-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ноябрь 2021, 18:00

БӨРКӨТ Хикәйә

О, был күҙҙәр! Бына-бына тәгәрләп китер терегөмөштәр мени... Япраҡтағы һуңғы таңғы ысыҡтың, ҡояш нурҙарының наҙлы иркәләүенә ләззәтләнеп, йоҡо урындығынан һикереп төшөргә торғандай, саба яуған ямғырҙан тәҙрә быялаһы буйлап кемуҙарҙан уҙышҡан ямғыр тамсыларылай күҙҙәр. Уларҙа бөтә донъя сағыла. Был күҙҙәрҙән ҡарашыңды алһаң, ысынбарлыҡтағы иң мөһим нәмәне аңлай алмай ҡалырһың да әллә ниндәй ҡәҙерле әйбереңде мәңгегә юғалтырһың төҫлө.

БӨРКӨТ Хикәйә
БӨРКӨТ Хикәйә

      О, был ҡараш! Ер йөҙөндәге бөтә һағышты йыйып ошонда һыҡҡандар. Һүрелергә торған өмөт сатҡылары ла, кешелеккә төбәлгән нәфрәт уҡтары ла, тормошҡа сырмалған һөйөү нурҙары ла сағыла уларҙа. Зәңгәр күккә ҡарағанда ҙурайып киткәндә күпме зар, күпме әйтелмәгән һүҙҙәр йәшеренгәне күренә. Был ҡарашта йөҙйәшәр аҡһаҡалдың сабырлығы, донъяға ауаз һалған сабыйҙың сафлығы, бөйөк әсәнең наҙы, ҡыйыу ир-егеттең саялығы, зифа буйлы һылыуҙың тыйнаҡлығы ла бар. Әммә ул күҙҙәргә тура ҡарау, был ҡарашты күтәреү мөмкин түгел. Ул ҡараш һине күҙәнәктәй бәләкәсәйтә, мөмкин булһа берәй тишеккә инеп китерлек хәлгә индерә, кешемен тип башыңды юғары күтәреп йөрөгән ереңдән ергә төшөрә, әйтер һүҙеңде, уйлар уйыңды оноттора. Шул уҡ ваҡытта эске донъяңды ҡырҡа үҙгәртә, йәшәүҙең йәмен, һәр көндөң, минуттың тәмен тойҙорта, бығаса булмаған уйҙар донъяһына сумыра.

      – Һатығыҙ миңә был бөркөттө! – туп-тура атлап барып ҡырҡа һораған талап-һорауым зоопарк хужаһын ғына түгел, тамаша ҡарарға, йәнлек-хайуандарҙың тәбиғи булмаған ыҙалы тормошонан ләззәт алырға килгәндәрҙе лә аптырауҙа ҡалдырҙы, ахырыһы. Миңә өндәштеләрме-юҡмы тип яһалма йылмайыу аша ҡунаҡтарына күҙ һалған хужа аңына-тоңона төшөнгәнсе, талап-һорауымды ҡабатланым:

    – Һатығыҙ миңә был бөркөттө! – Был берәй еңеләйгәнерәк кешеме әллә тип бер миңә, бер ерҙә торған ситлектәге бисара ҡошҡа күҙ ташлағас, ауыҙы май ҡояшылай йылмайып ебәрҙе.

     – Ә-ә-ә, уны әйтәһегеҙме ни? Алығыҙ. Списанный тауар бит ул, эргәһенә барыуы ерәнес уның хәҙер, урын алып, донъя һаҫытып ултырғансы, гиеналарға бер һоғонорлоҡ ризыҡ булыр тип тора инем әле.

     Был әҙәмдең башҡа һүҙҙәрен ишетмәнем. Тәнем буйлап ҡайнаған ҡандың сикә тамырҙарымды ҡыҫыуынан, ҡаршымда торғандың боғаҙына барып йәбешеүҙән тыйылып, булған аҡсамды һондом да ситлеккә йүнәлдем. Ҡаршыма осраған кешеләр етәкләгән балаларын минән ҡаплап, тайпылышып ҡалдылар. Күҙҙәрем баяғы бөркөттөң күҙҙәреләй күсәренән ысҡыныр ҙа мал еҫе һеңгән зоопарк урамы буйлап тәгәрләп китерҙәй тойолдо. Етеҙ атлап был гонаһлы ерҙән китергә ашыҡтым. Бер яҡ мөйөштә буйы ла, киңлеге лә, бейеклеге лә бер метрҙан уҙмаған ситлекте ҡулыма эләктерҙем дә аяҡ аҫтымдағы ер уйылып китмәҫ элек аҙымымды йышайттым. Тиҙерәк, тиҙерәк...Китергә, алып ҡасырға...Меҫкен ҡошто мәхшәрле ҡала урамдарынан алып ҡасҡым килде. Тимер атыма тейәп, тыуған яғыма, тауҙарыма, урмандарыма елдерҙем. “Списанный тауар”, “гиеналарға һоғонорлоҡ” тигән һүҙҙәр мейемдән аяҡ быуындарыма төшөп газға баҫтылар.

     Ниһайәт, бына хуш еҫле сәскәләрен елдә елберләткән, шифалы үләндәрен ҡояшта иркәләткән, күбәләктәрен бейеткән болонло тау итәгенә килеп еттек. Ситлекте ергә ҡуйып, уның тутыҡ баҫҡан ишеген астым. Тамағымдағы төйөндө саҡ йотоп:

– Әйҙә, ҡошҡай, ос иреккә. Күкрәк тултырып һула һауа, анау бейек ҡаялы тауға мен. Һинең урының шунда.

     Ашыҡманы бөркөт. Тар тимер ситлектә оҙаҡ ултырыуҙан сей яра булып бөткән ҡанаттарын сабыр ғына арҡаһына һалып үләнгә баҫты. Әллә тәбиғәттең гүзәллегенән, әллә ҡаршылағы тауҙың бейеклегенән, ситлектән иркен ергә сыҡҡанға тулҡынланыпмы,ул сайҡалып ҡуйҙы. Йомшаҡ йәшел бәрхәткә ҡыймай ғына терәгән яралы тәпәйҙәрен алмаш-тилмәш күтәреп бер урында тапанды. Яңы ғына тыуған ҡояшҡа кибеп тә өлгөрмәгән ысыҡты суҡышы менән тәмләп ҡараны ла тәпәйҙәренең яраһын уларға йыуып уңалдырғандай булды. Шунан, ниһайәт, ҡандары уҡмашып ҡатҡан яралы ҡанаттарын йәйеп рәхәтләнеп һелтәне лә төпһөҙ зәңгәр күккә ҡараны. Шул ваҡыт күҙҙәрендәге ҡатып ҡалған терегөмөштәр ҡаурыйҙары буйлап ергә тәгәрләне.  Йәйелгән ҡанаттарҙың мөһабәтлегенә, ғәйрәтлегенә иҫең китер! Төйөрөлөп арҡала ятҡанда ғына уларҙың ни тиклем ҙур, көслө икәнен тоймайбыҙ икән дәһә! Бер туҡтауһыҙ һелтәгән ҡанаттарҙан эргә-тирәләге сәскә-үләндәр ергә һылашып, күбәләктәр ҡанат еленә тирә-яҡҡа һирпелешеп бөттө. Ә бөркөт туҡтаманы! Ул, тәпәйҙәренең яраһын да онотоп, болон буйлап йүгереп йөрөргә тотондо. Бына, бына осоп китер! Юҡ, ул османы. Ул сабыр атлап ситлек эргәһенә атланы.

     Мин был күренештән хайран ҡалып, күҙ йәштәремде тыя алмай бер ситтәрәк торам. Һәлмәк баҫып бөркөтөм ҡаршыма килеп баҫты.

– Рәхмәт, туғаным. Һин мине был донъялағы иң бәхетле йән эйәһе иттең. Эйе, иң бәхетле. Ҡурҡма. Мин – Салауат.

     Аптырауҙан асылған ауыҙыма, шарҙай булған күҙҙәремә бер һирпелеп ҡараны ла, юлдашым дауам итте:

– Эйе мин һеҙҙең батырығыҙ Салауат. Ғүмеремдең яртыһынан күберәген тотҡонда, бығаулы аяҡ-ҡулдар менән үткәргән өсөн Хоҙай мине бүләкләне. “Ғәзиз Башҡортостаныңдан алыҫ йәшәһәң дә, һин бер минутҡа ла тыуған халҡыңды, ғәзиз телеңде, моңоңдо онотманың. Бер ҡасан да иреккә сығыуҙан өмөтөңдө өҙмәнең, рухың һынманы, халҡыңа һәм илеңә хыянат итмәнең. Шуға ла һине бүләкләйем. Мин һине тыуған ереңә өс тапҡыр ҡайтарыра вәғәҙә бирәм. Тик кеше ҡиәфәтендә ҡайтара алмайым. Һыуҙан балыҡ булып, ерҙән бүре ҡиәфәтендә, һауанан бөркөт һынында ҡайтып күрерһең төйәгеңде”, – тине.

     Тотҡондоң тәүге минутынан саң бөртөгө булып булһа ла тыуған ауылымды, тамсы булып ғәзиз балаларымды, елдәй генә иҫеп туған халҡымды, мәғрур тауҙарымды, икһеҙ-сикһеҙ яландарымды, шифалы йылғаларымды күрергә хыялланған кешегә был кисереп бөтмәҫ шатлыҡ, әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхет ине.

     Ишеткән-күргәндән ергә ултыра төшкән әңгәмәсеһенә Бөркөт һөйләүен дауам итте.

– Балыҡ булып ҡайттым йылға-күлдәремә. Башҡортостанымдың бөтә йылғаларында ла йөҙөп, милләттәштәремдең тын алышын тыңлап сыҡтым. Йылҡылары сыңраған тирмәле йәйләүҙәрен күреп шатландым, көтөүселәр уйнаған ҡурайымды тыңлап моңландым, зифа буйлы һылыуҙарымдың сулпыларын сыңлатып һыуға барғандарында йөҙҙәренә ҡарап хисләндем, күкрәк ярып сыҡҡан моңдо Урал тауҙарына яңғыратҡан йырсыларҙы тыңлап үкһеп-үкһеп иланым.

     Әммә халҡым яҙмышы, уның әленән-әле азатлыҡ өсөн яуға күтәрелеүе, баһадир егеттәрҙең яуҙарҙа баш һалыуы, ҡанымдың һәр тамсыһында азатлыҡ өсөн көрәш рухы булғанғамы, был ғәҙелһеҙлеккә битараф ҡала алманым. Башҡортомдоң ҡаны йылға булып аҡҡанда өнһөҙлөктән сыҙай алмай ярға һикереп сыҡҡан саҡтарым да булды.

     Бер нөктәгә төбәлеп тынып ҡалды Бөркөт. Шунан тауышын көсәйтеп:

– Любезники. Любизар, маладис, маладис! – тип ҡайтып төштө төньяҡ амурҙары! Европаны шаулатып, мәргәнлектәрен күрһәтеп, таһыл башҡорт батырҙары булыуҙарын дәлилләп ҡайтты улар. Һоҡланмау мөмкин түгел! Ҡаһым кеүек батырҙар барында йәшәр халҡым, үлмәҫ милләтем, һаҡланыр ерҙәрем тип тынысландым.

     Икенсе ҡайтҡанымда бүре булып тыуған тупрағыма баҫтым. Һәр яланын, болонон, тауҙарын иңләнем Уралымдың. Хуш еҫле болондарында аунаным, ҡаялы тауҙарҙың һәр ташына баҫып үттем, бер һыртты ла ҡалдырмай, туйғансы йөрөнөм дә йөрөнөм. Ғәзиз төйәгемдең һәр ағасын, үләнен, сәскәһен һөйөп уҙҙым, ҡоштар тауышына иҙерәп йоҡланым. Уралымдың һандуғасы ла бит минеңсә һайрай! Йүкәләрҙең сәскә атҡан мәле һуң! Донъялағы бер еҫ тә йүкә балының еҫе менән ярыша алмай. Егәрле бал ҡорттарының гөжләүенә күмелгән йүкәлектәр үҙе мөғжизә бит. Йылдың бер миҙгелендә генә була торған мәл.

     Халҡымдың белемгә ынтылыуын күреп шатландым. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” – тигән белем байрағын күтәргән егет-ҡыҙҙарға һоҡландым. Белеме бар биште еңер, тигәндәй, аң-белемгә тартылғандарҙы, наҙанлыҡтан ҡасыусыларҙы хупланым.

     Батша ерҙәрен яҡлап һуғышҡа күтәрелгәндә ҡырылған баштар йөрәгемә тыныслыҡ бирмәне. Иң аҡыллы, иң көслө, иң яуаплы башҡорттоң яу уртаһында батырлыҡ күрһәтеүе халыҡтың данын арттырҙы, әлбиттә. Һөттөң өҫтөндәге ҡаймағы һөҙөп алынды бит – шуныһы ҡыҙғаныс...

     Бөйөк Ватан һуғышы булһынмы ул, Афғанстан, Чечен һуғышы булһынмы, һәр ҡайһыһында беҙҙең ут йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ егеттәребеҙ алғы сафта булды бит.

     Шуныһына ҡыуанам. Һәр осорҙоң үҙ батырҙары, әйҙәүселәре, аҡыл эйәләре тыуып тора. Батыр булыу өсөн мотлаҡ һуғыш булыуы кәрәкмәй. Тыныс тормошта ҡаһарманлыҡ күрһәтеү күпкә ауырыраҡ, туғаным.

     Бөркөттөң ҡарашы тағы моңһоуланып, бер нөктәгә төбәлде. Ашыҡтырманым. Көттөм. Баяғы зоопактағы күҙҙәр һәм ҡараш әйләнеп ҡайтты әңгәмәсемә. Ауыр тынлыҡ. Ниһайәт, Бөркөт телгә килде:

– Бөркөт булып ҡайтыуыма сикһеҙ шатланғайным мин. Тотҡонда саҡта ҡош булып Башҡортостаныма ҡайтырға хыялланғанғамы, был ҡайтыуымды ашҡынып көттөм. Әммә...Ҡайткас тыуған ерҙәремде таныманым, ғәзиз халҡымды аңламаным. Йылғаларым һайыҡҡан, шишмәләрем ҡороған. Урмандарымда кәкре-бөкрө ағастан башҡа түңгәктәр генә һерәйеп ултыра. Яландарымда көтөү-көтөү йылҡы-ҡуйҙар юҡ. Ямантауыма яҡын да килергә ярамай, тауҙарыма юғалыу янай. Ә халҡым? Ғаиләләрҙә бишек йыры яңғырамай, киләсәк быуын ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшмәй, тимәк телем күгендә балта уйнай. Һуғышта шул тиклем кәмемәгән халҡым тыныс тормошта юҡҡа сығып бара бит. Ә ҡырағай йәнлек-ҡоштарға ниндәй ҡараш? Кеҫәләрен ҡалынайтыр өсөн әҙәм иректә тыуып рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында үҫер йәнлектәрҙе ситлеккә бикләп аҡса эшләйҙәр. Бына бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ Арыҫландың йәнлектәр батшаһы икәнен. Тере йәнлек аулап иркенлектә йөрөр Арыҫландың рухын нисек һындырғандар?! Һаҫыған ит, үлгән бесәй йә эт ите менән туҡлана бит. Ә ни өсөн? Кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайтыр өсөн дә нәфсеһен ҡандырыр өсөн. Кешелек үҙенә соҡор ҡаҙа. Тәбиғәт һәр нәмәне кәрәк булған өсөн яралтҡан. Берәй ҡасан Еребеҙ ғәрлегенән күсәренән ысҡынып китмәҫ тимә.

      Бөркөт талпынып һауаға ҡараны. Ҡараштары алыҫҡа уталды.

– Ярай, туғаным, хуш, миңә ваҡыт. Һиңә рәхмәт! Илебеҙҙә һинең кеүек битараф булмаусылар барында өмөтөм һүнмәне әле. Мә, бер ҡаурыйым, илемдә ҡалһын, һаҡла уны. Тыуыр быуындарға рух, милләттәштәремә дәрт-дарман, телемә именлек, халҡыма аңлылыҡ биреп торһон. Заманында “Мин киткәнгә илап ҡалмағыҙ, тыуыр әле ергә батырҙар”, – тигәйнем. Бөтә көсөмдө, ырыҫымды, дәртемде, йәнемде һеҙгә ҡалдырып китәм!

 

    – Балам, уян, тор! Ҡояш танауыңды ҡытыҡлай ҙа башлаған бит. Ана, ағайың ҡанатланып етенсе күктә осоп йөрөй. Бөгәсә таңға улы тыуған! Шатлығы эсенә һыймай. Салауат тип исем ҡушам ти.

“Салауат...Бөркөт...Төш...”

Автор:Әлиә САМАТОВА.
Читайте нас: