-4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Декабрь 2021, 18:00

САНИЯНЫҢ ҺЫЙЫРҘАРЫ Юмористик хикәйә

Үҙен ситлектәге ҡош кеүек хис итеп, көндәрен үткәрә алмай интеккән Фәниәне бөгөн сикһеҙ ҡыуандырып киттеләр. Уны ферма мөдире Сәлимгәрәй ағай эшкә саҡырҙы. Алла бирһә, ул “посменка” булып барасаҡ инде (үҙенең даими төркөмө булмаған, ауырып киткәндәрҙе алмаштырған йә ял биргән һауынсыларҙы шулай тип йөрөтәләр). Тик бер нәмә генә өйкәне уның күңелен. Сәлимгәрәй ағайҙың әйтеүе буйынса, ауырыусы ла, ялға китеүсе лә юҡ, ә Сания “Хабаровскиға” сығып киткән икән. Ул ҡасандыр бик шәп әхирәте була торғайны. Уның ҡайһы саҡта үсе ҡанғансы эсеп ала торған ғәҙәте бөтәһенә лә мәғлүм инде. Һыйырҙарымды тартып алдың, тип үпкәләүе лә мөмкин. Әллә баш тартырға инде, тип өҙгөләнде “посменка”. Ни хәл итәһең инде, эшкә сыҡҡыһы, кешеләр араһында булғыһы килә шул.  

САНИЯНЫҢ ҺЫЙЫРҘАРЫ Юмористик хикәйә
САНИЯНЫҢ ҺЫЙЫРҘАРЫ Юмористик хикәйә

Баш вата торғас, әмәлен тапты Фәниә. Мул ғына күстәнәсләнеп, әхирәтенә визит яһарға булды. Ярайһы ғына “һуғып” алған Сания ҡолас йәйеп ҡаршыланы саҡырылмаған ҡунаҡты. Килеүенең сәбәбен әйтеп һалғайны, әхирәте ҡояштай балҡып китте. (("Һәнәк" эскегә ҡаршы).

– Эй, нимәгә уңайһыҙланаһың? Киреһенсә, мин һыйырҙарым яҡшы ҡулдарға эләгеүенә шатмын. Мин бер аҙ эстәге ҡорттарҙы үлтереп алайым да, шунан эшкә сығырмын әле, – тип оҙатып ҡалды әхирәте.

Йылы һүҙҙәрҙән ҡанатланып, осоп ҡайтты Фәниә. Йорттағы эштәрҙе йәһәт кенә бөтөрөп, ярты сәғәттәй көҙгө алдында һыланып ултырҙы ул. Байтаҡ ваҡыт ҡул теймәгән крем, хушбуй һауыттары ныҡ ҡына кәмене.

“Посменка”ны бик күңелле ҡаршы алды һауынсылар. Ә бына әхирәтенең һыйырҙары, киреһенсә, имсәктәренә тейҙереү түгел, үҙҙәренә яҡын да ебәрмәне, күҙҙәрен алартып үрһәләнде, биҙрәне тибеп осорҙо. Һыр бирмәҫкә тырышып, улай ҙа, былай ҙа ынтылып ҡараны меҫкен “посменка”, ләкин тамсы һөт тә һауып ала алманы. Илар хәлгә етеп, ҡул һелтәп ҡайтып китергә торғанда янына көтөүсе Рафаил килеп баҫты.

– Ни булды, еңгәй? Һарайға һыймай һыйырҙарың менән шарт та шорт киләһең? – тине ул мыйыҡ аҫтынан йылмайып. Былай ҙа ғәрлегенән шартларҙай булған “посменка”:

– Кит әле, йөрөмә аяҡ аҫтында буталып! Һаҫып тораһың! Һыйырҙар эскән кешене яратмағанын беләһең дә инде. Былай ҙа енләнешеп, һауҙырмай торалар! – тип сәрелдәне.

– Ну, еңгә, обижаешь... Мин аяғың араһында буталаммы? Кеше ишетеп ҡалмаһын. Ана, ағай ғына буталһын, кеше бисәләре миңә нимәгә? – тип шаяртты ҡәйнеше. Фәниә тағы биҙрәһе менән ултыра төшкәс, Рафаил:

– Ҡана, еңгәй, үҙем һауып күрһәтәйем әле! Эшкинмәгән ағай үҙеңде кәртинкә итеп тотамы әллә? – тип үҙе кереште. Көтөүсе еңдәрен һыҙғанып ебәрҙе лә:

–  Стоять, Машка! Миленькая, дай молока... – тип һыйырҙы арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп, эскәмйәгә уңайлап ултырҙы. Бына китте мәрәкә... Рафаил оятһыҙ таҡмаҡтар йырлай, ә биҙрәгә тулы имсәктәрҙән сөрөлдәп һөт һибелә. Бәйле торған малҡайҙар баштарын борғолап, ҡолаҡтарын ҡайсылатып өзөлдәшәләр, түҙемһеҙлек менән сираттарын көтәләр. Шаян таҡмаҡҡа яҡындағы һауынсылар ҙа битараф ҡалманы, янға килеп баҫтылар. Был көтөүсегә оҡшаманы.

– Нимә бында йыйылып киттегеҙ әле? Бушлай концерт тыңлайһығыҙ килдеме? Давай, еңгә, дальше үҙең... – тип урынынан торҙо. Һыйыр Фәниәне тағы ла ҡабул итмәне, енләнеп тибешә башланы. “Посменка” бөтөнләй ҡойолоп төштө.

Башҡа һауынсылар ҙа алмашлап яҡынлап ҡараны, ләкин улар менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды. Рафаил танауын күккә сөйҙө. Ул хәйләкәр йылмайып, тирәһендәгеләргә күҙ йөрөтөп сыҡты ла, Фәниә янына килде.

– Эх, еңгәкәйем, һин Сания түгел шул. Һин концертҡа килдеңме ни, литрлап хушбуйланып алғанһың. Белһәң, был һыйырҙар икенсе еҫ ярата. Бына хәҙер үҙең аңларһың... – тип кеҫәһенән шешә сығарып бер аҙ уртлап алды ла, ҡалғанын “посменка”ның елкәһенә бушатты. Уныһы һаҫыҡ көмөшкә еҫенә уҡшып, һарай яңғыратып: “Уй, ҡороғор! Нишләнең һин, хәҙер һыйыр янына нисек барайым мин!” – тип сәрелдәп ебәрҙе. Был мәрәкәгә ихлас көлгән, эргәлә һауған Әминә:

– Фәниә, ысынлап та, хәҙер ипләп кенә яҡынлап ҡара әле. Сания бит һыйырҙарына айныҡ бармай торғайны. Башта морондарын һыйпап иркәлә, әҙерәк үҙеңде еҫкәп алһындар. Йырлап ебәргән бул шунда. Сания “Сәрмән”де ебәрә торғайны, – тип аҡыл өйрәтте. Бына әкәмәт! “Хуш еҫтәр” бөркөп торған һауынсыны малҡайҙар үҙҙәренеке итеп ҡабул итмәһендәрме! Көмөшкә еҫенә күңеле болғанһа ла, һыйырҙарын кинәнеп һауҙы Фәниә.

Сәрмән буйҡайҙары туғай, туғай,

Туғайында һайрай бер турғай...

Йыр ағыла, уның ыңғайына һауынсының биҙрәһенә һөт ағыла. Күңеле шат Фәниә янынан китмәй, бер төрлө булып алған Рафаилдың:

– Ана шулай, еңгәй... Хәҙер аңланың инде. Сания айныҡ килһә, һыйырҙарын һуҡҡылап, типкеләп бөтә. Ә төшөрөп килһә, уға бөтә донъя матур. Һыйырҙарын һөйөп иркәләп, морондарын үпкеләп бөтә шунда. Тик шул бер йырҙан башҡаһын белмәй. Һауып бөткәнсе “Сәрмән”ен йөҙ мәртәбәгә тултыралар. Бына һин, еңгә, күпме йыр беләһең, молодец. Ана, нисек кинәнеп тыңлайҙар малҡайҙар һинең һандуғас тауышыңды, – тип хәбәр һатҡанын да тыңламай, ҡыуанысынан дәртләнеп үҙе белгән бар йырҙарҙы барлай.

Автор:Мансур БАГАУВ.
Читайте нас в