Ике баҡса ла совет дәүеренән үк ҡалған булғас, шаҡтай ҡараулы, ҡыҙыҡтырырлыҡ ине. Ғәбделйән ҡарт ҡурай еләгенә өҫтөнлөк бирһә, Райхана ҡарсыҡ ҡарағат үҫтереү менән мауыға булып сыҡты.
Ике баҡсаны төпсөрләп сағыштырыу урынһыҙ булыр. Икеһе лә һыналған, уңған, тырыш кешеләр тарафынан тәрбиәләнгән һәм ҡарт менән ҡарсыҡ өсөн көндәлек күңел йыуанысы булып тора.
Был юлы ҡайтышлай Ғәбделйәндең фатирына керҙеләр. Ҡарсыҡ, килеп кереү менән, аш бүлмәһен өйрәнә башланы һәм тиҙ арала йомортҡа ҡурып, әлеге колбаса телеп, өҫтәл ҡороп ҡуйҙы. Һәүетемсә генә ашап ултыралар ине, бер егет килеп инде лә быларға иғтибар ҙа итмәй төпкә үтеп китте һәм оҙаҡ та үтмәй, яңынан сығып юғалды.
– Минең ейән йөрөй, – тине ҡарт, – Зариф исемле. Иғтибар итмә, зыянһыҙ ул.
– Эшләйме? – тип һораны ҡарсыҡ.
– Эшләйме, белмәйем, ҡыҙыҡһынғаным юҡ, – тине ҡарт.
Был һорау күңелһеҙләнергә мәжбүр итте.
– Минеке эшләй ине, Гөлназды әйтәм, киоскыла юҡ-бар һатып ултырҙы. Бер ай ултырҙымы, юҡмы, өҫтөнә сыҡты. Әллә алданылар, әллә үҙе отолдо.
Шулай һәүетемсә генә барған аралашыу Райхана ҡарсыҡтың Ғәбделйәндең фатирына күсенеп килеүе менән тамамланды.
Икеһе лә үҙ аллы донъя көтәләр, йәшәрлек мөмкинлектәре лә, уртаҡлашыр һүҙҙәре лә етерлек. Ике яҡтан да улдары-ҡыҙҙары, килендәре-кейәүҙәре тарафынан кире ҡағыусы, ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булманы. Ноябрь баштарында Ғәбделйәндең тәҡдиме менән яҡыныраҡ балаларҙы, ағай-энене саҡырып, танышыу ашы ойошторорға ҡарар иттеләр. Йәш бара, икеһенә лә терәк кәрәк. Хатта Ғәбделйән ҡарт күптәрҙе йылмайтып, никах уҡытыу хаҡында ла әйтеп һалды. Никах кәрәкме? Уҡытабыҙ. Муллаға өндәштеләр. Йәш кенә егет икән. Уныһы хупланы. Байрамдың йомаға тура килеүен самалап, ун икеләргә өҫтәлде һый менән тултырып та ҡуйҙылар.
Өлкәндәр йыйылды. Мулла доғаларын уҡып, шартына килтергәс, матур ғына итеп ашап-эстеләр, бер-береһенә һый-хөрмәт күрәһәттеләр.
Матур башланған мәжлес, аҙағы ла күңелле генә итеп бөттө. Райхана ҡарсыҡ менән Ғәбделйән ҡарт өйҙә ҡалды, ҡунаҡтар ҡайтып китте. Икәү үҙ-ара һөйләшеп ултырғас, Райхана ҡарсыҡ ишек төбөндәге кейем-һалымды барланы, итеген алып ҡуяйым, тиһә, эсендә ҡағыҙ киҫәктәре, ашап бөтөлмәгән картуф, ҡыяр күреп, ғәжәпкә ҡалды.
– Был ни эш? – тине ул бабайға итектәрен күрһәтеп.
Ҡарт был хәлде күреү менән, аһ итте. Хатта ишеккә уҡтала биреп ҡуйҙы. Әйтерһең, кемдер был хаслыҡты ҡылған да, хәҙер килеп ҡарт уны тота ла, йәнәһе, кәрәген бирә.
– Туҡта, бабай, ҡабаланма, – тип сабыр ғына туҡтатты уны ҡарсығы, – өндәшмә.
– Нисек өндәшмәйһең? Былар бит мине мәсхәрә итте. Шуның ғына эше...
– Кемде әйтәһең, бабай?
Бабай өҫтәлгә күрһәтеп:
– Бынауында һинең ҡыҙың ултырҙы, бында – беҙҙең килен, ә бында – Зәйнәп ҡоҙаса. Хәтерләйһеңме?
– Эйе, зәңгәр кофталы.
– Шуның ғына эше! – тип ярһыны ҡарт.
– Зәңгәр кофталы ине, бына күстәнәскә сәй килтергән, – тип иҫенә төшөрҙө ҡарсыҡ. – Уның миндә ни үсе бар һуң?
Эй, шунда йөрөй инде! – тип туҙынды ҡарт. – Килендең апаһы, ни эшләмәй, ни фатиры юҡ. “Мине ал”, – тип килде лә килде. Бына шул Зәйнәп ҡоҙаса ҡылған был хаслыҡты. Башҡа өйөмә аяҡ баҫтырһаммы! Яҡын да килеп йөрөмәйәсәк!
Райхана ҡапылда донъяһын ейәнсәренә ҡалдырып, бында күсенеүҙең бик ҡабалан булыуына төшөндө. Юҡ, Райхана теләһә кемгә бирешеп тора торғандарҙан түгел. Үҙен дә, бабайын да яҡлай алыр. Бабай үҙе әйтте, никах уҡытайыҡ, тине. Уға ла, бабайға ла күпме генә йәшәргә ҡалған. Ошондай үҙҙәренең яңғыҙлыҡтарын, бер-береһенә таяныс булып, үткәрерҙәр.
Ләкин Зәйнәп ҡоҙаса яғынан һөжүм бының менән генә тамамланманы. Ғәбделйән ҡарттың телефонлы булыуын ҡайҙандыр белеп ҡалып, уның һандарын асыҡлап, иртәле-кисле шылтырата башланы. Райхана һиҙмәй ҡалды
быны. Тәүҙәрәк ҡартына улы шылтыраталыр, тип уйлағайны. Баҡтиһәң, Зәйнәп шылтырата ла, Райхана ҡарсыҡ тураһында теләһә нәмә һөйләй икән.
– Һораштым, белештем, был ҡарсыҡ, Райхананы әйтәм, һиңә тиклем өс бабайҙы ерләп өлгөргән инде. Һин дүртенсеһе буласаҡһың. Ана күрҙеңме, улдары һиңә бүләк тә биреп торманы. Бөгөн-иртәгә үлергә торған ҡартҡа бүләк нимәгә? Һин минеке булһаң, мин һине ҡосаҡлап ҡына йоҡлатыр инем, күңелеңде күрер инем. Мин һине уға барыбер бирмәйем, – тип башын әйләндерә.
Етмәһә, бабай эргәһендә өлкән ҡыҙының улы Зариф та йөрөй. Зәйнәптең хәбәре, күрәһең, уларҙы ла шикләндергәндер. Сөнки егет килеп инә лә, нимә эсеүҙәре, нимә ашауҙары менән ҡыҙыҡһына башлай.
Шулай итеп, Яңы йыл да килеп етте. Байрам менән ҡотлап, Ғәбделйән ҡарт әбейгә шәл япты, ә ҡарсыҡ Ғәбделйәнгә мәрхүм бабайының ике-өс тапҡыр ғына кейгән аҡһыл пинжәген кейҙерҙе. Оҡшаны пинжәк Ғәбделйәнгә. Кейеп ҡарағайны, үлсәп текһәң дә был хәтле килешмәҫ! Өҫтөндә ҡойоп ҡуйған һымаҡ ҡына! Кейә лә ҡарай, кейә лә ҡарай. Хатта бер тапҡыр ап-аҡ күлдәк кейеп, муйынға галстук тағып ҡараны. Йәшәреп китте. Йәшәреү генә, тиһеңме, ошо пинжәкте кейеп, әллә ҡайҙа барыу, кешеләр менән аралашыу, үҙен күрһәтеү теләге барлыҡҡа килде. Гәзиттә “Мосолмандар өсөн Яңы йыл кисәһе”, тигән иғлан күреп ҡалғас, Ғәбделйән ҡарт был хаҡта әбейенә лә өндәште. Быға тиклем концертҡа-мәҙәр бер ҙә йөрөмәгән, кеше араһына сыҡмаған ҡарсыҡҡа етә ҡалды. Ҡайҙа икән, ҡасан икән, нисә һум икән, тип ҡыҙыҡһынды ла ҡуйҙы.
Ғәбделйән ҡарт та хупланы. Икенсе көнөнә таң менән тороп, пенсионныйға барам, тигән һылтау менән сығып китте һәм кисенә ике билет тотоп ҡайтты. Һәр береһе – бишәр йөҙ һум!
– Ике тоҡ картуф хаҡы! –тип бот сапты Райхана. – Шул тиклем ҡиммәт булмаһа!
– Ғүмерҙә бер булһа ла күрәйек, – тип тынысландырҙы ҡарт әбейен. – Бына программаһын бирҙеләр.
Кем генә йырламай ҙа, кем генә бейемәй икән. Фидан да бар, Флүрә йырлай, Рәшиҙә бейей, Айҙар ҙа ҡалмаған.
Райхана ҡарсыҡ ҡыуанып ризалашты. Концертҡа барырға булғас, шартына килтереп такси саҡырҙылар. Йәштәр һарайына барыу 200 тәңкә икән. “Бына һиңә барыу-ҡайтыу тағы бер тоҡ картуф”, - тип эстән генә иҫәпләп ҡуйҙы Райхана ҡарсыҡ.
Килеп төшһәләр... Йәштәр һарайы ҡайнап торған һымаҡ. Тыштан уҡ артыҡ билет һорап торалар. Райхана менән Ғәбделйән эскә үтте. Тәүҙә кейемдәрен тапшырҙылар. Халыҡ ағымына ҡушылып, китаптар һатҡан мөйөштә булдылар, сәйханаға һуғылдылар.
Концерт шәп булды. Ул ҡайнап торған халыҡтың алҡышлауы! Эргәлә гел йәштәр булғанғамы, Райхана ҡарсыҡ та, Ғәбделйән ҡарт та үҙҙәрен йәшәреп киткән һымаҡ итеп тойҙо.
Тәнәфескә сыҡһалар, ялтаңлап, эргәләренә Зәйнәп килеп баҫты. Ҡарсыҡ бабайына эйелеп, был кем булды әле ул, тип һорарға итә, тегеһе ишетмәй ҙә ҡуя инде. Ысынлап та, ҡарсыҡ ике ай самаһы ғына элегерәк ҡоҙасаның үҙҙәрендә булыуын һәм унда нимәләр ҡыланыуын онотоп та өлгөргәйне.
– Был кем ул? – тип һорай ул ҡарттан.
– Һуңыраҡ, һуңыраҡ, – тип ҡул һелтәй ҙә ҡуя тегеһе. Нисек инде һуңыраҡ? Үҙе һөйләшә, етмәһә, тегеһе ауыҙына кереп килә. Зәйнәптең бер әхирәте сәйгә сиратҡа баҫҡан, сираты етеп килә, әйҙәгеҙ, тамаҡ сылатып киләйек, тинеләр. Сәй эскән ергә барып баҫтылар.
Бөтә халыҡ ошонда икән. Әхирәттәрен эйәртеп, ҡарсыҡтың ейәнсәре Гөлназ да килеп сыҡты. Бер-береһен һыйлашып сәй эсһендәрме, кеҫә телефондарына фотоға төшһөндәрме. Ул арала ҡыңғырау шылтыраны, тәнәфес бөттө, бөтәһе лә залға үтте. Ҡайтырға сыҡһалар, такси көткән арала эргәләренә тағы ла Зәйнәп килеп һырпаланды:
– Һеҙ, Райхана ҡоҙағый, Ғәбделйән ҡоҙаны ҡарап ҡына тороғоҙ, ҡоҙаның холҡо бик шыма, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Әле әбейҙәре килеп йөҙәтмәйме? – тип хәбәр һалмаһынмы!
– Шаярта, – тип аҡланған булды Ғәбделйән, – ҡоҙаса шаярта инде.
– Нисек шаяртҡанын күрерһең әле, – тине ул Райхана ҡарсыҡҡа аҫтыртын йылмайып. Ул арала булмай, такси килде, тинеләр һәм бабай менән әбей ҡайтып китте.
Тәүге көндө концерттан алған тәьҫораттар менән йәшәнеләр, үҙ-ара бәхәсләшеү хаҡында һүҙ ҙә булманы. Түҙмәне Райхана ҡарсыҡ. Икенсе көнөнә иртәнге сәйҙе саҡ үткәрҙе. Төшкө аштан һуң:
– Ҡоҙаса нимә һөйләй ул? – тип һүҙ башланы.
– Әй, ул ҡоҙасаны мин үҙем дә аңлап
бөтмәйем, – тине бабай. – Һөйләгән һүҙенең бер рәте лә юҡ. Мин белгәне генә ике-өс иргә барҙы. Мин инде уға хәҙер саҡ ҡына ла ышанмайым. Һин уға, ҡарсыҡ, иғтибар итмә.
– Нисек иғтибар итмәйһең? Ул бит эс-бауырыңа инеп бара. Туҡта, улай булғас, ниңә Зәйнәп ҡоҙасаңды ғына алып ҡуйманың? – тип әйтеп һалды Райхана ҡарсыҡ.
– Мин уға нисек өйләнәйем, ул минән утыҙ йәшкә кесерәк? Шунан һуң, уға мин түгел, минең фатирым кәрәк. Ул, килеп кереү менән, фатирҙың ҡағыҙҙарын һорай башланы. Райхана, ә һин ниңә минең фатирҙы һорамайһың?
– Бына ҡыҙыҡ, һинең фатирың миңә нимәгә, минең үҙемдең фатирым бар, – тип аптыранды.
– Шулай шул. Минеке лә бар, һинеке лә бар, ә уныҡы юҡ.
Бер көн Райхана әбей магазиндан йөрөп ҡайтһа, бабайы нимәгәлер бик күңеле төшөп, ҡайғырып ултыра.
– Нимә булды? –тип ҡыҙыҡһынды ҡарсығы.
– Булманы, – тине ҡарт, ҡулын һелтәп. – Бынауында документым ята ине, паспорт та шунда ине, береһе лә юҡ.
– Бәй, полицияға әйтергә кәрәк! – тине Райхана. – Асҡысыңды кемгә биргәйнең?
– Асҡыс ни, Зарифта ла, әлеге баяғы, – ҡарт тотлоҡто.
– Йә, йә, әйт әле, тағы кемгә биргәйнең? – тип ныҡыта ҡарсыҡ.
– Шул, ҡоҙасала ине, – тип бабайҙың таныуҙан башҡа сараһы ҡалманы.
– Тәүбә! Әстәғфирулла тәүбә! Һин, шулай итеп, асҡыс бирҙеңме ни әле? Улай буғас, мин – һинеке, һин – минеке түгел икәнбеҙ. Йә, Аллаһым! Аңды-тоңдо белмәйенсә, килеп кереүемде әйт!