+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Декабрь 2021, 20:00

МОРТАЗИНДЫҢ ФАМИЛИЯҺЫ КЕМ? Хикәйә

Бер ваҡыт шулай кис катонда торған һарыҡтарға бүреләр һөжүм яһап, байтаҡтарын быуып ташлаған былар. Атай түләүгә ҡалды. Бүтәнсә көтөү эшенә сыҡмайым,  тип ҡараһа ла, атаҡ-атаҡ, һинең уба-туба балларыңды кем ашатып, кем кейендерер, тип, әсәй ҙә ҡаты торҙо. – Баш ҡазаһы бирмәһен Хоҙай, ана, айғыр үгеҙҙе закупҡа тапшырырбыҙ, – тине.

МОРТАЗИНДЫҢ ФАМИЛИЯҺЫ КЕМ? Хикәйә
МОРТАЗИНДЫҢ ФАМИЛИЯҺЫ КЕМ? Хикәйә

Шунан әсәй бер биҙрә эзбиз ҡайнатып алды, иҙән йыуышырға мине алып, Кошарға  атайҙарҙың йәшәгән өйөнә килдек. Көтөүселәрҙең өйөн сылт аҡ итеп ағартып, иҙәндәрен һап-һары итеп ҡырып йыуып ҡуйҙыҡ. Кәйефтәре күтәрелһен, ти әсәй. Тырыштыҡ инде. Әллә эш хаҡы ла һуҡҡандарҙыр, уныһын уҡ белмәйем.
Тәҙрә ҡорғандарын йыуа һалып элдек, ҡаралдыларын ҡаҡҡыслап, һуҡҡыслап индереп түшәнек. Әсәй мул ғына итеп аш яраштырҙы.
– Сулпан ҡалһын минең менән, Мортазинға аңлатма яҙырға кәрәк, тип, беҙҙе оҙатырға сыҡҡан атай мине алып ҡалды. Миңә ней, етә ҡалды, сананан шыуып төшөп ҡалдым.
– Ярай, имен ҡайтып ет, эт-ҡошҡа тарып ҡуйма, – атай шулайтып оҙатып ебәрҙе әсәйҙе.
– Гөлшат, тррррр, Мортазиндың фамилияһы кем ул? – сана ҡуҙғалып киткәс, атай шулай тип һөрәнләне. Әсәй ишетмәне шикелле. Ишетһә лә өндәшмәнеме?
Ҡыш тиҙ генә эңер төшә лә ҡуя, әсәйҙең аты күк эңергә инеп юҡ булды.
Яратам көтөүселәрҙең өйөн: гәзит-журналдар, ,,Беломор-канал", толоп, ҡамыт, мейестең көлдөксәһендә кибеп торған быйма, бейәләй еҫтәре миңә ныҡ танһыҡтар. Ҡара сәйнүктәге сәй миңә иң татлыһы, ә моҡсай эсендәге икмәктәр иң-иң тәмле тәғәм!
Әсәйҙең яңғыҙ ҡайтып киткәненә эсем бошто шулай ҙа. Бүре быйыл һәләк күп. Тоҡанда ла күргәндәр, Тоҡтағолдан уҡырға килгән балларға бүреләр осраған, ярай бер ағай тракторы менән килеп сығып, өркөтөп ебәргән, тип тә һөйләп, йөрәккә шом һалалар.
Атай бажаһынан ҡалған ҡушкөбәкте үҙе менән эшкә алып йөрөй башланы – ана, кәрәге тейҙе. Аҡбеләк ныҡ итеп абалағас, мылтыҡ тотоп сыҡһа, бер нисә бүре катонға инеп, егермеләп һарыҡты быуып һалып ҡуйған тей. Өс ҙур бүрене атып алды атай. Шунан милиция килеп, атайҙың ҡушкөбәген, бүреләрен алып киткән. Мылтыҡҡа йәне әсене атайҙың – мәрхүм бажаһыныҡы бит. Еникеевтыҡы! Напарнигы Сәләх ағай ул көндө ауырып эшкә сыҡмаған икән. Аяҡтары һыҙлап, участка больнисына Азаматовҡа күренергә барған. Витаминдар ашап, уколдар алып ятҡан. Ҡайтты ул, тик һыҙлауы баҫылмаған аяҡтарының. Әле лә Сәләх ағай аяғын әллә ниндәй һаҫыҡ дарыу менән ыуалап ултыра.  Ауыртыуға сыҙамай үҙе, йөҙҙәре сырышып китә.
Ашъяулыҡты йыйып алып йөрөһәм, ишек киң итеп асылып китте лә өйгә ҙур толоп кейгән, һаҡал-мыйығы ап-аҡ боҙ булып бөткән Мөхәммәтғәле апа килеп инде. Бер аяғын һуғышта ҡалдырған ул, ағас аяғы туҡылдығы сығып, урындыҡҡа үтеп ултырҙы.
– Буран ҡоторҙо... Хәлилдән ҡайтып килеш, ҡустылар, он һалдырып... –  толобон, кәпәсен систе, һаҡал-мыйығын һыпырҙы, сикәләрен ҙур устары менән ышҡыны ир уҙаманы.
Шунан ағас аяғын сисеп, урындыҡ аҫтына тыҡты.
– Ҡыҙым, мейескә тығып ҡуйма утын итеп, – шаяртҡан була, – ә был быймамды ана көлдөксәгә ҡуй, кипһен.
Ҡуйынынан бер ҡыҙыл араҡы килтереп сығарып, ашъяулыҡҡа ҡуйҙы:
– Хәлил күстәнәсе. Ҡайҙа көрөшкәләр?
Көрөшкәләргә ҡыҙыл шыйыҡса ҡойолоп, ғолт итеп йотоп ебәрҙеләр былар. Ҡапҡылап ултыралар, әңгәмәләре һаман шул бүре, үлгән һарыҡтар тирәһендәрәк булды.
– Сулпан хәҙер аңлатма яҙыр, шуның өсөн ҡалды, грамотаһы шәп ҡыҙымдың, – тип атай маһайып алған була.
Икенсе көрөшкәне лә ялпайтып ҡуйҙы быларым.
Мөхәммәтғәле апа арыны ла инде, баяғы ҡыҙылдың шауҡымы ла булғандыр, эре биҙәкле яҫтыҡҡа башын терәүе булды, ойоп та китте.
– Ярай, ғуй, йоҡтаһын, иртән ҡайтыр, – тип, өҫтөнә толобон баһырып ҡуйҙылар атайҙар. Атын туғарып, онон соланға индерҙеләр.
Шешә төбөндә ҡалғайны әле, уныһын йотоп ҡуйҙылар, ә Сәләх ағай эсеп бөтмәне, ҡалған ғына шыйыҡсаһын усына ҡойоп, тубығын ыуалай башланы.
Атайҙың башына сыҡты баяғы нәмә. Һиҙеп ултырам.
– Сәләхетдин, ҡуйсәле, ништәп әрәм-шәрәм итеп ултыраң ул уны, эсеп кенә ҡуймай? Уға ғына аяғың йүнәлеп китәме? Улай ыҙалағансы, ана Мөхәммәтғәле ағай һымаҡ ҡырҡтыр ҙа ташла ул аяғыңды! Былаялай әррәхәтләнәме, һыҙлай тимәй, кәрәк икән  – кейеп ала, кәрәкмәһә – ана, сисә лә урындыҡ аҫтына бырағыта. Азаматовҡа әйт, бырама ла ғына ныҡ һыҙлай, тиң.
– Анһыҙ ҙа шулайтмай булмаҫ, – Сәләх ағай ҙа атай менән килешә, шунан Мөхәммәтғәле апа эргәһенә шыуыша биреп ята ла йоҡлап та китә.  – Йә, ҡыҙым, ҡағыҙ, авторучкаң ҡайҙа? Яҙ! Зоотехнику Ирандыкского совхоза товарищу... Туҡта, көтөп тор, фамилияһы кем ине әле инәһеҙҙең? – атай Беломор тоҡандырып, усаҡ ауыҙына яҡынлай, елкәһен тырнап ултыра бер аҙ. Шунан килеп Сәләх ағайға төртә. – Сәләх, Мортазиндың фамилияһы кем әле ул?
– Әлләсе, һис тә иҫләмәйем. Туҡта ... – Сәләх ағай ҙа иҫләй алмай, йоҡлап китә, атай Мөхәммәтғәле апанының буш балағынан тартып уята.
– Ағый, Мортазиндың фамилияһы кем әле?
– Белмәйем , ҡустым.  – Апаның да иҫенә төшмәй. – Мортазиииин, нисек ине әле шул?
Мин арыным, күҙ ҡабаҡтарым ауыраялар, ябылып ҡына баралар.
– Атай, иртәгә яҙырбыҙ фамилияһын, әйҙә дауам итәйек.
– Яҙ әтеү, вечером 13 декабря 1976 года  волки напали на овчарню, двадцать голов погибли, три волка убиты мной из ружья шурина, туҡта, бажа нисек була урыҫса, ярай яҙ, тридцать голов... Иҫләнем!!! Бажа  свояк була! Тридцать... Свояк! Эйе... отправили в мясокомбинат на колбасу.
Ҡултамға  Абдрахимов Д.Х.
Атай ҙа арыны, ниһайәт, йоҡларға ятты.
,,Мортазин – Мортазиндың фамилияһы, Азаматов – Азаматовтың фамилияһы."
Беҙҙә бит халыҡ түрә-ҡараны фамилияһы менән генә һөйләргә ғәҙәтләнгән. Хөрмәтләү, ҙурлау микән ул? Ҡыуатов ағай, Ишкилдин ағай, Асҡаров, Хисмәтуллин, Әбдисов, Хамматов, Баязитов, Заманов, Еникеев, Көмөшбаев, Мортазин... Ысын исемдәрен дә белмәне ҡайһы берҙәренең ябай ауыл халҡы.
– Атай...
– Әү...
– Мортазиндың фамилияһы – Мортазин!
– Әйттем бит, ҡыҙым грамотный  тип...
Таң һыҙыла башланы. Мейес көлдөксәһендә торған һыңар быймаға ҡарайым да апаның буш балағына ҡарайым...
– Ярай, баш ҡазаһы бирмәһен! Әсәй әйтмешләй...

Автор:С. ТАМИМДАР.
Читайте нас: