+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ноябрь 2021, 20:00

АЙҺЫЛЫУҘЫҢ АЙМЫЛЫШ КӨНДӘРЕ Хикәйә Икенсе өлөш

III Диплом алғас та, Айһылыу, ата-әсәһен дә, уҡытыусыларын да аптыратып, төпкөл ауылға юлланды. Ярайһы уҡ яҡшы ғына эшләй башланы, Фәриҙә исемле яңғыҙ ҡатында фатирҙа торҙо. Әллә иренең иртә вафат булыуынан, балалары юҡлыҡтан, әллә башҡа сәбәптән ул ҡатын эскеләп алырға ярата ине. – Айһылыу, һин гел балтаһы һыуға төшкән кеүек йөрөйһөң, – тине Фәриҙә бер көндө. – Әллә эшең оҡшамаймы? – Оҡшай ҙа ул... – Шулай булғас, нимә етмәй һиңә?

АЙҺЫЛЫУҘЫҢ АЙМЫЛЫШ КӨНДӘРЕ Хикәйә Икенсе өлөш
АЙҺЫЛЫУҘЫҢ АЙМЫЛЫШ КӨНДӘРЕ Хикәйә Икенсе өлөш

Айһылыу сит ҡатынға үҙенең кисергәндәрен һөйләне лә бирҙе.

– Улай ҙа була икән! Ҡайһылай ҡыҙғаныс! – Шулай һөйләнә-һөйләнә, Фәриҙә йәшергән еренән бер ярты килтереп сығарҙы, ике рюмкаға ҡойоп, береһен Айһылыуға һуҙҙы.

– Мин эсмәйем, – тип ҡаршылашты Айһылыу.

– Эс, эс, еңелерәк булып ҡала ул!

Көсләп тигәндәй йотторҙо Фәриҙә теге араҡыны. Айһылыуҙың эсе янды, хатта күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Иҫенә килгәнсе хужабикәһе тағы берҙе ҡоя һалды:

– Икәү ит, хәҙер рәхәт булып китер.

Ҡыҙ, башы әйләнеп, карауатҡа барып ятты. Бер ҙә рәхәт түгел уға, киреһенсә, үтә лә ҡыйын...

Иртәгәһенә, эштән ҡайтып, өҫтәлгә ултырғас та, Фәриҙә тағы араҡы килтереп сығарҙы, икеһенә лә ҡойҙо. Шешәләш табылыуына бик тә һөйөнә ине ул.

Айһылыу өсөн был хәл ғәҙәтигә әйләнде, ҡайғыһы онотолғандай тойолдо. Эштән һуң өйгә, һирәкләп булһа ла, һыра ҡыҫтырып ҡайтырға әүәҫләнде. Физкультура дәрестәре йә стадионда, йә спорт залында үткәнгә күрә, уның ҡылығын һиҙеүсе булманы.

Бер мәл Айһылыу эштән ҡайтҡанда Фәриҙә бер ир менән сәй эсеп ултыра ине.

– Бына, Нурҙан бағана ултырттырҙым, – тине ул аҡланғандай итеп, – әтеү ҡапҡа ҡолап бара бит.

Был ирҙе урамда осратҡаны бар Айһылыуҙың: эштән ҡайтышлай йә китешләй юлына килә һалып сыға.

Ҡыҙ ҙа өҫтәл артына ултырҙы.

– Мин Нур булам, – тип уның күҙҙәренә туп-тура ҡараны егет. – Һин уҡытыусы, эйеме?

Ҡыҙ шунда уҡ иғтибар итте: Нурҙың, йөҙө ҡарағусҡыл булыуына ҡарамаҫтан, күҙҙәре зәп-зәңгәр ине. Сәстәренә сал төшә башлаған.

– Эйе, һеҙҙең мәктәптә эшләйем, – тип яуапланы ул, – Айһылыу булам.

– Танышыу хөрмәтенә, – тип, Фәриҙә тағы аҡбаш килтереп сығарҙы.

Шулай итеп, Нурҙың был өйгә йөрөүе йышайҙы. Бер көндө Фәриҙә:

– Нур юҡҡа йөрөмәй бит, һине оҡшатҡанға килә бында, бергә йәшәгеҙ ҙә ҡуйығыҙ, – тимәһенме. Айһылыу ыҡ-мыҡ итте лә:

– Оло бит ул, – тип кенә яуаплай алды.

– Оло булһа ни, бынамын тигән ир, – тине Фәриҙә. – Ҡатыны ғына алама булды, Нурҙы һанға һуҡмай ҡайтып китте.

Айһылыуҙың әллә ҡасан күргән төшө хәтеренә килде: һатыусы унан яңы, матур итектәрҙе тартып алып, ҙурын, кейелгәнен бирә. Төшө юш килә түгелме?

“Яҙмышым шулдыр инде”, – тип, тағы бөтәһен дә аптыратып, Айһылыу үҙенән ун биш йәшкә оло, ҡатын айырған иргә кейәүгә сығып китте.

Башта тормош ҡәҙимгесә генә барған кеүек ине, шулай ҙа Фәриҙә өйөндә башланған мәжлестәр артабан да дауам итте. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәй, Айһылыуҙың насар ғәҙәте мәктәп етәкселегенә мәғлүм булды.

– Шунан, Айһылыу Әхмәровна, – тине мәктәп директоры Гөлсөм Мырҙабаевна, уҫал ҡарап. – Артабан ни эшләйбеҙ?

“Мин башҡа улай итмәм, кисерегеҙ инде”, – тигән кеүегерәк яуап көткәндер инде. Тик:

– Мин китәм... – тине ҡапыл Айһылыу.

– Ҡайҙа? – директорҙың ҡаштары һикереп-һикереп китте. – Йыл уртаһында эш ташлап, ҡайҙа китергә уйлайһың?

– Декрет ялына, – тигәнде ишеткәс, Гөлсөм Мырҙабаевнаның ҡаштары тағы ла юғарыраҡ һикерҙе, шулай ҙа башҡа бер ни өндәшмәне.

Ҡыҙҙары тыуыуға ҡарамаҫтан, Айһылыу менән Нур алама ғәҙәттән арына алманы. Инде нисәнсе тапҡыр киҫәтә торғас, Нурҙы эшенән ҡыуып та ҡуйҙылар. Ир, ауылда эш бүтән таба алмаясағын аңлағас, ҡалаға күсергә ҡарар ҡылды.

IV

Аҡса яғы самалы булғас, ғаилә ҡала ситендә ике хужаға иҫәп тотоп төҙөлгән фатирға урынлашты. Өйҙөң икенсе яртыһында Фәтиха тигән әбей йәшәй. Нур рәсми рәүештә эшкә урынлаша алманы, ары-бире “шабашка”ла ғына йөрөргә тура килде. Шулай ҙа эскегә тигәндә аҡса ла, һылтау ҙа табылып ҡына торҙо. Ҡайҙа ғына барһаң да, ҡара күләгәң артыңдан эйәреп йөрөй икән шул.

Ҡыҙҙары Айгүзәл сит өйҙә тәпәй баҫты, тәтелдәп кенә теле лә асыла башланы. Бәләкәс күберәген Фәтиха әбейҙә була. Ике яңғыҙ, бер-береһен иптәш итеп, үҙ-ара әүрәп ултыра шулай. Әле лә Айгүзәл әбей менән ҡалды, Айһылыу магазинға сыҡты.

Һыра алып торғанында кибеткә милиция формаһындағы ир килеп ингәс, Айһылыу шешәһен артына йәшерә һалды. Хоҡуҡ һаҡсыһы уға иғтибар итмәне, тиҙ генә нимәлер һатып алды ла ишеккә ыңғайланы. Шул саҡ бик таныш кеүек тойолдо уның йөҙө. “Илшат бит!” Һыра хаҡын йәһәтләп түләп, Айһылыу уның артынан йүгерҙе:

– Илшат, Илшат!..

Милиция хеҙмәткәре иһә магазиндан сыҡҡас та ҡатыны һәм ҡыҙы янына йүнәлде.

Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгергән Айһылыу, быларҙы күреп, ситкә янтайҙы ла, ишек артына йәшенеп күҙәтә башланы. Илшат тауыш ишеткәс тә артына әйләнеп ҡараны былай, тик, бер кем күренмәгәс, ҡыҙы янына килеп, уға тәмлекәс тотторҙо. Айгүзәл йәшендәге бала, бәлки, әҙ генә ҙурыраҡтыр, бер ҡулына кәнфитен тотоп, икенсеһе менән атаһын етәкләп алды. Яңы модаға ярашлы кейенгән, һомғол буйлы һылыу ҡатын да улар менән бергә атланы.

“Илшаттың ҡыҙы... Илшаттың ҡатыны... Ҡайһылай матурҙар!”

Айһылыу үҙенең өҫ-башына күҙ йүгертте: хан заманындағы спорт костюмы, кроссовка, сәсе арлы-бирле йыйылған, сумкаһында – һыра. Ирекһеҙҙән күҙ йәштәре тәгәрәне.

Күңел тулҡынланыуы менән магазинға кире инде лә:

– Һыраны кәнфиткә алмаштырығыҙ әле, – тине Айһылыу.

– Йөрөйҙәр шунда, нимә алырҙарын белмәй! – Тип һөйләнә-һөйләнә һатыусы кәнфит үлсәп бирҙе уға.

Һыра хаҡына арыу уҡ ҡына тәмлекәс килде.

Айһылыу ҡайтыу менән өйөн таҙаларға тотондо: түбәләрҙе, стеналарҙы, иҙәндәрҙе һөртөп алды, тәҙрәләрҙе йыуып, бүлмәләрҙе елләтте. Бәлеш бешерергә ҡуйҙы. Өй эсенә тәмле еҫ таралды.

“Йәй ҙә, ҡыш та – бер төҫтә” тигәндәй өҫтөнән төшөрмәгән спорт костюмын сисеп, күлдәк кейҙе, сәсен матурлап үрҙе, иренен буяны. Бына бәлеш тә әҙер. Айһылыу яңы бешкән ризыҡ менән кәнфиттәрҙе өҫтәлгә ҡуйҙы ла ҡыҙы менән Фәтиха әбейҙе сәйгә саҡырырға китте.

– Ҡыҙым саҡырғас килеп тә еттек, – тип һөйләнә-һөйләнә түргә уҙҙы әбей.

– Әҫәй, һин бөгөн ҫул тиклем матурһың, – тип тәтелдәне бәләкәс Айгүзәл дә.

– Ҡыҙым, бынан ары гел шулай буласаҡ! – тине Айһылыу, уны ҡосаҡлап һөйә-һөйә.

Шул мәлдә ҡайтып ингән Нур, өйҙәге үҙгәреште күреп, бер ни тиклем иҫенә килә алмай торҙо. Өй генәме ни, Айһылыу ҙа, уның күңел донъяһы ла – барыһы ла үҙгәргән. Йәмһеҙ ҡарышлауыҡ күбәләккә әйләнгән көнмө ни!

Күмәкләп табынға ултырҙылар. Бәлешләп, кәнфитләп сәй эстеләр. Шул саҡ кемдер телефондан шылтыратып, Нурҙы эшкә саҡырыуҙары тураһында хәбәр итте.

Бер нисә аҙна инде күкте ҡаплап торған ҡара болоттар таралғандай. Көҙгө ҡояш нурҙары тәҙрә аша өйгә үтеп инде лә, күңелдәрҙә урын табып, мәңге ҡалырға ҡарар итте һымаҡ...

 

Аҙағы.

Автор:Әнисә ЗАРИПОВА.
Читайте нас: