-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ноябрь 2021, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Алтынсы бүлек Хикәйә

Сәғирҙең телефоны телгә килде. Әлеге адвокат шылтырата. Сәғир теләр-теләмәҫ кенә трубканы алды.– Нимә, Сәғир Низамович, китапты юғалттым һәм партнерҙар алдында нисек аҡланайым икән, тип аптыранып ултыраһыңмы? – тип адвокаттың мыҫҡыллы һөйләнгәне ишетелде. – Һиңә берҙән-бер ҡулыңдан килерлек эш ышанып тапшырҙылар, осраҡлы рәүештә инглиз телен белеүеңде һәм бик ҙур юғары түшәккә дәғүә итеүеңде белгәс, һиңә ҡушҡайныҡ. Һөҙөмтәлә, нимә асыҡланды? Баҡтиһәң, һин был донъяла беҙҙең арала ҡатының арҡаһында ғына эләгә-тәгәрәй йөрөгәнһең икән.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Алтынсы бүлек Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ Алтынсы бүлек Хикәйә
Элекке ҡатының ишегеңде ябып, кейемдәрен, алтындарын алмайынса сығып китеүе онотолоп та өлгөрмәне, һинең булдыҡһыҙлығың билдәле лә булды. Ҡатынының итәге аҫтына йәшенеп, тик уның ярҙамында ғына карьера яһаған ирҙән дә ҡыҙғанысыраҡ күренеш бармы икән?..
Сәғир башҡа тыңлай алманы, трубканың төймәһенә баҫты. Хәҙер уны бер генә мәсьәлә борсой: эшкә барырғамы һәм кабинетына үткәрерҙәрме?
Сәғир ҡалтырана-ҡалтырана Алмаевҡа шылтыратырға булды. Уның менән байтаҡтан бирле күрешкәндәре юҡ.
– Хәҙерле көн, һаумыһғыҙ, Ҡадир Ризаевич! – тип мөмкин тиклем юғары кәйефтә башларға тырышҡайны ла, ләкин теге башта тупаҫ рәүештә бүлдерҙеләр:
– Әгәр мөмкин булһа, иптәш Ғүмәров, ҡыҫҡараҡ тотоғоҙ, – тине директор. – Һин миңә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһең, беҙҙе бер яҡшылыҡ та көтмәй. Бына, әйберҙәремде йыйып ултырам. Бөтәһе лә һине ғәйепләй. Компанияны юҡ итә яҙҙы, тип зарланалар. Мин һиңә аптырайым, Сәғир. Ҡарап тороуға аҡыллы ғына кешеһең һымаҡ, инглиз телен дә беләһең икән. Әгәр шулай грамотный икәнлегеңде алданыраҡ әйтһәң, беҙ һине тәржемәсе сифатында ла файҙаланыр инек. Ә һин ул белемеңде башҡа, беҙгә зыян килтерерлек йүнәлештә, әрһеҙләгәнһең. Әйберҙәремде йыям. Һин минең егерме йыллыҡ эшемде юҡҡа сығарҙың. Әйткәндәй, һинең кабинетты ла, мисәтләп, бикләгәндәр икән, тип ишеткәйнем. Ярай, энекәш, минең ваҡыт юҡ. Үҙем табырмын...
Анжелла килеп инде.
– Эдуард ҡайҙа? – тине Сәғир ҡатындың йөҙөнә ҡарап. – Теге егет менән уйнаймы?
– Ниндәй егет? Уның ҡайғыһы юҡ. Һин эшең тураһында уйла. Юғиһә, атайым һиңә бик ныҡ асыуланған, әсәкәйгә лә эләккән, шикелле. Һөйлә әле, нимә болғаттың унда? Хәҙер һинең хаҡта интернетта һөйләрҙәр, телевизорҙан күрһәтерҙәр инде.
– Ә ул миңә кәрәкме? – тине Сәғир уҫал ғына итеп.
– Нисек кәрәкмәһен? Фамилияң тирәһендәге шау-шыу һинең абруйҙы ғына күтәрәсәк, популяр кешегә әйләндерәсәк. Мин, мәҫәлән, ҡатыныңды айырыуыңды пиар йәһәтенән файҙалана алманың, тип иҫәпләйем. Ана, әртистар, спортсылар – нисек айырылыша!? Бөтә донъя геүләп тора!
– Һиңә бер үтенес мөмкинме? – тине Сәғир йонсоу ғына ҡиәфәттә. – Бөгөн бик ауыр көн булды, мин үҙем дә көтмәгән һынауҙарға дусар булдым. Әгәр мөмкин булһа, һин миңә саҡ ҡына ял итергә мөмкинлек бирһәңсе?..
– Һин мине ҡыуаһыңмы?! – тине Анжелла уҫал итеп. – Ә бының нимә менән бөтөрөн һиҙәһеңме? Хәҙер һаҡсыларға әйтһәм, улар һине был өйҙән урамға сығарып ташлаясаҡ!
– Анжелла, Анжелла Радионовна, ғәфү итегеҙ! Яңылыш ысҡындырҙым. Мине һин генә ҡотҡара алаһың, – тип мөңгөрләне Сәғир. – Зинһар, ғәфү ит!
– Ғәфү итмәйем! – тине ҡатын ҡаты итеп. – Ғәфү итеүгә лайыҡ түгелһең! Мин һиңә Зифа түгел. Һин яҡлаусыһыҙ ҡатындарҙы ғына урамға ҡыуып сығара беләһең. Ә минең яҡлаусым бар, һәм улар берәү генә түгел. Хәҙер бер һыҙғырайым, бында эҙең дә булмаясаҡ! Ләкин әлегә мин һине бында тотам. Бәлки кәрәгең тейер. Анауы, урамда йөрөгән урам һепереүсе, дворник, кем әле шуның исеме? Хәйер, дворникка исем нимәгә? Шул дворник йөрөй бит, ул беҙгә кәрәгерәк, һиңә ҡарағанда. Атайым дөрөҫ әйтә, әсәйем дә ризалашты: Һин – кәрһеҙ һәм булдыҡһыҙ икәнлегеңде тағы бер тапҡыр иҫбатланың.
Бындай тетрәнеүҙәрҙән һуң Сәғирҙең аңын бер генә уй-хыял ялмап алды. Әлеге тетрәнеүҙәрҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы бар. Ул да булһа, тиҙ генә табырға һәм тулғансы эсергә кәрәк. Араҡы*, шарап, виски булмаһа, көмөшкә лә ярай. Бында шарап баҙы ҡайҙа әле ул, тип Сәғир баш ватҡан арала, Анжелла килеп сыҡтты ла, күҙҙәрен шаҡмаҡландырып, Сәғиргә тағы ҡысҡырына башланы:
– Һин бында ни эшләп йөрөйһөң һаман? – тине ул ярһып-ярһып. –
 
Тегендә компания яҙмышы хәл ителә! Нимә эшләргә белмәй, атаҡайҙың башы ҡатҡан. Бар, ысҡын шунда, бәлки кәрәк булырһың! Ҡара уны! Ҡайтмаһаң да, бер үпкәм дә юҡ. Хәҙер бында минең әхирәттәрем килә. Минең бында хужабикә булып инеүемде йыуасаҡбыҙ.
Сәғир яуап биреп өлгәрмәне, телефоны шылтыраны. Шунда уҡ хәлһеҙләнде. Зубровский шылтырата ине.
– Һеҙ ҡайҙа, Сәғир Низамович? – тине ул сәләм дә биреп тормай. – Киске алтыла мин һеҙҙе көтәм. Шәхсән һеҙгә һорауҙарым бар, – тине лә трубканы һалып ҡуйҙы.
Башланды... Сәғир үҙенә ел-ямғыр теймәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер, тип өмөтләнә ине. Юҡ, уны ситтә ҡалдырырға уйлағандары тойолмай. Нимәләр һорашырға итә икән был отставкалағы полковник? Сәғир электән һаҡ начальнигын яратмай. Ҡулынан килһә, уны күптән эшенән ҡыуыр ине. Ҡөҙрәте етмәй шул. Хәҙер инде үҙен дә ҡыуып сығарыуҙары бик ихтимал.
Сәғир сыҡҡан саҡта ҡапҡа алдында ике “крузак”тың ултырғанына иғтибар итте. Машина эсендә ҡырынмаған йөҙлө дүрт-биш ир уҫал ҡиәфәттә ҡарап ултыра ине. Быларға нимә ҡалмаған? Анжелланың кисәһенә килгәндәрме, әллә уны һаҡлап йөрөйҙәрме? Ул джипҡа кереп ултырыуға, “крузак”тарҙың береһе –алдан, икенсеһе арттан төшөп, ҙур тиҙлектә юлға сыҡтылар һәм завод идаралығы яғына йүнәлделәр.
Тик шунда ғына Сәғир үҙенең бик ҙур эшкә, бәләгә ирекһеҙҙән тарыуына һәм тап шул көндәрҙә яҙмышы хәл ителеүенә ышанды. Ярай, күрәһеләре шул булғандыр инде. Нимә булһа ла булыр, ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Сәғир күңеленән генә үҙенә биреләсәк һорауҙарҙы фаразларға, уларға яуап эҙләргә тырышып ҡараны. Эйе, китап бирҙеләр, уҡыным, мәғәнәһен төшөндөрөп бирҙем, тип әйтер. “Кем бирҙе?” – тип һораясаҡтар. Адвокат бирҙе, Наум Петрович. “Был китаптың йөкмәткеһе менән кемдәр таныш?” – тип һораясаҡтар. Шул ваҡыт Сәғирҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул, йүләр, китаптың биттәренә үҙенең иҫкәрмәләрен яҙып ҡалдырҙы. Шул иҫкәрмәләргә ярашлы, план төҙөлдө, бурыстар билдәләнде, яуаплылар күрһәтелде. Бәй, былай булһа, уны паровоз итәсәктәр ҙә инде! Ә теге ҡулланмала иҫкә алынған ҡабан һимертеүҙе нисек аңлатырға? Сәғир, әлбиттә, ҡабандың тәғәйенләнешен яҡшы белә. Ул роль уның үҙенә йөкмәтелмәгәйнеме икән? Бик ихтимал. Әлбиттә, паровоз – енәйәтселәрҙең ойошҡан төркөмөнә етәкселек итеүсе – булыуға ҡарағанда, ул ҙур теләк менән ҡабан урынын алыр ине. Бирергә уйлаһалар, әлбиттә. Тәғәйен ваҡыты еткәс, Сәғир, ҡалтырана-ҡалтырана Зубровскийҙың кабинеты эргәһенә килде. Уны шунда уҡ лифтҡа ултыртып, бер нисә ҡат түбән төшөрҙөләр һәм ярым ҡараңғы бүлмә аша бер ҙур ғына бүлмәгә алып керҙеләр, урталағы ултырғысҡа күрһәттеләр. Күп тә үтмәне, эргәһендә – өҫтәл, ә уның өҫтөндә графинда бер нисә эсемлек барлыҡҡа килде. Эсемлектәрҙе ҡуйған егет ҡолағына ғына эйелеп:
– Һеҙгә ҡойоусы булмаясаҡ. Беҙҙә һәр кем үҙен үҙе хеҙмәтләндерә, – тине.
– Рәхмәт, – тине Сәғир.
Әлбитттә, ҡулдары ҡалтырай, ләкин шешә менән рюмкаға ғына тейҙерерлек. Сәғир инәлтеп торманы, мул ғына ҡойоп, күтәреп ҡуйҙы. Кәйеф күтәрелеп, еңел булған һымаҡ тойолдо. Ә ниңә ҡабатламаҫҡа? Бер нисә минуттан бүлмәнең ҡараңғы мөйөшөндә кешеләр кергәне тойолдо. Ул яҡтағы яҡтыртҡыс бик көслө яна, нисә кеше, кемдәр кергәнен айырырлыҡ түгел. Стена аша кемдеңдер асарғаланып һәм инәлеп үкергәне ишетелде. “Юҡ, юҡ, белмәйем! Мине улар ҡатнаштырманы! – тип үкерҙе ул. – Ҡотҡарығыҙ! Минең бер гонаһым да юҡ!”
Эселгән виски һәм тауыш Сәғирҙең тамам ҡотон алды. Йә, Аллаһ! Былар ҡулына эләккәс, хәҙер ҡотолоу юҡ икән! Йә инде, Наум Петрович менән Ҡадир Ризаевичҡа эйәреп йөрөһәң, шул була инде ул! (Һөрәнләүҙең урындағы театр артисынан яҙып алыныуын Сәғир белмәне) Сәғирҙән һорау алыу төнгө ун икегә тиклем дауам итте. Ул ике тапҡыр иҫереп, ике тапҡыр айныны. Ниндәй генә хәлдә булһа ла, бер нәмә лә йәшермәй, һөйләп бирергә, ғәйебен танырға ҡарар итте. Һорауҙарҙың йөкмәткеһенә ҡарағанда, был фетнә менән бәйле, бөтәһен дә беләләр. Улар тик башҡарылған эштең күләмен, кешеләрен һәм мөмкин булған һөҙөмтәләрен генә асыҡларға теләй. Уларҙыҡы һымаҡ компания төшөп ҡалған көмөш тәңкә түгел. Ундағы милек мөнәсәбәттәренең үҙгәреүе шунда уҡ һорауҙар тыуҙырасаҡ һәм сәбәптәрен эҙләү башланасаҡ. Сәғир аңлауынса,
 
түңкәрелеште ойоштороусылар быны “ғаиләнең”, йәғни президенттың яҡындарының ихтыяры сифатында ҡабул иткән.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: