-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Декабрь 2021, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Икенсе бүлек

Әминә әле быға тиклем нимә булғанын, әле ниндәй хәлгә тарыуын, ире ҡайтҡас, нисек аңлашасаҡтарын күҙ алдына ла килтерә алмай. Өй эсендә өләсәһенән атаһын таптырып торған малай менән әле уның ҡосағында һағайып ултырған улы араһында берҙән -бер уртаҡлыҡ барлығын һуҡыр күрәҙә лә таныр. Хәҙер бик таралған һәм модаға ингән ДНК анализы яһап мәшәҡәтләнеү ҙә артыҡ.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АТАЙҘЫ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Икенсе бүлек
Әминәнең йөрәге ярһый, ул үҙен саҡ тыйып ултыра. Әгәр үҙен тота белмәһә, тейешле тәрбиә күрмәгән булһа, күптән сығып, һорауҙар бирер, мөнәсәбәт асыҡлай башлар ине. Ләкин был осраҡта, күңеле һиҙә, ҡабаланыу артыҡ. Теге малай бер ҡайҙа ла китмәҫ, үҙҙәре лә... Ҡайҙалыр барырға мөмкинлектәре лә юҡ, ҡабаланмайҙар ҙа. Хәҙер ире ҡайтыр, барыһы ла асыҡланыр.
Һәр мәсьәләне ваҡытында һәм урынында хәл итеп өйрәнгән ҡатын әлегә ҡабаланмаҫҡа булды. Телефонын алып, геолокацияны ҡараны, иренең машинаһы Туймазыны үтеп киткән, иҫән-һау була күрһен, оҙаҡламай, ҡайтып етер.
Ҡатын күңеленән генә нәмәләр эшләргә тейешлеген барларға тотондо. Малайҙың исем ҡағыҙын кеҫәһендә йөрөтөүе бик шикле, шуға күрә әлегә ҡағыҙ менән түгел, яуаптар менән генә эш итергә тура килә. Былай Әминәнең математиканан “бишле” була торғайны, хәҙер иҫәпләп сығарасаҡ. Тәк!.. Уның малайына әле алты йәш тә, шунса ай. Ҡасан өйләнештеләр? Заһир тыуыр алдынан бер йыл да дүрт ай элек. Тимәк, шул йылдың шул-шул айында. Ә был малай кәүҙәгә бәләкәйерәк күренә. Әгәр дөрөҫ булһа, уның тыуған көнө Заһирҙыҡынан һуңыраҡ. Был осраҡта инде ирен хыянатта фашлауҙы триумф менән иғлан итә ала. Тәк!.. Хәләленең тәүге никахтан, үҙҙәре раҫлауынса, балалары булмауын иҫәпкә алһа, ҡайһы бер төҙәтмәләр индереп, мәҫәлән, кемгәлер өйләндереп, был малайҙың тыуыуын нисек тә аңлатырға мөмкин. Ул осраҡта Мораттың ғәйебе кәмей һәм һорау икенсе юҫыҡҡа күсә. Ни өсөн улы менән ҡыҙы тыуғандан һуң да был хаҡта хәләл ҡатыны яңы ғына белә?
Өйөңдәге хәбәрҙе ситтән ишетеп ҡайт, тигәндәре тап әлеге осраҡҡа ҡағыла шул. Әгәр асыҡлай башлаһаң, бөгөн асҡысы тороп ҡалмаһа, ҡәйнәһенә килергә мәжбүр булмаһа, малай хаҡында бөгөн генә түгел, яҡындағы йылдарҙа белмәй йөрөйһө булған икән. Исемен нисек тине әле? Айгизме? Ай-һай, Айгиздең Заһирға шул тиклем дә оҡшауын әйт әле!
Ҡатын, йылмайып, улына ҡараны. Заһир, шуны ғына көткән һымаҡ, әсәһенә нығыраҡ һыйынды ла:
– Әсәй, ә был малай хәҙер ошона йәшәйәсәкме? – тип һораны.
– Ә һин нисек уйлайһың, улым? – тине әсәһе.
Улы, аптырап, яурынбаштарын һелкетте:
– Белмәйем, әсәй, тик ул минең уйынсыҡтарымды бирерме икән?
– Әлбиттә, бирер, – тип тынысландырҙы улын әсәһе. – Бына бер нисә сәғәттән атайың ҡайтыр ҙа, барыһын да аңлатып бирер.
Ә аш бүлмәһендә Мәҙинә ҡарсыҡ өтәләнә. Бер аҙҙан ашы ҡайнап сығыр, туҡмасы ҡырҡылған. Хәҙер сыға һалып, мунсаһын геүләтеп ебәрһә, улы ла ҡайтып етергә тейеш, тәүҙә алмаш-тилмәш мунсаға барырҙар, аҙаҡ бергәләп ултырып аш эсерҙәр. Ләкин, нисек кенә, ниндәй генә яҡшылыҡ һәм изгелек теләмәһен, ҡарсыҡтың күңеле тыныс түгел. Килен былай быға тиклем яһиллығын күрһәткәне булманы. Ундай аҙымдар өсөн сәбәбе лә сыҡманы. Ә был бөтөнләй икенсе осраҡ. Балаларҙың бәхете, ғаиләнең именлеге хаҡында һүҙ бара. Аңлай Мәҙинә ҡарсыҡ – үҙенә яуаплылыҡ төшөрөн, әгәр бер-бер хәл булһа, уға ҡушылырға тура киләсәген. Ҡурҡырлыҡ әллә нимә юҡ та һымаҡ. Ә барыбер яуап бирергә, аңлатырға, төшөндөрөргә тура киләсәк. Башҡаса мөмкин түгел. Мәҙинәнең ашары ашалған, йәшәре йәшәлгән, балалар ғына бәхетле йәшәһен. Барлыҡ ғәйепте... Хәйер, бында ниндәй ғәйеп булһын, ярай, нисек булһа ла, үҙе яуап бирер. Ә килендең ҡиәфәтенә ҡарағанда, яуап биреү бик ҡаты булмаҡсы. Ана бит, нимә тине? “Асыҡларбыҙ”, – тип инде лә китте.

Мәҙинә ҡарсыҡ ҡабалана-ҡабалана картуф әрсей ине. Күҙҙәре Айгизде күҙәтә, ҡолаҡтары теге яҡтағы бүлмәне аңдый. Тап шул ваҡыт ул яҡта ишек асылды, һәм ауыр аҙымдар аш бүлмәһе яғына ыңғайланы.
– Мунса яғып керҙем, килен, һыуын тултырҙым, – тип үҙенең уңғанлығынан бигерәк, тоғролоғон күрһәтергә ашыҡты ҡәйнә. – Моратты әйтәм, Өфөгә яҡынаялыр инде, оҙаҡламаҫ.
– Оҙаҡламаҫ, ҡайтып етер, – тине килен тыныс ләкин һалҡын тауыш менән. – Беҙ бөгөн
 
бында ҡунырбыҙ, тигәйнек, аҙна бик ауыр булды, арығанмын. Әгәр мөмкин булһа, сәй эсергә лә, аш бешкәнен көтмәй, йоҡларға ине.
– Хәҙер, килен, хәҙер! Бына, картуфты ғына әрсеп бөтәм дә, сәйемде ҡуя һалам...
Ай-һай, ошондай хәлдән һуң, йоҡлап ятырһыңмы икән?– тип икеләнде ҡәйнәһе эстән генә. Бына Морат ҡайтып етһә, бында нимә булыр? Шулай ҙа ҡәйнә килендең ҡылын сирткеләп ҡарауҙы үҙенсә мөмкин тип тапты:
– Айгизде күрҙеңме? Кемгә оҡшағанын һиҙҙеңме? – тип йылмайһа ла, етди генә өндәште ҡәйнә килененә.
Килен өндәшмәне, был һорауҙы бөтөнләй инҡар итте, ләкин ишетмәмеш була алманы:
– Әле ниндәйҙер малайҙың минең улыма оҡшауы мине бик аҙ ҡыҙыҡһындыра. Насар уйлағым килмәй. Аталары – юлда, бөгөн йома, транспорт күп, “бөкө”ләр йонсота, арығандыр, асыҡҡандыр, һағынғандыр. Иҫән-һау ҡайтып етһен, мунса инеп сыҡһын, ашап алһын. Бәлки, хәле булһа, мин уға, эйе, тап уға һорауҙарымды бирермен, – тип килен сиктәрҙе билдәләне, улай ғына түгел, ҡәйнәһенә был мәсьәләне үҙе, тик үҙе һәм иптәше менән хәл итергә тейешлеген әшкәртте.
Мәҙинә ҡарсыҡ төшөндө: Морат менән беҙҙең икәүләшеп малай буйынса һорауҙарға яуап биргәндә һан яғынан өҫтөнлөк алыуыбыҙға риза түгел. Улай булһа, килендең хәҡиҡәтте белергә теләүендә һәм уны малайҙы нисек бар, шулай ҡабул итеүендә, әлбиттә, үҙенең сабырлығы етһә, өмөт бар.
– Юҡ, юҡ, мин һеҙҙең араға ҡыҫылырға уйламайым, – тип аҡланды ҡәйнә. – Унда нимә булғанын мин үҙем дә белеп бөтмәйем, мине бик ҡатыштырманылар ҙа. Үҙе вис кенә һөйләп бирер, – тип эйелеп, тәҙрә яғына ҡарап тороп алды. Йәнәһе, күренмәйме, ҡайтып етмәгәнме?
Килен улы менән ҡыҙын килтереп өҫтәл артына ултыртты. Ул арала булмай, был йортта беренсе тапҡыр түгеллеген раҫлап, бесәйҙе күтәргән Айгиз килеп инде һәм үҙенең өҫтәлгә хоҡуғы барлығын күрһәтеп:
– Өләсәй, мин дә сәй эсәмме? – тип һораны.
Килен, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, уны ла өҫтәл артына ултырта һалды. Күренеп тора, был малайҙы сәй эсеү түгел, ҡыҙ менән малайҙың иғтибарын йәлеп итеү, улар менән бергә уйнау, ә әлегә өҫтәл артында ултырыу теләге йөрөтә.
Килен менән ҡәйнә һәүетемсә генә юҡ-бар тураһында һөйләшеп алдылар. Хаҡтар арта, йоғошло сир ҡотора. Ярай, пенсияны ваҡытында килтерәләр һәм башҡалар.

Ике малай менән бер ҡыҙ өҫтәл артында ултырғанда, сәй эсеүҙән бигерәк, бер-береһен өйрәнеү менән мауыға ине. Айгиз, әлбиттә, Заһир менән Мәликәнең был йортта биләгән урынын белмәй, шуға күрә:
– Ә хәҙер минең атайым килә! – тип хәбәр итеүе килен менән ҡәйнәне һиҫкәндереп ҡуйҙы.
Заһир был осраҡта яуапһыҙ ҡаламы инде:
– Хәҙер минең дә атайым килә! – тип өндәште, хатта бәләкәй Мәликә лә ап-асыҡ итеп:
– Хәҙер атайым килә,– тине.
Балалар, шулай итеп, уртаҡ телде тиҙ таптылар. Уртаҡ атайҙы көтөүҙәрен дә асыҡлай яҙҙылар. Килен өндәшмәне, еңелсә генә көлөмһөрәп ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, тышта автомобиль сигналы ишетелде. Мәҙинә ҡарсыҡ, кейенә һалып, сығып, ҡапҡаны асты, шул арала улына ғәйепле төҫ менән:
– Айгизде барып алғайным, Әминә килен, балаларын эйәртеп, килеп инде, – тип кенә бышылдап өлгөрҙө.
Морат бер нимә лә өндәшмәне. Ул арығайны. Кем килгән, кем киткән – уны әҙ ҡыҙыҡһындырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, еп өҙөрлөк тә хәле юҡ. Кереп ашар ҙа, хәле етһә, мунса инер, өлгөрмәһә, иртәгә лә көн бар. Ә инде уның ҡатыны килеүе, балаларҙың уны һағыныуы аҙ ҡыҙыҡһындырҙы. Барыбер, ҡасан да булһа, был төйөн сиселергә тейеш ине. Һорауҙарығыҙ бармы? Булһа, әйтегеҙ, тик бөгөн түгел. Мин дә – кеше, мин арығанмын. Әйҙәгеҙ, бөгөнгә ял итәйек...
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в