+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Декабрь 2021, 11:49

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе бүлек

Быйылғы көҙ ифрат матур килде. Япраҡтар ҡойола, ҡояш һаран ғына йылыта, оҙаҡламай ямғырҙар ҙа башланыр инде. Бөгөн – йома, Әминә тәүҙә балалар баҡсаһынан улы Заһирҙы һәм ҡыҙы Мәликәне инеп алды. Аҙаҡ йәшәгән йорттары эргәһендәге балалар майҙансығында уйнанылар. Ире, Морат, командировкала. “Бөгөн һуңыраҡ ҡайтырмын, йә машинамды әсәйҙәргә ҡуйырмын, шунда йоҡлармын”, – тигәйне.Инде керәйем, тип Әминә ҡулын кеҫәһенә тыҡһа, асҡысы өйҙә тороп ҡалған.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ  Хикәйә  Беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе бүлек
Аптыранды, ары һуғылды, бире һуғылды, ҡайҙа барһын инде, ҡәйнәһенә юлланырға тура килә. Былай аралары йылы, яҡын. Ҡасан барып керһә лә, ҡыуанып ҡаршы ала ҡәйнәһе. Ире менән дә матур йәшәйҙәр. Мораттың тәүге никахы, үҙе әйтмешләй, төйөрлө килеп сыҡҡан. Шуға үҙен һәр ваҡыт ғаилә ҡәҙерен белгән кеше сифатында күрһәтеүҙе һүҙ менән дә, эш менән дә раҫлап тора. Ваҡ-төйәкте иҫәпкә алмағанда, ғаиләләре етеш һәм тетрәнеүҙәрһеҙ көн итә.
Киске мәл булғас, автобуста кеше күп. Әминә, ҡыҙын, улын һөйрәп, көс-хәл менән автобусҡа ултырып китте. Алдан шылтыратып торманы, ҡыуып сығармаҫтары билдәле, шуға бик ышаныслы тойҙолар үҙҙәрен. Туҡталыштан шәхси йорттар урынлашҡан ҡасабаға байтаҡ атларға тура килде. Өләсәйгә барабыҙ, тиһәң, Заһир ҙа, Мәликә лә ура ҡысҡырырға торалар. Бармай ни, унда бит үҙен һәр ваҡыт хужа итеп тойоусы Дик исемле ата бесәй менән йорттоң һаҡсыһы Джек бар! Эт балаларҙың килеп кереүенә ҡыуанһа ла, бесәйҙәре үҙен һауалы тота. Кем килһә лә, битараф...
Тышҡы ҡапҡаны бикләп ҡуйғандар икән. Ҡапҡаға бер-ике һуғыуға, өләсәләре килеп тә сыҡты. Шым ғына көтәләр. Эт өрөп ҡуйҙы, өләсәй килеп, ҡапҡаны асты һәм саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы күреп, ҡатып ҡалды. Хәйер, ҡатып ҡына ҡалманы, төҫө боҙолдо: әллә ағарынды, әллә күгәренде, ҡойма эргәһендәге иҫке ултырғысҡа ултыра төштө лә ҡуйҙы.
– Һеҙ килдегеҙме?.. – тине ул, тотлоға-тотлоға.
Балалар бындай үҙгәреште күрәме һуң инде, кем уҙарҙан килеп, өләсәйҙе ике яҡтан ҡосаҡлап алдылар. Ә уныһы, өләсәйҙәре, беренсе тапҡыр күргәндәй, һаман иҫенә килә алмай.
Ҡарсыҡтың хәленең ҡапыл үҙгәреүен иң тәүҙә килене һиҙеп ҡалды:
– Ҡәйнәм, һиңә әллә бер-бер хәл булдымы, ауырып киттеңме? Ҡан баҫымы күтәрелдеме? – тип ҡыҙыҡһына башланы.

– Ҡапыл башым әйләнеп киттесе, – тине ҡәйнәһе, – әллә нәмә булды. Һеҙ килеп кергәс, әллә тулҡынландым инде?
Әминә, асҡыс менән бәйле, бында килергә мәжбүр булыуҙарын ҡыҫҡаса ғына аңлатып бирҙе. Ә өләсәй кеше өндәшмәй, өйөнә саҡырырға ҡабаланмай бит әле. Ул да индермәһә, ҡайҙа барырҙар икән, берәй әхирәтенә күҙ терәмәһә, тип эстән генә уйлап алды Әминә.
– Әйҙә, ҡәйнәм, урыныңда ятып тор, Морат та шылтыратҡайны, һуң ҡайтһам, машинаны ошонда ҡуям, һеҙҙә йоҡлармын, тигәйне. Беҙ ни өндәшеп торманыҡ, һәр ваҡыт көтөп, ҡаршылап торғас, сыҡтыҡ та киттек. Мунса яғып ҡуйырмын тигәйнем, – тине Әминә, үҙ алдына һөйләнгәндәй.
Ниһайәт, өләсәй иҫенә килгән һымаҡ булды, ауыр ғына итеп аяҡҡа баҫты, шунан һуң килененә, ғәйепле төҫ менән ҡарап:
– Әминә килен, һин берүк үпкәләмә инде, – тине. – Бер-бер хәл булһа, ғәфү итә күр. Һинең егәрле, аҡыллы, сабыр булыуыңа ҡыуанып бөтә алмайым. Улыма, анауы, тәүгеһенән һуң, һәйбәт ҡатын сыҡһа ғына, тип теләгәйнем, теләктәрем тормошҡа ашты. Килен, мин һеҙҙең тормошоғоҙға шул хәтле һоҡланам! Кеше һүҙенә ышанып, булған ғына бәхетегеҙҙе әрәм итеп ҡуймағыҙ! Улымды әйтәм, Моратты, һинең иреңде инде, һинең иреңде, ул да һеҙҙе генә һөйләй, ярата, һағына, шуға, бер-бер хәл булһа, килен, мин – ғәйепле. Әбей кеше ҡайһы ваҡыт хаталанып та ҡуя бит ул. Шуға, бер үк рәнйемә, килен.
Өйгә кергеләгәнсе ҡарсыҡ килененә бик үк аңлашылып бармаған һүҙҙәр һөйләһә лә, ниһайәт, Әминәнең күңелендә ниндәйҙер шик-шөбһә яралды. Иренең дә ҡайһы ваҡыт бик оҙаҡ уйланып, башы ҡатып ултырған осраҡтары булғылай, бер-бер хәл булдымы әллә, тип үҙенән һорашҡаны ла бар Әминәнең Өндәшмәй ире, бөтәһе лә һәйбәт, ти ҙә ҡуя. Ҡатын-ҡыҙҙы алдап булмай бит, уларҙың күңеле һиҙгер. Ҡәйнәһе менән ире генә белгән берәр сер булыуы бик ихтимал. Булһа, булһын, үҙҙәренә ҡалһын. Ана, ҡыҙы менән улы матур итеп үҫеп килә, уларҙың мәнфәғәттәренә ҡағылмаһын.
Соланда аяҡ кейемдәрен
 
систеләр, өләсәйҙең һәр бер нәмә – урынында, өйҙә кейә торған тапочкаларҙы алдылар, ләкин өйгә кереп барыусы өләсәй, уның килене тағы малай менән ҡыҙ – ишек асылырын һәм уларҙы ниндәй тетрәнеү көтөүен белмәй ҙә, уйламай ҙа ине. Хәйер, Мәҙинә ҡарсыҡ бөтәһен дә белә һәм был хәлде мөмкин тиклем еңеләйтергә, ғәйепте үҙенә алырға, ниңә йәшереп торорға, бар көсөн һәм аҡылын ҡушып, ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырыша.
Ишек асылды һәм: “Өләсәй, атай ҡайттымы?” – тип Заһирҙың икенсе нөсхәһе барлыҡҡа килде һәм уның күҙҙәрендәге ашҡыныу аптыраныуға әйләнде, хатта ғәжәпләнгән малай бер-ике аҙым артҡа атлап ҡуйҙы.
– Бына был егет – беҙҙең Айгиз була, – тине өләсәй һәм бер яҡшылыҡ та өмөт итмәйенсә, ғәйепле күҙҙәре менән килененә баҡты.
Килен кеше әлегә өндәшмәне. Бик оҙаҡ Заһирҙың шыпа ҡаушаған күсермәһенә ҡарап торҙо. Сөнки был яңылыҡ бик ҙур үҙгәрештәргә килтереүе, хатта яҙмышты хәл итеүе ихтимал. Бөгөн ошонда йыйылған һәм әлеге малайға мөнәсәбәте булмағандар өсөн бөтөнләй икенсе, әле бығаса күҙ алдына ла килтермәгән үҙгәрештәр индереүе бик ихтимал.
Эргәлә генә һәр уйлаған һүҙен һөйләп торған ҡәйнә, уның бар ғәйепте үҙенә алған ҡиәфәте ышандырмай һәм, шулай ҙа, ҡәтғи һығымталар яһарға мөмкинлек бирмәй ине.

– Асыҡларбыҙ, – тине килен, әллә әйтте, әллә янаны һәм ҡәйнәһенә боролоп, – балаларҙың бүлмәһе, һәр хәлдә, буштыр, тип өмөт итәм? – тине.
Ҡарсыҡ ҡыуанып китте:
– Буш, буш, унда берәү ҙә юҡ! Берәү ҙә кергәне лә юҡ, уйынсыҡтары ла – шул килеш, – тип өлтөрәнде ҡарсыҡ.
Өсәүләшеп, ары үттеләр һәм шарт итеп, ишекте ябып ҡуйҙылар.
Айгиз бала күңеле менән шомло тынлыҡтың үҙе файҙаһына булмауына бер аҙ төшөндө, шикелле. Ана бит, ҡыҙыҡай менән малай хатта уға күҙ ҙә һалып тормай, кереп бикләнделәр. Ә өләсәй ниңә уфтана ла уфтана икән? Ә бында уйынсыҡ етерлек, теләктәре булһа, күмәкләшеп, ниндәй күңелле итеп уйнарҙар ине!..
Ҡарсыҡ та иҫенә килде. Бәй, ни эшләп тораһың, әле һиндә – биш кеше, хәҙер, Аллаһы бирһә, улың ҡайтып етә, аш һалмай булмаҫ! Иртәгә иртән баҙарға сығып килер, көҙгө байлыҡты өйөнә алып ҡайтыр, балаларҙы һыйлаһын әле. Ҡарсыҡ шунда һиҫкәнде. Килене менән балалар кереп киткән бүлмәнең ишеге асылды һәм аш бүлмәһенең ишегендә ейәне менән ейәнсәренең әсәһе күренде...
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: