Улар өйләнешкәндә Мәхмүзә апайҙың йәше бара ине инде. Икәүләшеп ятаҡта урынлашып, матур ғына донъя көтөп алып киттеләр. Тәүҙә ҡыҙҙары Альбина, аҙаҡ улдары Рәмис тыуҙы. Икеһе лә мәктәптә һәйбәт уҡыйҙар. Миҙхәттең ғаиләһе ҙурайғас, бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Альбина тыуғас, өс бүлмәле фатир тәҡдим иттеләр. Бик матур урында, ағастар араһында. Эргәлә генә йылға. Ауылда, пенсияға сыҡҡас, йәшәрбеҙ, тип өй төҙөй башлағайнылар. Миҙхәт бындай осраҡта оҙаҡлап тормай, бураһын да алып ҡайта. Ике йылда башын ябып, ултыртып та ҡуя.
Ағайҙың үлеме барлыҡ таныштарын тетрәндерҙе. Ашҡаҙан ауырта, тип больницаға барғайны, эсәк йотторҙолар ҙа, һалып та ҡуйҙылар. Өҫтәүенә, дауаланыу осоро Яңы йыл көндәренә тура килде. Бындай көндәрҙә дауаханала тәртип юҡ, тип әйтерлек. Төндә хәле ҡапыл насарланған. Дежурҙа ултырған табип ҡайҙалыр юғалғанмы, эштә булмағанмы, Мәхмүзә асыҡлап йөрөмәне. Күбеһе – үҙенең таныштары. Электән эшләгәс, барыһы ла белә, баш табип үҙе килеп, ҡайғыһын уртаҡлашып ултырҙы. Аҙаҡ оҙатҡанда ла күренеп ҡалды, тинеләр. Мәхмүзә судлашып йөрөмәне. Йәшәргә урыны бар, хаҡлы ялға сыҡһа, ҡалалағы фатиры ла, ауылдағы өйө лә бына тигән.
Тик һуңғы ваҡыт сирләштерә башланы. Йә башы шаулай, әлеге ҡан баҫымы күтәрелә. Ире Миҙхәт киләсәк тураһында хәстәрлек күрә ине. Донъялар үҙгәреп, фатирҙарҙы иркен һата башлағас, йәтеш кенә тура килеп, бер бүлмәлене алып ҡуйғайны. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Альбина Өфөгә эшкә китте, ә кеселәре, Рәмис, өйләнде, бик матур итеп туй үткәрҙеләр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары үҙҙәре һымаҡ бик ипле һәм тыныс кешеләр.
Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре күпселек осраҡта ыңғай хәл ителһә лә, ҡытыршылыҡтар булмай ҡалмай. Мәхмүзә апай тәүҙә улы менән бер фатирға һыйҙы әле. Сөнки улының ҡыҙы баш ҡалаға күсенеү менән, Мәхмүзә апай айырым бүлмәгә күсенде. Унда – үҙ донъяһы, дини китаптары, хатта намаҙ уҡырға өйрәнә башлағайны. Иң бәләкәй бүлмәне унынсы класҡа барыусы Ғүмәргә бирҙеләр. Дүрт кешегә өс бүлмәле фатир таман ғына бит инде. Мәхмүзә апайҙың бүлмәһе ун ике квадрат метр булһа, ә Ғүмәр биләгән бүлмә ете генә квадрат икән. Ошонда ғүмер буйы йәшәгән Мәхмүзә апай был хаҡта белмәй ҙә ҡалыр ине, әгәр килене, Сәриә, метр тотоп, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, туңҡайып, майҙанды үлсәп сыҡмаһа.
Ҡатыны был хаҡта иренә әйтеү, кәңәшләшеү түгел, ҡәйнәһенән һорап, ризалығын алып та торманы. Иртәрәк ҡайтҡан да, Ғүмәрҙең бер иптәшен саҡырған да, шатыр-шотор ҡәйнәһен – бәләкәй бүлмәгә, төпсөк кенәһен ҙур бүлмәгә күсереп тә ҡуйған.
Был хаҡта Рәмис бәлки йылдар буйы белмәҫ ине, әсәһен киске ашҡа саҡырырға теләп, бүлмәһенә, йәғни әле Ғүмәр йәшәп ятҡан бүлмәгә, барып инмәһә.
– Улым, бында ни эшләп ултыраһың? – тине атаһы, әсәһен күрмәгәс. – Өләсәйең ҡайҙа?
Улы уңайһыҙланды, битен китап эсенә йәшерҙе һәм:
– Ана өләсәй, минең бүлмәлә, – тип мөңгөрләне.
Рәмис был һүҙгә аптырап ҡалды:
– Нисек һинең бүлмәлә? – эҙләп, ары китте.
Ысынлап та, шулай икән. Бүлмә алыштырыу мәсьәләһе ҙур мәшәҡәт түгел. Шуға йорт хужаһы ла урын алыштырыуға тәүҙә әһәмиәт бирмәгәйне. Ләкин әсәһенең хәсрәтле йөҙөн күреп, аптыраны ла төштө.
Дүртәүләшеп, өндәшмәй генә ултырып ашанылар. Тәүҙә Рәмис йоҡлар алдынан был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға ла уйламағайны. Әммә әсәһенең үпкәле йөҙө, ә ҡатынының нимәгәлер үпкәләгән һымаҡ тырт-мырт йөрөүе һүҙ башларға мәжбүр итте.
– Бында үпкәләргә урын юҡ! – тине ҡатыны өҙөп. – Әбей кешегә 7-8 квадрат та еткән. Улың ана, күнекмәләр яһай торған аппарат алып ҡайтты, хәҙер эргәһенән саҡ-саҡ үтеп йөрөй.
– Минең бер ҡаршылығым да юҡ, – тине ире. – Тик шуны еңелерәк, тауыш сығармай ғына, хәл итеп булмай инеме?
– Ҡара, ҡара, ошаҡлап та өлгөргән! Хәҙер улын миңә ҡаршы
һөсләтә! – тип тоҡанып китте килен һәм үҙенең әҙәпһеҙ тауышы менән иренең, ҡәйнәһенең, улының ғына түгел, йоҡа стена аша күршеләренең дә илтифатын солғап алды.
– Ҡуйсы, сеүегеҙ, – тине әсәһе, – миңә был бүлмә хатта оҡшай. Йылы, яҡты, – тине бая ғына үҙ алдына: “Элеккеһенә ҡарағанда, ҡараңғыраҡ, төньяҡта урынлашҡас, һыуығыраҡ, хатта таш өйҙәр офоғонда, болотло күктән башҡа, бер нимә лә юҡ”, – тип һөйләнгән ҡарсыҡ.
Тәүге төн шым үтте һәм артабан ваҡиғалар тыныр һымаҡ ине. Ләкин төнө буйы өшөп, йоҡлай алмаған Мәхмүзә ҡарсыҡ аптырағас, улы эшкә сығып киткәндә:
– Улым, теге бер бүлмәле буштыр бит, шунда күсер, тип шыбырҙап өлгөрҙө.
Кис ҡайтҡас был мәсьәләне тағы күтәрҙеләр. Һүҙҙе Рәмис башланы:
– Мин Ғүмәргә ике бүлмәне лә бирергә тәҡдим итәм. Бер бүлмәһендә уҡыһын, шунда йоҡлаһын. Икенсеһендә спорт менән шөғөлләнһен, иптәштәрен килтерһен, – тигән тәҡдим индерҙе.
– Ә өләсәй ҡайҙа йоҡлаясаҡ? – тине Ғүмәр.
– Өләсәйеңдең мөмкинлектәре, улым, һинекенә ҡарағанда, киңерәк. Беҙ уны, теләһә, ауылға илтеп ҡуябыҙ, унда йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Йәй көндәре үҙебеҙ барып йөрөрбөҙ. Ә инде оҡшамаһа, ана, күрше кварталда бер бүлмәле фатир бар, шунда йәшәр, – тине ул ҡатынына тантаналы ҡарап.
Ауылдағы өй ярар инде, унда ҡарсыҡтың барыуы бик икеле, сөнки ваннаһы бар, һыуы юҡ, мейесе бар, газы тоташтырылмаған. Етмеште ҡыуған ҡарсыҡтың унда барыры бик шикле.
Ә инде бер бүлмәле фатирға килгәндә, бик мөмкин, ләкин Сәриәнең мәнфәғәттәренә туранан-тура ҡағыла. Сөнки унда әлеге ваҡытта Сәриәнең, ҡыҙы менән кейәүҙән айырылып ҡайтҡан, һеңлеһе Сания йәшәп ята һәм үҙен бик ҡәнәғәт тоя.
– Шулай тип тәҡдим итерһең, тип көткәйнем дә! – тип асыулы төҫ алды Сәриә. – Шул, минекеләрҙең йәшәүен күтәрә алмай инең, бына, ҡотолоу юлын да таптың! Ай-һай, быны ныҡ уйлағанһыңдыр! Бындай этлекте тормошҡа ашырыу өсөн юғары белем генә етмәй. Һинең бер кәңәшсең дә булғандыр. Әйҙә, уны нығыраҡ тыңла. Һин нәмә, шаңғыныңмы әллә? Был ҡарсыҡты үлтерергә итәһеңме? Ул бит үҙен үҙе ҡарай алмай.
– Нисек ҡарай алмай? Әле, белеүемсә, өйҙәге бөтә эштәрҙе ул башҡара. Һиңә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, – тип ташланды, әсәһен яҡлап, улы.
– Ҡуй, ҡуй, балалар, кәрәкмәй. Улым, өндәшмә, килен, һин дә шым, сеүегеҙ! – тип татыулыҡ хаҡына һүҙ әйтте ҡарсыҡ. – Миңә һеҙҙең менән дә оҡшай, ошонда ғына торам, бына аш бүлмәһе ҙур, анау коридорҙағы диванды ошонда ғына ҡуйғыҙ, йоҡлап ҡына йөрөрмөн. Бында йылыраҡ та.
Ир менән ҡатын тороп, коридорға сыҡтылар, диванды ҡаранылар, яңынан кереп, кухняға күҙ ташланылар.
– Ниңә, бына тигән вариант! – тине ҡатыны. – Ҡәйнәм дөрөҫ әйтә, уға күп кәрәкмәй. Һин тағы, бынау диванды беҙҙең бүлмәгә керетәм, йә үҙебеҙ ошонда күсенәбеҙ, тип ауыҙыңды асып ҡуйма.
Мәсьәлә тәүге көндә лә, тәүге төндә лә хәл ителмәне. Етмеш квадрат метрлы өс бүлмәле фатирҙа 58 килограмлы, буйының бейеклеге 162 сантиметрлы ҡарсыҡҡа урын табыу хәл итмәҫлеккә әйләнде.
Бәлки барыһы ла аҡрынлап хәл ителер, бәхәсләшеүсе яҡтар уртаҡ фекергә килер ине, әгәр шул кистә үк социаль селтәрҙәрҙә Ғүмәрҙең берәү ҙә көтмәгән сәхифәһе барлыҡҡа килмәһә...