-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2021, 17:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА Хикәйә Икенсе бүлек

Саттар Ғәфиәт улы ҡапҡа аша сығыр алдынан ниңәлер пансионатҡа боролоп ҡарайһы итте һәм ике-өс тәҙрә араһында, уға яҡынырағында, атаһын күреп ҡалды. Атаһы, башын эйеп, ҡулдары менән тәҙрәне һөртә-һөртә, һығылып-һығылып илай һәм нимәләрҙер тип ҡысҡыра ине. Быны директор ҙа күрҙе.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА Хикәйә Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА Хикәйә Икенсе бүлек
– Бер үк борсолмағыҙ, Саттар Ғәфиәтович. Тәүге көндәрҙә бөтәһе лә шулай була, – тип тынысландырҙы ул, – бына, Сәмиғуллинды ҡарағыҙ.Тәүге көндәрҙә ҡайтҡыһы килә, йоҡлай алмай ине, ә хәҙер ҡыуып ҡайтарырлыҡ та түгел. Шулай бит, иптәш беренсе секретарь?
– Дөп-дөрөҫ, иптәш директор! Ғәфиәт Уралович та өйрәнеп китер әле!
– Тик бер генә үтенес, – тине директор, – әгәр мөмкин булһа, бик йыш килеп йөрөмәгеҙ. Атайығыҙға – ҡыйын, һеҙгә – стресс, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Аҡсаһын теүәл түләп торһағыҙ, шул еткән.
Ике аҙнанан килермен, тигәйне, өлгөрмәне. Ике ай үтеп китте, бара алманы. Үҙенә лә оят була башланы. Тормошоноң бик ауыр, ҡатмарлы көндәре ине. Саттарҙың ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән сағы, бар эшен күтәреп һуҡты ла, атаһын күрергә килде.
Алдан шылтыратып ҡуйғайны, ҡаршылап торалар – директор, уның эргәһендә “беренсе” өтәләнеп йөрөй. Атаһын саҡырып сығарҙылар. Шунда Саттарҙың тетрәнеүе һәм кисерештәре!.. Элек һәлмәк кенә итеп, һелкетә баҫып йөрөгән атаһынан шәүлә генә тороп ҡалғайны. Ябыҡҡан! Йүнләп ашамағаны, йыуынмағаны күренеп тора...
– Һеҙгә әйтеп ҡуяйым, – тине директор. – Бындағыларҙың күбеһе юғары ҡан баҫымы менән йонсой. Атайығыҙ, моғайын, быға тиклем инсульт кисергәндер. Әгәр өҫтәп түләһәгеҙ, МРТ-ға алып бара алабыҙ. Табип та шул хаҡта һөйләй. Былай атайығыҙ ҡараулы, унан ялыуҙар юҡ.
– Ниндәй ялыу һөйләйһегеҙ? – тине, ярһып, Саттар. – Ул бит хәҙер кешелек сифатын юғалтҡан!
– Туҡтағыҙ әле, Саттар Ғәфиәтович, – тине директор. – Һеҙҙең атайығыҙға – һикһән йәш. Был йәштәгеләр күптән үлеп бөттө йәки түшәктә генә ята. Ә һеҙҙең атайығыҙ йөрөй әле, беҙгә рәхмәт әйтегеҙ. Бына, Сәмиғуллин иптәште алайыҡ. Уға, мәҫәлән, туҡһан тулып уҙҙы, әле лә һин дә мин. Сөнки партия хеҙмәткәренең йәшәү рәүеше шундай булған: аныҡ режим, һәйбәт туҡланыу, ваҡытында дауаланыу. Беҙҙең бурыс – һеҙҙең атайығыҙҙы һеҙҙең менән мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәтеү.
Шул ваҡыт ҡарт телгә килде.
– Күр-Күркәле, – тине ул, саҡ аңлайышлы итеп.
– Күркәле ҡайҙа ул? – ти директор.
– Ташбаш районында, тыуған ауылы, – тине Саттар.
Таныш район, таныш ауыл исеме ишетелгәс, ҡарт ҡыуанып ҡуйҙы, хатта сәпәкәй итте.
Саттар оҙаҡ ултыра алманы. Күп булһа, ун биш-егерме минут. Алда уның тормошон пыран-заран килтергән, баш түбән әйләндергән ваҡиғалар тора.
Ярай, килеп ҡайттым, тип аҙмы-күпме тынысланды Саттар һәм ҡайтырға сыҡты.
Ә алда уны бер яҡшылыҡ та көтмәй. Ҡатыны, Фәниә Сираевна, уртаҡ бизнес менән шөғөлләнгән йәшлек дуҫы Ирек менән тап ошо көндәрҙә Саттарҙы бизнестан тамам ситләттеләр. Дөрөҫөрәге, эшен тартып алдылар. Ҡатыны өйөнә кертмәне, асыҡлап әйткәндә, ҡыуҙы. Асҡыстарын, документтарын тартып алды һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй торған ҡарауыл ултыртты.
Бәлки быныһын ғына күтәрер, һөйләшер, кәңәшләшеп, бизнесының бер өлөшөн ҡайтарыр ҙа ине, ләкин Фәниә менән Иректең мөнәсәбәттәре ябай эшҡыуарлыҡ менән генә сикләнмәгән. Саттар, ғөмүмән, көтмәгән, күҙ алдына ла килтермәгән кимәлгә сыҡҡан. Дуҫы ҡатынын айырған һәм хәҙер Фәниә менән бергә йәшәп яталар. Балаларҙың мөнәсәбәте был үҙгәрештәргә – битараф.
Саттар ике ут араһында ҡалды. Ирҙең мәшәҡәттәре бының менән генә бөтмәне. Атаһын ҡарай алмай, йәшәргә урын юҡ, аҡса етмәй. Атаһының пенсияһын уны ҡарау һәм тәрбиәләү иҫәбенә пансионатҡа күсерергә тура килә. Улары ваҡыт-ваҡыт, шуны эшләнек, дарыу алдыҡ, тигән һылтау менән, өҫтәлмә аҡса талап итә.
Саттар, атаһын пансионатта тотоу мәсьәләһе киҫкенләшкәс, үҙе барып сығырға булды. Алдан шылтыратып ҡуйһа ла, директор элекке һымаҡ сығып ҡаршылау түгел, ултырғысынан да ҡуҙғалмай ҡаршы алды. Бер үҙе түгел. Эргәһендә ярым хәрби кейемдә күҫәк тотҡан һаҡсыһы ултыра.
– Һеҙҙең эштәрегеҙ бик насар. Һеҙ килешеү талаптарын үтәй алмайһығыҙ. Һеҙ күсергән аҡса атайығыҙға лайыҡлы ҡартлыҡ тәьмин итергә етмәй. Шуға күрә беҙ, уны,
 
хеҙмәтләндереүҙең арзанлыраҡ юлдарын тәьмин итеү маҡсатында, ауыр хәлдәгеләр янына күсерергә мәжбүр булдыҡ, – тине.
– Ә быны нисек аңларға? – тине Саттар.
– Нисек бар, шулай аңлағыҙ! – тине директор һауалы ғына. – Хәҙер уны килтерерҙәр, эргәлә күрешеү бүлмәһе бар, шунда осрашырһығыҙ.
Күрешеү бүлмәһенә үттеләр. Уныһы тимер эскәмйәләрҙән, рәшәткәле тәҙрәнән торған бүлмә икән. Саттар, килеп кергәс, үҙен төрмәләге һымаҡ итеп хис итте. Бына атаһын килтерҙеләр. Ике санитар, ике ҡулынан тотоп, һөйрәп, тигәндәй, алып керҙеләр ҙә эскәмйәләрҙең береһенә ултырттылар.
– Һеҙҙең утыҙ минут ваҡытығыҙ бар, – тине санитарҙарҙың береһе һәм, сыҡҡас та ишекте бикләп алдылар.
Саттар ап-аҡ сәсле, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, башы һалынып төшкән, аяҡ-ҡулдары ҡалтырып торған ҡарт эргәһенә эйелде. Ошо кеше уның атаһымы? Һуң, ҡасан ғына Саттар бөтөнләй икенсе кешене ҡалдырып киткәйне.
– Атай, атай, был һинме ул? Ниндәй көнгә ҡалдырғандар! Юҡ! Былай ярамай! Бер сараһын күрергә кәрәк!.. – тип ысынлап өҙгөләнде улы атаһы эргәһендә. – Мин һине
күрәләтә үлтертеүгә юл ҡуймаясаҡмын! Атай, һине ашаталармы? Йыуындыралармы? Өҫ-башыңды ҡараусы бармы? – тип бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра улы.
Ә ҡарт өндәшмәй. Аҡрын ғына башын күтәреп, улына ҡараны.
– Һин мине Күркәлегә алып ҡайт, – тип мөңгөрләне ул, – мин бында йәшәй алмайым.
Саттар, атаһын етәкләп, директорҙың ишеге яғына атланы. Үҙе менән һөйләшергә кәрәк. Ни эшләп йәшәү шарттары шул хәтле насар? Тимәк, яҡшылап ҡарамайҙар! Ишекте асып та өлгөрмәне, ҡаршыһына һаҡсы баҫты.
– Рөхсәтһеҙ үткәрмәйбеҙ! – тине ул ҡәтғи.
– Саҡырығыҙ, үҙе менән һөйләшәм, – тине Саттар.
– Әле ваҡыты юҡ. Үтенесегеҙҙе тапшырырмын.
Байтаҡ көтөргә тура килде. Бына бер заман килеп сыҡты. Ашап-эсеп ултырғандар, ахыры, ҡыҙарынып, бүртенеп бөткәндәр.
– Нимә? Ялыуығыҙ бармы? – тине директор һауалы ғына. – Ҡалдырығыҙ, разберемся! Тик кемдәр ваҡытында хисаплашмай, беҙ уларҙың ялыуҙарын ҡарамайбыҙ.
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, атайҙың хәле бик насар бит, – тип аптыранды Саттар.
– Ә һеҙ беләһегеҙме, иптәш Саттар Ғәфиәт улы!? – тип тауышын күтәрҙе тегеһе. – Беҙгә – сират. Әгәр беҙҙең тәрбиә оҡшамаһа, атайығыҙҙы алып ҡайтып китә алаһығыҙ. Әлбиттә, бурысығыҙҙы түләгәндән һуң. Минең менән әҙәплерәк һөйләшергә кәңәш итер инем! Үҙегеҙ беләһегеҙ, һеҙ атайығыҙҙы танышлыҡ менән килтерҙегеҙ. Мин маҡтанмайым. Ҡала эргәһендә ошондай бер нисә тиҫтә пансионат бар, һәр береһендә шул хәл күҙәтелә. Беҙ кешеләр менән эш итәбеҙ. Ошондағыларҙың 90 проценты үҙ-үҙҙәрен ҡарай алмай. Ә беҙ – ҡарайбыҙ, уларҙы тәрбиәләйбеҙ.
– Һуң, кешене ошо кимәлгә төшөрөргә түгел бит! – тип һөйләнде һаман Саттар. – Ул бит кешелек сифатын юғалтҡан.
– Оҡшамаймы? Оҡшамаһа, алып ҡайтығыҙ! Уның урынын ун кеше көтөп тора! Ун кеше! Бына ҡарағыҙ, ҡапҡа алдында көн һайын биш-алты машина ултыра. Бына – ғаризалар. Беҙгә – сират, – тип туҙынды директор һәм тороп, ҡыңғырауға баҫты.
Ишектә һаҡсы күренде.
– Сәмиғуллинды тотоп килтерегеҙ әле бында, беренсе секретарҙы.
Оҙаҡламай, ялтаңлап, уныһы килеп тә инде.
– Иптәш Сәмиғуллин, Ғәфиәт Уралович буйынса һорауҙар бармы? Ялыу менән мөрәжәғәт иттеме?
– Юҡ, ул бында иң күндәм, тыңлаусан, тыныс, ипле, әҙәпле пациенттарҙың береһе. Ашамағанын беләм, аппетиты юҡ, тиҙәр. Бәлки берәй сир йонсоталыр? Эйе, килгәс, үҙгәрҙе. Бында килгәндә шап-шаҡтай ине. Ә һеҙ үҙегеҙ нисә тапҡыр килеп хәл белдегеҙ? Ике аҙнанан киләм, тип китеп юғалып, өс айҙан һуң килгән кеше һеҙ түгелме? Ә хәҙер дәғүәләр ҡуяһығыҙмы? Ҡайтарып ебәрергә кәрәк!
Үҙе һөйләнә, үҙе, ауыҙын ҡыйшайтып, үсекләй, үҙе ваҡыт-ваҡыт күҙ ҡыҫа. Мин һөйләгәнгә ышанмағыҙ, тип әйтеүе шулмы икән?
– Ярай, – тип тынысландырҙы директор. – Һеҙ бик һорағас, атайығыҙға айырым кеше беркетербеҙ. Тик был ғына уға бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй. Сөнки ул, атайығыҙҙы әйтәм, ысынбарлыҡтан айырылып бара инде.
– Ә быныһын нисек аңларға? – тип аптыранды Саттар.
– Альцгеймер. Уның хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
Саттар һиҫкәнде. Ишеткәне лә, күргәне лә бар. Ҡарттарҙы сабыйға әйләндергән, кешелек сифаттарын юҡҡа сығарған, был донъяға ник тыуҙым? – тигән көнгә төшөргән, бер кемде лә аяп тормаған бәлә.
– Мөнәсәбәттәрҙе
боҙмайыҡ, – тине директор. – Мин һеҙгә, нисек бар, шулай һөйләнем. Иң һуңғы сиккә әҙер булырға кәрәк. Әгәр атайығыҙҙы яратһағыҙ, күреп ҡалырға теләһәгеҙ, элеккенән айырмалы, йышыраҡ килегеҙ.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в