Булды заманалар... Күрше-күлән кистәрен килеп һөйләшеп ултыра торғайны. Ишбулат ҡарт, мәрхүм, һәр кис бесәндән һуң килеп ултырыр ҙа, нисә күбә эшләүен, ҡойған кәбәндәренең иҫәбен барлап, тағы ла күпме сабаһы, йыяһы барын һөйләр ине. Йәшлек дуҫы Сәғит ҡарт килеп ултырһа, түш кеҫәһенән алдан дүртмөйөшләп ҡырҡып әҙерләгән гәзит киҫәген алып, махоркаһын төргәс, өндәшмәй генә шуны көйрәтер булды. Шулай тыңлап ултыра торғас, кеткелдәп көлөп алыуы Сәйәрғәли ҡарттың ҡолағы төбөндә һаман да ишетелеп торған кеүек. Ҡорҙашы Әғзәп килһә, гелән йылҡыларын барлар булды. Ат йәнле ир йәшлек хәтирәләрен дә шул йылҡылар менән ҡушып һөйләй торғайны. Ҡайҙарҙа йөрөй икән хәҙер ҡарт: бынан дүрт-биш йыл элек улы ҡалаға алып киткәйне. Башҡа ҡайтҡандары юҡ ауылға. Хәйер, ҡайтыр урын булһа, юҡ шул...
Эскәмйә... Ауылдың боронғолоғон сағылдырған ошо бер иҫке әйбер күпме хәтирәләр, иҫтәлектәр һаҡлай. Эй, әбекәйе Зөләйха иҫән булһа икән... Ул да бит көн үҙәгендә күрше әбейҙәре менән ошо эскәмйәлә ултырып йөн иләй торғайны. Ҡайһы саҡта моңло итеп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә йыр һуҙалар ине.
Ә бына ейән-ейәнсәрҙәре килһә, ошонда ултырып көнбағыш сирыр булды, кистәрен иһә ипле генә теҙелешеп ултырып, ҡайһы саҡта сыр-сыу килеп ҡараңғы төшкәнсе күңелле уйнай торғайнылар. Сәйәрғәли ҡарт һуҡранып та китә ине.
Бер заман йәштәр эйәләшеп китте. Эскәмйәгә ял бөттө. Улары теҙелешеп ултырып шаярҙы, көлдө. Ә инде парлылар килһә, бәхеттәренән илереп, ололарҙы бөтөнләй иҫәпкә лә алманы. Шуға ла бер заман эскәмйә ҡапҡаның эс яғына инеп, күпмелер шунда ултырҙы...
...Сәйәрғәли ҡарттың уйҙарын үтеп барыусылар бүлде: рус телендә әрһеҙ һөйләшкән йәш ғаилә, яңғыҙ бабайҙы күрмәйенсә, ары атланы. Моңһоу булып китте ҡартҡа. Юҡ, сит халыҡ вәкилдәренең уға иғтибар итмәүенән дә, сәләм бирмәүенән дә түгел, ә ул тыуып үҫеп, ғаилә ҡорған, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтергән башҡорт ауылының ошо көнгә килеп терәлеүен аңлау, кисереү күңеленә ауыр тойғолар һалды. Сәйәрғәли ҡасандыр ауылдың хужаһылай ошо урамдарҙан, ошо ерҙән ҡыҙыу аҙымдар менән атлай торғайны. Урындағы хужалыҡты күтәреүгә, ҡара тупраҡта икмәк үҫтереүгә лә күп көс һалған кеше ул. Һәр кем ихтирам итеп, күргән-береһе һаулыҡ һорашып, хәл-әхүәлен белешеп китер булды. Ә бөгөн ерҙе тырнап иларлыҡ хәл: сит милләт кешеләре ҡыйыу атлап ошо урамдарҙан үтә. Ауыл матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тирә-яғын бейек-бейек тауҙар, мәғрүр ҡаялар, япраҡлы һәм ылыҫлы ҡуйы урмандар уратып алған, тирәләп ике йылға аға. Ана шул рәхәтлеккә ете ят әҙәмдәр ҡыуана...
Ҡуянсыҡ ауылы ике тиҫтә йыл самаһы элек үҙ тормошо менән йәшәй ине. Йәй айҙарында ололар ҙа, көс-дәрте ташып торған ирҙәр менән ҡатындар ҙа, йәш елкенсәк менән бала-сағалар ҙа дәррәү йыйылып бесән эшләй торғайны. Шул сәбәпле көн үҙәгендә ауыл урамдары бушап ҡала ине. Ҡыш килһә, һәр кем үҙ йорт-ҡураһы тирәһендә булышты, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөр булды. Гөрләтеп туйҙар яһап йәштәр өйләнешә ине. Күптәре ауылда төпләнеү яҡлы булды, хатта ҡайһылары юғары белем алып ҡайтһа ла, ауылда өйҙәр һалды. Халыҡ берҙәм: йәштәргә күмәкләшеп, өмә итеп йәштәргә йорт-ҡура күтәрешә торғайны. Балалар ҙа күп ине, йәй йылға буйынан, ҡыш тау итәгендә сана шыуыуҙан ҡайтмай торғайнылар. Тәүҙә - туғыҙ, аҙаҡ ун бер йыллыҡ мәктәп эшләне. Ауыл шулай йәшәр ҙә йәшәр һымаҡ ине лә бит.
Бер ваҡыт 50-60 саҡрымдағы ҡаланан сит ил машинаһында артыҡ йыуан кәүҙәле, ҡайҙандыр үҙ килбәтенә яраған костюм табып кейгән бер ир килде. Аҙаҡ та йыш-йыш ауыл тирәһендә күренгеләне. Сәйәрғәли һуңынан ғына белде: был урыҫ начальнигы дача төҙөү өсөн ер һорап килгән булған. Һатыусыһы ла табылған: ауылдың үҙәгендә йәшәгән күршеһе Ишбулат ҡарттың оло улы Мәүлит үҙенең төйәк иткән ерен өйө, мунсаһы, кәртә-ҡурыһы менән бергә һатып ебәргән.
– Ә улың үҙе ҡайҙа бара һуң? – тип Сәйәрғәли ҡарт иҫе китеп күршеһенән һораны. – Әллә һиңә күсәләрме?..
– Эй, күрше-күрше, ҡартлыҡ көнөмдә оло улымдан көтмәгәйнем дә... Өй өсөн урыҫ ҙур ғына аҡса түләне, ти. Хәҙер ҡалаға күсеп китмәкселәр... – тип күршеһе һуҡранып һөйләгәйне.
Ысынлап та, күп тә үтмәй, Мәүлит ҡаланан фатир алып, бар ғаиләһе менән күсеп китеп тә барҙылар. Тик күршеһенең ҡайғыһы бының менән башланған ғына булған икән. Мәүлит китеп ике-өс аҙна үтеүгә, ҙур-ҙур йөк машиналары, тракторҙар килеп туҡтаны. Ишбулат ҡарттың үҙ көсө менән, улым йортло булһын, тип һалған ҙур өйөн һүтеп ташланылар. Мунса, кәртә-ҡураһын бульдозерҙар менән эттереп тапатып, ер менән тигеҙләп тә ҡуйҙылар. Ишбулат ҡарт шунда барып, күҙ йәштәрен ағыҙып ҡарап торған, тип һөйләне ауыл халҡы. Ошо хәлдән һуң ул урамға сығып күренмәҫ булды. Йөрәгенә яҡын алды, үҙен ғәйепле тойҙо ҡарт. Тағы ла бер йылдан ул урында ике ҡатлы таш йорт пәйҙә булды. Тирә-яғын өс метрлыҡ таш ҡойма уратып алды.
Бер йыл үтеүгә Ишбулат ҡарттың икенсе улы ла бар мөлкәтен тағы ла юғарыраҡ хаҡҡа һатып ебәрҙе. Тик аталары ғына быны күтәрә алманы. Йәйҙең матур көндәренең береһендә яҡты донъя менән хушлашып, гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы.
Ул ваҡытта Сәйәрғәли ҡарт бөтөнләй икенсе фекер йөрөттө, Ишбулат ҡарттың улдарын хуплаңҡыраны ла кеүек. Ҡалала йәшәүе күпкә отошлораҡ та, яҡшы эшкә урынлаштылар, фатирлы ла булдылар, тип уйланы.
Үҙенең дә өс улының икәүһе юғары белем алғас, баштан уҡ ҡалала тороп ҡалғайны. Өлкән Рөстәмгә эш урынынан бушлай фатир алыу бәхете эләкте. Ә бына уртансы улы Рәмил бер нисек тә торлаҡҡа эйә була алманы. Ғаиләһе менән бер урындан икенсеһенә күсенеп, кеше тупһаһында яфа сикте.
Шул ваҡытта хәйләле уй килде атай кешенең башына. Уй-фекерҙәрен төйнәп, кәрәкле документтарын тотоп, ауыл советына юл тотто. Уйы менән Рәмилгә һәм үҙе менән йәшәгән кинйә улы Камилға өй төҙөү өсөн ер бүлдертеп алырға ине иҫәбе.
Шул саҡтағы һөйләшеү һаман да хәтерендә уның.
– Ярай, кинйә улыңа ер кәрәктер. Уныһын аңлайым, – тип һүҙ башланы ауыл советы башлығы Илһам Ғәли улы. – Өй урыны булыр ҙа уға. Тик уртансы улыңа бер нисек тә ер бүлә алмайым. Беренсенән, ул бит ҡалала төпләнгән, эш урыны ла бар, ҡайта торғаны бармы һуң инде бында? Икенсенән, ауыл тирәһендә буш ерҙәр ҙә һанаулы ғына, ә ғаризалар бик күп йыйылған...
– Илһам ҡустым... Әй, ней, Илһам Ғәлиевич, – ҡарт ни тип яуапларға белмәй бер аҙ тотлоҡто, шунан ҡәтғи дауам итте. – Был ни тигән һүҙ әле ул?.. Ҡасандыр беҙ атайыңдар менән теләгән урынға, теләгән ваҡытта өйҙәр төҙөп керҙек. Бер кемдән дә рөхсәт һорап, бахыр булып йөрөмәнек. Еребеҙ киң, ауылдың тирә-яғында буш урындар күп. Ниңә үҙ ауылдаштарыңдан йәлләргә. Әйҙә төҙөһөндәр, йәшәһендәр.
– Эй, Сәйәрғәли ағай, заман башҡа бит хәҙер...
Хужаны оло кеше бүлдерҙе:
– Илһам ҡустым, һәр замандың үҙ хәҡиҡәте. Элек тә еңел булманы. Атайың Ғәлиулла ағай ваҡытында колхозды нисек күтәргәнен белһәң икән... Алдынғылыҡты бирмәнек. Район гәзитенең һәр һанында тиерлек маҡтап ҡына торҙолар, сөнки председатель атайың халыҡты күтәрҙе, һәр эшсеһенә ярҙам итергә әҙер торҙо, шуға күрә лә барыһы ла тырышып эшләне.
Был һүҙҙәр тәьҫир иттеме икән хужа кешегә, әллә атаһы тураһында йылы иҫтәлек һүҙҙәреме: риза булды Илһам Ғәли улы. Ысынлап та, яҡшы рәйес булды атаһы. Шул хәтле эшен һөйгәнгәме икән, колхоз тарҡалғандан һуң оҙаҡ йәшәй алмай, хаҡлы ялға йәше тулһа ла, пенсияһын бер тапҡыр ҙа алып өлгөрмәй, вафат булды ла ҡуйҙы. Ер кешеһе ерһеҙ йәшәй алмай ер ҡуйынына иртә ятты.
Сәйәрғәли ҡарт бүленгән ер участкаһына ярты йыл тигәндә документтар әҙерләп бөттө. Шунда ғына уртансы улына хәйләһен асты. Рәмил атаһының планын ишеткәс тә урынынан һикереп торҙо.
– Атай, улай ярамай... – тине ул. – Башҡорт булып, үҙ еребеҙҙе һатабыҙмы? Был бит үҙ тарихыңа хыянат итеү. Олатайҙарыбыҙ ошо ер өсөн йәнен биргән, ә беҙ сит кешеләргә һуҡыр тин аҡса өсөн...
– Туҡта, улым, – Сәйәрғәли ҡарт улын бүлдерҙе. – Ниңә һуҡыр тин аҡса булһын? Ана Мәүлиттәр фатирлы булып бөттө. Ә һин кеше тупһаһында көн күрәһең... Аңла, балаларың үҫеп килә. Тиҙҙән өлкән улың кәләш алам тиер, ҡайҙа туй үткәрерһең? Унан ҡалһа, йәштәргә лә йәшәү урыны кәрәк булыр.
Рәмил уйға ҡалды. Күпмелер тын торғандан һуң телгә килде:
– Һатҡан хәлдә лә, үҙ башҡортома ғына һатам. Ауылда былай ҙа сит-бот кеше күбәйә башланы. – Илһөйәр егеттең йөҙө бер аҙ асыла биргән һымаҡ булды.
– Эй, улым-улым... Үҙ башҡортоңдоң аҡсаһы булһа икән? Булғандарын ғына ла ҡайҙан табаһың? Ситтәр тип ни, улар кемгә ҡамасаулай? Ана Мәүлиттең урыҫы йылына ике-өс тапҡыр килеп китә, үҙен күреүсе лә, белеүсе лә юҡ...
Рәмил атаһының ҡаршыһына килеп ултырҙы, янып торған күҙҙәрен уға төбәп:
– Беләһеңме, атай, әгәр шулай үҙ еребеҙҙе һатабыҙ икән, бер нисә йылдан ауылда сит милләт кешеләре бик күп булып китәсәк. Беҙ түгел, ә улар беҙҙең урмандарға, тауҙарға, туғайҙарға хужа буласаҡ, – тине.
– Эй, балаҡайым, ҡалала ғүмер иткәндәр ауылды үҙ итеп, ошонда йәшәргә риза булыр тиһеңме? Бөгөн ҡыҙығып килерҙәр, иртәгә ялҡышып, ҡайтышып бөтөрҙәр.
– Атай, етте. Был һөйләшеү миңә оҡшамай... Унан да бигерәк икенсе нәмә ҡурҡыта. Үтер ти йөҙ, ике йөҙ йыл, ана шул ситтәр үҙ башҡортоңдо ҡол итеп, ихатаһында эшләтер, малын ҡаратыр, ҡарын көрәтер, иҙәнен йыуҙырыр, ашарға бешерттерер. – Рәмил ризаһыҙлыҡ менән урынынан тороп китте, тәҙрә төбөнә барып торҙо. Ауылды күҙәтәлер тип уйланы атаһы.
Кешене нужа йөрөтә, тиҙәр. Рәмил, ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, күп өгөтләүҙәрҙән һуң риза булды. Һаман да кеше фатирына аҡса түгеп йәшәүҙән тамам ялҡҡандыр инде. Илһөйәр егет, ысынлап та, башҡорт етәксеһен табып алып килде. Үҙе эшләгән заводта йәш сағынан хеҙмәт итеп, ябай токарҙан хужаның урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем барып еткән кеше икән. Хаҡлы ялға сыҡҡас ауылға ҡайтып йәшәргә уйлай, сөнки оҙаҡ йылдар заводта йөрөү һаулығын ҡаҡшатҡан, тын юлдары сиренән яфалана башлаған. Рәмилдең йөҙөндә ҡәнәғәтлек тойғоһо сағыла ине. Бар бит үҙ башҡорттом байҙары ла, тип уйлағандыр инде.
Рәмил фатирлы булғас, кесе улы Камилдың ерен һатып алыусы ла табылды. Әлбиттә, теге таныш начальник булышлыҡ итте. Тик был юлы һатып алыусы урыҫ ине. Ҡатынының башҡорт милләтенән булыуын ғына иҫәпкә алып ризалаштым, тине Рәмил.