+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2021, 18:00

УН БИШ ҺУМ Хикәйә Беренсе өлөш

Нимə сыҡһа, ошо əбейҙəрҙəн сыға. Ҡулын ҡаш ɵҫтɵнə ҡуйған булып, тешһеҙ ауыҙын ослайтып, таяғын туҡылдатып ҡалай тыйнаҡ ҡиəфəт менəн яҡынайған булды. "Ғəфү итегеҙ, — имеш. Йəнəһе лə берəү ҡаласа һɵйлəшə. — Һеҙ фəлəн районданмы?" Белеп тора лаһа. Инде уратып йɵрɵгəненə дүртенсе кɵн. Бына ни ɵсɵн əйлəнгелəй икəн күҙелдереген ҡояшта йылтырата-йылтырата. — Фəлəндəн. — Тɵгəн ауылданмы? — Тɵгəндəн. Ғилметдин. — Ғилметдин ағайҙыр, шулдыр, тип уйлағайным да. — Əбекəйең бер ҙə юҡҡа ҡыуана-ҡыуана арт һанын һоноп ултырырға ла самалай. Рɵхсəт тə һорау юҡ, кеше танылырға телəйме-юҡмы, уны ла уйлау юҡ. Ғəфүҙəн башлаған кеше үҙе. — Мин дə Тɵгəндеке бит. Арғы урамдан, Сəйфелмɵлɵк ҡыҙы.

УН БИШ ҺУМ  Хикәйә Беренсе өлөш
УН БИШ ҺУМ Хикәйә Беренсе өлөш

Вəт бер əрһеҙ кеше булып сыҡты, əй. Һɵйрəпме һɵйрəй Ғилметдинде алыҫ үткəндəргə. Ҡарттың иренен ҡымтып һɵҙɵп ҡарауынан уҡ ниндəйҙер Сəйфелмɵлɵк ҡыҙы менəн сəхифəлəр аҡтарып ултырырға бер телəге лə юҡ икəнен аңларға тейеш тə баһа.

— Ошо йортта йəшəйһеңме, ағай?

Һораша тағы. Ə үҙе бɵтəһен дə белə бит инде, кисə тɵштəн һуң ишек тɵбɵндə бар донъяның хəбəрен йыйып ултырған Нюра ҡарсыҡ менəн ике-ɵс сəғəттəй сɵкɵрҙəште.

— Ə мин анау ҡаршылағы йортта торам. Балалар дүрт бүлмəлене һатып алғас, ай-вайыма ҡуймай күсереп алып килделəр, — тип йəй башында ғына тɵҙɵп бɵтɵлгəн байҙар йортона эйəге менəн ымлай. Һай-һай, ҡайҙан килгəн һуң был Сəйфелмɵлɵк ҡыҙына байлыҡ?!

Ə əбей Ғилметдиндең һорауын ишеткəндəй дауам итə:

— Кейəүем менəн ҡыҙым Себерҙə эшлəп ҡайтты. Ə һеҙ байтаҡтан бындамы?

Быныһын да белə, юрый һорай. Үҙеңдекелəр телəһə ҡалай үҫкəндə, һин ғүмер баҡыйың кеше балаларын ҡараныңмы, тип тɵрттɵрмəксе. Нишлəйһең, теге балалар əсəлəре менəн ауылда үҫте. Бала ни əсəһе менəн ҡала хəҙер, əсəһенə яҡын була. Бында Ғилметдиндең һис ғəйебе юҡ. Ир ирекһеҙ, ҡайҙа барып инəһең, кемде ҡосаһың, шуның балаларын үҙ итəһең. Заманы шундай. Уҡый алманылар, шуныһы ғына... Ə былай ауылда кеше ҡыланғанды ҡыланып бер кɵйгə генə йəшəп яталар.

Тик ҡарсыҡтың уйында тағы ла нимəлер бар, ахыры, һирпелеп ҡарап-ҡарап алыуынан шул тойомлана. Шундай əрһеҙ кеше лə баҙнат итə алмайыраҡ торған нимə икəн?

— Беҙҙең йорттоң анау ситке подъезында улың йəшəй бит, Ғилметдин ағай, — тип əйтеп һалмаһынмы?! Əйтте лə, үҙе лə һиҙмəҫтəн, эскəмйəнең ситенəрəк шыла биреп ҡуйҙы. "Нимə тиер?" —  тигəндəй кɵтɵңкɵрəне. Тик əйтеп бɵтɵргɵһɵ килə бит инде хəбəрен, эсе кɵтɵрҙəй. Шуға бер тынала һɵйлəне лə ташланы. Ни булһа ла булыр, тине, буғай

— Тас һин. Һуйған да ҡаплаған. Мɵһабəт буй-һын, ҡалын кəүҙə. Аҡ йɵҙлɵ, ҡуңыр күҙле. "Һе" тип йылмайып ҡуйыуына тиклем иғтибар иттем. Булыр-булыр ҙа, шул тиклем булмаҫ. Ысын. — Ҡарт һаман ɵндəшмəгəс, əйҙə лə, ултыр буртайып, тигəндəй, артабан сурытты. — Ул — ҙур түрə. Минекелəр шайы ғына түгел. Шул ҡəҙəрлем уҡымышлы ла, башлы ла, тиҙəр.

Ҡарт һаман ɵндəшмəне. Шулай ҙа: "Ул яғы менəн əсəһенə тартҡан икəн. Фируза ла гелəн агитатор була торғайны", — тип уйланы.

Их Фируза, Фируза, күптəн онотолған инде. Хəйер, иң ҡыҙыу тигəн мəлендə лə бик илтифат ителмəгəн, үҙенең хəсрəте менəн мəшғүл булған. Ул осорҙа Ғилметдиндə кеше ҡайғыһы инеме ни?! Тормошоноң иң ауыр ваҡыты. Хатта һуғышта ла, аҙаҡтан тɵрмəлə лə улай ауыр булманы, шикелле.

Ҡалай ҡаршылашып маташҡайны ла ҡарт, бер ни ҡыла алманы, хəтер үҙенең шырлыҡтарына ɵҫтɵрəклəп, күңелһеҙ иҫтəлектəргə сəнстереп-йолҡҡолатып алып инде лə китте. Ə Сəйфелмɵлɵк ҡыҙы юха йылан кеүек шырлыҡ ауыҙында тороп ҡалды. Ғилметдиндең хəтирəлəренə һис ҡыҫылышы булмағастын ни, ҡалды инде. Ə бит инфаркт үткəреп, илла-алла менəн генə аяҡҡа баҫҡас, үҙен ҡаялай ҡаты тоторға, бер ниндəй хис-тойғоға бирелмəҫкə тип əйтеүҙəр əйткəн булғайны ҡартың.

...Һуғыш арты ине. Ауылда ир-ат аҙ. Булғаны ла сатан да сулаҡ. Шулай булғас, əрҙəнə кеүек яугиргə бисə-сəсəнең күҙе ҡыҙыуы ғəжəпме ни?! Араларында Фируза иң ныҡышы булғандыр. Бары шул ғына. Ғилметдин яғынан артыҡ ғишыҡ-мишыҡ юҡ ине, раҫ. Ə бисəлəр халҡын кем белə. "Мɵхəббəтһеҙ ни-ни?" — тип килештерəлəр бит үҙҙəре. Бəлки, бында ла шулай булғандыр. Ə Ғилметдиндең əллə ҡайһы арала эсеүгə əүəҫлəнгəн бисəһе менəн айҡашҡан осоро. Шуға күрə Фирузаға күңел дə һалмаған, башына ла алмаған. Бына бит, хатта ҡайҙа осрашып, ни арала яратышып йɵрɵгəндəре лə иҫендə юҡ.

Хəтерендə, бер кис Фирузаның ағаһы килеп инде. Ымлап ҡына тышҡа саҡырҙы.

— Хеҙмəттəш, — тине ауыр һулап. — Һин абай бул инде. Һеңлекəштең ɵлкəн улы килеп инде тɵштəн һуң. "Ғилметдинде сауҡаға апсығып аҫам да ҡуям. Əсəм, кеше кɵлдɵрɵп, шунан бəпəйлəп ята", – тип туҙына. Саҡ тыйып ҡалыуын ҡалдым да... Белмəҫһең... Ун ете генə йəш бит. Иң алабарман сағы. Ҡотороноп китеп ғəриплəп-бəлəн ташламаһын. Атаһы мəрхүмгə оҡшап самаһыҙ ғəрсел, яндырай. "Атам унда ил ɵсɵн башын һалды, былар хəҙер уның йɵҙɵнə сəркеү яға", – тип үрһəлəнə.

Аптырап ҡалды Ғилметдин. Үҙ хəсрəте менəн булып, бер нəмə ишетмəй йɵрɵгəн дəбаһа. Əҙəм ышанмаҫ. Ҡапылда танмаҡсы булып та уҡталды. "Райондан килгəн түрə-ғара, уполномоченный-фəлəн, барыһы ла уларға фатир тɵшə бит", — тимəксе ине, ваҡытында телен тешлəне. Əсə менəн сабыйҙы уйлап түгел, хеҙмəттəшенə ҡарап тыйылды. Кейəүе генə түгел, был үҙе лə сая. Һалды йыҡты. Һуғышта "тел" ташыған елле кеше ɵсɵн Ғилметдин нимə ул.

Бына шундайыраҡ һɵйлəшеү булғайны. Унан инде Ғилметдиндең тормошо аҫты-ɵҫкə түңкəрелде. Баш ҡайғыһы китте. Ҡайҙа бында Фируза ла ҡайҙа малай.

Уныһы былай. Ауыл магазинында мɵдир булып эшлəй ине. Магазиндың келəте насар булғанлыҡтан, йүнлерəк тауарҙы үҙенең олатаһынан ҡалған таш келəткə тултырып йоҙаҡлай торғайны.

Ул кɵндɵ ɵс сана менəн барып, магазинға утын алып ҡайттылар. Ғилметдингə тиклем эшлəгəн һатыусы кɵҙҙəн хəстəрлəмəгəс ни, ҡышҡыһын хитланырға тура килде шул. Эңер тɵшɵүгə утынды бушатып, арып-талып, асығып Ғилметдиндəргə килеп инделəр. Ҡатынына тамаҡ яраштырырға ҡушып киткəйне лə, уныһы урындыҡта лəх аунап ята. Ярай ҡыҙы əрсемəй генə булһа ла картуф бешергəн. Ғилметдин һелгəйен ағыҙып хырлаған ҡатынын саҡ һелтəп ырғытмай, тешен ҡыҫып булһа ла сыҙаны. Ɵмəлəштəре лə хəлде кɵлкɵгə һабыштырырға тырышты.

— Ярай, ағай, һинəн "яғыулыҡ" булһа, ашарына үҙебеҙ əтмəллəрбеҙ, — тиештелəр. Береһе ҡайта һалып бешкəн ит килтерҙе. Ҡыш йɵҙɵндə ни, ауылда ит мул. Ғилметдин келəттəн ике "ярты" алып инеп ɵҫтəлгə ултыртты. Ҡырлы стакандарға һалып: "Ошолай бер-беребеҙгə терəк булып йəшəйек", — тип эсеп ебəрҙелəр ҙə аңшайышып ҡаттылар.

"Һыу ҙа баһа... Башы бɵтɵн ине лə инде", — тиешеп ҡараһалар, күренер-күренмəҫ кенə эҙ бар. "Шприц менəн һурҙырған да аҙаҡ һыу тултырып ултыртҡан инде. Үəт еңгə!"— тип кɵлɵштɵлəр. Икенсе шешə менəн дə шул уҡ хəл ҡабатланды. Ҡыҙышҡан Ғилметдин келəттəн йəшниге менəн алып инде. Бишенсе шешə генə имен булып сыҡты. Эсендə ут ҡайнаһа ла белгертмəне абышҡа ауылдаштары алдында. Һыуыҡта ɵшɵп, арып ҡайтҡан ɵмəлəштəре оҙаҡ ултырманы. Иртəгə йəнə бер барып урарға һүҙ ҡуйышып, таралыштылар.

Улар сығып китеү менəн ҡатынына ҡорбанына йомолған ҡарсыға кеүек ташланды. Үсем ҡанмаҫмы, тип бер-ике типкəйне лə, бер нәмə лə аңламаған ҡатыны хəшəрəт итеп мыңғырҙаны ғына. Ғилметдин ярһыуынан урын таба алмайынса ишекле-түрле йɵрɵп əйлəнде, шартларҙай булып, ɵҫтəлдə ултырған етеле шəмде иҙəнгə быраҡтырҙы. Уныһының торбаһы селпəрəмə килде, кəрəсине түгелеп, гɵлтлəп ут ҡабынды. Ə күҙенə аҡ-ҡара күренмəгəн ир ялан ɵҫ килеш ишек алдына атылып сыҡты ла тыштан шартлатып бик һалды ла ҡуйҙы.

Əмəлгə күрə, клубта кино бɵтɵп, йəштəр тупырҙашып таралыша башлаған булған икəн. Ул арала балалары ҡайтып инде. Шул саҡ сылтырап тəҙрə ватылды, итəгенə ут ҡапҡас, ҡатыны һыҙланыуҙан ҡапыл айнып киткəн, күрəһең. Ярыҡ тəҙрəнəн эстə ялпылдаған ялҡын күренде. Ишек алдына кешелəр килеп тулды. "Янғын", — тип ҡысҡырыштылар, йүгерештелəр. Ситтəрəк, һарай мɵйɵшɵндəге ҡараңғылыҡта, битараф ҡиəфəт менəн тəмəке тартып торған Ғилметдинде берəү ҙə абайламаны. Бисəһен ҡотҡарҙылар, ə шыңғырҙап торған ҡарағай йорт тотош янып бɵттɵ.

Ҡыштың сасҡау һыуығында биш балаһын урам уртаһында торғоҙоп ҡалдырған Ғилметдинде һигеҙ йылға ултырттылар. Һəпте-юҡ ҡына янған бисəһен табиптар һауыҡтырҙы, ə бына араҡынан ҡотҡара алманы. Һаман киҫəмəне, һɵйрəлеп йɵрɵп эсə, тип яҙалар ине хатҡа. Шулай итеп, лəғин фашисты тар-мар иткəн ҡаһарман эскəн бисəһенəн еңелде.

Ə балалары үҙ кɵндəрен күрə-күрə кеше булды инде. Ҡалайтаһың... Үҫə торҙолар, колхозға эшкə тɵшə торҙолар. Ярай үҙҙəре егəрле лə, əрһеҙ ҙə. Тормошоңдоң шундай мəлендə Фируза тапҡан малай ҡайғыһы инеме ни Ғилметдиндə. Уйына, исмаһам, бер инеп сыҡһасы.

Хəйер, бер тапҡыр, оҙаҡ йылдар үткəс, иҫкə тɵшɵрҙɵлəр-тɵшɵрɵүен. Тормошо яйланып, Ɵфɵнɵн арғы яғында, Ағиҙел буйында йəшəп ятҡан сағы ине. Əйтергə кəрəк, тɵрмəнəн сыҡҡас ул ошонда тɵплəнде, ауыл яғына бер тапҡыр ҙа ҡайтып ураманы. Аяғы тартманы. Əле ултырғанда уҡ, тɵрмə больницаһында медсестра булып эшлəгəн ҡатын менəн оҡшатышып, иреккə сыҡҡас, шуға йортҡа ингəйне. Ҡатын килеп тороп уңған, бɵтмɵр, хужалығы ҙур. Фронтта хəбəрһеҙ юғалған элекке иренəн ике малайы бар. Эшкə шəп Ғилметдин рəхəтлəнеп егелде был етеш донъяға. Бисəһенең һыҡмырлығы ғына тəҡəтте ҡоротто ла, тик һəр кемдең бер етешһеҙлеге булырға тейеш инде, күнде. Сыпраңламаны. Тɵрмə ғəййəр фронтовиктың мин-минлеген буйтым һүрелдергəйне. Ɵлкəнəйеп барғанда һəр кемгə ҡайҙалыр ерегергə лə кəрəк бит.

Иллюстрация: Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Илбәк Хәйруллинов картинаһынан фоторепродукция.

Аҙағы бар.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: