-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Декабрь 2021, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙ АЛДЫНАН Хикәйә Икенсе бүлек

Ниһайәт, ике торт киҫәге, ике стакан сәй өҫтәлгә ҡунды. Ас кәләш ҡалтыранған ҡулдары менән ашарға тотондо.– Ҡайһылай тәмле! Сәйе һалҡын, ләкин эске килеп тора, – тине Нәфисә.Ас хәлен туҡ белмәй шул. Балда-майҙа ғына йөҙгән кейәү, сәйерһенеп, кәләшен барлай. Ҡуй инде, ошонда килеп, ашанып ултырмаһа. Әйтерһең, аҙна буйы аш күрмәгән инде.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ТУЙ АЛДЫНАН  Хикәйә  Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ТУЙ АЛДЫНАН Хикәйә Икенсе бүлек
– Рәхмәт! – ти кәләш, кейәүҙең нимә уйлағанына ла иғтибар итмәй.
– Ә хәҙер исемлекте барлап алайыҡ, – ти Мөхтәр. – Һәр яҡтан иллешәр кеше етәме?
– Етә! – тип сәпәкәй итә кәләш, – Юғиһә, туйҙың бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал.
– Ҡиммәткә төшөүе? Ҡиммәтме, арзанмы, уныһы беҙҙең эш түгел. Ҡарттар аҡсаһын әҙерләп ҡуйған инде. Беҙҙең бурыс – ойоштороу эштәре һәм ҡунаҡтарҙың өҫтәлдә ултырыуын тәьмин итеү, – ти кейәү.
– Ә ҡунаҡтар күптән көтә инде, – ти ҡыҙ.
– Көтһөндәр, – ти егет, – уларҙың эше – көтөү. Ә беҙ фейерверк тураһында оноттоҡ.
– Фейерверк? – тип аптыраны ҡыҙ. – Бәлки уныһы кәрәкмәҫ?
Кейәү, күҙен алартып, кәләшкә ҡараны:
– Нисек кәрәкмәй? Һин нимә һөйләйһең, матурым? Фейерверкты ғына түгел, беҙҙең өйләнешеүебеҙҙе бар донъя белергә тейеш! Кеше лә күрмәгәс, дуҫтар һоҡланмағас, ниндәй туй, ти, ул?
Ә кәләштең – үҙ мәшәҡәте. Иртәнән бирле, тәғәм ризыҡ күрмәгән ашҡаҙаны нәфсеһен баҫып өлгөрмәгәйне әле. Шуға кәләш кейәүе алдында ултырған тәмлекәскә әленән-әле күҙ һала, тәрилкәһен бер үҙенә шылдыра, кире этеп ҡуя, ләкин кейәү өндәшмәй. Үҙе лә ашамай һаман, ас кәләшенә лә бирмәй. Сәйен дә бер генә йотоп ҡуйҙы. Уныһы ултыра, һыуынып.
– Йә, ярай, булдымы? – ти кәләш, ҡайҙа ҡабаланалыр?
– Булманы шул әле! – ти, кейәүе. – Әсәй менән атай әйтә, туйҙа булған һәр кеше күстәнәс һәм бүләк менән ҡайтырға тейеш. Күстәнәсте ашап бөтөрҙәр, ә бүләккә ҡарап, беҙҙең туйҙы иҫтә тоторҙар һәм улым менән киленемә бәхет теләрҙәр.
Кәләш, ҡыуанып, сәпәкәй итә. Егет:
– Беҙҙең туйҙы бөтәһе лә хәтерендә һаҡларға тейеш! – тине, ғорурланып.
– Һеҙ шундай йомарт һәм киң күңелле, аҡыллым минең! – тине ҡыҙ, егетте үҙенә ҡосаҡлағандай итте һәм түҙмәне, ҡалағы менән торттың бер мөйөшөн һоҫоп алды.
Егет күрҙе, ләкин өндәшмәне. Ҡыҙыҡай күптән белә, өндәшмәү – ризалыҡ, күреү – хуплау билдәһе һәм, үҙенең хужабикә икәнен күрһәтер өсөн, ҡалағын тәмлекәстең ҡап уртаһына йәтеш кенә итеп ҡаҙап ҡуйҙы.
Шул ваҡыт ҡыҙҙың күңелендә ябай ғына бер һорау яралды:
– Күстәнәс аласаҡтар, күстәнәсһеҙ ҡайтмаясаҡтар, ә бүләккә нимә бирәбеҙ?
– Ә бүләккә һәр береһенә таҫтамал ҙур булыр, ҡулъяулыҡ бәләкәй, матур ғына, ябай ғына ҡул һөрткөс. Хатта мөйөшөнә “Нәфисә менән Мөхтәрҙән”, тип яҙылған һәм: “Бәхет теләйбеҙ”, – тип өҫтәлгән.
– Иҫ киткес, һоҡланғыс, гениально! – тип күҙҙәрен йомдо ҡыҙ һәм, һүҙҙәрен раҫлау өсөн, ҡалаҡ менән тортты умырып, ҡабып та ҡуйҙы.

Егет туйҙың тәртибен ҡат-ҡат ҡарай, тикшерә, нимәлер иҫәпләй, нимәләрҙер өҫтәй, артыҡтарын һыҙып ташлай һәм туҡтауһыҙ, кәләше менән кәңәшләшә:
– Хәҙер ваҡ-төйәге генә ҡалды, – тине егет, – был мәсьәләне өлкәндәр хәл итә, ләкин был юлы, ни эшләптер, беҙҙең фекерҙе лә ишетергә теләйҙәр.
– Ә нимә хаҡында ишетергә теләйҙәр? – тине ҡыҙ, ашамлыҡты үҙенең яғына күсереп ҡуйып.
Күсермәй һуң, хәҙер яртыһынан күбен мөнйөп бөттө, үҙе туҡ күренә, быныһын ашап ҡуйһа, һөйләнмәҫ тә инде. Кәләш, ҡалаҡ осона ғына эләктереп, шоколадлы тәмлекәсен ҡабып ҡуйҙы. Юҡ, өндәшмәй, тимәк, ҡаршы түгел.
– Йә, ниндәй ваҡ-төйәге тураһында һөйләшәбеҙ? – тине ҡыҙ, егетенән бигерәк, торттың ҡалдыҡтарын барлап.
– Кемгә – ваҡ-төйәк, кемгәлер – ҙур дәүләт, – тине егет. – Ишеткәнһеңдер, Ғәлләмовтар туй үткәргән, иллешәр меңдән һөйләшкәндәр, аҙаҡ, иҫәпләп ҡараһалар, ҡырҡ мең дә сыҡмаған, – тине кейәү, бот сабып.
– Ә нисә кеше булған һуң? – тине ҡыҙ, аптырап.
– Йөҙҙән артыҡ булған, тиҙәр.
– Йөҙҙән артыҡ булған, тиҙәр? – тип аптыранды ҡыҙ, – Шулар ҡырҡ мең аҡса һалғанмы?
– Нимә, һин күмәгенә ҡырҡ мең, тиһеңме? Һәр береһенә – ҡырҡар мең һум сыҡмаған.
– Ужас! – тип ҡысҡырҙы ҡыҙ, хатта эргә-тирәләгеләр, аптыранып, ҡыҙға боролоп ҡараны.
– Эйе, һәр береһенә ҡырҡар мең дә һала алмағандар, – тип, ыңғырашып, һөйләй башланы егет.
Ул
 
торттың ҡалған киҫәгенә өмөт итә һәм, бер булһа ла, ҡабып ҡарарға уйлай ине.
– Ҡырҡар мең!? – тине ҡыҙ, һаман да һушына килә алмай.
–Эйе, беҙ, уларҙың хатаһын иҫтә тотоп, иллешәр мең түгел, ҡырҡар ҙа түгел, яҙайыҡ, мәҫәлән, утыҙ биш мең...
– Утыҙ биш мең? – Ҡыҙҙың ҡулынан ҡалағы төшөп китә яҙҙы
– Эйе, утыҙ биш мең. Әллә күп, тиһеңме?
– Юҡ, – тине ҡыҙ, башын һелкеп, – күп тимәйем, әҙ ҙә түгел. Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, ундай аҡса һалырлыҡ кешеләр, бәлки – атайым менән әсәйем, апайым кредит алһа... Һеңлем мәктәптә уҡый.
– Бәлиғ булмағандарҙы һыҙып ташлайбыҙ! – тине егет, шунда уҡ.
– Эйе, шул, уларҙан ҡайҙан бүләк булһын, – тине ҡыҙ.
– Бүләге юҡ, тимәк, үҙе лә юҡ, исемлектән һыҙабыҙ,– тине егет.
Өҫтәлендәге яҙыуҙар араһында нимәнелер һыҙып та ҡуйҙы.

– Тәк, һинең – илле кеше, утыҙ бишәр мең, бына, бынау иҫәпкә күсерә торһалар ҙа була. Туйға тиклем әле ваҡыт бар, юғиһә, аҙаҡтан аҡса тапманыҡ, өлгөрмәнек, иҫәбен белмәнек, тип тормаһындар. Әйткәндәй, минекеләр, мәҫәлән, атай-әсәй, ике йөҙ мең һалабыҙ, тинеләр. Һинекеләр белеп торһон.
Һандар ишетелгән һайын, кәләш нығыраҡ аһылданы һәм торт киҫәген үҙенән ситкәрәк этә башланы. Хатта сәйен дә кейәүҙең алдына уҡ ултыртып ҡуйҙы.
– Һөйләштек, килештек, – тине егет – әҙерлек башланды. Әйткәндәй, ошонда минең торт ултыра ине, яртыһын күрмәйем! – тине ул ҡыҙға, урлашыуҙа тотолған енәйәтсегә баҡҡан һымаҡ ҡарап. – Ҡайҙа минең торт? Әйткәндәй, һин ашаған торт һәм сәй өсөн һин миңә утыҙ тәңкә бурыслыһың. Күрмәй ҡалдым, етмәһә, минекен дә ашап ҡуйғанһың, – тине егет, әллә шаяртты, әллә ысынлап һөйләне.
Ҡыҙ сумкаһында аҡса ҡарай башланы. Ул ҡайҙалыр ашыға, шикелле, аҡсаһы булманы һәм атылып, кафенан сығып йүгерҙе. Дөрөҫ булһа, аҙаҡтан егеттең телефонына ҡайҙандыр утыҙ һум аҡса төшкән, ара-тирә хәбәрҙәр араһында: “Мөхтәр менә Нәфисә ташлашҡан”, – тигәне генә ишетелеп ҡалды.
Рауза белә бит был хаҡта. Рауза бит – ҡыҙҙың әхирәте. Раузанан һорайыҡ әле, ниңә туй булмай икән?
“Эйе, туй булмаясаҡ, юҡ, кисектерелмәгән. Ҡыҫҡаһы, ике арала аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан. Ҡыҙ менән егет кафеға кергәндәр, кафела Мөхтәр икеһенә лә берәр торт киҫәге, берәр стакан йылы сәй алған, үҙ иҫәбенә, эйе, эйе, үҙ иҫәбенә. Ҡыҙ уны түләй алмаған, егет ҡыҙҙың үҙе түләгән торттың яртыһын ашап ҡуйыуын да оҡшатмаған. Егет: “Ҡыҙҙың торт өсөн түләй алмауы уның киләсәктә түләүгә һәләтлелеген шик аҫтына ҡуя”, – тип белдергән. Ҡыҫҡаһы, туй булмаясаҡ”.
Уф, ошо беҙҙекеләрҙең ваҡсыллығы ҡаҡшата инде. Ашалып бөтмәгән торт өсөн дә ташлашмаһалар инде...
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: