– Камиил, ни эшләүең был, ә? Ҡайҙа йөрөйһөң? Әсәйеңде балнисҡа һалдың бит... – тине ҡарт ҡалтыраулы тауыш менән.
– Атай, зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ. Ярай, мин шылтыратырмын... Һау булығыҙ...
– Камил... – Сәйәрғәли теге яҡтағы телефондың гудогын ғына ишетте.
Өс-дүрт айҙан ғына Камилдың аҡсаны алып китеп, фатир урынына ҡиммәтле сит ил машинаһы алыуын, атаһынан әрләнеүҙән ҡурҡып ҡайтмауын белде. Әсәһе эргәһенә дауаханаға бер-ике тапҡыр барып та сыҡҡан икән, тик яҡын кешеһенең хәлен белешкән дә, уға күренмәйенсә, күстәнәстәр ҡалдырып китеп тә барған. Ә тыуған өйөнә ҡайтып күренмәне кинйә ул. Тағы ла ике ай самаһы ваҡыт үткәс, Камилдың ауыр аварияға осрап, машинаһынан тимер өйөмө генә ҡалғанын, үҙе оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡандан һуң Себер тарафтарына эшкә сығып киткәнен өлкән улы Рөстәм аша ғына белә алдылар.
Зөләйха иһә көнө-төнө улын көттө. Ҡайғы-хәсрәте, борсолоуҙары йөҙөнә яҙылғайны. Дауахананан сыға алманы. Туҡтауһыҙ ямғыр яуған көҙ көндәре ине, әсәнең улым тиеп көйгән йөрәге тибеүҙән туҡтаны...
Әсәһен ер ҡуйынына оҙатырға ҡайтҡан Камил үҙен ғәйепле тоя ине. Аҙ һүҙле булды, туғандары менән йүнләп аралашманы. Әсәһенең етеһен уҡытҡас, тиҙ генә хушлашып, кире эшенә китеп барҙы.
Рәмил генә, атаһын йәлләптер инде:
– Пенсияға сыҡҡас, ауылға һинең янға ҡайтабыҙ инде, – тигән булды.
***
...Урамдан үтеп барған урыҫ ҡыҙҙарының тауышы ҡарттың уйҙарын бүлеп, әлеге көнгә ҡайтарҙы. Аптырап ҡараны оло кеше уларға: ҡыҫҡа ыштан кейгәндәр, өҫ яҡтары ярым яланғас. Үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙары былай итеп ғүмерҙә лә йөрөмәне бит.
Сәйәрғәли ҡарашын ҡаршылағы тау битенә күсерҙе. Ана ултыра Рәмил улы тапҡан башҡорт байының өйө. Үкенескә күрә, ул килгәндәрҙән беренсе һәм һуңғы башҡорт булды. Район түрәләре ерҙе талашып-төртөшөп бүлешеп алған, тинеләр, тик улары ла тиҙ арала ҡала байҙарына һатып бөттө.
Сәйәрғәли урынынан торҙо. Һағышлы уйҙар күңелен ҡырып, башын ауырыта башлағайны, күрәһең, ҡан баҫымы күтәрелгәндер. Бәләкәй ҡапҡаны шығырлата асып, әкрен генә өйөнә табан атланы.
Өй ишеген асып ингәс, телефон шылтыраған тауышты ишетте. Өлкән улы Рөстәм хәлен һораша. Рәмил ҡустыһының да эргәһендә ултырыуын әйтте ул.
– Рөстәм, улым, Камил ҡустың күптән шылтыратҡаны юҡ. Хәлдәре нисек икән? Һөйләшеп торағыҙмы? – тип һораны ҡарт.
Теге яҡта сәйер тынлыҡ барлыҡҡа килде, шунан тотлоғоңҡорап:
– Атый, ней... бөгөн генә һөйләштек, – тине улы. – Тиҙ арала булмаҫ... Шулай ҙа, ауылға ҡайтырға ине иҫәп, ти. Ҡайтыр, алла бойорһа, ҡырағай ҡустыбыҙ...
Был һүҙҙәр ҡартты тынысландырҙы. Оҙаҡ ҡына аралашты ул: ейән-ейәнсәрҙәре, килендәре тураһында белеште, Рәмил улы менән дә һөйләшеп алды.
Телефонды һалғас, “Аллаға шөкөр” тигән һүҙҙәрҙе ҡабалай-ҡабатлай урынына барып ятты. Күҙҙәрен йомдо...
...Сәйәрғәли ҡайҙалыр шәп-шәп атлай, әй юҡ, йүгерә икән. Ҡалай аяҡтары еңел йөрөй һуң әле. Ҡайҙа бара ул?.. Билдәһеҙ... Туҡтаны... Ана, унан 20-30 аҙым алда бер егет бара. Ҡап-ҡара кейенгән, шулай булһа ла, аҙымдары таныш, кәүҙәһе белгән кешенекенә оҡшай... Хатта ҡәҙерле кешенекенә... Туҡта, был бит Камил... Йөрәге тулай башланы, тын алыуы шәбәйҙе. Ниңә Камил шул тиклем ҡабалана? Ҡыуып етергә ине... Йүгерергә итте, быуындары ҡатты. Ҡысҡырырға итте, тауышы сыҡмай...
Ана, ер ярылды... Егет йәһәннәмгә осто...
– Ка... ми-и-и-ил!.. – ҡысҡырып, һикереп тороп ултырҙы ҡарт. – Камил, балам... – тине ыңғырашыу ҡатыш.
Һырлы сикәләре буйлап күҙ йәштәре аҡты. Йәһәт кенә тороп, Рәмилгә шылтырата була телефон трубкаһын күтәрҙе лә туҡтап ҡалды. Ни эшләй ул? Яңы таң атып килә. Был ваҡытта улына шылтыратып, нимә тип әйтер. Төш күрҙем, һаташтым тиерме? Бала-саға һымаҡ. Аҡылдан яҙа башлаған тиерҙәр. Былай ҙа яңғыҙ йәшәүе ҡыйын бит, кил ҡалаға, беҙҙең менән булырһың, тип ураған һайын әйтеп торалар.
...Сәйәрғәли ҡарт тәҙрә төбөнә килеп баҫты. Ыштан кеҫәһенән дарыуын алып, тел аҫтына һалды.
Ауылда таң ата. Баҡсаһындағы үләндәр араһында турғайҙар сутылдаша. Өй алдындағы ҡарт алмағастың емештәре һарғайып бешә башлаған икән.
Ҡарт алмағас... Йәшлегендә улы Рөстәм менән ултыртҡан тәүге емеш ағасы. Улдары алмаларҙың балланып, һары төҫкә кереп бешкәнен көтөп ала торғайны. Урам малайҙарынан һаҡлайбыҙ, тип баҡсанан сыҡмай йөрөрҙәр ине. Ә төндәрен йәштәр баҡсаға төшөп ыҙалатыр булды. Ул сағында Сәйәрғәли үҙе сыға торғайны. Йәнен әрнеткәне: йәштәрҙең алмағас ботаҡтарын һындырып, бешер-бешмәҫ алмаларҙы йолҡҡолап, урамда ташлап китеүҙәре. Эх, яңылыш уйлаған икән...
...Йылдар үтте. Бөгөн алмағастың емештәрен ашаусы ла юҡ. Яңғыҙ баһадир булып ултыра ул баҡсала. Урам буйлап сыр-сыу килеп йүгереп уйнаған, баҡса ҡоймаһына менеп алма ашаған малайҙар ҙа юҡ... Төндәрен йоҡо бүлеп, эскәмйәлә мөхәббәт һүҙҙәре һөйләгән бәхетле парҙар, емеш алырға тип баҡсаға төшкән шаян һәм шуҡ егеттәр ҙә юҡ. Ауылды бер иткән, ергә хужа булырын белгән башҡорттар ҙа юҡ... Милләттәштәребеҙ хәҙер икенсе оста, дүрт-биш йортта ғына йәшәй. Ҡатындары ғына донъя көтә, ә ирҙәре – Себерҙә. Әйтерһең дә, һөргөндә, ҡоллоҡта.
Ун йыл тирәһе элек булған бер хәл иҫенә төштө Сәйәрғәли ҡарттың. Һуңғы ауыл йыйылышында (ҡарт һуңғы тип иҫләй) ҡаланан килгән бер егет әсенеп һөйләгәйне:
– Ағай-эне, апалар-инәйҙәр, ниндәй хәлгә килтерҙегеҙ һеҙ башҡорт ауылын? Ҡайҙа ер һелкетә баҫып йөрөгән ағайҙар? Ҡайҙа аҡылға өйрәтеп, дөрөҫлөккә әйҙәгән бабайҙар? Ниңә үҙ балаларығыҙға торошло ерҙәрҙе ситтәргә бирәһегеҙ? Ошо ергә бит ата-бабаларыбыҙ ҡаны аҡҡан, уларҙың һөйәктәре ята аяҡ аҫтында. Һәр ус аяһындай ғына ер өсөн көрәшәһе урынға, бер айлыҡ аҡса өсөн алданаһығыҙ.
– Ниңә улай булғас үҙегеҙ ҡала тормошон һайланығыҙ? Ни өсөн ауылға килеп төпләнмәнегеҙ? – тип, бер әсе теллеһе һорай ҙа ҡуйҙы.
– Эйе, дөрөҫ һорау... – тине егет, шулайыраҡ һорау бирерҙәрен күҙаллаған булһа кәрәк, ауыл башлығына ҡарап алғас, тыныс ҡына дауам итте. – Минең атайым сығышы менән ошо ауылдан. Сабитовтарҙы иҫләйһегеҙҙер, Ғәбит олатайым мәрхүм булғас, туғандарыбыҙ уның йортон һатып ебәргән. Хәҙер ул тирәлә ҙур таш өй, яҡын барырлыҡ түгел. Шулай ҙа, килеп йөрөр нигеҙ булмаһа ла, ял көндәрендә, ошо ауыл эргәһенә килеп ял итә торғайныҡ. Рәхәтләнеп һыу төшөп, саф һауа һулап ҡайтыр булдыҡ. Шул ваҡытта, эх, үҙ өйөм ошо ерҙә булһа ине, тип уйлай торғайным. Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты, ысынлап та, ҡулыма диплом алғас, ауыл башлығына килдем. Өй һалырға ер һораным. Ә миңә, ситтән килгәндәргә участка бирелмәй, тинеләр...
Күптәр, шул иҫәптән Сәйәрғәли ҡарт та, башлыҡтан яуап көттө, ләкин баш күтәреп һүҙ әйтеүсе булманы. Хужа кеше, бер ни ишетмәгәндәй, үҙ эше буйынса доклад һөйләүен дауам итте.
Был егет аҙаҡ та башлыҡтың янына бер-нисә тапҡыр килеп киткән, тик барыбер ыңғай яуап ала алмаған...
Йөрәгенең сәнсеп ҡуйыуы ҡатты һиҫкәндерҙе. Бөгөнгө ауыр уйҙар, төшөндә Камилды насар итеү күреүе лә эҙһеҙ ҡалмаған икән: йөрәгенә биргән. Етмәһә, башы ауыртыуы ла бер нисек тә үтмәй. Сәйәрғәли ҡарт карауатына арҡаһы менән ятты, ҡулдарын түшенә һалды. Тынысланыр, йоҡлар кәрәк тип уйланы. Күҙҙәрен йомдо...
Күпмелер ваҡыттан йоҡлап киткән ҡарттың тигеҙ тын алышын иҫәпкә алмағанда, бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Тағы ла шомло ваҡыт үтте. Ҡарт, карауатын шығырлатып, йоҡо аралаш ҡапыл тертләне, башын борғоланы, шунан яңғыратып тиерлек: “Камил... Камил”, – тип ҡысҡырҙы...
***
Рөстәм, атаһы һуңғы көндәрҙә телефонын алмағас, ялы етеү менән ауылға ашыҡты. Әлбиттә, беренсегә түгел элемтәнең өҙөлөүө. Бер нисә өйгә генә үткәрелгән булыу сәбәпле, телефон линияһын боҙолған осраҡта ла йүнәтә һалмайҙар. Бер нигә ҡарамай ҡышҡылыҡҡа булһа ла ҡалаға алып китергә тип, төптән уйлап юлға сыҡты Рөстәм.
Тыуған йорто ҡаршыһында машинаһын туҡтатты. Ғәҙәти тынлыҡ ҡаршы алды. Баҡсалағы алмағасҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ҡарт ағас, бешкән алмаларына көсө етмәй, артыҡ ныҡ эйелгәйне.
Бикле ҡапҡаны аса алмағас, баҡса аша һикереп төштө. Тик эстән эленгән солан ишеге тағы ла юлын ҡапланы. Оҙаҡ ҡына ишек шаҡып торҙо. Атаһының насар ишетә башлағанын белә ине ул, шуға ла ныҡ итеп дөбөрләтеп ҡараны. Яуап биреүсе булманы. Йөрәге, нимәлер һиҙенгәндәй, дарҫ-дорҫ тибә башланы. Ҡалтыранған ҡулдары менән ишекте этеп ҡараны, булманы. Бер-ике тибеүҙә генә иҫке ишек таҡталары уртаға ярылды. Өйгә үтте. Хәтәр һыуыҡ. Насар еҫ таралған... Атаһының бүлмәһенә атлыҡты.
Хәрәкәтһеҙ ҡалған атаһы инде өс тәүлек элек күҙҙәрен мәңгелеккә йомған ине...