренә ине, ауыҙынан тыны сыҡмай торғайны”.
Әҡлимә: “Шулай ине лә ул. Колхоздар бөттө – эш юҡ, кеше боҙолдо. Кемдер эшҡыуар булып китте – күптәрен, киреһенсә, аҡса, байлыҡ боҙҙо. Ул да, ана, пилорамын асып, аҡса еҫен тойғайны, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе...”
Ришатҡа ары ҡатынының пьесалағы һүҙҙәрен ишетеү уңайһыҙ ҙа, ҡыйын да ине. Әйтерһең дә, Әҡлимә әхирәтенә бар эс серен сисеп, уның тураһында һөйләй. Әлбиттә, Ришат пьесалағы ир кеүек йыртҡыс үк түгел, эшкә лә иртә менән мунсала йыуынып сыҡмай. Шулай ҙа... Ҡатынын ул да йәберләй бит!..
Ришат төшөп, эскәмйәгә ултырҙы. Сәхнәнән тауыштар асыҡ ишетелә. Хәҙер унда Әҡлимәнең бизнесмен ире булып уйнаусы Рәсүл эштән ҡайтасаҡ. Ришат һағайып, тағы сәхнәне күҙәтергә кереште. Ана, машина туҡтаған тауыш ишетелде һәм бер аҙҙан "бизнесмен" килеп инде. Ул ҡунаҡ ҡатын алдында үҙен өлгөлө, ҡатынын ныҡ хөрмәт итеүсе, яратыусы ир итеп күрһәтеп ҡылана.
Рәсүл: “Һа! Беҙҙә ҡунаҡ бар икән дәһә, матурым! Ниңә сәй менән генә ауыҙ бысратып ултыраһығыҙ? Ултырт әле минең коньякты, аппағым!..”
Әҡлимә тыңлаусан ғына барып шкафтан шешә алған ваҡытта Рәсүл арттан килеп, уның биленән ҡосаҡларға, үбергә тейеш. Әлбиттә, әле, репетиция ваҡытында, үбешеп тормаҫтар моғайын... Ришат шулай ҙа ни булырын көттө. Рәсүл ҡатындың янына килеп, биленә ҡағылғайны ғына, Әҡлимә ҡулындағы сәй һалынған сынаяҡты саҡ иҙәнгә төшөрөп ебәрмәне:
– Һин нимә, ҡулыңды тый! – тип ситкә тайпылды.
– Һуң, шулай кәрәк бит, аҙаҡ нисек уйнамаҡ булаһың? – тигән булды Рәсүл, аптырап.
– Аҙаҡ та әллә һинең менән үбешеп торор тиһеңме?!
– Юу-у-уҡ! Еренә еткермәйенсә, мин уйнарға риза түгел. Нисәнсе тапҡыр инде, ҡоралай кеүек, яҡын да ебәрмәйһең. Ришатың менән уйна, улайһа! Мин ҡайттым! – Рәсүл, оҙаҡ инәлттереп торманы, кейенә башланы.
– Бер ҡосаҡлатып, бер үптереүҙән әллә нимәң кәмемәҫ ине әле, Ришатың да шартлап үлмәҫ! Шартлаһа, ысынлап та, үҙе уйнаһын! Белгән роле, – тине Әҡлимәнең әхирәтен уйнаусы ҡатын, тынлыҡты боҙоп.
– Уф, ну үлтер, ҡосаҡлата алмайым мин, етмәһә, башҡа ирҙәр менән үбешергә. Ришат уйнарға теләмәй шул, ваҡыты ла юҡ. Сценарийҙан был ерҙәрен алып ташларға тура килә инде... – Әҡлимә, бөгөнгә етте тигәндәй, ҡайтырға йыйынды.
Ришаттың ошо мәлдә, клубҡа барып инеп, ҡатынын күтәреп зыр әйләндергеһе, ҡосаҡлап үпкеһе, яратҡыһы килде. Был аҙымдан уны араларында үҙе тыуҙырған һалҡынлыҡ, саф мөхәббәтен бысратҡан хыянаты бейек кәртә булып тотоп ҡалды... Ул, ахырҙа, клубтағыларҙың барыһының да ҡайтып бөткәнен көтөп алып, кинобудканың асҡысын хужаһына тапшырыр өсөн, тәрән уйҙарға бирелеп, Булат ҡарттың өйөнә табан атланы.
* * *
Еңелсә генә ҡар һибәләй, саҡ ҡына ла ел әҫәре юҡ. Яңы ҡар, баҫҡан һайын шыж да шыж килеп, дәртлерәк атлатырға теләгән кеүек. Ришат күңеле менән тиҙерәк ҡайтып инергә, Әҡлимәгә хәл иткән ҡарарын әйтергә теләһә лә, ашыҡманы. Күпме ваҡыт ҡатынын бушҡа рәнйетеүен аңлап, уның алдында үҙен оло ғәйепле һананы. Ғәйептең дә ниндәйе һуң?! Сибәр етәксеһенә үлеп мауығып, уның ымһындырыуына ҡаршы тора алмай, мөхәббәттәрен ергә һалып тапаны... Әлбиттә, Әҡлимә лә, башҡа бер кем дә, был турала белмәй. Уларҙы бер тапҡыр ҙа хилафлы эш өҫтөндә күрмәнеләр, тотманылар... Тик нисәмә йыл бергә йәшәгән ҡатыныңдың йөрәге был турала һиҙмәгән тиһеңме? Тотолмаған бур булмаһа ла, Ришат үҙен бурҙың да буры итеп һананы. Ҡатыны менән нисек итеп йылыраҡ, яғымлыраҡ һүҙ башлауҙы күҙ алдына килтереп, өйөнә яҡынланы.
Әҡлимә Ришаттың һуңғы көндәрҙә ниңәлер шымып ҡалғанына аптырай башлағайны: элекке кеүек һүҙгә лә килешмәй. Әле ул, әллә ҡайҙа йөрөп, һуң ғына ҡайтып ингәс, ары нимә булырын көттө. Үҙе, компьютерҙан айырылмай, пьесаны төҙәтеүен белде.
– Нимә унда, роман яҙаһыңмы әллә? – тип һораны Ришат, кейемен һалып, түргә үткәс, ҡатынының ни менән шөғөлләнгәнен асыҡ белеп торһа ла.
– Юҡ, ниңә?.. – Әҡлимә теле асылған иренә, ҡапыл да нимә әйтергә белмәй, һорауға һорау менән яуап бирҙе. Шунан, Ришат башҡа өндәшмәй шымып ҡалмаһын берүк, тип, тиҙ генә һүҙен дауам итте: – Пьесаны төҙәтәм әҙерәк, килешмәгән ерҙәрен алып ташлайым.
– Ниндәй килешмәгән ерҙәрен? Күпме уйнап, бик тә килешә ине шикелле... Әҡлимә! Төҙәтмә бер нәмәһен дә... – Ришат ҡатынына исеме менән өндәшеүҙе күптән онотоп бөткәйне инде. Уның күңеле тулышты, ары һүҙҙе нисек дауам итергә белмәй, ҡарашын ситкә йүнәлтте.
Әҡлимәнең тәне буйлап электр тогы йүгереп үттеме ни, уға эҫе булып китте, мейеһе, энә менән сәнскеләгәндәй, зымбырлап, башы әйләнеүҙән күҙ алдары ҡараңғыланды...
– Ниңә, Ришат, ниңә төҙәтмәҫкә?.. Үбешкән ерҙәре һиңә лә оҡшамай бит. Һинеңсә, мин шул Рәсүлдән үптереп торорға тейешме?
– Тейеш түгелһең! Ә минән үптерер инеңме?..
– Ришат, һиңә нимә булған ул? Әллә эсеп ҡайтҡанһың инде?! – Әҡлимәнең йөҙөндә аптырау ҡатыш саҡ ҡына йылмайыу һыҙаттары сағылды.
– Нишләп эсәйем?! Эх, Әҡлимәм... – Ришат нимә әйтергә лә белмәй, яҡын килеп, күңеле тулыуҙан ҙур матур күҙҙәре еүешләнә башлаған ҡатынының алдына теҙләнде: – Кисерә алырһыңмы мине, йәнем?..
– Сеү, Ришат! Өндәшмә башҡа бер һүҙ ҙә, йәме, – Әҡлимә иренең сәстәренән һыйпаны. Үҙе һаман уның кинәт үҙгәреүенә ни иларға, ни шатланырға белмәне. Ире ҡапыл һикереп килеп торор ҙа, уның ике ҡулын ике яҡҡа алып ташлап, екеренә башлар кеүек тойолдо. Тик Ришат, киреһенсә, уға тағы ла нығыраҡ һыйынды, ҡулдары менән Әҡлимәне наҙлап иркәләне... Шунан ҡапыл, күҙҙәрен йомоп, күптән бындай ләззәт кисермәгән ҡатынын күтәреп карауатҡа алып барып һалды...
* * *
Ауыл халҡы, концерттарға хәҙер әүҙем йөрөмәһә лә, спектаклдәргә зал тултырып йыйыла. Күрше ауылдарҙың һәүәҫкәр әртистәре булһынмы, һирәкләп булһа ла ҙур ҡалаларҙың театрҙары килеп сыҡһынмы, ауыл клубы тамашасыға ҡытлыҡ кисермәне. Ә инде үҙ ауылыңдың халыҡ театры ҡуйған спектаклде, ялҡмай, ҡат-ҡат ҡарарға ла риза инеләр.
Ике йылдан ашыу элек ҡуйылған “Әсе яҙмыш” драмаһын да бөгөн ауыл халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Залда, урын етмәгәнлектән, стена буйлап эскәмйәләр ҡуйҙылар. Ауыл ерендә концерт-спектаклдәргә йәш сикләүе булмағас, килгән бала-саға сәхнә алдында иҙәнгә теҙелешеп ултырҙы.
Сәхнә артында Ришаттан да нығыраҡ тулҡынланған кеше булмағандыр был кистә. Әҡлимәгә спектаклдә ҡатнашырға ризалығын әйткән ваҡыттан алып үҙенең эске кисерештәрен ул үҙе генә белде. Ҡатыны Ришатҡа “кисерәм” тип әлегә әйтмәне. Бәлки, әйтмәҫтер ҙә... Йөҙөндә, аралары яйланғас, бәхет сатҡылары балҡыһа ла, күңелендәге боҙ иремәгәйне әле. Быны Ришат йөрәге менән һиҙҙе. Шуға күрә, спектаклдә кире ролде уйнаһа ла, уйыны менән ҡатынына һөйөүен нығыраҡ иҫбатларға мөмкинлеге бар. Ошо форсатты файҙаланып, кире роле ыңғай, йомшаҡ килеп сыҡмаҫмы бер-бер, тип тә борсолманы. Ришат өсөн иң мөһиме – ролендәге ҡыланыштары, һүҙҙәре түгел, ә күҙ ҡараштары менән ҡатынына үҙенең йөрәген асып биреүе, һөйөүен күрһәтеүе. Бөтә ауыл халҡы алдында. Тик Әҡлимә өсөн генә үҙе һайлаған ошондай ҡатмарлы ролде нисек башҡарыр бөгөн?! Шуға тулҡынланды Ришат...
Рәсүлде уйнамаҫҡа өгөтләргә кәрәкмәне лә. Һуңғы репетицияларға ул йөрөмәй ҙә башлағайны. Әле залда уның ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде. Күрәһең, эсеп килгән:
– Йә, баштайығыҙмы-юҡмы шунда? Нимә һуҙағыҙ? Үҙемде уйнатманылар ҙа...
Ришат шаршау ситенән залға күҙ һалды. Ҡапыл да ғына Рәсүлде тапҡансы, Ләйләне шәйләп алды. Ҡатындың ике күҙе – сәхнәлә. Уның был тамашаға килеүе тик Ришатты күреү өсөн генә икәнлеге сырайынан уҡ һиҙелеп тора. Сөнки Ләйлә һыуыҡ тейҙереүе арҡаһында аҙнаға яҡын эшенә сыҡмағайны. Икәүһенең араһындағы ҡайнар, онотолмаҫлыҡ осрашыуҙар хәҙер йөрәген генә өйкәп иҫтәренә төшһә лә, Ләйлә Нурулловна Ришатҡа тик йылы тойғолар ғына һаҡланы. Шоферының эштән китергә теләк белдереп яҙған ғаризаһын, үҙендә ниндәйҙер көс табып, йылмайып ҡына йыртып ташланы.
Бына спектакль аҙағына яҡынлашты. Ҡатын-ҡыҙ затына әүәҫ, шул уҡ ваҡытта үҙ ҡатынын тотҡон хәлендә йәшәргә мәжбүр иткән ауыл олигархы ролен Ришат оҫта башҡарҙы. Әҡлимә лә ихлас, бар күңелен һалып уйнаны. Бына иң көсөргәнешле мәл дә етте... Әҡлимәнең персонажы, иренән ҡыйырһытылып йәшәүенә түҙә алмай, үҙенә ҡул һалырға мәжбүр. Ҡайтып ингән ире уны үҙе элмәктән ысҡындырып ала, тик һуң инде...
Ришат: “Йәнем!.. Ни эшләнең һин?! Ни өсөн мине ташлап киттең? Аһ, мин йүләр, аһ, мин эт!.. Мин генә ғәйепле һинең үлемеңә, мин генә! Үҙемдең уйланмай эшләнгән ҡылыҡтарым менән һине бындай юлға этәреүсе тик мин генә... Ғәфү ит, кисер, кисер мине, йәнем!..
Ришат иҙәндә ятҡан ҡатынының күкрәгенә башын һалып илай. Ул үҙ роленә шундай бирелеп киткән, ысынлап тороп йәш ағыҙа. Әҡлимә, тамашасыға һиҙҙермәй генә күҙҙәрен асты ла, иренә шыбырланы:
– Йә инде, йә, тыныслан, бәғерем! Үлмәгәнмен бит.
– Үлмә! Үлмә, йәнем, бер ҡасан да үлмә! – тине Ришат та ҡатынының ҡолағына ғына.
Шаршау ябылғас та улар, бер-береһенең күҙҙәренә ҡарап, иҙәндә ултырыуҙарын дауам итте. Залдағы тамашасы, спектакль тамамланыуға ризаһыҙ кеүек, тәүҙә әкрен генә, унан инде көслө итеп ҡул саба башланы. Шаршауҙы ҡабат асырға ваҡыт еткәс кенә улар торҙо.
Ләйлә урынында юҡ ине. Күрәһең, Ришаттың Әҡлимәнең өҫтөнә теҙләнеп күҙ йәше түгеүе уның түҙемлегенә һуңғы сик булған, шаршау ябылғас та ҡайтып киткән. Нисек булһа ла, Ләйлә хәҙер Ришат өсөн ҡабаттан Ләйлә Нурулловнаға әйләнгәйне...
Әҡлимә менән ире клубтан сыҡты. Оҙон ҡыштан һуң ергә яҙ килеүен хәбәр итеп, еңелсә генә йылы ел иҫә. Ҡышҡы һыуыҡ бурандар артта ҡалды. Аҡман-тоҡман үтеп китһә, шаулап иретә лә башлар. Әҡлимә Ришатына нығыраҡ һыйынды. Ниндәй бәхет йәнәшәңдә иң яҡын кешеңдең бергә атлап килеүе! Бер ниндәй һыуыҡ та, буран да уны өшөтә алмаясаҡ хәҙер. Алда, ана, өйҙәре лә күренде. Тәҙрәләрендә әлегә уты янмаһа ла, ниндәй йылылыҡ бөркөлә унан! Үҙенә тартып торған йортҡа тиҙерәк ҡайтып инергә, асыҡтырған да бит инде, тиҙерәк өҫтәлгә әҙерләргә, тиҙерәк бөгөнгө тәьҫораттар менән уртаҡлашып сәй эсергә...
Эҫе тәндәре менән бер-береһенә һыйынышып, йоҡоға талып ҡына барғандарында Ришаттың телефоны шылтыраны.
– Эйе, тыңлайым, – тине Ришат йоҡо аралаш, ризаһыҙ ғына тауыш менән. Шунан ҡапыл һикереп торҙо: – Нисек, ҡасан?.. Әле төшөрҙөгөҙмө? Мин хәҙер...
– Нимә булған, Ришат? – Әҡлимә лә тынысһыҙланып башын ҡалҡытты.
– Ләйлә... аҫылынған... Әсәһе шылтыратты, – Ришат тиҙ-тиҙ кейенә башланы.
– Йә Хоҙай!.. – Әҡлимә башҡа һүҙ таба алманы. Ире киткәс, халатын эләктереп, арлы-бирле йөрөнө, тәҙрә янына барҙы.
Күп тә үтмәй, Ришаттың ҡара “Волга”һы, салонына әле иҫенә килә алмаған Ләйләне һалып, ҙур тиҙлектә район үҙәгенә ҡарай елә ине...
Аҙағы.