Һаҡ начальнигы Зубровский:
– Сәғир Низамович, Зифа Нуримановнаны саҡырығыҙ, – тине.
Сәғир көс-хәл менән аяҡтарын һөйрәп, аш бүлмәһенә үтте һәм ҡатынын саҡырҙы. Ни эшләптер, ҡатынын эргәһенә түгел, ҡаршыһына ултыртты. Адвокат Наум Петрович ҡатындың алдына бер бит ҡағыҙ һәм ҡәләм һалды һәм эйәге менән генә Сәғиргә ымланы:
– Башлағыҙ, Сәғир Низамович!
Сәғир аҫҡа ҡараны, күҙҙәрен йәшерҙе һәм нимә әйтергә белмәй ултырғанда, кисә директор Алмаевтың уға әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Төшөрҙө лә, сатнатып, һөйләй башланы:
– Үҙең күреп тораһың, Зифа Нуримановна, – тине ул һәр һүҙен теш араһынан сығарып, – донъя үҙгәреп тора. Ун йыл йәшәнек, ләкин беҙҙе бәйләп торған бер нәмә лә юҡ. Һин минең талаптарыма яуап бирмәйһең. Бер бала ла табып бирә алманың. Хәҙер беҙҙең ғаиләне һаҡларлыҡ бер уртаҡлыҡ та юҡ. Һин беҙҙең тормоштоң шулай бөтөрөн һиҙгәнһеңдер һәм көткәнһеңдер, тип уйлайым. Бына минең менән эшләгән коллегаларым – адвокат һәм һаҡ начальнигы – беҙҙең йортоң мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты. Мин бында үҙемдең яңы ғаилә менән күсәм. Бына, кешеләр алдында таныйым, һуңынан минең өҫтөмдән йөрөгән, тип әйтерлек булмаһын. Минең ҡатыным бар һәм ике йәшлек улым үҫә. Шулай булғас, һин мине түлһеҙлектә ғәйепләй алмайһың. Мөлкәт мәсьәләләре һиндә шикләнеү тойғоһо уятырға тейеш түгел. Черниковкала минең бер бүлмәле фатирым бар, һин был хаҡта беләһең, мин уны һиңә бүләк итәм. Бер үҙеңә күп талап ителмәй. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, мин һине финанстарҙан бер ваҡытта ла өҙмәнем, быйылға дотация кимәлен элекке күләмдә ҡалдырам. Ләкин шуны бел, Зифа Нуримановна, һеҙ судлашҡан осраҡта, миңә ҡаршы акциялар булһа, мин һиңә аҡсалата ярҙамды туҡтатам. Ошо минуттан беҙҙең никахты тарҡатыу эше башланды һәм был ошо бер нисә көн эсендә йәки Яңы йылға тиклем хәл ителеп бөтөргә тейеш.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Зифа бер нимә лә аңламай. Ул ручкаһын тотҡан да, шаңғыған һымаҡ ултыра. Хатта бер нимә лә яҙмаған, ҡайҙа яҙыу, ул ишетерлек һәм нимәлер аңларлыҡ хәлдә лә түгел. Бәлки был төштөр, йә ире шаярталыр? Ә улай булһа, йәки шаяртһа, адвокат, ике тән һаҡсыһы, һаҡ начальнигы бында нимә эшләп ултыра һуң?
– Бөгөнгә һөйләшеү тамам, – тине адвокат. – Ике көндән судта беҙҙең осрашыу мөмкинлеге бар. Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, кәңәш кәрәкһә, ошо телефон буйынса шылтырата алаһығыҙ...
Бер нисә минуттан өс ҡатлы фатирҙа Зифа яңғыҙы ғына ултырып ҡалды.
Ирҙәр сығып киткәндән һуң Зифа урынынан тора алмай, ҡараңғы төшкәнсе ултырҙы. Хатта дворник Нурғәленең ишек шаҡыуын да ишетмәне. Зифаның аңы аҡрынлап асылды. Тимәк, уның иренең ғаиләһе бар, һәм унда улы үҫә. Ҡыҙыҡ, исемен кем тип ҡуштылар икән? Хәйер, уның исеме һиңә нимәгә кәрәк инде? Ул бит һинеке түгел. Былай булғас, Сәғир үҙенең түлһеҙ түгеллеген раҫланы булып сыға инде? Шуныһына рәхмәт, әзмәүерҙәй ирҙәр алдында ҡатынын түлһеҙ, тип иғлан итмәне.
Ә был нимә булды һуң әле? Төшмө, әллә берәй китапмы?
Бер йыл Сәғир Зифаны һунарға алып сыҡты. Ҡатынға нимәгә кәрәк булғандыр, эйәреп барыуын әйт әле. Саңғы менән ярты көн йөрөнөләр, ҡуян эҙенән башҡа, бер нимә лә күрмәнеләр. Ҡар яуа башланы. Ә Сәғир оҫта ғына һунарсы икән. Йөрөй торғас, барыбер тапты.
– Сеү! – тине ул ҡатынын ҡосаҡлап, биноклен тотторҙо һәм ағастар яғына йүнәлтте.
– Унда нимәләр бар тағы? Зифа бинокле аша күпме ҡарамаһын, күрмәй ҙә ҡуя.
– Саҡ ҡына аҫҡараҡ төшөр, – тине ире.
Ҡатын ҡараһа, ҡулынан бинокль төшөп китә яҙҙы. Урман ситендә бер нимә белмәй, бер нәмәгә иғтибар итмәй, ҡоралайҙар уйнап йөрөй. Һикереп-һикереп йүгерһендәрме, осоп китһендәрме. Аҡ ҡар араһында бар донъяны һоҡландырып уйнауҙарын әйт әле.
– Ҡарап туйҙыңмы? – тип һорай Сәғир.
– Ҡайһылай матурҙар! – тине ҡатыны. – Юҡ, быны ҡарап туйып булмайҙыр ул!
– Ҡарап туймағанды, ашап туйып буламы? – тип шым ғына көлдө ире.
Ә Зифа һаман ҡомһоҙланып
ҡоралайҙарҙы күҙәтә. Ана, берәүһе бигерәк һомғол буйлы, матур, үҙе олпат. Шым ғына, үҙ баһаһын белеп кенә тора. Их, үҙен фотоға төшөрөп алырға, тип Зифа уйлап өлгөрмәне, эргәләге атыу тауышынан ҡолап китте. Асыуланып, иренә ташланды:
– Ниңә уларҙы ҡурҡытаһың?
– Нисек ҡурҡытаһың? Лицензиям бар, аҡсаһы түләнгән. Эргәһенә барып еткәндә, баяғы, һомғол буйлы ата ҡоралай үлгәйне инде. Зифа был ҡоралайҙың итен ашай алманы.
Тас шул ҡоралай һымаҡ хис итте үҙен ҡатын. Нимә тинеләр әле? Кискә тиклем был йорт һинеке, нимә кәрәк, әйберҙәреңде ала алаһың. Кәрәк булһа, “Газель” йә “Камаз”, һеҙ шылтыратыу менән, килеп етәсәк. Транспорт йөк ташыусылар менән тәьмин ителәсәк. Тимәк, Зифа хәҙер үк сығып китергә тейеш. Ул ике ҙур сумканы һайлап алды ла, гардероб бүлмәһенә инеп, кейемдәрен барлай башланы. Ошо ҡалаға килгәнсе, Сәғир менән танышҡансы һатып алған пуховигы бар ине. Әллә ике, әллә өс ҡыш яратып кейгәйне. Иң тәүҙә шуны алды һәм кейеп ҡараны. Бәләкәйерәк тә, ярай инде. Ә бынау шәшке тундар, дубленкалар яғына боролоп та торманы. Сәғирҙе белеп буламы ни, тышта һаҡсылары ултыралыр, систереп алып ҡалһа ла, ояты ни тора! Ҡатын ҡабалана, үҙе ҡалтырана. Бер ыңғай ҡайһы кейемдәрен алыу, ҡайҙа сығып китеү, кемгә ҡунырға барыу хаҡына баш вата. Һайларлыҡ кейемдәре әллә ни күп тә түгел икән, бер мөйөштө генә алып тора. Әлбиттә, ике рәт булып теҙелеп торған Сәғирҙең гардеробы менән сағыштырып булмай. Ул кейенә белә. Иң мөһиме, кейенергә ярата. Бөгөн бында ҡайтырмы икән, йә йәш ҡатынына китерме? Уны яратҡанда ниндәй йылы һүҙҙәр әйтә икән? Ҡатындың аңында көнсөллөк тойғоһо уянды. Ә кем икән ул ҡатын, араларына кереүсе һәм уларҙы айырыусы? Йә инде, Зифа күпме тырышты, күпме дауаланып ҡараны, табиптар барыһы ла бер һүҙҙән: “Һеҙҙең һаулығығыҙ һәйбәт, хатта башҡалар көнләшерлек. Ә ирегеҙ тураһында уйлағыҙ. Кәрәк тип тапһағыҙ, табип тәҡдим итә алабыҙ”, – тинеләр. Ана бит, улы үҫә икән. Тимәк, ғәйеп унда түгел. Ярай, табиптар Зифаны иҫән-һау тиһәләр ҙә, ғаиләнең балаһыҙ булыуын һәм бына килеп, тарҡалыуын нисек аңлатырға? Зифа был һорауға яуап таба алмай. Киске алты булды, ишек алдына бер йөк ташый торған “Газель” килеп ултырғайны. Уныһы, ҡараңғы төшкәс кенә ҡуҙғалып китте. Зифа үҙенең шәхси сейфын асты, документтарын алды. Күҙенә ире бүләк иткән йөҙөктәр, муйынсаҡтар салынды. Барыһын һыпырып, сумкаһына төшөрөргә уйлағайны, кире уйланы. Ә юллап йөрөһәләр тағы? Зифа нимә эшләгәнен дә белмәй, бишме, алтымы ҡағыҙға, уҡып та тормайынса, ҡул ҡуйҙы. Унда әллә нимәләр яҙылғандыр әле. Йә инде, ошонда ханбикә сифатында йөрөй ине, хәҙер ҡыуылған асарбаҡ һымаҡ сығып китә. Ни өсөн? Уның ни ғәйебе бар? Бәлки ысынлап тороп, көрәшергә кәрәктер? О! Ул үҙен ниндәй бәхетле тоя ине! Матур донъя, етеш тормош, нимә тураһында һөйләмә, шунда уҡ алдына килеп ята. Бер тапҡыр кис телевизор ҡарағанда Мальдив утрауҙарын күрһәттеләр. Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ул утрауҙар ҡайҙа икән?” – тип кенә ҡыҙыҡһынды. “Мин дә, һинең һымаҡ, географиянан көсһөҙмөн”, – тип кенә аҡланды ире. Ә иртәгәһе кис йоҡо бүлмәһендәге тумба өҫтөндә ике юллама ята ине. Икешәр аҙнаға. Әлбиттә, Мальдив утрауҙарына. Зифа никах балдағын сисеп һалды. Тағы нимәләр яңы тормошта кәрәк булыр икән?..
***
Ә был ваҡытта Алмаевтың кабинетына Сәғирҙе саҡырҙылар. Ир, тыны тарығып, өлтөрәп килеп ингәндә кем менәндер телефон аша һөйләшә ине. Ике һүҙҙең береһендә: “Шулай, Радион Әхтәмович!”, “Эшләрбеҙ, Радион Әхтәмович!”, “Бына үҙе бында ултыра! Бөтәһе лә һеҙ әйткәнсә буласаҡ, Радион Әхтәмович!” – ти.
Директор трубканы ҡулы менән һөрттө һәм һаҡ ҡына һалып ҡуйҙы. Үҙе йүгереп, Сәғир эргәһенә сыҡты һәм рәхмәтле йөҙө менән ирҙең ҡулын ҡыҫты:
– Рәхмәт, Сәғир Низамович! – тине ул ҡулдарын еңелсә һелкетеп. – Һеҙ мине бик ҙур бәләнән ҡотҡарҙығыҙ! Наум Петрович һөйләне, Зубровский ҙа һеҙҙең менән ҡәнәғәт. Үҙеңде бик дөрөҫ тотҡанһың: ирҙәрсә, егеттәрсә, кешеләрсә. Үҙең беләһең, Сәғир Низамович, беҙ бында мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Донъя һеҙгә, йәштәргә ҡаласаҡ. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Шунда ара-тирә беҙгә шылтыратып, ярҙам итһәгеҙ, юлда осрағанда ултыртып алһағыҙ, беҙгә шул еткән. Һеҙҙең алда киң офоҡтар асыла, хөрмәтле Сәғир
Низамович! Шуны онотмағыҙ, әгәр маҡсат ҡуйғанһығыҙ икән, бер ниндәй кәртә алдында ла туҡтап тормай, ары атлағыҙ. Хәҙер шундайҙар заманы килде. Әгәр икеләнеп, уйлап, йәлләп торһағыҙ, һеҙҙән бер нимә лә сыҡмаясаҡ. Әйткәндәй, Радион Әхтәмович һеҙҙең менән осрашыуҙан баш тартмай. Әле лә шул хаҡта әйтеп өлгөрҙө. Кем белә, бәлки ул һеҙҙе өйөнә саҡырырға теләйҙер? Мин,мәҫәлән, уның өйөндә булғаным юҡ, ә һин буласаҡһың! Ул һиңә генә түгел, беҙгә, барлыҡ компания өсөн яҡшы! Яйы сыҡһа, минең хаҡта бер-ике йылы һүҙ әйтеп ебәрә алһағыҙ, мин бик шат буласаҡын.
Сәғир уңайһыҙланып ҡына, һорамай,түҙә алманы:
– Ә президентты әйтәм, ҡасан саҡырыр икән?
– Һәр ваҡыт әҙер бул! Бөгөн, биш минуттан, ун минуттан, хатта бер минуттан саҡырыуы бик ихтимал. Уның эше күп. Сөнки һин уның күңелен күтәрҙең бөгөн. Президент хәҙер ябай президент түгел. Ул – олатай, һинең улыңдың олатайы. Ә ундай хис-тойғо һинең өсөн ят. Мин нимә икәнлеген беләм, сөнки үҙемдең ейәнем, ейәнсәрем үҫә. Уларҙың йүгерешеп килеп, һине ҡосаҡлап алыуҙары, иркәләнеүҙәре... Ә һин ошо көнгә тиклем президентты шундай шатлыҡтан мәхрүм итеп килдең. Бына, күҙ алдыңа килтер. Бер нисә йылдан һинең улың, Радион Әхтәмовичтың ейәне, Мәскәүгә элиталы мәктәкә уҡырға бара. Әйткәндәй, улыңдың исеме нисек әле?
– Эдуард.
– О! Эдуард Сагирович! Яңғырай бит! Әллә һин ундай мәктәптә Эдуардтың исем ҡағыҙында атаһы урынына һыҙыҡ ҡуйырҙар, тип көткәйнеңме?
– Юҡ, әлбиттә!
– Рәхмәт, Сәғир Низамович, беҙҙе ҡыуандырҙың, президенттың кәйефен күтәрҙең! Адвокат , Наум Петровичты әйтәм, бөтәһен дә бик еңел аңлатты. Ҡатынығыҙ, ғәфү итегеҙ, элекке ҡатынығыҙ, артыҡ дәғүәләр ҡуймаған икән. Һеҙ уға Черниковкалағы бер бүлмәле фатирығыҙҙы биргәнһегеҙ, шикелле.
– Эйе, асҡысын, документтарын ҡалдырҙым, Яңы йылдан һуң рәсмиләштереп ҡуйырҙар.
– Ә былай еңел ҡотолғанһығыҙ, Сәғир Низамович! Ғәҙәттә, бындай никахтар тарҡалғанда ер тетрәп тора, мәңге бөтмәҫ тамашаға әйләнә. Бына быныһы – һеҙҙең файҙаға. Тимәк, һеҙ хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тота алаһығыҙ.
***
Зифа такси саҡырҙы ла, сумкаларын күтәреп, ҡапҡа алдына сыҡты. Эргәһенә Нурғәле йүгереп килде:
– Бында кемдер күсенергә йыйынамы әллә? Бер “Газель” килде лә, көттө-көттө лә, китте. Мин бер нәмә лә белмәйем.
– Нурғәле ағай, ишетмәнеңме ни? Мин күсенәм, – тине Зифа. Нисек күсенәһең? Дворниктың ҡулынан һеперткеһе төшөп китте.
– Белмәйем, Нурғәле ағай, шулай килеп сыҡты инде. Мин дә һеҙҙең һымаҡ, бында хеҙмәтсе булып йөрөгәнемде яңы ғына белеп ҡалдым.
– Ә, ҡыҙым, шулай буламы ни? – тине Нурғәле аптырап.
– Була икән шул, – тине Зифа, ауыр һулап. Ул арала булмай, такси килде. Таксист, сыға һалып, Зифаның әйберҙәрен багажникка урынлаштырҙы һәм ҡатындың өҫтөндәге иҫке пуховикка күҙ ташлап:
– Ҡайҙа барабыҙ? – тине.
– Белмәйем.
– Нисек белмәйһегеҙ? Үҙегеҙ такси саҡырғанһығыҙ, ҡайҙа барырға икәнлеген дә белмәйһегеҙ.
– Мине берәр ҡунаҡханаға алып барығыҙ, – тине Зифа. Хаҡы арзан, транспорт йөрөгән төбәк булһын.
Такси ҡуҙғалып китте.
Зифа такси менән оҙаҡ та барманы, ҡала ситендәге дүрт ҡатлы йорт эргәһендә туҡталдылар. Әлегә Зифа ял итергә, иртәгәһе көнгә әҙерләнергә тейеш.
Тап ошо минуттарҙа компанияның президенты Зифа менән Сәғирҙең ҡағыҙҙарын ҡарап ултыра ине. Сөнки президент Радион Әхтәмович берҙән-бер ҡыҙының кейәүенең, йәғни ейәненең атаһының кем булыуын белергә тейеш. Күп миллиардлы мөлкәтте урамдан табып алған иргә ҡалдырып булмай ҙа инде. Президент кейәүе менән әле булһа осрашҡаны юҡ. Бәлки осрашыу кәрәкмәҫ тә. Сөнки заманында төрлө структураларҙа һынау үткән “ҡарт бүре” кешенең холҡон былай ҙа бик тиҙ тотоп ала. Хатта уның хаҡында, кешене “үтәнән-үтә күрә икән”, тигән лаҡап та йөрөй.
Иң тәүҙә компанияға Сәғирҙең буласаҡ ҡатыны Зифа килгән икән. Бик тырыш, әрһеҙ башҡорт ҡыҙы, барлыҡ кәртәләрҙе үтеп, уңышлы карьера яһаған. Аҡса кәрәккәндер инде, ситтән тороп белем алған студенттарҙы финанс институтында уҡытҡан һәм шунда буласаҡ ире Сәғир менән танышҡан. Мөнәсәбәттәре тәрән булдымы икән, ул Сәғирҙе эшкә саҡырған һәм аҡрынлап, яйлап, карьера баҫҡысы буйлап юғары үрләткән. Бынан бер нисә йыл элек компанияла яңы корпоратив этика ҡағиҙәләре ҡабул
ителде һәм, уға ярашлы, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйлеләр, ирле-ҡатынлылар юғары һәм яуаплы вазифа биләргә тейеш түгел. Радион Әхтәмовичтың тәҡдиме менән эшләнде ул. Ҡарт көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бер нисә көслө кландан ҡотолорға һәм уларҙы тарҡатырға кәрәк ине. Ләкин был ҡағиҙә Зифа һәм Сәғир Ғүмәровтар ғаиләһенә лә ҡағыла һәм финанс эксперттары ҡатынын урынында ҡалдырырға тәҡдим итһә лә, ул, Ғүмәрова, иренең файҙаһына, юғары вазифаһынан баш тарта.
Сәғир Низам улының гүзәл заттар менән шаҡтай иркен мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Ирҙең һаулығына ҡағылышлы белешмә бик буталсыҡ. Мәҫәлән, Ғүмәровтар байтаҡ йылдар бергә йәшәһә лә, уларҙың балалары юҡ. Ул осраҡта Анжелланың Сәғирҙән тыуған малайын нисек аңлатырға?
Радион Әхтәмович үҙен бик уңайһыҙ тоя. Әлбиттә, ул булдырған бизнес даирәһендә әхлаҡ, әҙәп һәм кешесә мөнәсәбәттәр хупланмай һәм яҡланмай. Ниндәйҙер Сәғир Низам улы Ғүмәровтың һаулыҡ мөмкинлектәре ниңә әле уныҡы һымаҡ ҙур һәм ҡеүәтле компанияның ойоштороусыһын һәм хәҙерге хужаһын борсорға тейеш? Юҡ шул, борсоясаҡ. Бәлки бер нисә йылдан компанияны тулыһынса, әгәр табиптар раҫлағанса дөрөҫкә сыҡһа, оҙон буйлы, һомғол, матур, ләкин бабайҙар һымаҡ кәрһеҙ иргә ҡалдырырға тура килмәгәйе. Сәғирҙең мөмкинлектәренең сикләнеүе лә аңлатылған. Ул йәш сағында спорт менән шөғөлләнгән, ә аҙаҡтан ни өсөндөр дауаланыуҙан баш тартҡан.
Ошо мәғлүмәттәр президенттың иғтибарын йәлеп иткәс, уның кейәүен ҡабул итеү түгел, ғөмүмән, күреү теләге лә һүнде. Туҡта, уның ҡәҙерле Анжеллаһы нимә эшләй икән? Ҡайҙа, шылтыратып, хәлен белһен әле.
– Ни эшләп йөрөй минең ҡыҙыҡайым? – тине ул, хатта ауыҙы йырылып, күңеле йомшарып китте.
Ҡыҙыҡайы һайрай башламаһынмы:
– Атай, атаҡайым! Беҙ бына, икәүләшеп, Сәғир менән өр-яңы өйөбөҙҙө ҡарап йөрөйбөҙ. Саф һауа, ялан һымаҡ ере бар, ике-өс ҡатлы өйө. Һин нимә эшләйһең, атай, атаҡайым? Сәғиргә, үҙең бер күрмәгән кешегә, ышандырып тотторҙоң да, хәҙер ул мине ошо ҡараңғы өңгә бикләп ҡуймаҡсы. (Юҡ, юҡ, борсолма, Сәғир, мин шаяртам. Беҙ һәр ваҡыт шулай һөйләшәбеҙ. Һин нимә, ул һинең өсөн президент, ә минең өсөн ул атай, минең улыма – олатай. Айырманы һиҙәһеңме?) Атай, бында бер проблема ла бар. Һинең ҡыҙың һине олатай, әсәйемде өләсәй итте, ә был обоймала ейәнеңдең атаһы, минең ирем, һинең кейәүең бөтөнләй күренмәй. Ҡыҫҡаһы, һиңә тиҙ арала кейәүеңде күрергә лә, уны тынысландырырға кәрәк. Юғиһә, ул һуңғы көндәрҙә бер нисә ҙур батырлыҡ ҡылды. Ҡыҫҡаһы, ҡатынын айырып ебәрҙе, әле ул минең алдымда тубыҡланып тора һәм минең кейәүгә сығыуымды һорай. Һин быға нимә әйтерһең, атай? Юғиһә ул бөгөн төндә йоҡламаясаҡ.
Ҡарттың әйтер һүҙе бар. Һине кеше иткән, үҙенең урынын биргән ҡатыныңды ни йәнең менән урамға ҡыуып сығарҙың һәм хәҙер шатлығыңдан үрле-ҡырлы һикереп, минең ҡыҙымды үҙеңдеке итергә, аҙаҡ бар мөлкәтемде үҙләштерергә итәһеңме, тип һорай алмай бит инде. Ҡарт ҡағыҙҙар араһынан Сәғирҙең фотоһын алып, алдына һалды. Ә был йүләр үҙенә күрә түгел, һөйкөмлө генә күренә бит әле.
– Ҡыҙыҡайым, эшем күп, мин һиңә вәғәҙәмде бирҙем, мин уны ҡабул итәсәкмен. Тик эштә түгел, үҙемдең тыуған “өңөмдә”, әсәйең менән бергә. Ул Яңы йылда булыр.
– Ой! Яңы йылға тиклем алты көн бар бит әле, – тип уфтанды ҡыҙы. – Ярай, ике йыл түҙгәнде, алты көн генә түҙермен.
– Ҡыҙым, унда һиңә оҡшаймы? – тип һораны ҡарт.
– Иҫ киткес! Һоҡланғыс! Сәғирҙең зауығы миңә оҡшай! Ул шундай өй һатып алған! Атаҡайым! Ул һиңә оҡшаясаҡ! Тик шуныһы насар, дворниктан башҡа, персоналдан бер кеше лә юҡ. Беләһеңме, миңә ниндәй эштәрҙе йөкмәттеләр? Әгәр тиҙ арала ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы ялламаһаҡ, миңә үҙемә аш бешерергә, өй йыйыштырыға, хатта иҙән йыуырға тура киләсәк. Һин быларҙы күҙ алдына килтерәһеңме, атаҡайым?
– Юҡ, әлбиттә! Иҙән йыуыу, ашарға бешереү һиңә, ғөмүмән, килешмәй. Был хаталарҙы мин тиҙ арала төҙәтәсәкмен. Әгәр Ғүмәров әфәнде үҙе төҙәтә алмаһа. Бер нисә заводҡа хужа булып, йөҙҙәрсә миллион һум һалым түләп, мин ҡыҙымды хеҙмәтсе урынына тота алмайым. Йәиһә уның ирен ҡыуып сығарам, йә аҫып ҡуям.
Уйынлы-ысынлы шундайыраҡ һөйләшеү булды.