+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2021, 20:00

УН БИШ ҺУМ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)

Яҙ ине. Ҡар иреп бɵтɵп барһа ла һалҡынса. Ял кɵнɵ урам яҡта гɵрлəүектəргə юл ярып йɵрɵһə, берəү сағыу тауыш менəн ҡыйыу ғына: — Һаумыһығыҙ, Ғилметдин олатай? — тип сəлəмлəне. Боролоп ҡарағайны, ситтəрəк хɵрт кенə кейенгəн ике егет тора. Береһе, бɵҙрə сəсле, тəбəнəгерəге, батыр, хатта бер ни тиклем шаян итеп ҡарай. Уны шунда уҡ сырамытты. Теге хеҙмəттəшенə, Фирузаның ағаһына инде, тартҡайны егет. Икенсеһенə, ситкəрəк борола биреп торғанына, ҡараштарын күсереү менəн эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Оҙон тороҡло, аҡ йɵҙлɵ етди егет йəш сағындағы үҙенə һуйған да ҡаплаған.

УН БИШ ҺУМ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)
УН БИШ ҺУМ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)

— Олатай, бына улыңды ҡунаҡҡа алып килдем, — тип туранан-тура һуҡтырҙы тəбəнəге. Уратып-суратып тороуҙы кəрəк тапманы. — Мин үҙем хеҙмəттəшеңдең иң ɵлкəн улы Рəшит булам. Тɵҙɵлɵш техникумында уҡып йɵрɵйɵм. Ə Ғилмияр — нефть институтында. Беренсе курсты бɵтə быйыл.

— Улай икəн, — тине ир ни ҡылырға, ни əйтергə белмəй аптырап. — Бик хуп, — тип ɵҫтəгəн булды. Үҙе баҡсала йɵрɵгəн бисəһе яғына шыпырт ҡына күҙ һалды. Үткəн-һүткəндə, əллə нисəмə йылға бер атай, тип хəл белергə инеп сыҡҡан балаларын да тере биреһе кеүек күргəн бисəһе, был уйнаш емеше тураһында ишетеп ҡалһа, үлгəнсе мейеһен серетəсəк.

Ə Ғилмияр һиҙгер ҙə, ғəрсел дə икəн, атай тейеш кешеһенең халəтен əллə ҡайҙан тоя һалып, Рəшиттең еңенəн тарта — киттек, йəнəһе. Əммə тегенеһе аныҡ ниəт менəн килгəн булһа кəрəк, былай ғына китергə уйында ла юҡ. Сатнап тора. Атаһы тураһында һɵйлəп алып киткəн булды. Сəлəм тапшырҙы. Əллə ҡасан онот булған күрше-күлəндең дə һəүетемсə йəшəп ятҡанын белдерҙе. Уларҙан да берəмтеклəп сəлəм күндерергə тотонғас, Ғилметдиндең башына саҡ барып етте быларҙың килеү маҡсаты. Йонсоу йɵҙҙəренə ҡарап тɵшɵндɵ: асыҡҡандар был бахырҙар. Ана бит Рəшите нимə тип тора:

— Мин дворник булып эшлəйем ул. Техникумда еңелерəк бит. Ə Ғилмиярҙың уҡыуы ауыр. Шуға күрə эшлəргə ваҡыты ҡалмай, — тип ситлəтеп һуҡтыра.

— Хəҙер, уландар, — тине Ғилметдин шул саҡ. — Анауында ултырып ял итə тороғоҙ. — Үҙенең түгел, күршелəренең эскəмйəһенə ымланы. Шыпырт ҡына ишек алдына инеп, мунса стенаһына терəп ɵйɵлгəн утын араһынан, кəрəге тейер, тип йыйып ҡуйған ун биш тəңкə аҡсаһын алып сыҡты. Ҡатынының үҙе янына саҡырыуына: "Хəҙер, кɵрəгем урамда ҡалды", —тип яуаплаған булды.

Егеттəр сабыр ғына кɵтɵп ултыра. Тимəк, ысынлап та хəлдəре мɵшкɵл. Юғиһə Ғилмияр əллə ҡасан киткəн булыр ине. Күкшел еп булып ҡыҫылған ирендəренəн аңланы уның ғəрен Ғилметдин.

"Саҡырып сəй генə эсереп сығарғанда ла ҡалай ҡыуанырҙар ине", — тип уйланы үҙе. Һый тулы ɵҫтəлде күҙ алдына килтерҙе. Ҡатыны итле бəлеш тə бешергəйне. Тик баҙнат итə алманы. Һаҡ ҡына тирə-яғына ҡарап алды ла, пинжəгенең эске кеҫəһенə ҡулын тыға һалып, теге аҡсаны һондо.

— Мəгеҙ, уландар, —тигəн булды. — Исмаһам, бер туйғансы ашарһығыҙ.

Ғилмияр ɵрлɵктəй дəү ирҙең ɵйɵ яғына ташлаған ҡурҡыулы ҡарашын абайлап, уның нисек йəшəп ятҡанын да, үҙенə мɵнəсəбəтен дə ап-асыҡ тɵшɵнɵп ҡыҙарынды. Аҡсаға ынтылманы. Уның байы Рəшит, ҡыуанысын йəшерə алмайынса, урынынан һикереп тора һалды. Əйттем бит мин һиңə, тигəндəй тантана менəн Ғилмиярға ҡараны.

— Ана, автобус килə, йүгерегеҙ. — Ашыҡтырҙы Ғилметдин, тик ҡыуған кеүек килеп сыҡмаһын тип: — Бɵгɵн бигерəк һыуыҡ, ɵҫтɵгɵҙ йоҡа, — тигəн булды. "Улай миһырбанлы икəнһең, саҡырып индер ҙə йылындырыр инең, байғош", — тип үҙен əрлəй-əрлəй, шул арала түҙмəй йəнə ҡысҡырған бисəһе янына ашыҡты.

***

"Нишлəп ошо убырлы ҡарсыҡтан ҡотом осоп йəшəгəнмендəр, — тип үртəлеп ята əле Ғилметдин ҡарт эргəһендə мыш-мыш йоҡлаған əбейенə ҡарап. — Етеш донъяһына килеп ингəс, күпме михнəт сиккəндəн һуң, һыйынып тынғылыҡ, таяныс тапҡас, ярарға тырышылғандыр инде, — тип үҙен йəнə аҡлап та ҡуя. — Тормош юлымда уның ҡаты ҡулына юлыҡмаһам, кем белə, ошо кɵндə əллə ҡасан эшлектəн сығып, гүр эйəһе булыр инем, бəлки".

Шулай уйлай. Таң аттыра алмай ыҙалана. Үҙе тағы атыуынан да ҡурҡа. "Əл дə шул мəлдə йəшереп ҡуйылған ун биш тəңкə булған, — тип əйлəндерə лə ҡыуана, тулғандыра ла шатлана. — Əгəр шунда буш ҡул менəн сығарып ебəргəн булһам, иртəгə күҙенə нисек ҡарар инем, — тип тетрəнə. — Ул йылдарҙа ун биш һум байтаҡ аҡса ине бит. Бер сүрəк икмəк ун алты тин торғанда", — тигəн уй күңелен йылыта.

Боршаланып ята торғас, аш бүлмəһенə сығаһы булып китте Ғилметдин ҡарт.

"Ни тиклем генə сыпраңлама, мɵлкəт, байлыҡ тигəнең ифрат ҙур əһəмиəткə эйə. — Фатирҙың матур итеп йыйыштырылғанын абайлағас, шулай тип уйлайһы итте. — Кешенең ҡылыҡ-фиғеленə тиклем үҙгəртə ул". Эйе, Ағиҙел аръяғындағы донъяны уландарына ҡалдырып, Ғилметдингə һуғыш ветераны булараҡ бирелгəн был фатирға сыҡҡас, буйтым йомшарҙы ҡарсығы.

Юғиһə кисə тышта саф һауа һулап ҡайтҡандан һуң:

— Иҙəн-миҙəнеңде һɵртɵштɵр, ҡарсыҡ. Иртəгə минең улым килə, — тигəйне.

Ҡартының анда-һанда булһа ла ауылдан килеп, эсеп, геүлəшеп ҡаҡшатҡан улдарынан биҙəр булған əбейҙең һɵмһɵрɵ ҡойолдо-ҡойолоуын. Əммə Ғилметдин артығын аңлатып торманы.

— Оҙаҡҡа килмəй, ҡотоң осмаһын. Анау ɵйҙə генə йəшəй, — тиеү менəн сиклəнде.

Ə шулай ҙа бер əйтеү еткəн. Ауырыҡһынып йɵрɵһə лə, ҡашығаяҡ, ɵй-мɵйҙɵ ялт иттереп ятҡан хужабикə.

Тəҙрəнəн ҡаршылағы йортҡа оҙаҡ ҡарап торҙо ҡарт. Уйы менəн ҡабат-ҡабат теге яҙғы кɵнгə барып əйлəндə. "Шунда, исмаһам, һаумы, улым," тип арҡаһынан ҡаҡҡан булһамсы", — тигəн үкенес менəн ҡабат ятып китте.

***

Ғүмерендə бер генə тапҡыр ҙа "балам" тип ɵҙɵлгəнен күрһəтмəгəн Ғилметдин ҡарт, əбейен бик аптыратып, иртүк ҡуҙғалды. Йүткереңкерəп тороуына ҡарамаҫтан, ванна тɵшɵп алды. Еңеү кɵнɵндə генə кейə торған орден-миҙаллы кейемдəрен һорап кейҙе. Подъездағы һəр бер аяҡ тауышына ҡолаҡ һала-һала, тəҙрəгə ҡарап ун икене кɵтə башланы. Кисə ата менəн улды осраштырыу ниəте менəн йүгереклəгəн Сəйфелмɵлɵк ҡыҙы: "Ҡасан килһен?" — тип һорағас, "иртəрəк" тип əйтмəгəненə үкенеңкерəне. Унан тағы: "Эш кешеһенə ял кɵнɵ йоҡоһон туйҙырырға ла кəрəк", — тип үҙен йыуатты.

Эт һиҙгерлеге менəн тыңлай-тыңлай тейешле минуттарҙы кɵскə еткергəн Ғилметдин ҡарт, зарығып кɵткəн ҡыңғырау тауышын ишетеп, ишеккə йүгермəне. Əбейен аптыратып, эске бүлмəгə ташланды.

— Үҙең сығып ас, — тип ымланы. Бер нәмə лə аңламаған ҡарсыҡ бабайының кисəнəн бирле утҡа баҫҡан бесəй кеүек йɵрɵүенең сəбəбен ишекте асып ебəреү менəн тɵшɵндɵ. Ҡаршыһында Ғилметдиндең ир уртаһы сағы баҫып тора. Беренсе тапҡыр тɵрмəлə күргəндə бабайы тас ошолай ине. Оҙон буйлы, ҡалын кəүҙəле, осҡор күҙле, ҡарсыға танаулы. Ҡайһы яғы менəндер тау бɵркɵтɵн хəтерлəткəн кеүек. Тик бының ҡарашы яғымлы, күҙҙəре иркəлəп ҡарай. Ғилметдин кеүек ҡырыҫ түгел. Үҙенəн дə, тормоштан да ҡəнəғəт икəне ҡиəфəтенəн аңҡып тора.

— Һаумыһығыҙ, апай, — тип йылмайҙы ҡунаҡ. — Инергə рɵхсəтме?

— Əйҙүк, əйҙүк, — тип ҡапыл сəбəлəнеп китте хужабикə.

— Быныһы һеҙгə, — тип бер гɵллəмə эре рауза гɵлдəре һуҙҙы ир. — Килештерһəгеҙ?.. — тип тотанаҡлы йылмайҙы. Үҙен ҡəҙимге ҡулға алып ɵлгɵргəн əбейҙе тағы албырғатты ул был сəскəлəре менəн. Күпме йəшəп, бүлəккə бындай матур раузалар алғаны юҡ икəн дə баһа бығаса. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарға хас һиҙгерлек менəн теге бүлмəлəге бабайының үҙен саҡырғанды шартларҙай булып кɵткəнен тойҙо. Ғүмерҙə ɵндəшмəгəнсə:

— Атаһы, — тип ҡысҡырҙы. — Сыҡ əле.

Үҙ баһаһын белеп, һалмаҡ ҡына баҫырға тырышҡан Ғилметдин ҡарттың кисерештəрен хыянатсыл дерелдəгəн ҡулдары асты ла һалды. Улының күҙенə ҡарарға баҙнат итə алмай урта ишек янында туҡтаңҡыраны.

— Һаумы, атай, — тине ҡунаҡ. Тəбиғи итеп, бер ниндəй кɵсɵргəнешһеҙ, йылы итеп əйтте. Ҡарашы миһырбанлы ине.

— Күрешəйек, атай, — тигəс, Ғилметдин ҡарт ике ҡулын һонған булғайны, улы килеп ҡосаҡлап алды. Шулайтмаһа ла бирешмəҫ ине, бəлки. Тик быныһы сиктəн тыш ине. Ул ҡəҙəрле мəрхəмəткə ɵмɵтлəнеү түгел, уйлап та ҡарамаған ҡарт ҡоро тарамыш ҡулдары менəн улының яурындарынан ҡыҫып тотто ла күкрəгенə ҡапланып илап ебəрҙе.

Иллюстрация: Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Илбәк Хәйруллинов картинаһынан фоторепродукция.

Автор:Гөлсирә ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: