-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ноябрь 2021, 20:00

УРТАҠ ЯҘМЫШ Хикәйә

Үҙ ғүмеренә бер төймә дарыу ашамай, тәбиғи ризыҡтар менән туҡланып, оҙон ғүмер кисергән күрше Нәғимә әбейгә бағышлап яҙғайным был хикәйәне дүрт йыл элек. Һоҡланғыс кеше булды ул. Бына бөгөн ниңәлер иҫемә төштө... Көҙ етә башлаһа, гел шулай...Бындай яҙмыштар күптәргә таныштыр...

УРТАҠ ЯҘМЫШ Хикәйә
УРТАҠ ЯҘМЫШ Хикәйә

– Көт мине, Һыртаҡ. Көт, һәүкәшкәйем.
Күптән инде йәнһеҙ әхирәте – таяғына таянған Хәлимә ашыҡмай ғына атлаған һыйырының ҡойроғона тотондо. Шулай кәлтер-көлтөр аҙымланы улар. Көҙ-рәссам урман-тауҙарҙы күҙ сағылырлыҡ буяуҙарға мансығайны ла, йылғыр иҫкән шаян ел уның биҙәктәрен көндән-көн кәметеп, осортоп ҡына тора. Ағастарҙың һары-ҡыҙыл күлдәктәрен теткеләп, йолҡонған тауыҡҡа оҡшатҡан.
Тирә-яҡҡа моңһоу ҡараш ташлаған хужабикәһен сабыр ғына көтә Һыртаҡ. Туҡһанынсы көҙөн ҡаршылаған Хәлимәнең аяҡтары етеҙлеген, күҙҙәре үткерлеген, ҡолаҡтары һиҙгерлеген юғалтты. Әйтерһең дә, көҙгө япраҡтар менән бергә улар ҙа ел ыңғайына осоп таралды. Тарамыш ҡулдарындағы күпте күргән бармаҡтары ла тыңлашмай хәҙер. Тубыҡтарҙы, әйтәһе лә түгел, һыҙламаһа ла, көҙгө япраҡ кеүек, дерелдәп кенә тора.
Үҙ ғүмерендә бер ауырыуға ла бирешмәне Хәлимә. Дауахана юлы ике ятып бер төшөнә инмәне. Бер ҡасан да дарыуға мохтажлыҡ кисермәне ул. Ниңә ауырыһын? Һәүкәше барҙа, дарыуҙарың ары торһон. Өҫтәленән аҡ өҙөлмәне: һөтө, ҡаймағы. Һурпа эсергә әсе ҡатыҡ тиһеңме, ҡаймаҡлап һемерергә сөсө ҡатығы, сәйгә ҡыҙыл эремсеге, күбекмайы – барыһы ла өҫтәл тулы. Ауыҙҙа иреп торған һары май, икмәккә яғып ашарға аҡ май – һәммәһе лә етерлек әҙерләнде ҡышҡылыҡҡа. Бесән мәлендә айраны – һыуһын ҡандырып, быуындарға көс бирер эсемлек. Эйе, ҡулынан килмәгән эш булманы Хәлимәнең. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ирен дүрт күҙ менән көтөп, көтөк булғас, бөтә ышаныс үҙендә булды. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, донъя көтөү – барыһы ла үҙ елкәһенә төшкәс, ирҙәр эшенән дә тартынып торманы. Эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәҫ, ел-дауылға һығылмаҫ, ауырыуҙарға баш эймәҫ булды.

Тик ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә икән... Туғыҙынсы тиҫтәне тиргәндә “ҡартлыҡ” тигән ауырыу килеп ишек ҡаҡты. Ишектән индермәһә лә, тәҙрәгә баҫышты, уныһына келә һалғас, мөрйәнән инеп “ҡунаҡланы”. Ҡартайҙы Хәлимә... Һыртағының ҡойроғона тотоноп, бына ғүмер һуҡмағынан атлап килә. Әлдә ошо йыуанысы бар. Серҙәше лә, ҡотҡарыусыһы ла ул. Эйе, ҡотҡарыусыһы.
...Ауыл эргәһенән поезд юлы үтә. Урманға ҡыуған малдарға тауҙан төшкәс, тимер юлы аша сығырға кәрәк. Көнө буйы тау артылып йөрөгән һәүкәшен көтөп алып, ҡойроғона йәбешеп, һәлмәк кенә өйөнә йүнәлгән ҡарсыҡ, алыҫтан айыу кеүек үкереп килгән поезды ишетмәне лә, күрмәне лә. Эстән яратҡан көйөн көйләп, юлын дауам итте. Быны шәйләгән һиҙгер малҡай, хужабикәһенең ниндәй ҡурҡыныс аҫтында икәнен тойоп, бер яҡҡа ялтанды. Ҡойроҡ төбө үҙәк өҙҙөрөп ауыртһа ла, Хәлимәһен ҡотҡарҙы ул. Рельсҡа бәрелеп ауыртҡан аяғы йүнәлмәҫ булды, аҡһап ҡалды һәүкәш...
Аҡһап арыған Һыртаҡ та, аяҡтары талған Хәлимә лә туҡтап, Ҡымыҙлыҡ һыртына күҙ ташланылар. Уның һыртына төнгө һыуыҡ аҡ шәл япҡан, тап Һыртаҡтың арҡаһы кеүек. Бынан ун биш йыл элек аҙбарында йән-фарман сабауыллаған ап-аҡ һыртлы шаян быҙауға Хәлимә яратып Һыртаҡ тип исем биргәйне. Бигерәк теремек, аҡыллы булып үҫкән һәүкәш тора-бара ошо урам малдарының башлығы булып китте. Урманға ҡыуғанда ла күрше-күлән малдарын Һыртаҡҡа эйәртеп ебәрергә тырыштылар. Ғилләһе бар ине шул. Аҡыллы һыйыр бер ҡасан да тарлауға инеү менән тауға үрмәләмәне. Тау битләүендәге туғайҙарҙа туйынып, тәмле шишмәләрҙән һыу эсеп, яйлап ҡына Өкө тауына күтәрелер булды. Һыртҡа менеп еткәс, сәңгелдәктә бәүелгән төйәген күҙәтте. Һиҙгер ҡолаҡтары “Һыртаҡ, ҡайт һәүкәшем”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән, ҡайтыу һуҡмағына төштө. Алдан сабып тауға ашҡынған һәм эҫегә, күгәүен-дырламаға түҙә алмайынса, сарсап өйҙәренә тезләгән һыйырҙар буш ҡарындарын үкертеп, шыйыҡ һөттәре менән хужабикәләрен көйөндөргәндә, Һыртаҡ һәм уға эйәргәндәр тәмле, ҡуйы һөттәре менән быҙауҙарын һәм хужаларын һөйөндөрҙө. Эйе, шәп ине Һыртаҡ. Бер мәл урманда айыуға осрағанда ла юғалып ҡалманы хатта.
...Сериал ҡарап, шундағы геройҙарға ғашиҡ булған ҡатындар араһында малдарына уларҙың исемдәрен ҡушыу модаға инеп китте. Изаура, Марисабель исемле һыйырҙар, Антонио ҡушаматлы үгеҙҙәр күбәйеп киткән мәл. Әллә “модный” исеменә маһайып, үҙен эре һәм тәкәббер тотҡан Луис Альберто көтөүҙән айырылып сығып киткән. Үҙе менән Һыртаҡтың Йондоҙон да эйәрткән. Уларҙы эҙләп китте көтөү башлығы. Саҡыра-саҡыра барҙы. Ағас һынған тауышҡа күтәрелеп ҡарағас, ни күрә? Күҙҙәре аларып маңлайҙарына менгән, ҡойроҡтарын үрә сөйгән ике үгеҙ сабып килә, арттарынан – айыу. Уны-быны абайлап тормай, Һыртаҡ йыртҡыстың ҡаршыһына төшөп, ер тырнап үкереп ебәрмәһенме! Көтөлмәгән тауышҡа ҡапыл аҙаған айыу туҡтап ҡала, әммә ҡаршыһында ни бары туҡал һыйыр торғанын күргәс, ғәйбәрләнеп уға ташлана. Үгеҙҙәр артынан тороп сапҡан һыйырҙы ҡыуып еткәндә генә мылтыҡ тауышы, эттәрҙең абалауы ишетелә. Бәхеткә күрә, эргәлә һунарсылар йөрөгән икән. Тайыш табан табанын ялтырата. Осаһын тырнап өлгөргән булған яуыз, аҙна-ун көн һыҙланып йөрөнө Һыртаҡ. Хәлимә дарыу үләндәре менән яраһын уңалдырҙы. Луис Альбертоға ғүмерлек һабаҡ  булды – көтөүҙән башҡаса айырылманы ул.
Шулай хәтирәләргә бирелеп ҡайтып етте ике серҙәш. Хәлимәнең:
– Китәм инде, һәүкәшкәйем, яңғыҙ ҡалаһың, – тигән һүҙҙәрен ишетеп, һырланған битенән йүгергән йәштәрен күреп борсолдо малҡай.
Ҡартайған, үҙ аллы донъя көтә алмаған әсәләрен ҡалаға алып китергә тип ҡайтҡан ҡыҙы.
– Әсәй, малыңды бөтөрәйек. Үҙең беҙҙә йәшәрһең, –  тигәс,
– Тик Һыртағыма теймәгеҙ. Ана, күршеләр менән һөйләшәм, шунда торор, –  тип ҡырт киҫте ҡарсыҡ.
Ихатала йырлашып йөрөгән тауыҡтарҙы шарылдатып һуйып, өй ишегенә ат башындай йоҙаҡ элеп, юлға әҙерләнде улар. Һыртағы эргәһенә инеп, Хәлимә өнһөҙ генә торҙо. Һәүкәшкәйе аҡһай-туҡһай уның янына килеп, таныш еҫ аңҡыған ҡәҙерле ҡулдарға моронон терәне. Күҙҙәре тоноҡ күргән Хәлимә Һыртағының оҙон аҡ керпектәренең дымланғанын бармаҡ остары менән тойҙо. Дүрт күҙҙән аҡҡан йәштәрҙең әселеген улар ғына белә.
Тынлыҡ... Ауыр тынлыҡ... Аҙбарҙа бер үҙе ҡалған һыйыр таҡтанан эшләнгән ҡапҡа араһынан өй ишегендәге йоҙаҡты күргәс, йән өҙгөс тауыш менән баҡырып ебәрҙе. Уның тауышы тауҙарҙа шаңдау булып яңғыраны. Эргәлә торған тауыҡ ояһына килде Һыртаҡ. Башҡа ваҡытта йомортҡа һалғанға маҡтанып, ҡупырайып ҡолаҡ ярып ҡытҡылдашҡан тауыҡтар ҙа юҡ исмаһам. Бары тик тауыҡ тиреҫенең әсе еҫе танауҙы яра һәм емһеҙ ҡалған бөрсәләр генә һикерешә унда. Һыртаҡтың оҙон йонло аяғына ҡунып толҡа тапмағас, улары ла төрлө яҡҡа һирпелешеп бөттө.
Күршеләре Һыртаҡты үҙҙәренә алып ҡайтты. Әммә бәләкәстән тояҡ баҫҡан ерен онотамы һуң ҡарт мал. Йылғаға һыу эсерергә сығарыуҙары була, тып итеп ғәзиз ҡапҡаһы янына бара ла баҫа. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, уны үҙ аҙбарында ҡалдырҙылар. Яңғыҙ булһа ла, үҙ төйәге.
Ҡара көҙ етеп, Ҡымыҙлыҡ һыртына ҡар ятты. “Их, ошо һыртҡа ых та тимәй менеп етә ине ул. Хәҙер хәлһеҙләнде...” Хәлимәһен һағынды көндән-көн. Уның хужабикәһе Өкө тауының теге яғында, үҙе был яғында кеүек тойолдо. Һырт ҡына үтә бейек шул...
Бөтә уңайлыҡтары булған, йылы өйҙә йәм тапманы Хәлимә лә. Тамағы ла туҡ, өҫтө лә ҡараулы, әммә бәхет тигән ҡошо тауҙар артында аҙашып ҡалғандай. Өнөндә лә, төшөндә лә нимәлер эҙләне ул. Ғүмерҙәренең көҙө шулай һағышлы килде ике йәнгә.
Ҡыш уртаһында ашауҙан ҡалды Һыртаҡ. Күршеләре нисек кенә тәрбиәләп ҡараманылар, моронон терәп һыу ғына эсте лә ояһына инеп ятты. Оса һөйәктәре һерәйеп, эсе шиңеп, күҙҙәренә аҡ һалды. Тыныс ҡына донъя менән хушлашты ул.

Һаташып, яңылыш һөйләшкән Хәлимә бына инде аҙнанан ашыу өнһөҙ ятты. Ғүмеренең һуңғы минутында ул:
– Һыртаҡ, көт мине, – тип ҡулын һуҙып нимәгәлер тотондо һәм мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Улар аҡ һыртҡа бергәләп күтәрелделәр.

Автор:Әлиә САМАТОВА.
Читайте нас: