+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ноябрь 2021, 16:47

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ Хикәйә Икенсе бүлек

Иртән мин тороп сыҡҡанда урамда тыныс ине әле. Шунан башланды. Хәйҙәр бабай келәтте бикләп ҡуйған да, асҡысты үҙе менән алып, конторға сапҡан. Силсәүит, парторг, хужалыҡ рәйесе килеп төштөләр. Бер аҙҙан тырылдап, участковый Мәрҙәнов пәйҙә булды. Берәү ҙә нәмә булғанын белмәй, халыҡ йыйылып китте.Иртән мин тороп сыҡҡанда урамда тыныс ине әле. Шунан башланды. Хәйҙәр бабай келәтте бикләп ҡуйған да, асҡысты үҙе менән алып, конторға сапҡан. Силсәүит, парторг, хужалыҡ рәйесе килеп төштөләр. Бер аҙҙан тырылдап, участковый Мәрҙәнов пәйҙә булды. Берәү ҙә нәмә булғанын белмәй, халыҡ йыйылып китте.Иртән мин тороп сыҡҡанда урамда тыныс ине әле. Шунан башланды. Хәйҙәр бабай келәтте бикләп ҡуйған да, асҡысты үҙе менән алып, конторға сапҡан. Силсәүит, парторг, хужалыҡ рәйесе килеп төштөләр. Бер аҙҙан тырылдап, участковый Мәрҙәнов пәйҙә булды. Берәү ҙә нәмә булғанын белмәй, халыҡ йыйылып китте.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ Хикәйә Икенсе бүлек
Шунан һуң бабай келәтте асты, һәм унан Әкрәм ағайҙы алып сыҡтылар. Участковый уны ултыртып, район үҙәгенә алып китте, тинеләр. Һарай артын яңынан кесерткән баҫты, беҙҙең урамда бөхтә, матур кейенгән ағай башҡа күренмәне. Миңә үҙ-ара бәйләнеш урынлаштырып йөрөүсе батыр малай роле бик оҡшағайны, ләкин, билдәле сәбәптәр арҡаһында, минең был мөмкинлегем башҡа ҡулланыу тапманы.
Хәтеремдең төбөндә соҡона-соҡона, алты-ете йәшлек малай күҙлегенән шул осорҙарға ҡараш ташлайым һәм уйланам: кемгә кәрәк инде минең яҙғандарым? Тормошта мөһимерәк ваҡиғалар күберәк булған. Илдә дәһшәтле үҙгәрештәр бара. Шул осор, мәҫәлән, Хрущев вазифаһын юғалтты. Кеннедиҙарҙың береһен аттылар. Хатта Һиндостандың бер дәүләт эшмәкәренең беҙгә килеүе, дауаланыуы, вафат булыуы, әсәйҙәрҙең илашып ултырыуы хәтерҙә ҡалған. Етмәһә, шул ҡыш күрше ауылдан бер ағай ҡунаҡтан ҡайтып килгән, беҙҙең ауылдан өҫтәрәк санаһынан төшөп ҡалған да, туңып үлгән. Уны яҙ еткәс кенә табып алдылар.

Ләкин күңелгә Әкрәм ағай яҡын. Уның шулай Нурия апайым янына килеп, эстән генә көйләп, уға һоҡланып, йылмайып көтөп торғанын иҫкә төшөрәм һәм шул илаһи матурлыҡты һағынам.
Нисек булғандыр, Әкрәм ағай юғалды, шунан һуң мин уны бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Нурия апай күрше ауылға хәлле генә кешегә кейәүгә сыҡты. Ул ағайҙың әсәй яғынан ағай-эне икәнлеге мәғлүм булды, һәм апайҙы беҙ еңгә, тип йөрөтә башланыҡ.
Еңгәбеҙҙең нәҫел-ырыуы ныҡ, көслө. Хәйҙәр бабай хаҡында әйттем, шым ғына үҙ эшен эшләп йөрөй торған кеше ине. Егәрле булды. Бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай торғайны. Мәктәпкә һуғыш тураһында һөйләргә саҡырһаҡ, тарихты һөйләп алып китә, Граждандар һуғышында Зәки Вәлиди армияһында ла булырға, ниндәйҙер юлдар менән барып етеп, атаман Семенов менән Алыҫ Көнсығышта ла һуғышырға, ә Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт кавалерия дивизияһына тәүгеләрҙән булып яуға алына һәм яраланып ҡайта. Әкрәм ағай ауылдан сығып китте һәм башҡа күренмәне. “Шунда булған, тегендә йәшәгән, өйләнгән” тигән хәбәрҙәре генә урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡалды. Минең ағайҙың элемтәсеһе булыуым хаҡында халыҡ хәбәрҙар ине, буғай. Сөнки уның хаҡында һүҙ сыҡһа, мотлаҡ миңә ҡарап һөйләйҙәр һымаҡ тойола. Бәлки миңә шулай күренгәндер.
Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланған осорҙа миңә үҙемә оҡшаған һәм ғүмеремдең нигеҙен тәшкил иткән һөнәр менән шөғөлләнергә насип булды. Гәзит хәбәрсеһе булып эшләнем. Алыҫ райондарҙың береһенә командировкаға ебәрҙеләр. Әле колхоздарҙың ныҡ сағы, хужалыҡтарға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янамай. Халыҡ дәртләнеп эшләй һәм ҡәнәғәт. Шул хаҡта материалдар әҙерләйбеҙ. Бер колхозда төшкө аш мәленә тура килдек, беҙҙе ашарға саҡырҙылар. Тәмле итеп аш бешергәндәр, ҙур көрөшкәләргә тултырып, хуш еҫле сәй ҡойҙолар.
Аш өләшә торған урынды ҡаплап, ашнаҡсы апай күренде:
– Әкрәмдең көрөшкәһен кем алды? Одеколон еҫе сығып тора, ҡунаҡтарға ултыртып ҡуймағыҙ! – тип лаңҡылданы.
Ашап ултырғанда кәйеф күтәрелә, әлбиттә, әгәр туҡмасың һурпалы булһа. Колхозсылар гөр итеп көлөштөләр һәм беҙгә йылмайышып ҡаранылар. Ә мине көрөшкә түгел, Әкрәм ҡыҙыҡһындырҙы. Әкрәм? Ул ағай бында килеп сыҡмағандыр ҙа инде? Парторгтан, үҙем дә һиҙмәй, Әкрәм хаҡында һорашам.
– Ҡайһы ваҡыт эскеләй шул, – тип аҡланды фирҡә ағзалары хужаһы. – Һеҙ уны яҙмағыҙ инде. Былай ҙа донъяла күп күргән, рисуай итмәгеҙ.
Мин шунда уҡ яҙмауым хаҡында белдерҙем, беҙҙең ауылдан шул исемле ағай булыуын әйттем һәм уның юғалыуын һөйләп бирҙем. Әлеге райондан беҙҙең ауылға тиклем 250 саҡрымлап булыр. Әкрәмдең бында килеп сығыуы ла ғәжәп түгел. Кем белә, бәлки ул да түгелдер.
Парторг тиҙ генә Әкрәмде табып, бында алып килергә бойорҙо. Күп тә үтмәне, тышта ҡарлыҡҡан тауыш ишетелде:
– Һуң, әйтеп торам бит, миңә япһаралар ҙа ҡуялар. Теймәнем мин ул онға. Нисек ултыра, шулай ултыра ине.
Беҙ ашап туйғас, тышҡа
  •  
     
    сыҡтыҡ. Мин күңелем менән Әкрәм ағайҙың элекке һынын хәтеремдә һаҡлап ҡалдырғанмын. Әле лә болдорҙа мине ҡап-ҡара сәсле, ялтыр ботинкалы, үтекләнгән салбар, аҡлы-ҡыҙыллы-зәңгәрле свитер кейгән ағайҙы күргем килә. Быға минең хаҡым бар, сөнки, йылдар үтеү менән, мин уның алдында үҙемде ғәйепле тоям. Арыҫлан менән бергә һалған һуҡмаҡтан мин уны алып кереп киттем. Беҙ кергәндә ҡаҙҙар еңелсә ҡаңғылдашып ятҡанын, туҡ һыйырҙарҙың мышнай-мышнай көйшәгәндәрен мин әле лә хәтерләйем. Ә ул мине хәтерләйме икән? Ҡайҙан хәтерләһен, мин дә хәҙер алты-ете йәшлек малай түгел. Уның йөҙөндә шул осорҙағы егерме йәшлек егеттән нимә генә ҡалғандыр? Беҙ Әкрәм ағай менән әлеге осрашыуыбыҙға тиклем уның ата-әсәһе лә, Нурия еңгәбеҙҙең ата-әсәһе лә күптән баҡыйлыҡҡа күскәйне.
    Мин ирҙәр араһында торған һәм үҙен аҡлап, иламһырап һөйләгән ағайға ҡарайым. Юҡ, был инде хәҙер мин хәтерләгән Әкрәм ағай түгел, хатта уның шәүләһе, йә күләгәһе, тип тә әйтеп булмай. Аяҡта – туҙып, тишелеп бөткән сепрәк ботинка, өҫтөндә – ғүмерҙә йыуылмаған салбар менән йыртылып бөткән пинжәк, ә башында – сүплеккә генә ырғытыуға эшкинерлек фуражка һымаҡ бер нәмә.
    Бына донъя кешене нимә эшләтә! Хәйер, ниндәй кешене булһын, ағайҙың йөҙөндә әҙәм сифатын ике аяҡ та, янып торған күҙҙәр генә хәтерләтә ине. Мин:
    – Әкрәм ағай, һаумы! Һеҙ мине хәтерләмәйһегеҙҙер инде? – тип һорауҙан башҡа һүҙ таба алманым.

    Ағай тәүҙә һиҫкәнде, аптыранып, эргәһендә торған колхоздаштарына ҡараны.
    – Юҡ! – тине ул ҡәтғи итеп. – Мин һине танымайым.
    Мин атайымдың исемен һәм фамилиямды әйттем. Ағайҙың йөҙөндә әллә йылмайыу, әллә ҡыуаныу ишараһы барлыҡҡа килде.
    – Һин беҙҙең ауылданмы? Ҡабылдынанмы? Бына ҡайһылай шәп! Бында эшкә төштөңмө?
    Хәл-әхүәл белештек. Мин уға ауылдағы һуңғы ваҡиғаларҙы һөйләргә, яҡташтарҙы иҫенә төшөрөргә тырышам һәм йөҙөнә ҡарайым.
    Күпме генә ҡыҙыҡтырырға тырышмайым, ауыл хәлдәрен һөйләмәйем, ағайҙың йөҙө битараф. Ул ауылда онотҡан, ғүмеренең был өлөшөн бөтөнләй һыҙып ташлаған һәм был хаҡта хәтерләргә лә теләмәй.
    Хәйер, ишетеүемсә, әллә атаһын, аҙаҡ әсәһен ерләргә ҡайтмаған кешенән тағы нимә көтәһең?
    Бер ҡараһаң, ул тыуған ауылынан үҙ ихтыяры менән сығып китмәне, уны мәжбүр иттеләр һымаҡ.
    Шул ваҡыт келт итеп иҫемә төштө:
    – Әкрәм ағай, хәтерләйһеңме, мин һине кесерткәндәр аша Нурия апайҙың келәтенә алып бара торғайным?
    Ағайҙың йөҙө яҡтырҙы, ауыҙы йырылды, күҙҙәре көлә башланы:
    – Һин инеңме ни ул, суҡынған малай!? Нисек ҡурҡманың? – тип ҡулдарын бот сабып, шарҡылдап көлә башланы. – Тегеләр йоҡлай, минән ҡотолдом, тиҙер. Ә мин – тегендә, Нурия менән...
    Башҡалар ҙа төшөндө, мин ағайҙы юҡҡа эҙләтмәгәнмен. Уның тормошонда ниндәйҙер урын тотҡанмын. Ана бит, үҙе лә хәтерләй. Кесерткән араһында йөрөгәнебеҙҙе күңелле итеп иҫкә төшөрҙө.
    Бер нисә минутҡа ғына, бәлки секундтарҙа булғандыр, минең күҙ алдымда беҙ хәтерләгән Әкрәм ағай ҡалҡып сыҡты, күңеле күтәрелеп, хәтирәләргә бирелде һәм, һүнгән шырпы һымаҡ, юҡҡа сыҡты.
    – Эх, ҡустым, кискә килер инең, әле ваҡыт юҡ, һөйләшеп ултырыр инек, – тине ул, урындағы хужаларға ҡарап.
    Беҙ әлегә эшләйбеҙ, ҡарарбыҙ, бәлки һөйләшербеҙ, тип әйтергә йөрьәт иттем. Ниәт ителгән эштәр күп. Әллә өлгөрөп була, әллә юҡ, йәһәтләп ике-өс сәғәт эсендә кешеләрен табып, кәрәкле материалдар туплап, фотоға төшөрөп, йомғаҡлау һүҙе өсөн хужалыҡтың кәнсәләренә килдек. Нимә хаҡында ғына һөйләһәк тә, яҙып алһаҡ та, минең күҙ алдыма ауылдаш ағай килә лә баҫа. Үҙе менән һөйләшке, хәтирәләргә бирелге килә, бәлки ярҙам итермен.
    Сығып өлгөрмәнек, Көнгәк тауына болоттар килеп эләкте лә, бер сәғәткә яҡын ямғыр яуҙы ла ҡуйҙы. Был ямғырҙы беҙҙең килеүгә юранылар. Беҙ район үҙәгендә ҡунырға тейеш. Ә минең ауылдаш ағайҙы күргем килә. Хужалыҡ рәйесе, йәш, тәүәккәл егет: “Әйҙәгеҙ, Иҙел буйына сығып ултырайыҡ, шунда һөйләшербеҙ, Әкрәм ағайҙы ла саҡырайыҡ, бик һәйбәт көтөүсе ул, тик бына ҡайһы ваҡыт төшөргөләй, самаһын да белмәй ҡуя, ауылдашы менән осраштырайыҡ”, – тип ризалығын бирҙе. Тиҙ генә ойошторҙолар, әйтелгәнсә, Иҙел буйына төшөп, ҡыуыш ҡорҙоҡ, усаҡ яҡтыҡ һәм, оҙаҡламай, Әкрәм ағай ҙа килеп төштө. Мин уға тағы ентекләп ҡарайым. Хәҙер мин инде бала саҡтағы
    күңелемдә ҡалған ағайҙы күреүем бик шикле, ләкин әлегеһе, бер нисә сәғәт элек кенә күргән Әкрәм түгел инде – үҙ баһаһын, ҡәҙерен белгән Әкрәм!
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: