+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ноябрь 2021, 18:00

АЙҺЫЛЫУҘЫҢ АЙМЫЛЫШ КӨНДӘРЕ Хикәйә Беренсе өлөш

I Айһылыуҙың шатлығы эсенә һыймай бөгөн. Ул уҡырға инде! Эйе, эйе, нәҡ хыял иткән уҡыу йортона. Ул уҡытыусы буласаҡ. Уҡытыусы ғына түгел, ә физкультура уҡытыусыһы! Көҙгө һаран ҡояш та, Айһылыуҙың шатлығын уртаҡлашырға теләгәндәй, бөгөн йылы нурҙарын йәлләмәне. Донъя алтын төҫөндәге шатлыҡҡа мансылды.

АЙҺЫЛЫУҘЫҢ АЙМЫЛЫШ КӨНДӘРЕ Хикәйә Беренсе өлөш
АЙҺЫЛЫУҘЫҢ АЙМЫЛЫШ КӨНДӘРЕ Хикәйә Беренсе өлөш

Мәктәп, район ярыштарында гел беренселекте яулап өйрәнгән спортсы ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатманы. Курсташ ҡыҙҙар, егеттәр араһында ла, уҡытыусылар менән дә йәһәт кенә уртаҡ тел тапты, ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәне.

Уҡыу мәшәҡәттәре менән һиҙелмәй генә көҙ ҙә үтеп китте, көҙҙө һалҡын ҡыш алмаштырҙы. Шулай итеп, миҙгелдәр алмашынды, ә шатлыҡлы ла, мәшәҡәтле лә студент тормошо үҙ яйы менән бара бирҙе. Айһылыу уҡыу йортоноң йондоҙона әүерелде. Хәҙер инде бер спорт сараһы ла унһыҙ үтмәй.

Бына саңғы ярыштарына әҙерлек башланды.

– Һиңә ҙур өмөт бағлайбыҙ, – ти тренеры. – Беҙҙең уҡыу йорто быйыл да беренселекте ҡулдан ысҡындырмаҫ!

Бына Айһылыу тағы ла стартта.

– Внимание! – Судьяның тауышы яңғырай, Айһылыуҙың йөрәге талпынған ҡоштай дөпөлдәп тибә. – Марш!

Ҡыҙҙар уҡтай алға осто. Өйрәнелгән хәрәкәттәр менән Айһылыу елә генә, бик ҙур арауыҡ менән ҡыҙҙарҙы әллә ҡайҙа ҡалдырҙы. Бына боролош... Ни ғәләмәт, “шарт” иткән тауыш ишетелде һәм... Айһылыу тәкмәсләп барып төштө. Күтәрелеп ҡараһа, саңғы таяғы һынған. Ни эшләргә? Ҡыҙҙар берәм-һәрәм уны уҙа ла башланы. Шул саҡ халыҡ араһынан бер егет саңғы таяҡтары килтереп тотторҙо. Таныш та түгел шикелле...

Айһылыу тағы ла алға атылды. Ҡолағында тренерының “Һиңә ҙур өмөт бағлайбыҙ” тигән һүҙҙәре яңғырап китте. Уҡыу йортон оятҡа ҡалдыра ла һуң! Әйҙә, Айһылыу, әйҙә! Ҡайҙан көс тапҡандыр, бына бер саңғысыны артта ҡалдырҙы, икенсеһен... Финишҡа ла күп ҡалманы. Ҡыҙ тағы ла алға сыҡты һәм финиш һыҙығын беренсе булып үтеп китте.

Кем булды һуң ул серле ҡотҡарыусы? Саңғы таяҡтарын хужаһына ҡайтарып бирергә кәрәк бит. Ҡыҙ егетте эҙләп китте. Ә ҡотҡарыусы үҙе Айһылыуҙың ҡаршыһына йылмайып килеп сыҡты.

– Серле ҡотҡарыусым, – тип һүҙ башланы ҡыҙ, – тылсым таяҡтарыңды ҡайтарып бирәм.

Ҡотҡарыусы бер ҙә “тылсымсы” түгел, ә Илшат исемле студент егет булып сыҡты. Хоҡуҡ серҙәрен өйрәнә икән, киләсәктә ошо өлкәлә хеҙмәт итергә уйлай. Егет ҡыҙҙы ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйырға тәҡдим итте. Шулай танышып киттеләр.

Бүлмәгә ҡайтып ингәндә Айһылыуҙың күҙҙәре серле ялтырай, үҙе бер туҡтауһыҙ йылмая ине. Бүлмәләше Гөлиә был ҡылығына аптырап:

– Ни булған һиңә? Бөтөнләй үҙеңә оҡшамағанһың, – тип һорап ҡуйҙы.

– Беренсе урын алдым, – тип кенә ҡотолмаҡсы булды Айһылыу.

– Ул да булған икән яңылыҡ! Һинең беренсе урын алыуыңа күнегеп бөтөлгән инде. Башҡа нимәлер булған бит, – тип төпсөнә башлаһа ла, Гөлиә аныҡ ҡына яуап ишетмәне. Айһылыу тағы серле йылмайҙы ла үҙ эше менән булышыуын белде.

Уның серле күңел торошоноң сәбәбе һуңынан ғына билдәле булды. Ятаҡ алдында рауза сәскәләре тотҡан оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егет ҡаршы алғас, Гөлиә Айһылыуға:

– Хәҙер барыһын да һөйләмәйенсә ҡотола алмаҫһың, – тип ныҡышты. Серле ҡотҡарыусы тураһында һөйләп бирергә тура килде.

Йәштәр осраша башланы. Был ҡышта тын ғына яуған ҡар, әйтерһең дә, бәхет алып килде. Күктән бәхет яуа, мөхәббәт яуа бит!

–Һеҙ ағай менән һеңле кеүек бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙ, – тип һоҡлана Гөлиә. – Ундай парҙар мотлаҡ бәхетле булырға тейеш!

II

Илшат күптән инде Айһылыуҙы үҙҙәренә алып ҡайтып, әсәһе, туғандары менән таныштырырға теләй. Уныһы, ҡырҡ һылтау табып, быға тиклем кисектереп килде. Танышырға теләмәүҙән түгел. Юҡ, бик тә теләй ул! Аҡыллы, иғтибарлы, ярҙамсыл егетте тәрбиәләгән ҡатынды күргеһе, һөйләшкеһе килә. Тик ниңәлер баҙнатһыҙлана ла ҡуя.

– Ялда һине үҙебеҙгә алып ҡайтам! – Был юлы ҡаты торҙо Илшат. – Әсәйем дә күптән көтә.

Айһылыу ризалашты. Иртәгәһенә юлға сығам тигән көндө төш күрҙе. Имеш, ул аяҡ кейемдәре магазинында итек һайлап йөрөй. Бына ҡара ялтыр күнлеһен, бейек үксәлеһен кейеп ҡарай: тап-таман, үҙенә килешеп тора. Атлауы шундай уңайлы, үҙе йылы. Теләгән әйберҙең йәһәт кенә табылыуына ҡыуанып, кассаға йүнәлә ҡыҙ. Ләкин һатыусы уның ҡулындағы итектәрҙе һыпыра тартып ала ла:

– Был итек һинең өсөн түгел! – ти, уҫал итеп күҙҙәренә туп-тура ҡарап.

– Нисек минең өсөн түгел? Ярап тора бит!

– Һиңә тигән итектәр ана ята! – тип күрһәтә һатыусы.

Айһылыу теге итектәрҙе кейеп ҡарай: бер нисә үлсәмгә ҙур, иҫкелеге күҙгә күренеп тора.

– Былар миңә ҙур, – аптырай ҡыҙ, – кейелгән итектәр бит былар!

Һатыусы имәнес итеп көлә башлай, тауышы ҡолаҡты ярып алып бара.

Ҡапыл уянып киткән Айһылыу: “Ҡалай ҡыҙыҡ төш”, – тип уйланып ята бирҙе. Артабан: “Көн боҙолоп тора, шуға юҡ-бар төшкә керәлер”, – тине лә быға әллә ни иғтибар бирмәне.

Йәштәрҙе алып ҡайтырға Илшаттың ике туған ағаһы Фәнир машина менән килде. Егеттең ауылы Урал аръяғы далаларындағы бер районда. Урман араһында үҫкән Айһылыуға был яҡтар бик ҡыҙыҡ тойолдо: яланғас тауҙар пеләш башлы кешеләрҙе хәтерләтә.

Машина бәләкәй генә йорт алдына килеп туҡтаны. Ҡунаҡтарҙы мөләйем ҡатын ҡаршы алды. “Илшат әсәһенә оҡшаған икән”, – тип уйлап ҡуйҙы Айһылыу. Өйгә инделәр. Ҙур булмаһа ла, таҙа, бөхтә. Түрбаштан тәмле аш еҫе килә. Сәлимә апай өлтөрәп өҫтәл әҙерләй башланы, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Өсәүләп кенә табынға ултырҙылар. Сәлимә апай һаҡ ҡына һүҙ башланы:

– Шунан, нисек килеп еттегеҙ? Юлда арып та киткәнһегеҙҙер инде.

Айһылыу өндәшмәне.

– Беҙҙең кеүек йәштәргә юл йөрөү нимә инде? – Икеһе өсөн дә Илшат яуап бирҙе.

– Айһылыу, беҙҙең яҡтар оҡшаймы? – Ҡыҙға төбәп һорау бирҙе Сәлимә. – Һин урман районынан, эйеме?

Айһылыу тартына-тартына ялан яҡтарының ҡыҙыҡлы тойолоуы, үҙенең районы, ауылы тураһында һөйләне.

– Ә атай-әсәйең кем һинең? – Сәлимә апай ҡыҙыҡһынып һорашырға тотондо.

– Атайым Әхмәр – урмансы, ә әсәйем Гөлйемеш исемле, ғүмер буйы балаларға белем бирә...

– Кем, кем атай-әсәйеңдең исемдәре? – Әсәй кеше ҡабатлап һораны.

“Әллә был ҡолаҡҡа ҡатыраҡмы икән?” – тип уйлап ҡуйҙы ла, Айһылыу тағы ғаиләһе тураһында һөйләргә тотондо.

– Әхәт исемле ағайың да бармы? – тип ҡапыл бүлдерҙе Сәлимә.

– Эйе. Әхәт ағайым – атайымдың бер туған ҡустыһы. Беҙҙең ҡаршыла ғына йәшәйҙәр. Миңзәлә еңгә менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр...

Сәлимә ауыҙын ҡулы менән ҡапланы ла, һүҙһеҙ ҡалды, күҙҙәренә йәш эркелде. Бер ни тиклем шаңҡып ултырғас, тышҡа йүгереп сығып китте. Йәштәр бер-береһенә ҡарашып аптырап ҡалды.

“Был ни булды һуң әле? – Илшат әсәһе артынан сыҡҡас, бер үҙе ултырып ҡалған Айһылыу ҡурҡыуға бирелде. – Әхәт ағайымдың ни ҡыҫылышы бар бында? Шулай ҙа, аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәй, өс туған араһында ялҡауы, ҡырын тейәргә яратҡаны шул Әхәт ағай инде. Тәүге ҡатыны ла, уның холҡона түҙмәй, ҡайтып киткән, тиҙәр. Муллаға алып барып өшкөрткәндән һуң әле ҡәҙимге генә донъя көтөп ята...”

Бер ни тиклем ваҡыттан илап шешенгән, ҡышҡы һыуыҡта өшөгән кешеләй дер ҡалтыранған әсәһе менән Илшат ҡайтып инде.

– Ултырығыҙ, балалар, – Сәлимә апайҙың тауышы әллә ҡайҙан, йыраҡтан яңғырағандай булды. – Һеҙгә бер нисек тә бергә булырға ярамай...

Айһылыу менән Илшат тағы бер-береһенә ҡарашып алды, аптырап Сәлимә апайға төбәлделәр.

– Һеҙгә бер нисек тә бергә булырға ярамай, – тип тағы ҡабатланы ҡатын. – Сөнки Илшат – Әхәттең улы...

Ул һыҡтай-һыҡтай ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы.

Айһылыу сумкаһын эләктерҙе лә тышҡа атылды. Ҡапҡа алдына килеп сыҡҡас, бер аҙ иҫәңгерәп торҙо ла, ҡапыл ҡуҙғалып, оло юлға табан йүгерҙе. Тәүге тура килгән машинаға ултырып китеп тә барҙы. Ҡурҡыу ҙа, үҙеңде һаҡлау тойғоһо ла юҡҡа сыҡҡан ине был ваҡытта.

“Эх, ни эшләнең һин, Әхәт ағай?! Исмаһам, бер булһа ла улыңды барып күрһәңсе! “Бына минең улым Илшат”, – тип берәй тапҡыр булһа ла фотоһүрәтен күрһәтһәңсе!”

Иҫәрләнгән кеше кеүек Айһылыу ятаҡҡа төн уртаһында ҡайтып инде. Вахтер әбей әрләшергә иткәйне лә, хәлен күреп, өндәшмәне. Гөлиә ялға ҡайтҡан. Айһылыу карауатына йығылды ла: “Эх, Әхәт ағай, Әхәт ағай!” – тип мендәрен туҡмай-туҡмай иланы ла иланы. Тәбиғәт тә уның күңел торошона ауаздаш булып шыңшый һымаҡ ине...

Аҙағы бар.

Автор:Әнисә ЗАРИПОВА.
Читайте нас: