+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ноябрь 2021, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Өсөнсө бүлек Хикәйә

Ҡунаҡханаға гастарбайтерҙар килеп тулған. Эсәләр, геүләшәләр, үҙ-ара айҡашалар. Зифаға мөйөштәге бәләкәй генә номерҙы тәҡдим иттеләр. Иң мөһиме, арзан. Ҡатын урамдан кергәс, тәүҙә һиҙмәне, бүлмә һыуыҡ икән. Ҡуй инде, өйөнән йылы кейемдәрен дә алманы бит әле. Ярай, бер көнгә түҙер әле.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Өсөнсө бүлек Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Өсөнсө бүлек Хикәйә
Шул ваҡыт әхирәте Вәсилә шылтыратты, уралтып-суралтып торманы, Яңы йылға пландары менән ҡыҙыҡһынды.
– Уйлаған юҡ әле, – тип яуап бирҙе Зифа. – Бәлки бөгөн һөйләшербеҙ, әгәр ҡайтһа, – тип мәғәнә һалып өҫтәне.
Һуңғы һүҙҙәр Вәсиләне ғәжәпләндерҙе, буғай:
– Ә Сәғир ҡайҙа? Әллә командировкаламы? – тип һораны.
– Юҡ. Командировкала түгел, – тине Зифа тыныс ҡына.
Тышта шул ваҡыт дөбөр-шатыр килеп һуғышҡандары, ҡысҡырышҡандары ишетелде. Шаҡ та шоҡ килтереп, Зифа урынлашҡан номерҙың ишегенә һуҡтылар. Берәү атып та ебәрҙе, шикелле. Вәсилә быларҙы ишетеп, тағы ла ғәжәпләнде:
– Һин нимә, Зифаҡайым, – тине ул. – Кино ҡарайһыңмы, әллә һуғышып йөрөйһөңмө?
– Һуғышып йөрөйөм, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр, – тине Зифа. – Әле бына береһен атып та йыҡтым.
– Мин аңламайым, һиңә нимә булды? – тип ныҡышты Вәсилә. – Һин өйөңдә түгелме ни? Әллә командировкаламы?
– Мин һөргөндә, – тине Зифа.
– Нисек һөргөндә?
– Сөнки мине өйөмдән һөрөп сығарҙылар.
– Ужас! Ужас! Һине һөрөп сығарғандар!? Бер нимә лә аңламайым. Бәлки аңлатырһың?
– Нимәһен аңлатып тораһың инде, – тине Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән, илап ебәрҙе.
– Әллә һин илайһыңмы? – тип ғәжәпләнде Вәсилә, – мин һиңә ярҙам итә аламмы?
– Һин миңә ярҙһам итә алаһың, ләкин хәҙер һуң инде.
– Хәҙер үк илауыңдан туҡта һәм миңә аңлат. Һиңә нимә булды? Ҡайҙа Сәғир?
– Сәғир хәҙер беҙҙең буй етмәҫлек урында. Минең ирем, дөрөҫөрәге, элекке ирем, бай кешенең ҡыҙына әүрәгән, тип аңланым. Уларҙың хәҙер улдары үҫә. Исемен белмәйем. Бына шулай.
– Һин мине шаңғыттың! – тине Вәсилә. – Мин һине иреңде үҙемдекенә һәр ваҡыт миҫал итеп ҡуя инем. Юҡ, минеке улай түгел! Йүнһеҙ, әлбиттә, хайуани холҡо ла бар, ләкин ул мине ҡыуып сығармаясаҡ. Дөрөҫөн әйт, әле һин ҡайҙа?
– Черниковкала, “Заря” ҡунаҡханаһында гастарбайтерҙарҙың үҙ-ара һуғышҡанына тамаша ҡылам.
– Ишегеңде емереү ҡурҡынысы бармы? – тип һораны Вәсилә.
– Әлбиттә, бар. Бына емереп бөткәндәрен көтөп ултырам.
– Улай булһа, беҙҙе көт, хәҙер килеп етәбеҙ.
Вәсилә такси саҡыртты ла, күптән йоҡларға ятҡан ирен төрткөләп уятып, кейендерҙе лә, ҡала ситендә урынлашҡан “Таң”ҡунаҡханаһын эҙләп сығып та китте. Ире – полиция капитаны Фәрит Фуат улы. Полицейский мөһабәт кәүҙәһе менән ҡунаҡханала күренеүгә, коридорҙа бер кеше лә ҡалманы. Фәрит менән Вәсилә Зифаның номерын эҙләп тапты һәм уны өйҙәренә алып ҡайтып китте. Фәрит өндәшмәй. Зифаның тормошонда ҙур үҙгәрештәр булыуы уға мәғлүм. Ләкин уның – үҙ мәшәҡәттәре һәм ул һорауҙар бирмәй. Вәсилә өйгә ҡайтҡас, Зифаны:
– Күпме кәрәкһә, шул тиклем торасаҡһың. Башҡа үҙеңде әллә ҡайҙағы ҡунаҡханаларҙан гастарбайтерҙар араһынан эҙләтмә! – тип киҫәтеп ҡуйҙы.

***
Радион Әхтәм улы һуң ғына йортона ҡайтҡас, ҡатыны Сара ханым менән Анжелланың яҙмышы хаҡында тағы ла һөйләштеләр. Сөнки президент үҙенә түгел, хатта компанияның именлек хеҙмәтенә лә ышанмый. Сөнки һәр ваҡыт иң дөрөҫ, теүәл мәғлүмәтте ҡатыны Сара ханым бирә.
– Һин миңә дөрөҫөн әйт, Сара, – тине ире. – Сәғир беҙҙең араға ҡайҙан килеп сыҡты ул? Ул һинең кешеме?
– Ҡайҙан минең кеше булһын инде. Мин һинекеләрҙе, ғөмүмән, белмәйем. Уны Наум Петрович тәҡдим итте. Ул килтергән кешеләр, ғөмүмән, “таҙа” була торғайны.
Наум Петрович? Тимәк, был эшкә ул ҡул һалған. Бына һиңә мә! Радион Әхтәм улы шул адвокаттың нәфсеһен ҡәнәғәтләндерер өсөн эшләгән булып сығамы инде? Был бит – хата, ҙур хата!
– Башҡа бындай эштәргә ҡыҫылма! – тине ире ҡатынына уҫал ҡарап. – Хәҙер уны төҙәтеү өсөн бик күп көс һалырға тура киләсәк.
***
Йыраҡтан ҡарағанда нисә ҡатлы икәнлеге лә бик күренеп тормаған йорт алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып торған һымаҡ. Төп ваҡиғалар ошонда барасаҡ һәм күрше-тирәне генә түгел, матбуғат сараларын да ҡыҙыҡһындырасаҡ.
Аңлашылмаусанлыҡтар тәүге иртәлә үк башланды. Йорт хужаһы Сәғир Низамович ғәҙәте буйынса иртүк тороп, физик
күнекмәләр яһап, йыуынып сыҡҡандан һуң аш бүлмәһенә инеп, иртәнге ризыҡты ҡабул итәйем тиһә, бында шыш та, пыш та юҡлығын күреп, ауыҙы һәленеп төштө. Шунан хәтерләне: аш-һыу тирәһендәге барлыҡ эште элекке хужабикә Зифа үҙе башҡара торғайны бит. Ярай, бер иртәгә түҙербеҙ, тип үҙен тынысландырҙы хужа. Йомортҡа ҡурырлыҡ ҡына тәжрибәһе бар. Һуңғы сиктә, эшкә барғас та ҡапҡылап алырға мөмкин. Бер иртәгә асҡа үлмәҫ. Арлы-бирле ашап, гардероб бүлмәһенә үтһә, уны икенсе, ҡатмарлыраҡ тетрәнеү көтә ине. Көн һайын тәғәйен урынында бөгөн эшкә кейергә тейешле костюм-салбары ла, күлдәге лә, галстугы ла, хатта ҡулъяулығы ла юҡ. Нисәмә йылдар буйына көндән көнгә, аҙнанан аҙнаға, айҙан айға Зифа тарафынан һалынған тәртип күҙ алдында ҡойолоп төштө. Сәғир үҙенең хәлен аңлай. Был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ярамай. Анжелланы әле һаман белеп бөтә алмаған, аңламаған ир ҡатындан түгел, уның атаһынан, атаһынан да бигерәк, әсәһенән нығыраҡ ҡурҡа һәм шикләнә. Әле бер нисә кеше генә белгән, яңы төҫмөрләнгән Сара Моисеевна һәм Наум Петрович төҙөгән “Вариҫ” операцияһы, ваҡытында үтекләнмәгән күлдәк, йә әҙерләнмәгән иртәнге аш арҡаһында ғына, юҡҡа сыҡмай бит инде.
Күптәргә мәғлүм, СССР-ҙың тарҡалыуы, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар һәм үҙләштереүҙәр Рәсәйҙе бөлгөнлөккә төшөрһә лә, бик күп аҡыллы баштар байып ҡалды. Хәҙер уға сик ҡуйылды, тип иҫәпләнә. Ләкин элекке һымаҡ байлыҡҡа өмөт итеүселәр заводтар-фабрикалар тирәһендә эркелешеп йөрөй һәм законһыҙ юлдар менән ҡалған милекте йолҡҡоларға тырыша.
Ләкин бөгөн Сәғирҙе ул милек түгел, эшкә нимә кейеп барыу мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Аптырағас, үҙе гардеробҡа кереп китте. Бында, һалдаттар һымаҡ, береһенән-береһе ҡиммәтерәк костюмдары, күлмәктәре теҙелеп тора. Гардеробты тулыһынса тип әйтерлек алып торған кейемдәр тик уныҡы ғына. Ә бынауы ике шәшке тун, дубленка, кейем-һалым Зифаныҡылыр инде. Үҙе лә һиҙмәҫтән, сағыштырып ҡараны һәм тағы ла бер асыш яһаны: уның элекке ҡатыны кейем-һалымға битараф һәм бик баҫалҡы булған түгелме һуң?
Был хаҡта уйларға ваҡыт юҡ, тиҙерәк эшә китергә кәрәк. Сәғир иң ситтә торған пинжәкте эләктерҙе, салбарын кейҙе, күлдәк, галстук ҡарап алды һәм эшкә ашыҡты. Кабинетына кереп, иртәнге кофеһын да эсеп өлгөрмәне, уны Алмаевҡа саҡырҙылар. Ағымдағы эштәрҙе хәл итеп бөтөүгә, өр-яңылары килеп инде. Күп тә үтмәне, Алмаевҡа президент шылтыратты, тағы эш хаҡында һөйләштеләр. Аҙаҡ директор Сәғиргә күҙ һирпеп алды. Тимәк, һөйләшеү уның хаҡында. Кем белә, бәлки бөгөн саҡырып та алыр әле. Ана, кисә Анжелла шылтыратып, кейәүенең барлығы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Президент менән һөйләшеп бөткәс, Алмаев креслоһына һуҙылып ятты һәм бик оҙаҡ итеп Сәғиргә ҡараны. Шунан һуң башын һелкеп, аптыранып ҡуйҙы.
– Хөрмәтле Сәғир Низамович! – тине ул ниндәйҙер аныҡ булмаған тон менән. – Компания һеҙҙе бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләне, тип иҫәпләйем. Һәр хәлдә, бәхет һеҙҙең эргәлә генә. Һеҙҙең ғаилә статусын үҙгәртеү, ҡайһы бер ауыр ғына мәшәҡәттәрҙе хәл итеү һәм башҡа эштәр өсөн президент шәхсән үҙенең фатихаһын бирҙе. Миңә мәғлүм булыуынса, һеҙҙең икеме, өсмө ҡатлы йортоғоҙ бар һәм ундағы ер атайығыҙ исемендә булһа ла, һеҙ уға хужа, шулай булғас, үҙегеҙҙе хужа итеп тотоғоҙ. Ни өсөн һеҙҙең йортоғоҙҙағы, Ғүмәров әфәнде, иртәнән алып кискә тиклем һәр мәсьәлә, мәҫәлән, ашнаҡсы, йыйыштырыусы, дворник, водитель һәм башҡалар буйынса президент һәм генеральный директор кимәлендә хәл ителергә тейеш? Әллә һин президенттың һәм генераль директорҙың башҡа эше, юҡ тип уйлайһыңмы? Беренсеһе – шул. Икенсеһе. Һин, Ғүмәров әфәнде, ҡайҙа эшләгәнеңде онотма! Өҫтөңә ҡара, ҡапсыҡ һымаҡ пинжәк кейеп килгәнһең. Нимә, әллә һин үҙеңде ҡарай белмәйһеңме? Һинең эш хаҡың күпме әле? Ужас! Һин бит Рәсәй Президентының йыллыҡ эш хаҡын бер айҙа алаһың. Нимә, үҙеңә йыйыштырыусы, гардеробсы яллай алмайһыңмы? Һинең иғтибарыңа, президент әле генә миңә шул хаҡта һөйләне һәм үҙенең аптыраныуын белдерҙе.
Был һөйләшеү Сәғир Ғүмәровты дөмбәҫләп һалған һымаҡ булды. Бәй, хәҙер үҙенә эшкә тотонорға тура килә түгелме һуң? Етмәһә, йыл аҙағы, отчет менән ҡыҫалар. Киләһе йылға ҡалдырмай торған финанс документтары өйөлөп ята һ.б., һ.б. кабинетына
 
керһә, ҡабул итеү бүлмәһендә Наум Петрович ултыра.
– Сәғир Низамович, һөйләшкәнсә, иртәгә сәғәт өскә – судҡа, – тип ҡыуандырҙы ул.
– Шуны минһеҙ генә хәл итеп булмаймы?
– Әлбиттә була, ләкин Ғүмәрова ханым һуңынан дәғүә белдереүе ихтимал.
Уф, бында Зифа бар бит әле. Уның менән тағы осрашырға тура килә инде. Сәғирҙең шунда уҡ кәйефе боҙолдо. Бөтә эштәрҙән бигерәк, уны Зифа менән осрашыу нығыраҡ борсой, борсоуҙан бигерәк, ҡурҡыта ине. Сәғир ҙә кеше, ҡатынының күҙҙәренә нисек ҡарар? Уның менән һүҙгә килешергә тура килер әле. Уларға нимә тип яуап бирер?

***
Ә Зифа Ғүмәрова был ваҡытта әхирәтенең фатирында ял итә. Вәсилә менән Фәрит икеһе лә эштә. Улар кисһеҙ ҡайтмай. Көндө нисек үткәрергә белмәй аптыранған ҡатын еңдәрен һыҙғанды ла, өйҙө йыйыштыра башланы. Теге өйөндә йәшәгәндә лә ул йыйыштырырға ярата торғайны. Һис буш ултырғаны булманы. Иртәнән алып кискә тиклем иҙән йыуһынмы, мебелде һөрткөләһенме, ҙур өйҙә эше табылып тора. Үҙе лә һиҙмәҫтән, Сәғирҙе хәтеренә төшөрҙө. Иртәгә бит суд, осрашырға тура киләсәк. Ни хәлдә донъя көтә икән йәш ҡатын менән? Хәйер, хәҙер ҡыҙыҡһындың ни, ҡыҙыҡһынманың ни, киҫелгән икмәк башҡа йәбешмәй, тиҙәр. Хәҙер алға ҡарарға, киләсәкте хәстәрләргә кәрәк. Шул ваҡыт үҙенең эше иҫкә төштө. Барып килермен, тигәйне, кире уйланы. Ғүмәровтар хаҡында хәбәрҙәр унда ла барып еткәндер. Хәҙер әхирәттәре ҡыҙыҡһына, һораша башлар. Өйөн ҡалдырған ваҡытта Зифа Сәғирҙең эш бүлмәһендәге китапханаһынан, ял иткәндә уҡырмын, тип инглиз телендә “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән китапты алғайны. Китап ҡалын түгел, ләкин йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы ғына. Сәғир китапты ҡат-ҡат уҡыған, күрәһең. Урыны-урыны менән һыҙғылап, ҡалын нөктәләр ҡуйып, төрлө төҫтәге маркерҙар менән һыҙғылап танышҡан. Фатирҙы йыйыштырып бөткәс, Зифа китап менән танышып сыҡты. Был – китап ҡына түгел, үҙенә күрә бер ҡулланма, илде таларға теләүселәр өсөн инструкция сифатында эшләнгән. Бына нимә яҙа улар: “Рәсәйҙе талау иҫәбенә байырға теләүселәр бында бүлешерлек мөлкәт ҡалманы, тип иҫәпләһә, хаталана. Рәсәйҙең ҙурлығы, тәбиғи байлыҡтарының күплеге әле һаман күптәрҙе ылыҡтыра һәм яңынан-яңы үҙләштереү алымдарын табырға ярҙам итә”.
Зифа бик илтифат бирмәй генә китапты тәүҙә бер уҡып сыҡты, бер ыңғай инглиз теленән электән өйрәнгәндәрен иҫкә төшөрҙө. Насар түгел. Бик ҡыҙыҡлы китап. Был китаптың беҙгә ниндәй мөнәсәбәте булһын инде, уны ситкәрәк алып ҡуйҙы.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: