+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2021, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИНЕ УЛАРҒА БИРМӘ, ӨЛӘСӘЙ! Хикәйә

Салауатҡа таныштарыма ҡунаҡҡа барғайным. Йәкшәмбе таң менән ҡайтырға сыҡтым. “Мерседес”та ун бишләп кенә кеше ҡайттыҡ. Эй, өйгә ҡайтаһым килә, ҡабаланам, Ҡайтмай ни, өйҙә мине ейәнсәрем көтә бит! Уға өс кенә йәш, белмәгәне юҡ. Таҡылдап тора инде, русса ла, башҡортса ла матур һөйләшә. Шул баланы һағындым. Ике көн генә күрешмәнек, ә ике аҙна һымаҡ булды. Тиҙерәк ҡайтҡым, шул баланы ҡосаҡлап алғым, майҙансыҡҡа алып барып уйнатҡым килә.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  МИНЕ УЛАРҒА БИРМӘ, ӨЛӘСӘЙ!  Хикәйә
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИНЕ УЛАРҒА БИРМӘ, ӨЛӘСӘЙ! Хикәйә
Эй, шул баланы һағыныуҙың ҡәҙерле минуттары! Әле көҙ, япраҡтар ҡойола, ейәнсәрем Вәлимә шул япраҡтарҙы баҫтырып уйнай. Бына автобус та ҡуҙғалып китте. 3-4 сәғәт тә үтмәҫ, ҡайтып та етербеҙ. Эргәмә бер ҡатын килеп ултырҙы. Тәүҙә иҫәнләште, аҙаҡ:
– Урын бушмы?– тип һораны. – Миңә иң аҙаҡҡы билет эләкте, һуңғы рәттә тар һәм бигерәк һелкетә.
Эргәлә урын буш, ултырһын, миңә ҡамасауламай.
Ҡатындың йөҙөнә тәүге ҡарағандан уҡ иғтибар иттем, күҙҙәре шешенеп бөткән, берәй ҡайғыһы бармы икән,тип уйлап ҡуйҙым. Шулай булмаһа, сумкаһынан ҡулъяулыҡ алып, күҙҙәрен туҡтауһыҙ һөртмәҫ ине.
– Әллә берәй бәләгә тарынығыҙмы? – тип һораным.
Ҡайғыһын һөйләй алманы, ҡулын ғына һелтәне. Йоҡларға уйлағайным, нисек күҙеңде йомаһың, эргәңдә генә үҙең һымаҡ ҡатын буҫығып илап килә. Шунан һуң үҙе һөйләй башланы:
– Минең ҡыҙым ире менән аварияға эләкте. Төҙәлеп килә ине инде, тороп ултыра башлағайны, бер көн төндә шылтыраттылар. Хәле бик ауырайған. Такси яллай һалып, килеп еткәндә, күҙҙәрен йомғайны инде.
– Ғәфү итегеҙ инде, мин белмәнем, – тинем уға.
– Үткән аҙнала ҡырҡын үткәрҙек, ҡайғыбыҙ шул хәтле ауыр булды, күтәрә алманым. Кеше нисек күтәрәлер, ҡыҙымдың биш йәшлек улы ҡалды. Тәүге ире менән, бала тыуғас та айырылышҡайнылар. Бер тапҡыр ҙа килгәне, уйынсыҡ алып биргәне, күргәне булманы. Ҡыҙымды ерләп, аҙна үттеме, юҡмы, элекке кейәүебеҙ килеп инде. Күстәнәсе лә, бүләге лә юҡ. Үҙе ҡырынмаған, йыуынмаған, өҫтөндә йүнле кейеме лә юҡ. “Эштән ҡайтып киләм”, – ти. Килеп керҙе лә, уралтып-суралтып торманы: “Мин Вәкилде һеҙҙән алам”, – ти. “Нисек алаһың, кейәү, биш йәшкә тиклем һин уны бер тапҡыр ҙа күрмәнең, ярҙам итмәнең”, – тип әйтеп ҡарағайным, яҡын да килмәй. “Закон минең яҡта, мин уның атаһы”, – ти.
Вәкил нимә хаҡында һөйләшеүебеҙҙе шунда уҡ төшөнөп ҡалды, иларға самалай: “Өләсәй, һин мине был кешегә бирмә!” – тине.
Кейәү ишетеп тора, бала уны танымай. Арыуыраҡ кейенеп килһә ни хәл инде? Аптырағас, юристҡа барҙым, Юрист бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Беҙгә элегерәк баланы тәрбиәләүҙә ҡатнашманы, алимент түләмәне, тип атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итергә булған. Кем уйлаған инде, шундай бәләгә тарырбыҙ, тип. Кисен улым әсәһен һорай, ниңә әсәй ҡайтмай ул, ти. Шунан мин уға ипләп кенә аңлатып бирҙем, беҙ бында ерҙә йөрөйбөҙ, ә әсәйең – өҫтә, һине күреп тора. Һине бер ваҡытта ла ташламай. Һин уны төштә күрәсәкһең, бергә паркта йөрөйәсәкһең.
Ышанды сабый, бер көн таң менән килеп торған, мин әсәй менән бергә уйнаным, ти.
Шул көндө атаһы тағы килеп керҙе. Ярай быныһында арыуыраҡ кейенгән. Ҡатынын эйәртеп алған. Вәкил ҡурҡып, ишек ярығынан ҡарап торҙо. Шунан килеп һыйынды ла: “Өләсәй, мине уларға бирмә! – тине. – Әгәр уларға биреп ебәрһәгеҙ,мин ҡасып ҡайтам!” – тип ҡурҡыта. Кейәү менән тағы һөйләшеп:
– Үҙебеҙ тәрбиәләрбеҙ, килеп йөрөгөҙ, бәлки каникулға алып ҡайтырһығыҙ, йәй көнө ял итергә алып барырһығыҙ, – тип әйтеп ҡараным.
Юҡ, ипкә килерлек түгел.
– Бала әле бәләкәй, беҙгә өйрәнгән, беҙ уның әсәһенең үлеүен әйтмәнек, – тинем.
Юҡ, аңлай торған кеше түгел икән. Ҡысҡыртып, илатып, баланы һөйрәп, тигәндәй, автобусҡа ултыртып алып киттеләр. Арттарынан йүгереп барып, ҡарап ҡалдым.
Телефондарын алғайным, шылтыратып ҡарайым, яуап бирмәйҙәр. Түҙмәнем, теге аҙнала ейәнемде юллап, үҙҙәренә киттем. Килеп ишектәрен шаҡығайным, әсәһе килеп сыҡты. Үҙенән араҡы еҫе килеп тора, мине өйгә лә саҡырманы, ишек төбөндә генә һөйләште:
– Һеҙ дөрөҫ эшләмәйһегеҙ. Килеп күренеп, баланың нервыһын боҙоп йөрөмәгеҙ. Ул һеҙҙе иҫкә лә төшөргәне юҡ! Беҙҙең фатирыбыҙ ҙур, уны тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар бар. Вәкилде онотоғоҙ! – тип сығарып ебәрҙе.
Күреп ҡайтҡым килә бит инде.
 
Аптырағас, балалар баҡсаһына барҙым. Унда ла әйтеп ҡуйғандар икән, яҡын да ебәрмәнеләр. Кискә балалар баҡсаһынан ҡайтҡандарын көтөп йөрөнөм. Күңелем түҙмәй бит инде, бер генә күреп, арҡаһынан һөйөп китермен, тип уйлағайным. Балаҡайым атаһының әсәһе менән килеп сыҡты. Йыраҡтан ғына тороп: “Вәкил!”– тип ҡысҡырғайным, ейәнем: “Өләсәй, өләсәй!” – тип ҡысҡырып килә. Йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап алды ла:
– Өләсәй, мине алып ҡайт! Мине алып ҡайт! – ти. Ул арала ҡоҙағыйым килеп етте.
– Юҡ, былай булмай! – тине ул ҡаты итеп. – Тағы килһәгеҙ, мин һеҙҙе полицияға биреп ебәрәм! – тип ҡурҡытты.
Кешеләр ниңә шул тиклем ҡаты күңелле була икән? Алып килгән уйынсыҡтарын, күстәнәстәрен дә алманылар. “Мәшәҡәтләп йөрөмәгеҙ, уның бында бөтәһе лә бар”, –тип. Бына хәҙер ни үле, ни тере ҡайтып барам, артабан ни эшләргә белмәйем. Нисек йәшәргә? Әллә судҡа биреп ҡарайһымы икән?
– Суд ҡына ярҙам итмәҫ, – тинем мин, ҡатындың хәленә инергә тырышып. Бындай осраҡта, миңә ҡалһа, яҡшылыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү хәл иткес әһәмиәткә эйә. Рәхмәт әйтегеҙ, маҡтағыҙ, ыңғайға һыпырығыҙ, улар һеҙҙе онотторорға тырышасаҡ. Ә бала күңеле әле яҙылмаған ҡағыҙ һымаҡ. Ул кемдәрҙе күрә, нимәләр яҙаһың, хәтерендә шул ҡала.
– Шулайтып ҡарайыҡмы икән? Юҡ, йөрәгем түҙмәй, үлтереп һыҙлай. Бала бит барлыҡ күңеле менән беҙгә ынтыла.
– Тәбиғи хәл, – тинем мин. – Ул һеҙҙән башҡа бер кешене лә белмәй. Хәҙер әсәһе лә юҡ, тормошона ят кешеләр килеп инде. Улар баланы үҙ талаптарына буйһондорорға тырыша. Был осраҡта һеҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙ, ә зыян килтереүегеҙ бик ихтимал. Улар Вәкилде артабан да һеҙҙән айырырға тырышасаҡ. Шуға күрә тыныс ҡына итеп, ипле генә хәл итә торған мәсьәлә был.
– Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙҙер, – тип ризалашты ҡатын. – Бәлки беҙ ҙә ҡыҙыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһынан, Вәкилде алып китеүҙе күтәрә алмайынса, уны үҙебеҙгә яуларға тырышып, хата ебәргәнбеҙҙер. Улар ҙа бит беҙҙең һымаҡ кеше, бәлки аңларҙар.
Оҙаҡламай Өфө күренде. Эргәмдәге ҡатын өнһөҙ генә илап килә. Ҡыҙын юғалтҡан, ейәнен яратыуҙан мәхрүм ителгән ҡатындан да бәхетһеҙерәк кеше бармы икән? Ә тормош яңы башлана. Алда күпме йоҡоһоҙ төндәр, ҡайғы һарҡып торған көндәр, һағыштар көтә.
Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: