+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ноябрь 2021, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Бишенсе бүлек Хикәйә

Зифаға иртән иртүк заводтан шылтыраттылар. Директор саҡырған, килеп, күренергә ҡушҡан. Яңы йыл менән ҡотлаймы, әллә бүләк тапшырырға итәме? Зифа эшләгән заводтыҡылар һәр ваҡыт Радион Насиров президент булған компанияға көнләшеп ҡарап йәшәнеләр. Уларҙа эш хаҡы ла юғары, технологиялар ҙа яңы, хатта заманында Зифаның элекке заводын ҡалдырып, бында күсеүен бик сәйер ҡабул иттеләр. Директор иһә, күршеләрҙә эштәрҙең нисек, ни рәүешле барыуын бик ентекле күҙәтә.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Бишенсе бүлек Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Бишенсе бүлек Хикәйә
Көндәштәр түгел, икеһе ике йүнәлештә эшләй. Белгеһе килә, етмәһә, тегенән-бынан хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Директор тәүҙә Зифаның үҙенең хәлен һорашты, Яңы йыл менән ҡотланы, бүләген тотторҙо. Һүҙ араһында, һүҙ сығып, күршеләрҙәге хәлдәр менән дә ҡыҙыҡһынды.
– Әллә, бик ҡәнәғәт йөрөйҙәр, – тине Зифа аптыранып.
– Ә иптәшегеҙҙе әйтәм, Сәғир Низамович, нимәләр һөйләй? – тине директор, Зифаға ентекләп ҡарап.
Белә, ҡайҙандыр ишеткән, ҡыҙыҡһына һәм яңы мәғлүмәт алырға теләй. Директор уралтып-суралтып торманы:
– Һеҙҙең хаҡта ла нимәлер ишетелеп ҡалды, – тип өҫтәне.
– Интернет, компьютерлаштырыу заманы, барҙыр инде, – тип төтөн ебәрҙе Зифа. – Һәр хәлдә, мин уйҙырмалар менән эш итмәҫкә тырышам.
Зифаның сығып, автобус туҡталышына атлауын директор тәҙрәнән үҙе ҡарап торҙо. Ул ҡап-ҡара, тәҙрәләре лә ҡараңғылатылған минивендың килеп сығыуын, күҙ асып йомғансы, Зифаны ултыртып алып китеүен күреп ҡалды һәм уйға ҡалды: шылтыратырғамы полицияға, әллә юҡмы? Директор өндәшмәне. Уның үҙ мәнфәғәттәре бар. Күршеләр ҙурҙан һалдырып эшләй. Әгәр иҫән-һау ҡалайым, тиһәң, күрмәмеш һәм ишетмәмеш булыуың хәйерлерәк. Зифа эҙһеҙ юғалды.

***
Ә Сәғир бөгөн үҙенең кабинетына көс-хәл менән үтте. Саҡ ҡына һуңлаһа, бәлки, ҡайтып китергә лә тура килер ине. Ҡайҙа ҡарама, компания яллаған шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре. Улар өсөн бөтәһе лә бер иш. Үҙҙәрен бик ябай һәм әҙәпле тотһалар ҙа, үҙ кабинетыңдан һәм бәҙрәфтән ары бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Сәғир Наум Петровичты барып күрәйем әле, тип һылтаулап, генераль директор кабинеты яғына үтергә тырышып ҡарағайны, ҡайҙа инде, бороп ебәрҙеләр. Сәғир шул тиклем ғәрләнде. Ярай, кейәүлеге әлегә раҫланмаған да, ти. Ул бит компанияның финанстары яҙмышын хәл итеүсе. Юҡ, былар менән эшләп булмай! Бына, үҙе ултырып алһа, компания менән идара итә башлаһа инде, барыһын да ҡыуып сығармаһамы! Кабинетына ҡайтып, кофе эсеүҙән башҡа сараһы ҡалманы. Һәм ғәжәпләнеп шуға иғтибар итте: уның өҫтәлендә бер ҡағыҙ ҙа юҡ. Бөгөн беренсе тапҡыр бер нимә лә индермәгәндәр ине. Сәғир үҙен ябай һәм бер ҡатлыраҡ күрһәтергә тырышһа ла, хеҙмәттәштәре уға бик үк хөрмәт менән дә ҡарамайҙар, уны артыҡ баһаламайҙар ҙа. Сөнки финанстар шул тиклем ҡатмарлы тармаҡ, ул белем, тәжрибә һәм иғтибар талап итә. Ә Сәғирҙең бар белгәне – күпме продукция һатылған, килем һәм табыш алынған, эш хаҡына шул тиклем бүленгән. Ә ҡалғанын финанс өсөн яуап биреүсе башҡа хеҙмәткәрҙәр хәл итә.
Эшһеҙлектән бик йонсомаған, хатта ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек кисергән Сәғир Ғүмәров бөгөн иртә менән байтаҡ ҡына эштәрҙән үҙенең шым ғына ситләтелеүен белмәй ине. Ләкин “йүкә телефон” аша уға бөгөн иртән өйөнә ҡайтып барған саҡта күрше заводтың финанстар буйынса директор урынбаҫары Зифа Ғүмәрованың ғәйеп булыуы хаҡында хәбәр иттеләр.
Бөркәүле минивен ҡала буйлап китеп бара һәм егеттәрҙең береһе Зифаға телефон һондо:
– Һеҙ борсолмағыҙ, Зифа Нуримановна, – тине.
Ҡатын Зубровскийҙың тауышын таныны.
– Беҙ һеҙҙең именлек хаҡында хәстәрләргә күрһәтмә алдыҡ.
Автомобиль ҡала буйлап байтаҡ эҙ яҙлыҡтырып йөрөгәндән һуң, компанияның ҡала ситендәге ял базаһына килеп туҡтаны. Бик һирәктәр генә белә, Радион Әхтәмович күпселек ваҡытын ошонда үткәрергә ярата. Бында президент ситтән тороп ҙур компания менән етәкселек итә һәм бындағы тынлыҡ, ҙур мегаполистан ситтә тороуы уға оҡшай. Бына әле ул үҙе йәшәгән йорттоң икенсе ҡатынан биләмә эсенә килеп ингән минивенды ҡарап тора. Бында ҡағиҙә шулай ҡуйылған: кемгә рөхсәт юҡ, ул был бинаға бер ваҡытта ла керергә тейеш түгел. Ә былай ҡағиҙә теүәл үтәлә. Автомобиль туҡтаны һәм унан баҙнатһыҙ ғына атлап, бер ҡатын төштө. Радион Насиров
уның һәр аҙымын ентекләп күҙәтә. Был ҡатын беләме икән үҙенең нимә эшләгәнен һәм алда үҙен нимә көткәнен?
Һуңғы арала донъя баҙарында компания етештергән продукцияға ихтыяж бермә-бер артты. Ара-тирә хәҙер Насировҡа ваҡ-төйәк йомош менән Мәскәүҙең Аҡ йортонан да мөрәжәғәт итәләр. Ләкин компанияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кимәле һуңғы арала ныҡ күтәрелде. Иң тәүҙә төрлө көс структураларына саҡыртып, повесткалары менән йонсоттолар. Был әҙәпле һәм ҡәтғи саҡырыуҙар артында нимә ятҡанын Радион Әхтәм улы белә. Компанияның табышлы эшләүе ҡайһы бер конкуренттарға тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Ошо урында “ҡарт бүре” уйға ҡалды. Рәсәй өсөн бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү еңел булманы. Ябай халыҡ та, байҙар ҙа әҙер булмай сыҡты. Кемдәрҙер сереп байыған ваҡытта, икенселәр уларға көнләшеп ҡарай, хатта финанс көрсөгө теләй. Улай ғына ла түгел, бәләкәй генә ҡан ҡойошло революция көҫәүселәр ҙә юҡ түгел. Радион Әхтәм улы, үҙе яңы ғына ябай халыҡ араһынан сыҡҡан кеше, шуға инанды: әгәр беҙ етеш һәм бәхетле йәшәргә теләйбеҙ икән, заводтар эшләргә, байҙар эшен ойошторорға, ябай халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы түләргә тейеш. Йә, ярай, оҙаҡҡа китте. Был ҡатын аптырағандыр инде. Президент төймәгә баҫыуға, ишек асылды һәм секретаршаһы керҙе. “Ғүмәрованы саҡырығыҙ”, – тине президент һалҡын ғына.
Насиров ҡатынды ишек төбөндә үк ҡаршы алды һәм төпкә үтергә саҡырҙы.
– Беҙ һеҙҙең менән байтаҡтан бирле бер-беребеҙҙе беләбеҙ, – тине президент ҡоро ғына. – Ләкин ныҡлап аралашҡаныбыҙ юҡ. Айырыуса, һеҙ көтмәгәндә урынығыҙҙы ирегеҙгә ҡалдырып, икенсе заводҡа күскәндән һуң. Һеҙҙең Зубровский аша әйткән фекерҙәрегеҙ миңә оҡшаны. Шуға һеҙҙең менән осрашыуҙы кәрәк тип таптым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Зифа Нуримановна, һәр бизнес, айырыуса уңышлы эшләгәне, тетрәнеүҙәрҙән ситтә торорға тырыша. Ләкин һәр уңышлы бизнес көнләшеү, ғәҙел булмаған конкурентлыҡ ҡорбаны булыуы ла ихтимал. Быға тиклем беҙ аҙмы-күпме тыныс йәшәнек. Ләкин һуңғы арала бик үк сәләмәт булмаған ҡыҙыҡһыныу беҙҙе йонсота башланы. Ошо хаҡта һөйләшеп алайыҡ әле.
Зифа Насировтың күҙҙәренән күреп тора: ул үҙе барыһын да белә, тик унан фекерҙәренең раҫлауын ғына көтә.
Ике сәғәткә яҡын барҙы был һөйләшеү. Радион Әхтәм улы барлыҡ һорауҙарға яуаптар, яуап булмаһа, фараздар ишетте. Икеһе өсөн дә бер генә мәсьәлә – Сәғир Ғүмәровтың был заговорҙа ҡатнашыу кимәле, маҡсаттары ҡаралманы. Шулай ҙа Радион Әхтәм улы уның хаҡында фекер алышырға саҡырып, кем әйтмешләй, бер нисә ем һалып ҡарағайны, Зифа элекке иренең эшмәкәрлеген урап үтте, хатта бер һүҙ ҙә әйтмәне. Сөнки “ҡарт бүре” әле рәсмиләштерелмәгән кейәүенең фетнәлә ҡатнашыу кимәлен нығыраҡ, төплөрәк белергә теләй. Әгәр Зифала шәхси үс булһа, ул элекке ирен президент алдында ботарлап ташларға тейеш ине. Ләкин ҡатын ваҡлыҡтарҙан юғары булып сыҡты. Ул Сәғирҙе яманлап бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ғөмүмән, был мәсьәләне урап үтте.
Тимәк, президент уйлауынса, ҡатынды шәхси үпкә түгел, ә ғәҙеллектең һаҡланып ҡалыуы борсой.
Зифаның һәм уның элекке иренең бер-береһенә мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындырмай Радион Әхтәмовичты. Бында Сәғир Ғүмәров менән президент араһында тоташтырыусы ролде башҡарыусы уның ҡыҙы һәм ейәне лә бар бит әле. Әллә, ысынлап та, уның яҙмышын ошо ике-өс “Троя аты” хәл итергә йыйындымы икән? Ярай, маҡсаттары тормошҡа ашты, Насировты түңкәреп төшөрҙөләр, уның урынына, үҙ кешеләрен ҡуйҙылар, бар булған байлыҡты үҙ-ара бүлештеләр... Ә бит эш уңышлы эшләгән компанияны ҡулға эләктереү менән генә бөтмәй. Артабан үҫергә, эшләргә, ауырлыҡтарҙы еңергә кәрәк.
Шул ваҡыт Зифа Нуриман ҡыҙы президенттың күҙҙәренә ҡарап, шундай һүҙҙәр әйтте:
– Радион Әхтәмович, компания тормошонда һеҙҙең ниндәй роль уйнауығыҙҙы мин яҡшы беләм. Уның яҙмышы һеҙҙең ҡулда. Етәкселекте тулыһынса алыштырыу түгел, һеҙҙе бер нисә айға ғына эштән ситләштереү һәләкәтле эҙемтәләрге килтерәсәк. Шуның өсөн дә мин власть алышыныу, фетнә – урынһыҙ, тип иҫәпләйем һәм һеҙгә киҫкен саралар күреп, ҡотолоу юлын бергәләп эҙләргә тәҡдим итәм.
Бик оҙаҡ уйлағандан һуң, Радион Әхтәмович, был ҡатын дөрөҫ уйлай, тигән фекергә килде. Бының өсөн Яңы йыл мәшәҡәттәренән дә уңайлыраҡ мөмкинлек табыуы ҡыйын. Кешеләр байрамға
әҙерләнә, ҡайҙалыр компанияның етәкселеге алышыныуын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ һәм битараф буласаҡ.
Һөйләшеүҙең аҙағында Насиров:
– Һеҙҙең именлекте тәьмин итеү өсөн, ошонда туҡталырға тәҡдим итәм. Бында һеҙҙе берәү ҙә борсомаҫ. Әгәр мөмкин булһа, ашығыс һөйләшеүегеҙ булмаһа,һеҙҙән телефонығыҙҙы тапшырыуығыҙҙы һорарҙар. Оҙаҡҡа түгел. Әгәр һөйләшер кешегеҙ булһа, һеҙгә телефон буласаҡ.

***
Сәғир Ғүмәров үҙенең кабинетында ултыра һәм донъяның һиллегенә ҡыуана. Шундай ҙа эш булыр икән! Иртәнән бирле берәү ҙә кермәне, берәү ҙә сыҡманы. Ярай, үҙенең шәхси эше күп ине, төрлө таныштарын, шылтыратып, көн элгәре байрам менән ҡотланы. Ваҡ-төйәк мәсьәләләр буйынса һөйләшмәгән кешеһе ҡалманы. Сәғәт ун икеләрҙә адвокат Наум Петрович килеп керҙе. Уның нимәгәлер борсолғаны, көсөргәнешле уйлағаны күренеп торһа ла, Сәғир быға иғтибар итмәне. Үҙ һүҙен һөйләүен белде. Адвокат эйәге менән генә артҡы яҡ бүлмәгә ишараланы. Унда ла бәҙрәф эргәһендә туҡталды. Шаптырлатып һыуҙы асты.
– Ә һин, Сәғир, компанияла барған үҙгәрештәрҙе күрәһеңме?
– Юҡ, – тине Сәғир, һиҫкәнде, тирә-яҡҡа ҡарап алды.
– Мин һиңә “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән инглиз телендәге китап биргәйнем. Ул ҡайҙа ята? Бындамы?
Үҙ ғүмерендә китап уҡыуға бик өҫтөнлөк бирмәгән Сәғир уйлана башланы. Ниндәй китап? Аҙаҡ иҫенә төштө: өйөндә ул китап!
– Тимәк, өйөңдә, – тине адвокат. Сәғиргә ҡарап, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Әле генә мин Зубровский янынан сыҡтым. Ул миңә бер нисә ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртты. Уның өҫтәлендә һинең өйөңдә ятырға тейеш китаптың, “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән ҡулланманың, күсермәһен күреп ҡалдым. Хәҙер үк өйөңә ҡайтып, шул китапты алып кил. Аҫта һине машина көтә.
Сәғир, сығып китер алдынан, боролоп, адвокаттан һораны:
– Китап юғалған осраҡта, нимә буласаҡ?
– Бер нимә лә булмаясаҡ, – тип мыҫҡыллы йылмайҙы күпте күргән адвокат. – Мин дә булмаясаҡмын, һин дә булмаясаҡһың, башҡа бик күптәр булмаясаҡ.
Машина ҡала ситенә ынтылды. Сәғир шоферҙы туҡтауһыҙ ҡабаландыра. Урам саты һайын тығындар. Сәғәткә яҡын ҡайтырға тура килде. Ә һәр минут ҡәҙерле. Ҡулланманы табырға һәм үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнлегеңде иҫбатларға кәрәк. Сәғир быға тиклем ышаныслы кешеләр иҫәбендә булды. Ул үҙенең абруйын һаҡларға һәм яҡлап ҡалырға тейеш. Уның өйөндә һәр бер нәмә урынында. Зифаның, мәҫәлән, ул китап менән ҡыҙыҡһыныуы бик шикле.
Йүгерә-атлай килеп ингән ирен Анжелла аптырап ҡаршы алды. Ул арала булмай, залдан үҙен хужаларса тотҡан бер егет килеп сыҡты. Быны күргән Сәғирҙең сәстәре үрә торҙо.
– Нимә, Анжелла, әллә һин көндөҙгө смена ойошторҙоңмо? – тине ул ҡатынына аҙарынып.
– Бында һине шикләндерерлек бер һылтау ҙа юҡ, – тине ҡатын егетте арҡаһы менән ҡалпап. – Әйткәндәй, һин үҙеңдең көтмәгәндә ҡайтып кереүең хаҡында алдан киҫәтергә тейеш инең. Кем белә, бәлки минең әхирәттәрем килгәндер.
– Килһендәр, – тине Сәғир битараф ҡына. – Шулай ҙа, әйт. Был егет кем ул?
Анжелла бер һүҙ ҙә өндәшмәне, Эдуардты күтәреп алды. Шул ваҡыт Сәғир үҙе өсөн көтөлмәгән һәм уны шаңғытырлыҡ асыш яһаны: кескәй Эдик, Эдуард, Анжелла менән Сәғирҙең улы тип йөрөгән малай, ят егеткә ике тамсы һыуҙың береһе һымаҡ оҡшағайны.
Ләкин Сәғирҙә малай ҡайғыһы юҡ. Кем белә, бәлки бөгөн компанияла уның яҙмышы хәл ителәлер? Яҙмыш тураһында уйлағас, Сәғир ҡапыл туҡтаны. Уға иртәнән бирле берәүҙең дә кермәүе, эш менән борсомауы, компанияла барған үҙгәрештәр менән бәйле түгелме икән? Әлбиттә, шулай. Уны бит күрәләтә эштән ситләтәләр. Юҡ, ситләтеп кенә ҡалмайҙар, уны төрткөләп ҡыуалар. Ә был хаҡта уның ҡатыны, ҡатынының атаһы, һуңғы сиктә, әсәһе нимә уйлай икән?
– Анжелла, минең мөнәсәбәт асыҡларға ваҡытым юҡ, – тине Сәғир. – Был егет хаҡында аҙаҡ һөйләшербеҙ. Һәр хәлдә, бөгөн мин һинең аҡланыуҙарыңды тыңлап торорлоҡ хәлдә түгелмен. Атайың менән һөйләш, компанияла ниндәй үҙгәрештәр бара.
– Һин нәмә, ҡәҙерлем? Был донъяла беренсе көн йәшәйһеңме әллә? – тип Анжелла уға һырпалана башланы.
Шул арала егеткә һиҙҙермәй генә, сығып тор, тип ымланы.
– Нимә, ҡайҙа барып эләккәнеңде белмәйем, тип әйтергә итәһеңме, ҡәҙерлем? Шаяртма! Бик яҡшы беләһең! Әсәйем атайыма һинең хаҡта һәр ваҡыт маҡтап һөйләй: “Кешеләрҙең нимә уйлағанын
 
алдын уҡ белеп тора”, – ти. Шуға, бер ҡатлы һорауҙар биреп, мине ғәжәпләндермә. Ә компанияға килгәндә, унда үҙгәрештәр һәр ваҡыт бар. Компания үҙгәрештәрһеҙ йәшәй алмай. Атайым үҙе лә был хаҡта: “Әгәр бөгөн берәйһен алдамаһалар, таламаһалар, һис юғы, һөйләмәһәләр, ғәжәп булыр ине”, – ти. Үҙеңде лайыҡлы тот, ҡәҙерлем. Шуны онотма: һин беҙҙең ғаиләнең, тимәк, атайымдың да иң ышаныслы кешеһе. Тағы бер нисә йыл үтер һәм һин ошондағы барлыҡ байлыҡҡа хужа буласаҡһың. Шуға әлеге һинең борсолоуҙарыңды мин ваҡытлыса аңлашылмаусанлыҡ итеп кенә ҡабул итәм. Ә инде кемдер һиңә янай икән, борсолма. Кем булыуына ҡарамаҫтан, беҙ ул кешенән бик анһат ҡотоласаҡбыҙ.
Анжелланың һүҙҙәре бик ышаныслы яңғырамаһа ла, Сәғир тынысланғандай булды. Атаһына туранан-тура шылтырата, уныһы тыңлай, шулай булғас, ниңә борсолорға? Сәғир йүгереп, үҙенең эш бүлмәһенә үтте һәм китаптарҙы барлай башланы. Тәүҙә һәр береһен ҡарап сыҡты. Һуңынан һәр китаптың эсен барланы, юҡ, күренмәй. “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән китап эҙһеҙ юғалғайны. Сәғир сейфын асып ҡараны, унда байтаҡ аҡса, алтын биҙәүестәр, хатта бер түгел, ике пистолет, “Камасутра”ның Һиндостанда нәшер ителгән данаһы бер файҙаһыҙға ята, ләкин “Рәсәйҙе нисәек таланылар?” тигән әсбапмы, ҡулланмамы, инструкциямы – юҡ. Сәғир шул мәлдә беренсе тапҡыр ҡурҡыу тойғоһо кисерҙе. Аяҡ аҫтында иҙән убылғандай булды һәм ошо китап менән ул үҙенең генә түгел, бик күптәрҙең яҙмышын хәл итеүенә төшөндө. Күпме тырышты, күпме көс һалды, ҙур ауырлыҡ менән, юғарыла ултырғандар араһына керҙе, уларҙың фекерҙәшенә әйләнде, күпме кешегә ярҙам итте, үҙе ярҙам алды һәм иң юғары маҡсатҡа ирештем, тигәндә, юҡ ҡына китап өсөн уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Бәхет тигәндәре ыуалырға ғына торған бер нимә икән. Ә бит бөтәһе лә уның ҡулында ине. Бәлки Зифаны бөлдөрөп, юҡ-бар сәбәп табып, рәхмәт тә әйтмәй, ғәфү үтенмәй сығарып ебәргәне өсөн, уны язаға дусар итәләрҙер? Әлеге Зифа килеп ҡыҫылды... Ә бит бәхет уның ҡулында һымаҡ ине. Сәғир белә ине ҡатынының үҙенән көслөрәк икәнлеген. Һәр мәсьәлә буйынса уның менән кәңәшләште, ҡатыны нисек тәҡдим итһә, шуны тормошҡа ашырҙы. Һәр аҙымын Зифаға ҡарап эшләүенә ул үҙе лә күнегеп бөткәйне. Шундай күңелһһеҙ уйҙар, фекерҙәр өйөрөлә Сәғирҙең аңында. Хатта бер заман ул ошо бәләләрҙең башында ҡатыны үҙе, Зифа торған һымаҡ итеп хис итә башланы. Ул булмай, башҡа кем булһын? Сәғирҙең үҙенең һәр аҙымын ҡарап, тикшереп торҙо, кәрәк булһа, төҙәткеләп ебәрҙе. Хәҙер Сәғир шул хәстәрлектең емештәрен татый.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: