+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ноябрь 2021, 11:00

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ МАРСТА ҠАРШЫЛАРҒА УЙЛАҒАЙНЫ Көлкөлө хикәйә

Бөгөнгө мажаралы хәлгә тарыуы юҡтан түгел ине Сәлимәнең. Һуң ғына кискелеккә һыйырына бесән һалырға сыҡты. Кәбәненең яңыһын башларға кәрәк. Төшкөлөккә тәүге кәбәндең төбөн ҡырып-һепереп һалып бөткәйне. Иртәнән алып ҡутарылып ҡар яуып һалды. Сәлимә, көрәк алып, кәбәнгә табан юл йырҙы. Етмәһә, был кәбәне бигерәк бейек. Ҙур баҫҡысты һөйрәтеп алып килеп, кәбәнгә һөйәне. Кәбән башына менгәс, иң әүәл ҡатҡан ҡарҙы төшөрҙө. Ҡыш көндәре кәбәнде башлап асыу еңелдән түгел. Көҙгө һалҡын ямғырҙарҙа баҫылған. Ҡышын әллә күпме ҡар ҡаплаған. Көндәр йылынып, иретеп торғанда бесән уҡмашып ҡатҡан. Кәбән башын асыу эшен тамамлағансы, төн етте. Сәлимәнең һәр эше барышында уй-хыялдары эйәрә. Ҡайһы саҡта уйҙарына инеп китһә, бар донъяһын онота…

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ МАРСТА ҠАРШЫЛАРҒА УЙЛАҒАЙНЫ Көлкөлө хикәйә
ЯҢЫ ЙЫЛДЫ МАРСТА ҠАРШЫЛАРҒА УЙЛАҒАЙНЫ Көлкөлө хикәйә

Ул оҙаҡ ҡына күктәге йондоҙҙарға ҡарап торҙо. Йондоҙҙар бик-бик алыҫта... туҡтауһыҙ йымылдайҙар. Унда тормош ниндәй икән? Моғайын, күңеллелер... барып күрәһе ине...
Төнгө күк ергә яҡыная барған һымаҡ тойолдо, әллә уның теләген аңланы микән? Кинәт, яп-яҡты осҡондарын сәсрәтеп, йондоҙ атылды. Сәлимәнең яҡтылыҡҡа күҙҙәре сағылйыны. Кәүҙәһе бәүелеп киткәндәй тойолдо ла, ҡулдарын йәйеп, ап-аҡ нурҙарға тотоноп, ҡайҙалыр осоп та китте. Моғайын да, йыһанғалыр... Сәлимә Яңы йылды шунда ҡаршылар.
Бына осоп китеп, "борх" итеп, ап-аҡ күбек эсенә барып сумды. Тирә-яғында ап-аҡ төтөн оса. Ғәжәп... төтөндөң еҫе лә юҡсы... Ә-ә-ә, ул һуң йыһанға осҡан – ул Марста! Уңышлы посадка яһаған. Ауыртҡан, һыҙлаған ере тойолмай, иҫән-һау. Шөкөр... Хоҙайына мең-мең рәхмәт!
Осоусы һөнәренә уҡымаған да. Был бит... күктән төшкән бәхет! Алма беш, ауыҙыма төш тип, бәхет көтөп йәшәмәне. Бәхетте кешеләргә яҡты йөҙлө булыуҙан тапты. Байлыҡ артынан ҡыуманы. Бил бөгөп, эшләп тик йөрөнө. Барына ҡәнәғәт булды.
...Ҡул-аяҡтарын йән-яҡҡа йәйеп, йомшаҡ мамыҡ өҫтөндә, аҡ күбеккә күмелеп ятыуынан шундай рәхәтлек кисерә. Ҡасан тейгәне булды һуң Сәлимәгә бындай ял!? Эшләне лә эшләне… Һаман эшләй, ялҡманы ла эштән. Эш уның мейеһенә, тәненең һәр бер күҙәнәгенә һеңгәйне. Эш менән булып олоғайҙы ла.
...Ята торғас, торорға булды. Күрәйем әле Марсты, тип уйланы.
Аҡ күбекте йырып сығырлыҡ та түгел. Уңға ла, һулға ла имгәкләп ҡараны... Бер ни аңлашылмай... Ҡайҙа Марстың өҫтө, ҡайҙа аҫты икәнлеген нисек белергә!? Бер мәл аҡылы уянды, хәлен һиҙеп ҡалды буғай:
– Һин Ньютон законын уҡының түгелме, уныһы бала саҡтан уҡ таныш ине буғай, – тип өндәште.
– Эйе, уҡыны-ы-ым. Ә-ә, улай булғас… Марстың өҫтөндәмен икән. Аҫтында булһам, Ергә ҡолап төшөр инем, – тип уйланы ла аяғына баҫырға булды.
Сәлимә аҡ күбекте йыра-йыра көскә тороп баҫты. Бә-ә-ә-й... Марста ла төн икә-ә-ән… Тирә-яҡта йым-йым янып, һанһыҙ йондоҙҙар балҡый. Марста ел дә бар икә-ә-ән. Һауа һалҡын. Был яңылыҡты Ергә ҡайтып әйтермен дә. Һалҡын. Берәйһе килеп алмаһа, Яңы йылды Марста ҡаршы алырға тура килерме миңә? Яңғыҙ оҡшап та етмәҫ. Ҡыҙыма шылтыратайым, уның белмәгән нәмәһе юҡ, бер яйын табыр.
– Алло, ҡыҙым... мин Марстамын… нисек ҡайтырға икән? Кем алып ҡайтыр? Бында ла бик һыуыҡ икән… Мәскәүгә шылтырат, космос карабы менән килеп, алып ҡайтһындар мине!
– Әсәй, аңлатыбыраҡ һөйлә... яңы әкиәт яҙҙыңмы шундай?
– Ниндәй әкиәт булһын!? Башлағайным ғына өйҙә бер әкиәт...
– Туҡта, туҡта... һин өйҙәме?
– Мин Марста тимен дәһә!
– Марс тигән кешегә барҙыңмы?
– Марс тигән бер кемем дә юҡ, ҡыҙым.
– Әллә, мин, ВКонтактела Марс исемле дуҫың булһа, шуға самолет менән остоңмо тием?
– Юҡ, Яңы йылды ҡаршыларға Марсҡа остом… күк-тә-ге! Тирә-яғымды йондоҙҙар уртып алған. Бында ап-аҡ күбек. Аңланыңмы, ҡыҙым?
– Бер ни аңламайым… Кем менән остоң, әсәй?
– Үҙем генә остом.
– Ҡасан остоң?
– Кис ине, кәбән башына менгән инем...
– Шунан?
– Шунан, шунан… остом да киттем.
– Нисек остоң да киттең?
– Йондоҙ атылғайны... шунан... мин, аҡ нурҙарына тотона һалып, Марсҡа килеп төштөм. Телефонымдың зарядкаһы ғына бөтөр инде. Бында тереклек юҡ. Донъя артта ҡалған Марста. Интернет, машина күренмәй.
– Аңлашылды... Аҡ күбек тигәнеңде тотоп ҡара әле?
– Аҡ күбек миңә йәбешеп бөттө: битемә, ҡулыма. Һыуыҡ үҙе...
– Бейәләйеңде сисеп, тотоп ҡара әле?
– Берәй зыяны булмаһа... хәҙер...
– Ә-ә... ҡыҙым, бында ла ҡар яуған икән.
– Йондоҙҙар ҡайҙа күренә?
– Бар яҡта ла күренә, ҡыҙым. Уңда ла, һулда ла…эй күптә-ә-әр үҙҙәре... Мине уратып алғандар.
– Атлап ҡара әле?
– Хәҙер…
– Китеп бараһыңмы?
– Эйе… бында ла ҡар күп яуған…
– Әсәй, һин, ерҙән атлап бараһың... Марста түгел!
– Нисек… Марста түгел!?
– Ха-ха-ха...Һин кәбән башынан ергә осоп төшкәнһең, әсәй!
– Ергә!?
– Эйе, һин ерҙә тораһың. Уңда ла, һулда ла өйҙәрҙең лампаларының яҡтыһы балҡып яна. Ә баш осоңда – йондоҙҙар!
– Ә-ә-ә... мин, һуң... Марсҡа остом, тигән булам, ҡыҙым.
– Әсәй… һин Марста атлап та китә алмаҫ инең. Унда һауа юҡ. Осоп тик йөрөр инең. Физика китабынан уҡыманыңмы һуң?
– Эйе, уҡығайным, «өслө» нән артманы шул белемем, ҡыҙым. Йә, инде-е-е... үҙемде осоусы икәнмен тигән булам бит әле.
– Э-э-э-эй, әсәй. Ял итеп ал! Һиңә кеше араһында күберәк булыу кәрәк! Өйҙән сығышмайһың.
– Ауыл ерендә ҡайҙа бараһың... Хәҙер күрше күршеһенә инмәй.
Китап уҡыйым… телетапшырыуҙар ҡарайым… музыка тыңлайым... яңғыҙым, барыһына ла үҙем генә… Улай ярмай шул, башҡаса ҡайһылай итәһең инде…
– Әсәй, беҙ юлда киләбеҙ, Яңы йылды һиндә ҡаршы алабыҙ.
– Ярай, рәхмәт ҡыҙым. Әл дә Марсҡа осоп китмәгәнмен

 

Автор:Нәсимә ҒАЙСИНА.
Читайте нас: