+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Декабрь 2021, 10:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Төнгө Иҙел буйҙарының матурлығы! Хужалыҡ рәйесе йомарт икән, байтаҡ ҡына ҡымыҙ килтергән. Һөйләшеп тә ултырҙыҡ, яландағыса, ит ҡурып та ашаныҡ, әле, төн уртаһы ауышҡас та, һаман усаҡ эргәһендәбеҙ.Әкрәм ағай сыҡҡан нәҫел-ырыу ауылда ҡалындарҙан иҫәпләнә. Мин белмәй ҙә йөрөгәнмен икән, Әкрәм ағай Өфөлә авиация институтына уҡырға ингәц, ауылда булған билдәле мажараларҙан һуң, һөнәр үҙләштереүен ҡалдырырға мәжбүр булған. Һуңынан, тауыш баҫылғас, уҡырға саҡырып та ҡарағандар, бармаған.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ  Хикәйә  Өсөнсө бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТОМАН ЭСЕНДӘ ТОРОП ҠАЛДЫ Хикәйә Өсөнсө бүлек
Ҡымыҙ телде сисә шул. Әллә асыҡ һауала фекер алышыу ярҙам иттеме, Әкрәм ағайҙың һөйләгәндәре әле булһа ҡолаҡта яңғырап торған һымаҡ. Мине, һуңлап булһа ла, ағайҙың Нурия апай менән мөнәсәбәттәре боҙолоуы ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, кәрәк тапһам, хикәйә-маҙар яҙырға тура килер.
– Ышанмаҫһың, ҡустым, самауыр ғәйепле, – тине, ҡыҫҡа ғына итеп, Әкрәм ағай. – Батша ваҡытынан ҡалған самауыр боҙҙо беҙҙең араларҙы. Аласыҡтарында, хәтерләйһеңме, бер күнәк һыйҙырышлы ғына самауыр ултыра торғайны. Нурияның атаһы менән әсәһе минекеләрҙе көтмәгәндер инде. Атайым менән әсәйем, йәштәр бер-береһен ярата, ни хәл итәбеҙ, тип һөйләшергә, кәңәшләшергә килергә булғандар. Нурия миңә ризалығын бирҙе, ата-әсәһе лә ыңғай һымаҡ. Минекеләр барған, матур ғына һөйләшкәндәр. Нурияның әсәһе самауырҙы сығарып ултыртҡан. “Аһ, беҙҙең самауыр бит?!” – тигән әсәйем. Шул инде, раскулачивание ваҡытында минең олатайҙан тартып алғандар ҙа, бүлешкәндә быларға эләккән. Һүҙ артынан һүҙ сығып, элекке үпкәләр иҫкә төшкән, кәләш әйттереү онотолған, атай менән әсәй, ишектәрен шартлата ябып, ҡайтып киткәндәр. Келәттәге хәлдәрҙе һин беләһең инде, мин бик ауыр хәлдә ҡалдым һәм ауылдан сығып китергә мәжбүр булдым.
– Өйләнмәнегеҙме? – тип һораным мин унан.
– Өйләнеп ҡараным, кем килеп эләкһә лә, Нурия менән сағыштырам. Уға етәһе юҡ. Һин бит, ҡустым, беләһең. Ҡатын-ҡыҙ – ҡолаҡ менән, ир-ат һүҙ менән ярата.
Ошо урында Әкрәм ағай минең күҙ алдына уйсан ҡиәфәтле, үҙ ҡарашы булған, тормошта байтаҡ туҡмалған, ләкин бирешмәгән кеше сифатында килеп баҫты.
– Шунан һуң мин ғүмерем буйы Нурияға оҡшаған ҡатын-ҡыҙҙы эҙләп ҡараным. Һеҙҙе өйрәтеп торорға түгел, ир-ат бит ул, йәғни, беҙ – мәңгелек һунарсы, ғаиләне ашатыусы. Минең дә өйләнгем, балалар үҫтергем, уларҙы ҡарағым килә. Ә яратып йөрөгән кешем – икенсенең ҡосағында. Ә миңә тура килгәне тәүге мөхәббәтемә саҡ ҡына ла оҡшамаған.
Уның асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе, зарланмай ғына үҙенең фекерен раҫлауы оҡшай. Ләкин тормошта бит улай ғына булмай. Бер аҙ уйларға, мөмкинлегеңде барларға, ниһайәт, ғаилә лә ҡорорға кәрәк.
– Ә Нурия апайҙан һуң яратҡан ҡатын-ҡыҙ тура килмәнеме ни? – тип һорайым.
– Ҡатын-ҡыҙ булды ул, ғаилә ҡороп ҡараным, бер нисә тапҡыр, – тип теләр-теләмәҫ кенә һөйләй Әкрәм ағай. – Ә һин, ҡустым, ҡатындарҙың арбау көсөнөң нимәлә икәнлеген беләһеңме? Шикләнмәйем, үҙеңсә беләһеңдер. Миңә ҡалһа, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙы түгел, уға хужа булыу, уның эргәһендә йәшәү шатлығын тойоуға өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ ни тиклем матур, бай, аҡыллы, уңышлы булмаһын, уның тойғоларын ярата. Сөнки ысын ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә аҡылын, матурлығын, байлығын түгел, ә үҙен бүләк итә. Ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙең һымаҡтарҙа ирлек тойғоһо тәрбиәләүгә һәр ваҡыт ынтыласаҡтар. Сөнки был тойғо ирҙәр эргәһендә генә тыуа, башын әйләндерә, ҡанды ҡайната.
– Минең дә һорауым бар. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ – ирҙәргә, ә ир-ат ҡатын-ҡыҙға ынтыла?
– Ә бына быныһы, ҡустым, мөхәббәт тип атала инде. Әгәр ир кеше һөйгәнен ярата икән, ул үтмәҫлек юлдар, күтәрелмәҫлек бейеклек юҡ. Ирҙәр һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙан хуплау һүҙҙәре, ә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән тәүәккәл аҙымдар көтә. Ә мин ул йәйҙе үҙемдең ундай мөмкинлегемде ҡулдан ысҡындырҙым. Мин Нурияны алып китергә тейеш инем. Бер нимәгә лә ҡарамай.
– Ә һин, ағай, мине ғәйепле, тип уйламайһыңмы? – тип һорайым мин.
– Ә һинең ниндәй ғәйебең бар? – тип аптыранды ағай, усаҡҡа утын өҫтәй-өҫтәй.
– Нисек булмаһын, – тип ныҡышам мин. – Мин бит һине, кесерткәндәр араһынан юл ярып, келәткә тиклем алып барып еткерҙем.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, ҡустым. Мин һиңә бының өсөн рәхмәт тә әйтмәгәнмен. Тимәк,
 
шул кәрәк булған миңә. Мин ул келәттә үҙ ғүмеремдә күрмәгән тойғоларҙы кисерҙем һәм ул ваҡытты әле лә һағынам.
– Ә ниңә бер булһа ла, ҡайтып әйләнмәйһегеҙ? – тип ныҡышам мин һаман да.

– Минән интервью алыуыңды ташла, ҡустым. Мин һиңә, интервью биреп торорға, уңған колхозсы түгел. Мин – ябай көтөүсе. Тормошта һикәлтәләр күп булды. Атта ла күп саптым мин, ҡайҙалыр аттан ҡолап ҡалыуым да тәбиғи. Нисек кенә йәшәмәйем, үткәндәремә үкенмәйем. Сөнки үкенеүҙән фәтүә сыҡмағанын беләм. Ауылдаштар белә, бәлки һин дә ишеткәнһеңдер, атай менән әсәйҙе лә ерләргә ҡайта алманым. Улар, бәлки, мине көткәндер.
– Ә һинең хаҡта, ағай, яҙһам буламы?
– Минең хаҡта яҙыр өсөн килмәгәнһең бит. Хәйер, был тормошта күпте күрҙем, күпте ҡылдым, үҙ көсөм менән йәшәнем. Оялырлыҡ, уңайһыҙланырлыҡ бер ғәмәлем дә юҡ. Яҙһаң, яҙырһың. Тик мин үлгәс, яҙырһың. Мөмкин булһа, үҙгәртмәйенсә, нисек булған, шулай яҙ. Ә шулай ҙа, әйт әле, ҡустым, ниңә был мажараларҙы иҫкә төшөрөргә, минең менән осрашып һөйләшергә булдың әле?
– Был һорауға нимә тип яуап бирәйем. Беҙ, күпселек ағым булып, бер аҙым ситкә сығыу түгел, алға ғына ҡарап йәшәгән халыҡ, үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан, ябайыраҡ әйтһәк, ағымға ҡаршы барыу түгел, хатта ҡараған кешеләр яҙмышы уйландыра. Ҡыҙыҡ бит, бөтәһе лә – бер яҡта, ә берәү-икәү – икенсе яҡта.
– Ҡуй, ҡустым, һин минән батыр яһама, – тине ағай. – Батырҙар, ана, Матросов һымаҡ, амбразураны күкрәктәре менән ҡаплаған. Ә мин һөйгәнемдең атаһының мине келәткә бикләп ҡуйып, ауыл алдында мәсхәрә итеүен дә күтәрә алманым. Ошо ла булған батырлыҡ!?
Барыбер, һөйләшеп, һүҙҙәр бөтмәне. Беҙҙең менән ихлас ҡымыҙ уртаҡлашҡан ауылдаш үҙенең аһ-зарҙарын, уйҙарын, барыбер, әйтеп бөтөрмәне. Уның йөҙөндә мин асылмаған бер сер күрҙем. Ул да булһа, ризаһыҙлыҡ, тормош менән ҡәнәғәт булмау тойғоһо. Әлбиттә, алйот түгел, ләкин уның тормошҡа, беҙҙән айырмалы, үҙенең ҡарашы бар.
Таңға ҡарай йәшен йәшнәп, көслө ямғыр яуҙы, Иҙелдән ап-аҡ томан күтәрелеп, Көнгәк тауынан әллә ҡайҙарға тиклем илаһи күпер һалды. Ана, таң да атып килә. Офоҡтағы таралмаған болоттар араһында ҡояш күренеп ҡалды. Беҙ ҙә хушлашырға булдыҡ.
– Ауылға ҡайтып йөрөйһөңмө? – тине ул.
– Айына бер булһа ла, ҡайтырға тырышам.
– Минең хаҡта һөйләмә! – тине ул уҫал ғына итеп. – Ә яҙыр булһаң, яҙырһың, аҙаҡ. Ваҡыты еткәс, әйтерҙәр.
Әйткәндәренә байтаҡ була инде. Ваҡыт, йә ҡул етмәй. Бына, ниһайәт, яҙып, нөктә ҡуйҙым, шикелле.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: