+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Декабрь 2021, 10:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙ АЛДЫНАН Хикәйә Беренсе бүлек

Аһ, ошо беҙҙекеләрҙең киң күңеллелегенә, йомартлығына, миһырбанлығына хайран ҡалырһың!Беҙ әле бәйән итәсәк хикәйәлә ҡыҙ менән егеттең мөхәббәтенең нисек үҫеүен ярты ҡала булмаһа ла, бөтә ятаҡ ҡыҙыҡһынып һәм һоҡланып күҙәтте. Ҡыҙ, ятаҡта булғас, әлбиттә, ауылдан. Еңел генә, инсафлы, хатта кешегә күтәрелеп тә ҡарамаҫ ҡарашлы, шәп-шәп атлап үтеп барған сағында, ел сығыр ҙа, ошо гүзәл зат күккә, болоттар эргәһенә, осоп менеп китер һымаҡ. Ә егете, егете һуң! Ҡарағыҙ әле, егетен ҡарағыҙ! Таксиҙа ғына килеп төшөүен күр әле!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙ АЛДЫНАН  Хикәйә  Беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙ АЛДЫНАН Хикәйә Беренсе бүлек
Нимә тип әйтә, ти? “Шәхси машина ул – ярлылар өсөн. Ә беҙ ҡайҙа барабыҙ, нимә теләйбеҙ, такси һәр ваҡыт көтөп тора”, – тип әйткән, ти. Һеҙ уның таксиҙан килеп төшкән кейеменә ҡараһағыҙсы! Ул кейгән костюм-салбарҙы һеҙ телевизорҙа дәүләт башлыҡтары, олигархтар, әле бөлөп өлгөрмәгән капиталистар өҫтөндә генә күрерһегеҙ. Ә кисә ул йыртылып, тишелеп бөткән джинсыла килгәйне. Өҫтәүенә, туҙып бөткән ботинкаларын, ялан аяғына кейеп алған, әйтеүҙәренсә, тишек-тошоҡло кейем-һалымы тишек-тошоҡһоҙонан ике-өс тапҡыр ҡиммәтерәк, ти.
Бөтә ятаҡ уларҙың мөхәббәтенә һоҡлана. Улар, йәғни Нәфисә менән Мөхтәр, бөгөн айырыуса тулҡынланған һымаҡ күренә. Көлөшә-көлөшә, бер-береһенә һыйынып, етәкләшеп, эргәләге студенттар кафеһына инеп киттеләр. Уларҙың ниндәй уйҙар менән янғанын Нәфисәнең әхирәте Рауза ғына белә. Рауза әллә ҡыуана, әллә битараф, бөтәһенә лә еткереп тора: “Мөхтәрҙе әйтәм, кейәүҙе, ҡулын һораған, һөйләшкәндәр, килешкәндәр, туй кәрәк-яраҡтары, мәшәҡәттәре хаҡында һөйләшеүҙәр бара. Туй бер айҙан буласаҡ. Әле саҡыраһы кешеләрҙең исемлеген яраштыралар”...
Кафеға кереп ултырғас та, Нәфисә өҫтәлгә сумкаһын һалды ла, ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп: “Әллә асыҡҡанмын инде?” – тип ҡуйҙы.
Шул тиклем шым әйтте, хатта кейәүе ишетмәй ҙә ҡалды, шикелле.
– Ҡалала туй үткәреү өсөн ике күңел асыу үҙәген тәҡдим итәләр. Береһе – “Монако”, икенсеһе – “Лондон”. Минең ҡарттарҙы әйтәм, атай менән әсәйҙе, ҡайһыһын һайларға белмәйҙәр. Аптырағас, үҙем барып ҡараным. Икеһе лә бер сама, ҡыҫҡаһы, ифрат юғары класс. Йәрәбә һалырға тура килде. Беләһеңме нимә сыҡты? “Монако”. Иң ҡыҙығы шул, ундағы тәртип шулай, “Монако”ла туй үткәргәс, йәштәр туй сәйәхәтен “Монако” тигән кенәзлектә үткәрергә тейеш икән. Бына быныһы миңә оҡшаны!

Ҡыҙҙың һоҡланыулы йөҙө аһ итте һәм шунда уҡ икенсе йүнәлеш алды:
– Иртән йоҡлап ҡалғанмын, өлгөрмәнек. Хәҙер кис етеп килә, һаман ашаған юҡ, – тип еңелсә генә эсен тотто ҡыҙ.
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине егет. – Беҙгә хәҙер менюны ҡарап алырға кәрәк. Меню – иң мөһиме. Ҡунаҡтар, быныһы күптән билдәле, ҡайҙа туй үткәргәндәрен, йәштәр кем икәнлеген, кемдәр ҡатнашҡанлығын онотасаҡ, ә бына өҫтәл артында ниндәй блюдолар ултырыуын, нимәләр ашауҙарын ғүмерҙә лә хәтерҙән сығармаясаҡтар. Беләһеңме, бер егерме-утыҙ йылдан һуң, беҙҙең балаларыбыҙ өйләнгән саҡта, ҡартайып бөткән әбей менән бабайҙар, о, бынау французса ит киҫәктәрен беҙ Мөхтәр менән Нәфисәнең туйында ауыҙ иткәйнек, – тип таң ҡаласаҡтар, – тине егет, кәләшенең күҙҙәренә һөйөү менән бағып.
– Ә һин, ҡәҙерлем, белмәйһеңме, бында сәй менән, исмаһам, икмәк булһа ла, бармы икән?
– Сәй менән икмәк?.. Ошонда ашап ултырмаҫһың инде! Тапҡанһың туҡланыр урын. Студенттар ашханаһында туҡланып йөрөүҙе мин үҙем өсөн түбән төшөү сифатында баһалайым , - тине егет, ҡабалана-ҡабалана аш ташыған студенттарға һауалы ғына ҡарап. – Тәк, меню булды, блюдоларҙы ҡараныҡ, хәҙер музыкаль яҡтан биҙәү, тамада мәсьәләһе эшләнә, Фидан, Айҙар, быныһы ҡайһы йырсы булды? – тип һанап китте. – Минекеләр әйтә, Мәскәүҙән Земфираны саҡырайыҡ, ти.
– О, Земфираны? Аҡсабыҙ етерме икән һуң? Үткәнендә телевизорҙан күрһәткәйнеләр, бигерәк ябыҡ күренә, диетала ултырмаймы икән?
Бик оҙаҡ транспорт мәсьәләһен ҡаранылар. Мөхтәр менән Нәфисә икәүләп лимузинда киләсәктәр, ә ҡалған ҡунаҡтарға һәр береһенә – ап-аҡ иномарка. Водителдәр ҙә аҡтан кейенеп алһа, һәйбәт булыр ине, тигән теләк белдерелгән. Сәскә һалыу урындарын ҡарап сыҡтылар, бөтәһе лә ҡәнәғәтләнерлек. Нәфисә, егеткә ҡарап:
– Ҡара әле, ҡәҙерлем. Халыҡты ярты көн йөрөтәсәкбеҙ. Кем белә, бәлки
 
ашамай килгәндәре лә булыр, берәй урында туҡланып алыу мөмкинлеге буласаҡмы? – тигән һорау ҡуйҙы.
– Шәп фекер! – тип һоҡланды егет. – Һин ҡайҙан беләһең? Әлбиттә, кәрәк буласаҡ. Ә ниңә ҡапҡылап ҡына алыу? Иң кәмендә, бер сәғәт ваҡыт, берәй ресторанға инеп ашап сығыу һис тә артыҡ булмаҫ. ЗАГС-тан “Монако”ға барып еткәнсе, йә өйҙән сығып, ЗАГС-ҡа барып еткәнсе. Кәләш, мин һинән уңдым! Һин әле генә беҙҙе бик уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарҙың! Аллам һаҡлаһын! Берәйһе, ас килеш йөрөп, туйға тиклем ашамай ҡуйһа, беҙҙе ғәйепле итәсәк. Беләһеңме, нимә тип әйтәсәк? Бына, Нәфисә менән Мөхтәрҙең туйында ҡатнашам тип, көнө буйы ас йөрөп, ашҡаҙанымды боҙҙом. Шунан бирле, кеше була алмайым, тип беҙҙе иҫкә төшөрәсәк. Ә ул беҙгә кәрәкме? Кәрәкмәй.
– Мөхтәр, ҡәҙерлем, анау пирожный матур күренә, сәй менән, – тип һөйләнде кәләш.
– Туҡта, туҡта! Иң ҡыҙыҡ ерендә! – тине кейәү. – Аш ҡайғыһы юҡ әле бында. Ҡапҡылап алған ерҙә музыканттарҙан кемдәр сығыш яһаясаҡ? Һин шул турала нисек уйлайһың?
– Яҡшы, бик яҡшы, – тип ыңғырашты кәләш, эсен ыуып. – Мин йырлауҙарына ла, бейеүҙәренә лә, хатта тәкмәс атыуҙарына ла ризамын, тик өҫтәлгә ултыра һалайыҡ, саҡ ҡына ҡапҡылайыҡ, ашҡаҙаным өҙөлөп төшөп килә.

Кейәү, ниһайәт, кәләшенә иғтибар итте:
– Хәҙер, ҡәҙерлем, хәҙер, – тине һәм аш өләшә торған урынға йүнәлде.





Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Нәфисә менән Мөхтәрҙең туй мәшәҡәттәрен хәл итеүгә, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө индерәйек, Бынау ауыр ваҡытта пандемияға иғтибар итмәй өйләнешеү – үҙе бер батырлыҡ. Уларҙың туйын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Кемдәрҙе саҡырһындар, нимәләр ашаһындар, һ.б, һ.б. Комментарийҙар көтәбеҙ.
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: