-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ноябрь 2021, 10:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ. Дүртенсе бүлек.

Ә шулай ҙа мин уны ҡулында хәнйәр уйнатҡан, йәки һөйләшкәндә өргән эт тауыштары сығарған кеше рәүешендә хәтерләргә теләмәҫ инем. Ләкин уның тормошо, холоҡ-фиғеле башҡа төрлө хәтерләргә мөмкинлек бирмәне.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ. Дүртенсе бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ЭТ ҺУҒАРЫУСЫ. Дүртенсе бүлек.
Ләкин уның тормошо, холоҡ-фиғеле башҡа төрлө хәтерләргә мөмкинлек бирмәне.
Аҙағыраҡ бер танышым һөйләүенсә, бер сетерекле генә мәсьәлә менән бәйле, тағы ла осрашырға тура килгән. Ошо урында тағы ла Ҡаҙанбаев Мирхәт Мәхмүтовичтың тос һәм үткер баһаһына мөрәжәғәт итергә тура килә. Шамил тураһында һүҙ сыҡҡас, Мирхәт Мәхмүт улы: “Беҙ ағай-эне түгел, фамилиялаш ҡына”, – тип ҡәрҙәшлектән баш тартҡайны.
Шул ваҡиғанан һуң ун йылдар самаһы үткәс, Мирхәт ағай: “Анау Шамилды беләһеңме, Ҡаҙанбаевты, минең дуҫтар араһында: “Беҙ Мирхәт менән ике туғандар. Ағайым менән байтаҡ эштәр атҡарҙыҡ”, – тип һөйләп йөрөгән. Араларында, ярай, Нәжип ағай булып: “Ай-һай, ҡустым. Йә хаталанаһың, йә шылдыраһыңдыр. Сөнки Мирхәт Мәхмүт улы һинең һымаҡ былағай түгел. Һөйләшкәндә лә кеше һымаҡ һөйләй. Ярай, белешермен әле”, – тип тегенең ҡотон осорған”, – тип һөйләне.
Һәр дәүерҙең, һәр халыҡтың ҡаҙанбаевтары булған. Мәгәр уларҙың булыуы беҙҙе уяу булырға һәм алды-артты ҡарап йәшәргә өйрәтә. Уларға ихтыяж булмаһа ла, бәлки уларһыҙ йәшәүе күңелһеҙ булыр ине.
Беҙҙең бәхеткә, Шамил оҙаҡ эшләй алманы. Беҙҙә халыҡ үткер, тура һүҙле һәм ғәҙел. Әгәр һин алдайһың икән, тимәк, һин үҙеңде башҡаларҙан аҡыллыраҡ, тип иҫәпләйһең. Ә был осраҡта аҡыл хәйләгә әүерелә һәм ғәҙеллек юҡҡа сыға.
Шуға ул беҙҙә оҙаҡ торламаны. Коллективты икегә-өскә тарҡатып, дуҫтарҙы дошманлаштырып, дошмандарҙы үҙ-ара дуҫлаштырып, кейәүгә сыҡҡандарҙы айыртып, кәләш йә кейәү таба алмай йөрөгәндәрҙе кәләшле һәм кейәүле итеп, үҙе хаҡында байтаҡ ҡына мәрәкәләр ҡалдырып китте.
Мирхәт Мәхмүт улы әллә ауылдашы, әллә ағай-энеһе, әллә фамилиялашы хаҡында: “Шул мәлғүн күренәме? Йөрөймө?” – тип хәтергә төшөрә лә тора.
– Ниңә, Мирхәт ағай, һирәк-мирәк булған осрашыуыбыҙҙа, шул кешене иҫкә төшөрөп, кәйефте боҙаһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙ? – тип шаяртып әйтеп алдым.
Ағай быны ишеткәс:
– Ҡайһылай дөрөҫ баһа бирҙең! – тип рәхәтләнеп көлдө.
Шамил хаҡында һүҙ сыҡһа, мин дә: “Хәҙер шуны иҫкә алып, кәйефте боҙмағыҙ әле! Беҙҙең яҡшы кешеләребеҙ 99 процентҡа күберәк. Әйҙә, шулар хаҡында күберәк хәтергә төшөрәйек”, – тип әйтәм һәм кешеләр ҡабул итә.
Бынан бер нисә йыл элек Өфөнән байтаҡ ситтә Шамил менән тағы ла бер осрашырға насип булды. Йылдар үтә, беҙ ҙә ҡартаябыҙ. Ләкин кеше һымаҡ тыныс ҡына, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй ҡартаябыҙ. Аллаһҡа шөкөр! Матур йәшәнек. Беҙҙең менән бергә изге ниәттәр ҡуйып йәшәгән дуҫтарыбыҙ ҙа күп булды.
Ҙур һабантуйҙа бар халыҡ айныҡ, күңелле итеп тамаша ҡыла. Уйнай, көлә, бейей һәм йырлай. Арабыҙҙа бер генә иҫерек күренә. Ул беҙҙе таныу түгел, үҙе танырлыҡ түгел ҡиәфәттә. Ләкин холоҡ-фиғеле шул килеш ҡалған. Кешеләргә һарыҡтыҡына оҡшаған күҙҙәре менән ҡарай һәм өндәшкәндә асыулы эт өргән һымаҡ, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр менән өндәшә.
Шамил менән осрашыуҙарҙан һуң, кем әйтмешләй, уны яҡындан белгәндән һуң, шундай фекергә килдем: беҙҙең арала Шамил һымаҡтар, бик аҙ ғына булһа ла, бар һәм улар булырға тейеш! Кешеләр бер-береһенең ҡәҙерен белһен, яратһын һәм аңлаһын өсөн.
Һуңғы осрашыуҙарыбыҙҙың береһендә Шамил – инде донъя күргән, өҫкә ҡалҡҡан, түбән төшкән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған шаҡтай тәжрибәле, әгәр кәрәк булһа, әрһеҙ һәм оятһыҙ, үҙенән башҡа бер кешене лә әҙәмгә һанамаған яндырай асарбаҡ ине. Шуға төшөндөм, ҡулынан хәнйәре төшһә лә, кешеләр менән түгел, һыйыр-һарыҡтар, эттәр һәм бесәйҙәр менән идара итеү мөмкинлеге булмаһа ла, ул үҙен элекке һымаҡ тоторға тырыша ине.
– Кешеләр боҙолдо, – тине ул мине күреп, танып ҡалды ла. – Артыҡ бер ҡатырға киҫәген тартып алһаң, полицияға шылтыратырға торалар. Ә уларға беҙ кәрәкме инде? Ҡыуалар ҙа ебәрәләр. Шул хаҡта яҙырға кәрәк.
Рәхмәт, тағы һин урлаған ҡатырға һәм тимер киҫәге тураһында яҙырға ҡалғайны! Донъяла башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Ана, ҡыш етеп килә, ә урамдарҙа һаман асфальт түшәйҙәр, йылылыҡ үткәрәләр. Өлгөрһәләр генә ярар ине.
Ҡалабыҙ буйлап тегеләй-былай үткәндә йәшәр урындары бик үк аныҡ булмаған кешеләр күҙемә салынһа, үҙем дә һиҙмәҫтән, йөҙҙәрен барлайым. Таныштар күренәме икән, тип уйлауым  инде. Күренә, тимәк, иҫән-һау, шул тиклем дә әрһеҙ, ныҡ кеше булыр икән! Әллә йәшәүгә ынтылышы шулай көслөмө? Хәйер быны йәшәү тип әйтеп буламы?
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: