-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ноябрь 2021, 20:00

ПРОВАЛИСЬ! Хикәйә

Ҡәйнәм килен сәйенә ҡатындарҙы йыйып, ҡунаҡ итте, күренеш таратты. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы – китте ҡунаҡ күрһәтешеүҙәр! Изге йола! Береһе төшкө сәйгә алһа, кәкрегә икенсеһе, шунан, киске сәйгә миңә инеп ҡайтығыҙ, тип өсөнсөһө сират ала.Сәйгә генә тиҙәр ҙә туҡмас һалалар, бал менән һыйлайҙар. Бына әле Өмөс инәйҙән сыҡтыҡ. Бар хәленсә матур итеп табын әҙерләгән: тауыҡ салдырған, туҡмас ҡырҡҡан, картуф бешергән, тоҙло балыҡ ултыртҡан. Өс шешә лимонад һатып алып, өҫтәлгә теҙеп сыҡҡан – бал эсмәгәндәргә, тип.

ПРОВАЛИСЬ! Хикәйә
ПРОВАЛИСЬ! Хикәйә

– Лиман эсегеҙ, лиман, – тип өҫтәлдең башында тороп һыйлап, күстәнәс өләшеп ҡайтарҙы.
– Иртәгә төшкөлөккә миңә килегеҙ һәммәгеҙ ҙә, – тип Сәбилә исемле матур ғына апай саҡырҙы. Бүтәндәренең исеме иҫтә ҡалманы, ә был һылыу апайҙың исемен онотманым – мәрхүмә инәйемдең исеме Сәбилә...
Ҡәйнәм бөгөн сәсен тарап, кәрзинкәләп үреп ҡуйҙы, иң матур яулығын ябынды, кисә галуш кейеп йөрөгәйне, бөгөн оҙон ойоҡ кейеп, туфлийын эҙләп алды. Эре ҡыҙыл мунсағын тағып, һабантуйға барған һымаҡ ҡупшы итеп кейенеп сыҡты.
– Ҡайның ҡайтып инмәҫ элек тая һалайыҡ.
Табаға вермишель ҡурып, кисә Өмөс инәй күстәнәс тип биргән тауыҡ ботон вермишель араһына сумдырҙыҡ та, кәстрүле менән ҡаймаҡты өҫтәлгә ҡуйып, самауырҙы ҡайнатып ултыртып, ҡастыҡ.
Иртәрәк тә килдек шул – бер ҡунаҡ та юҡ, ситке өйҙөң урындығында ултырып торҙоҡ. Әсәйҙәренә оҡшап торған ике һылыу ғына ҡыҙыҡай оялышып ҡына йөрөп, өҫтәлгә ризыҡ ташыйҙар: йыуаса, вәринйә, кәмфиттәр, ыуаҡлап бешергән икмәк, картуф менән ит индереп, ике урынға ҡуйҙылар.
Өйҙәре бигерәк ҙур ҙа, матур ҙа, яҡты ла.Тәҙрә төптәре һайын тамсы гөл дә, һәр бер гөлө шау сәскә булып, өйҙө уғата йәмләп ултыралар.
Табын әҙер булыуға, бүтән ҡатындар ҙа килеп бөттөләр. Хужабикә табынға саҡырҙы.
– Әйҙә, хуш, үтеп ултырығыҙ, ризыҡ һыуынып китер. Төшкө аш мәле, асығып та киттегеҙ инде.
Өмөс инәйгә иң түрҙән урын бирәләр, ул иң хөрмәтле ҡунаҡ – ауылдың кендек инәйе.
– Бисмилла итеп башлайыҡ, – инәй рөхсәт бирә.
Сәбилә апай ҙур ашлы табаҡты өҫтәл уртаһына ҡуйып, ҡунаҡтарға мул ғына итеп аш өләшеп сыға.
– Етешеп ултырығыҙ барыһынан да, ит, ҡорот, бына борос, эсәк кем ярата, ашап ултырығыҙ әле. Ҡара, бер ҙә ашамайҙарсы. Туймаҫ элек балымдан ауыҙ итегеҙ әле. Тәмле генә.
Апай стакандарға бал ҡоя.
– Йырҙап бирһәң, эсәбеҙ,килен, – Өммөгөлсөм инәй инәлтеп ултыра.
– Шулай тей ҙә тора. Апый, мин йәш саҡтағы кеүек йырлай ҙа алмайым, тыным етмәй...
– Тының да етәсе. Төнә һабантуйҙа былаялай йырлап тора инең. Мәғфирә Ғәлиева  килгәнме тиһәк, үҙебеҙҙең һандуғас, миш.
– Ярай, улайһа... – Сәбилә апай ризалаша – бына еңгәйем киленле булып, беҙҙе килен сәйенә йыйып алды, рәхмәт. Йәштәр мөхәббәтле булһын. Ҡайны-ҡәйнәһенә хөрмәт күрһәтеп йәшәһендәр.
– Шулай, шулай, шулай булмаған ҡайҙа ул... – тиеште бүтәндәр.
Сәбилә апай йырлап ебәрҙе бит! Ул моң, ул көй ҡайҙан сығалыр? Апайҙың моңона – һандуғас, һылыу йөҙөнә ай үҙе көнләшәлер!
– Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы,
Сәлимәкәй, ҡара ҡашыңа...
– Үәй, үәй, үәй, – тиеште апайҙар.
Ҡәйнәм дә матур итеп йырланы, хатта күҙҙәренә йәш килде.
Аҙаҡ таҡмаҡ әйтешеп, бейешеп, маз булып ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡәйнәм ҡапҡаны асҡайны ғына, бейек, матур ғына ағай инеп килә икән, икәүләп бәрелешә яҙҙылар ҙа бер мәл генә бер-беренә ҡарашып торҙолар...
– Бына утыҙ йыл килен булып торам ошо ауылда, Сәбиләнең миңә, минең уларға барыуым тәүге тапҡыр. Бер-беребеҙҙең дыбурҙарына тәүләп аяҡ баҫыуыбыҙ. Әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ...
Ҡабат бер ни өндәшмәй атланы.
Ҡунаҡ күреүҙәр тамам булып, һыҙыра эркет йыйылып киткән дә, ҡәйнәм һөтлөктәге усаҡҡа ут яғып, ҙур ҡаҙанда эркет ҡайнатырға булып китте.
– Бар әле, килен, мәгәзиндән тоҙ ғына барып әпкил, тоҙ бөткән икән, бынауы икмәкте баҫа һалайым. Осоп йөрө. Магазинда кеше арыу ғына. Сәбилә апай килгән, илаған, танауын тартып-тартып ала, аҡ туҡыма үлсәтеп, ҡырҡып торалар, ике ҡатын ҡулъяулыҡ һанап алып торалар.
– Төндә үтеп китте Кәлимулла ағайың, – тип һатыусы апайға һөйләп тора.
– Килен, нимә алаһың, – һатыусы миңә ҡарай.
– Тоҙ ғына алып китәйем, тигәйнем, ярай, көтөрмөн...
– Ал әйҙә, үт былай.
Тинлектәремде һуҙам да тоҙомдо алып йүгерәм.
– Ҡалай һуҙылдың, килен. Өлгөрә алмайым. Самауырыңды баҫ, ҡайның төшкө сәйгә ҡайта, самауырҙы апар ҙа икмәк телә һал.
– Теге ней...Сәбилә апай тора ине магазинда, илаған...Кәлимулла ағаймы шул... үлеп ҡалған, ти, кәфенлек алып тора ине, – елтерәтеп самауырҙы аласыҡҡа алып инеп китәм.
Ҡайным ҡайтып инә лә, ҡалпағын сөйгә элеп, өҫтәлгә яҡынлай.
– Ҡайҙа ҡәйнәң?
– Эркет ҡайната...
– Бар әйт, инһен, сәй яһап эсерһен. Эркетте үҙең ҡара.

Сығып йүгерәм.
– Ҡәйнәм, һине ҡай... – ә ҡәйнәм илап ултыра,– ҡайным саҡыра сәй яһарға...
– Яһап эсһен үҙе. Самауыр ултыра бит. Икмәкте үҙең баҫ. Эркеткә тоҙ һал, тиҙерәк һарҡыр... Мин Кәлимулланы күреп киләйем...
Ул арала ҡайным сыға.
– Сәй ҙә булдымы тамаҡ, лүтче ысталауай ашаһам... Икәүләп өлгөрмәйһегеҙ.
– Кәлимулла китеп барған, мин шунда барып киләм, һин бармайһыңмы?
– Ҡайһы Кәлимулла?
– Шул бер Кәлимулла инде, Сәбилә бикәстең. Ҡайһы Сәбилә, тип һора ишеү, – ҡәйнәм илап тора һаман.
– Йөрөмәйем. Һин дә шаг аттамайһың.
– Шулайтырмын бына.
Ҡайным ҡәйнәмә ынтылып,ҡулынан тоторға иттеме, ҡәйнәм минең яҡҡа шылды.
– Әйҙә, ынтыл килен алдында, эшәнмәһәң...
Ҡайным ҡаты итеп берҙе һүгенде лә ҡапҡаны шартылдата ябып сығып китте. Ҡәйнәм тыштағы умывальникта битен йыуҙы ла өйгә йүнәлде.
Төнләтеп кенә икмәк һалып алып торһам,ҡәйнәм ҡайтты. Һыйырҙарҙы тартып инде.
Икенсе көндө Кәлимулла ағай мәңгелек йортона күсте. Ҡайным ҡәбер ҡаҙырға ла, хушлашырға ла барманы.
Минең өсөн йомаҡ булып ҡалыр ине ошо ваҡиға...
Бесәнгә төшөр алдынан, ат буш саҡта тип, күрше ауылдағы оло ҡәйнәм менән оло ҡайнымдарға хәл белергә барҙыҡ. Олатай ҡапҡаны ҙур асып ҡаршы сыҡҡайны ла, оҙаҡҡа килмәнек, атай, атты туғарып торма, тип ҡәйнәм күстәнәстәрен күтәреп инеп китте, олатай аттың алдына тас менән һоло килтереп ҡуйҙы, дилбегәне рәшәткегә бәйләп ҡуйҙы, арҡалыҡты бушатты.
Ҙур икмәк, сәй, кәмфит, ҡорот һалып алғайныҡ күстәнәскә тип. Оло ҡәйнәм теремек кенә, урындыҡҡа сәй әҙерләп ташланы. Олатай түргә менде.
– Беҙҙең ауыл хәлдәрен ишеткәнһегеҙҙер, – ҡәйнәм һүҙ башланы.
– Кәлимулланың вафатын ишеттек... Әрәм булған йәш көйө, – олатай шулай тине.
Ҡәйнәм сеңләп иларға кереште.
– Ҡуй, етәр, балам, тым тим, – оләсәй тыйырға итә.
– Нишләп кенә мине Кәлимуллаға бирмәнегеҙ ул, әсей? Атый? Әәәәй, Аллаҡайым... – ҡәйнәм тыйыла алмай шул.
– Ана, атаңдан һора. Ҡуй әле, тым, бына! Мәрйәләр шикелле... Ҡәйнә булып ултыра берәү. Кеше абышҡаһын уйлап...
– Кешенеке түгееееел. Э-эй...
Сәйҙең рәте китте, олатай сынаяғын түңкәрҙе лә  ауыр итеп һулап сығып китте:
– Ғәйеп миндә, балам...
– Эс сәйеңде, балам. Һыуытып бөтөрҙөң.
– Был тиклем дә ҡаты булды атам миңә, унан ҡаты Ғүмәр кейәүегеҙ. Исмаһам, ҡәбергә лә барманы, һуң, Сәбилә менән аталаштар ҙа баһа. Туған хаҡы бар бит.
Өләсәй һүҙ башланы:
– Утыҙ туғыҙынсы йыл ине. Һинең бишең саҡ тулған. Атаң колхузда быргадир ине. Кәлимулланың атаһы Әхмәтйән менән Ғүмәр кейәүҙең атаһы Ибрай арҡыры баҫыуҙа трактор менән ер һөрә инеләр. Әхмәтйәндең төрәне онталып, хөкүмәт мөлкәтен ҡыйратты, сәүиткә ҡаршы килде, дошман тип, Әхмәтйәнде һөргөн ебәрҙеләр.Ошо Ибрай йөрөнө тырышып. Ибрайҙың ҡатыны Сәйҙә – Әхмәтйәндең ҡарындашы:
,,Ағайымдың башын ашаның", – тип илағандыр инде, бахыр ғына, Ибрай шул ҡатынын ат дуғаһы менән һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, ҡыуып ҡайтарып ебәрҙе. Ғүмәр улы менән имсәк балаһы Ибрайҙа ҡалдылар. Имсәк кенәһе тулышып, Сәйҙә килен балаһын имеҙергә килә, ҡапҡа аша ғына ҡарап илап тора, имеҙергә бирмәй Ибрай. Бахыр ул килен нисек аҡылынан яҙмағандыр? Бер Хоҙайға ғына билдәле. Теге бала үлеп ҡуйҙы.
Шунан Ибрай Сәлимә тигән ҡыҙҙы алып торҙо, ҡырҡ беренсе йыл Сәбилә тыуҙы. Сәлимә килен дә иртә генә китеп барҙы...
Шунан ана һуғыш ҡалҡып китеп, атаң китте һуғышҡа, Әхмәтйән дә һуғышҡа алынған, Ибрай ҡалды колхузда, бисәләрҙе туҡмап эшләтеп йөрөнө.
Әхмәтйән дә миҙалдар тағып ҡайтты, атаң да.
Кәлимулла әллә күпме килде һоратып, Әхмәтйән дә килде – атаң ҡаршы булды.
Шунан ана Ибрай малайына биреп ебәрҙе.
Балам, атаңа, миңә рәнйергә хаҡың бар... Ғүмәр кейәү әсәйһеҙ генә үҫкәс, йәлләгәндер ҙә атаң, әллә инде, валлаһи ғәләм.
Ана, Ибрай ҙа, Әхмәтйән дә ысын донъяла яталар.
Шулай күңелһеҙ һөйләшеүҙәр булды. Ҡәйнәм тынысланды, самауырҙы яңынан терелттек.
Шунан ҡайтырға сыҡтыҡ.
Бәләкәй генә кисеүгә килеп еткәйнек, ҡәйнәм һүҙгә килде.
– Ошо ҡәҙимге ҙур ғына йылға ине мин Ғүмәргә кейәүгә сыҡҡанда. Ҡаҙҙарҙы һыуға ҡыуып килә инем, бер һыбайлы ҡаршыма елеп килә, Кәлимулла мәрхүмкәй, ниңә ризалығыңды бирҙең Ғүмәргә тип, мине уңлы-һуллы сыбыртҡылап китте. Ауыртыуын һиҙмәнем дә, тойманым да.
Көнөнә биш сыбыртҡы эләгеп торһа ла түҙәр инем, Кәлимуллаға яҙманым шул!
Биш йылдан һуң Сәбиләне кәләш итеп алды. Һылыу ҙа ине шул Сәбилә.
Шулай үкенесле был донъялар. Ҡайның үтә ҡаты. Бына һин дә иң тырабыз улыбыҙға килен булдың, төҫө миңә тартһа ла, холҡо тас ҡына атаһыныҡы.
– Но, малҡай!!! Сыбыртҡы ҡайҙа ул, ҡәйнәм?
– Ҡай,ҡыуалама, яйлап ҡайтайыҡ.
– Ҡайным туҙыныр бит.
– Туҙынһын... Провались !!!

Һүрәт: "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" порталындағы Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтең "Ғәлимә әбей! тигән картинаһынан фоторепродукция. 

Автор:С. ТАМИМДАР.
Читайте нас: