+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ноябрь 2021, 15:41

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ Хикәйә Беренсе бүлек

– Ҡайтып йөрөйһөңмө? – тине ул миңә тишерҙәй итеп ҡарап.– Ай һайын ҡайтып йөрөйөм, – тинем мин.– Мине күргәнеңде берәүгә лә өндәшмә! – тине ул, күҙҙәренән осҡондар сәсрәп ҡуйҙы.Ағиҙел буйында – томан, яңы һауылған һөт һымаҡ, ҡуйы төшә бит. “Һеҙҙе ауылда һағыналар бит”, – тип әйтергә теләгәйнем, үҙе, күҙ асып йомғансы, томан эсенә инеп юғалды.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ  Хикәйә  Беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ Хикәйә Беренсе бүлек
– Әкрәм ағай! – тип ауыҙ асып, өндәшеп тә өлгөрмәнем...
Аҙаҡҡы осрашыуыбыҙ 90-сы йылдың йәйендә булғайны, утыҙ йыллап ғүмер үтеп тә киткән. Ҡағыҙҙарымды барлағанда “Әкрәм Солтанов” тигән яҙыу күренеп ҡалды. Уны ниңә иҫкә төшөрөп ултырам әле мин? Миңә уның ни хәжәте бар? Исмаһам, ағай-эне түгел, туғанлыҡ та юҡ. Ул ауылдың теге осонда, ә беҙ был оста йәшәйбеҙ.
Күршелә генә Нурия апай йәшәй ине. Педучилище бөткән уҡытыусы апай, әле кейәүгә сыҡмаған инде, класташы булдымы икән, Әкрәм ағай күрше апайға эйәләшеп алды. Ағай төндә килә, мин уның ауыл кешеһенә хас булмаған бөхтә кейеме һәм еңелсә генә көйләп килеп сығыуын яратам. Беҙҙең ни өҫтә йәйге кейем-һалым – ҡара трусый ҙа, майка. Аяҡҡа кейеп тә тормайбыҙ. Ә Әкрәм ағай килһә, гәзит битенә төшөрөлгән беҙ танымаған түрәләр һымаҡ: аяҡта – ҡап-ҡара, ялтырап торған ботинкалар, үтекләнгән салбар, өҫтөндә – йылы свитер, йә күлдәк, ҡулында – сәғәт. Теге оста Ғәйнулла ағай менән Сафия инәйҙең берҙән-бер улы.
Нурия апай берәүҙе лә яҡынайтмай ине, Әкрәмдең армиянан ҡайтҡанын көткән икән, тип һығымта яһайым мин хәҙер. Беҙҙең ишек алдында өйәңкенән ҡалған ҡолас етмәҫлек бүрәнә ята. Кистәрен шул өйәңке беҙгә ял урынын да, клубты ла алыштыра. Беҙҙең ишек алдындағы соландан урамда Рәшит ағайҙың ҡоймаһына тиклем яҡты төшә. Шулай булғас, берәү ҙә күренмәйенсә үтә алмай. Әкрәм ағай көн һайын килә. Хатта Рәшит ағайҙың һунар эте Муйнаҡ та уға эйәләште, ул күренгәндә өрмәй. Тимәк, үҙенеке итеп ҡабул итә. Ә бына Нурия апайҙың атаһы Хәйҙәр ағай менән әсәһе Гөлзәйнәп апай ниндәй мөнәсәбәттәлер, хәҙер шул хаҡта уйлайым.
Әле ул осор беҙ тау башындағы окоптарҙан ҡылыс-патрондар таба торғайныҡ. Ауылда 30-сы йылдарҙағы раскулачивание шауҡымы йәшәй һәм мәңге бөтмәҫ һымаҡ ине. Сөнки байҙарҙан ярлылар тарафынан тартып алынған самауырҙар һәм ҡаҙандар үҙҙәренең бурысын теүәл үтәй ине. Ғәйнулла бабай ышанысҡа инеп алып, Нурия апайҙың атаһы Хәйҙәр бабайҙың байтаҡ ҡына мөлкәтен талауҙа ҡатнашып, үҙе тейәп ебәргән, тинеләрме шул, әллә киреһенсә булғанмы, хәҙер әйтә алмайым.
Тәүҙә бер ай самаһы, Әкрәм ағай килгәндән һуң, Нурия апайҙың килеп сыҡҡаны һиҙелә, сөнки уның сыңғырлатып шат көлөүе йыш ишетелә торғайны. Апайҙың ата-әсәһе быға тәүҙә иғтибар итмәгәндер, күрәһең. Ләкин бер заман Нурияның ҡустыһы менән һеңлеһе еҙнәлеккә дәғүә итеүсе килгәндә урамға сыҡмай, йәғни апаларын, уның үтенесе буйынса, саҡырмай башлағайны. Мин, аңды-тоңдо белмәйенсә, Әкрәм ағайҙың эргәһендә йышыраҡ уралдыммы икән, сөнки мин, ялан аяҡлы малай, уның кейеменә лә, яҡты төшөп, ялтыраған ботинкаларына ла ҡыҙығып ҡарай инем.
Ағай, бер килгәнендә, мине ситкәрәк саҡырҙы ла:
– Ҡустым, Нурия апайыңды саҡырып сығар әле, – тип өндәшкәйне, үҙемә ҙур һәм яуаплы йомош йөкмәтелгән һымаҡ, уны үтәү шатлығын көҫәп, йүгереп кереп киттем дә, бер ни белмәгән аңра малай, аласыҡтарына үрелеп ҡараһам, барыһы ла теҙелешеп ултырып кискелекте ашайҙар. Башым етмәгәндер инде, аңламағанмындыр, шым ғына ашау менән булған ҙур, көслө, йомарт, кәрәк булһа, уҫал табынға бер тынала:
– Нурия апай, Әкрәм ағай килде, һеҙҙе көтә, – тинем дә, юҡ булдым. Сыҡтым һәм ағайға уның йомошон теүәл үтәүемде белдереп: “Әйттем”, – тинем. Ул әллә рәхмәт әйтте, әллә ярай, тине, арҡамдан саҡ ҡына һөйҙө лә, ҡапҡа яғына атланы.
Беҙ өйәңкене йылытып байтаҡ ултырҙыҡ әле. Нимәләр хаҡында һөйләшкәнбеҙҙер, хәтерләмәйем, Нурия апай сыҡтымы икән, белмәйем. Сөнки бөгөн беренсе тапҡыр уның шат һәм ашҡыныулы яңғыратып көлөүе ишетелмәне.
Икенсе көнөнә, Әкрәм ағай күренеү менән, был йомошто берәйһе минән тартып алып ҡуймаһын, тигән һымаҡ, уның эргәһенә йүгереп барҙым да:

– Саҡырайыммы? – тинем.
– Саҡыр, ҡустым, саҡыр, – тине.
Ни ғәжәп, күршеләрҙең ауыр ҡапҡаһы бикле,
 
хатта ут янғаны ла күренмәй. Мин уңайһыҙ хәлдә ҡалдым. Апайҙы саҡыра алмайым бит. Иҫемә төштө: бәрәңге баҡсаһында күршеләрҙең Арыҫланы менән кесерткән араһында бер-беребеҙгә йөрөрлөк кенә юл яһағайныҡ. Мин шул юлдан керҙем дә, аласыҡта мөңгөрләшкән тауыштар ишеттем һәм бер ни белмәйенсә күршеләрҙең алдына килеп баҫтым.
– Был сабакы малай ҡайҙан килеп сыҡты? – тип асыуланды Хәйҙәр ағай. – Мин һеҙгә, ҡапҡаны бикләгеҙ, тинем бит! Сығарып ебәрегеҙ! – тине.
Мине күршеләрҙең өлкән малайы менән Арыҫлан ҡапҡанан сығарҙылар ҙа, ҡапҡаларын бикләп тә ҡуйҙылар. Ҡайтһам, Әкрәм ағай бүрәнәлә ултыра, малайҙар таралған.
– Әйтә алманым, – тинем мин.
– Ә һине сығарып ебәрҙеләр түгелме һуң? – тине ағай.
Миңә Арыҫлан менән икәү яһаған юлыбыҙ хаҡында һөйләүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Маладис! –тине ул арҡамдан ҡағып. – Һуғыш булһа, һинән герой-пионер сығыр ине! – тип өҫтәне.
Шунан һуң ямғырҙар яуҙы, ямғырҙар ваҡытында бесәнгә төштөк, халыҡ эшкә күмелде, һәм Әкрәм ағай байтаҡ ҡына күренмәне. Көндөҙ тыныс. Беҙҙең яҡ та, Хәйҙәр ағайҙар ихатаһы ла асыҡ. Күрше булғас, үтәнән-үтә йөрөргә мөмкин. Ә кис етһә, кереп булмай. Керһәң, сығырға юл юҡ. Төндәр һалҡынайҙы, ҡыҫҡарҙы. Бер көн Әкрәм ағай кис менән беҙҙең урамда тағы күренде. Ара-тирә ишетелеп ҡалғайны инде, ул Нурия апайҙы һоратырға йыйынған, күршеләргә был хаҡта хәбәр ҙә килгән, тик улар, ныҡ халыҡ, һөйләшеп тә тормайынса, кире ҡаҡҡандар. Хәйҙәр бабай: “Мин Нурияны улар өсөн үҫтермәнем, улар өсөн уҡытманым”, – тигән.
Был юлы оҙаҡ торманы Әкрәм ағай, мине саҡырҙы ла, әйҙә, ҡустым, йомошом бар, тип ситкәрәк алып китте:
– Ошо ҡағыҙҙы, берәүгә лә күрһәтмәй, Нурия апайыңа тоттор, – тине.
Мин инде, батыр партизан ғына үтәрлек эшкә тотонған малай һымаҡ, икенсе көнөнә үк шым ғына ҡағыҙҙы апайға тоттороп киттем. Төштән һуң апай ниндәйҙер йомош менән беҙҙең ихатаға керәһе итте һәм миңә бик ентекләп ҡараны. Эргәһенә килеүемә, бер кәнфит тотторҙо ла:
– Эсендә ҡағыҙы бар, кискә ағайыңа бирерһең, – тине.
Бәй, был эш төшөмлө булырға оҡшаған да инде. Ҡағыҙ ғына илтеп бирәһең дә, кәнфитле булаһың да ҡуяһың.
Ағай кисен килде. Кәнфит ҡағыҙын мин уға тотторҙом. Күп тә үтмәне, ул кире урап килде лә, тағы ла ситкә саҡырҙы һәм ҡолағыма ғына бышылдап:
– Арыҫлан менән бергә йүгереп уйнаған һуҡмағығыҙҙы кесерткән баҫманымы? – тине.

– Юҡ, тинем.
– Әйҙә, мине шунан алып кер, – тип ағай ҡулымдан ныҡ итеп тотто һәм усыма биш тин аҡса һалды.
Ай-ай, бындай дәүләт минең усыма беренсе тапҡыр төшөп ятты.
– Хәҙер, ағай, Әкрәм ағай, хәҙер барабыҙ!
Иң тәүҙә мин биш тинлегемде солан эргәһендәге ятҡан таш аҫтына һалып килдем. Сере ябай, сөнки минең кеҫәм юҡ. Ауыҙҙа йөрөтһәм, йә йотоуым, йә юғалтыуым бар. Беҙ шым ғына күрше ихатаға юлландыҡ. Әкрәм ағай ҙа Нурия апайҙың ҡайҙа йоҡлағанын белгәндер, тип уйлайым. Сөнки ул минең ҡолағыма, келәткә алып бар, тип бышылданы. Мин мал аҙбары артындағы кесерткәнлектән күршеләрҙең ихатаһына керҙем, өҫтә тулған ай яҡтырта, йөрәк дарҫлап тибә. Ағай мине етәкләп алған. Ихатаға кергәс, мин келәт яғына ымланым.
Минән бурыс төштө, ҡушылған эш үтәлде. Икенсе көнөнә ҡолаҡ һалып йөрөйөм, тауыш-маҙар ишетелмәй. Тимәк, Әкрәм ағай үҙенең маҡсатына ирешкән, тип үҙемдең бала аҡылы менән һығымта яһаным. Иртән ауыр ҡапҡалары асылғас, келәт эргәһенән үткәндә Нурия апайҙың күңелле генә итеп йырлай-йырлай йыйыштырып йөрөгәнен күрҙем. Ул да миңә иғтибар итте. Күрше апай ихлас йылмайҙы:
– Арыҫланды эҙләйһеңме? – тине ул. – Ул әле йоҡлайҙыр.
Сәғәт туғыҙ тулып бара, ул нисек йоҡлап ята икән?
Әкрәм ағай һәр кис күренә, беҙ хәҙер күҙ ҡарашы менән генә аңлашабыҙ, ығы-зығы тойолмай, ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә.
Тик әсәйем генә аптыранып һөйләнеп ҡуйҙы: “Һарай артында кесерткәнлекте тапап бөткәндәр”, – тине ,һәм был хәл онотолдо, тип уйлағайным. Онотоламы һуң инде, ағай, мөхәббәт утында янып, уяулыҡты онотҡан, саманы юғалтҡан. Бер мәл келәт эсендә апай менән яҡтырғансы, һыйыр ҡыуғансы, йоҡлағандар ҙа ҡуйғандар. Ул иртән беҙҙең урамда ҙур шау-шыуҙың шаһиты булған кешеләр хәҙер күбеһе мәрхүм инде. Һуңынан һөйләүҙәренсә, Нурия апай Әкрәм ағайҙы келәттең түшәмендә йәшереп тотҡан әле. Ауылда йәйен
 
эш күп, күбеһе яланға китә, Әкрәм ағай келәт өрлөгөндә йәшенеп торған, ләкин ҡамытмы, ыңғырсаҡмы эҙләп, баяғы, Хәйҙәр бабай килеп ингән. Бабай инде ҡарт, насарыраҡ күрә, ләкин, әмәлгә ҡалғандай, ҡамыттымы, ыңғырсаҡтымы, тартып төшөрә алмаған да, баҫҡыс ҡуйып, менеп киткән һәм Әкрәм ағай менән күҙгә-күҙ осрашҡан. Донъя күргән, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, аҡтар яғында ла хеҙмәт иткән, ҡыҙылдар яғында ла батырлыҡ ҡылған бабай юғалып ҡалмаған, икеләнеп тормаған, бер генә һикергән дә, келәтте бикләп тә ҡуйған.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: