+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Декабрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Дүртенсе бүлек

Иҙәндә бөгәрләнеп ятҡанда Мәргән Клараның шат йөҙөн һәм үҙен туҡмаусыларҙың ләззәтләнеп ыржайған тештәрен генә күреп ҡалды. Ваҡыт-ваҡыт һушын да юғалтып алды, шикелле. Халыҡ йыйылып китте, туҡтауһыҙ фотоға, видеоға төшөрәләр.Иҙәндә бөгәрләнеп ятҡанда Мәргән Клараның шат йөҙөн һәм үҙен туҡмаусыларҙың ләззәтләнеп ыржайған тештәрен генә күреп ҡалды. Ваҡыт-ваҡыт һушын да юғалтып алды, шикелле. Халыҡ йыйылып китте, туҡтауһыҙ фотоға, видеоға төшөрәләр.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Дүртенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Дүртенсе бүлек
Шул минутта уҡ бөтә мәғлүмәт киңлектәрендә: “Баш ҡаланың сауҙа-ял итеү үҙәктәренең береһендә маньякты эш өҫтөндә тотҡандар. Шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре Күҫәкбаев һәм Бүкәнбаевтың батырлығы һәм ҡаһарманлығы “Тыныслыҡ” маньягының ҡорбанын бер юғалтыуһыҙ ҡотҡарырға мөмкинлек биргән. Маньяк сифатында ғәҙәттәге эшҡыуар һәм инженер сығыш яһаған. Хәҙер уға оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ябылыу ҡурҡынысы янай. Маньяк үҙенең яуызлығы өсөн ихлас рәүештә үкенә, хатта уның күгәреп-шешенеп бөткән бите буйлап күҙ йәштәре аҡты” тигән йөкмәткеле хәбәрҙәр таралды.

Дөрөҫөн әйткәндә, Мәргәндең, һындырылған бер ҡабырғаһынан, ҡойолған ике тешенән, күгәргән-һыҙырылған ерҙәренән башҡа, иҫкә алырлыҡ әллә ни юғалтыуҙары юҡ ине.

Булған ваҡиғалар асыҡланғас, Мәргәнгә тиҙ ярҙам күрһәтелгәс, унан тәүге тапҡыр һорау алдылар. Һорау алыуҙы, уның файҙаһына булды, тип әйтеп булмай. Сөнки тәүге яуаптарында маньяктың ҡорбаны, Клара үҙе була инде: “Мине үҙе менән, һинең атайың – мин, тип таныштырҙы, алдатып, машинаһына ултыртты, өйөндә ашатып тотто, кейемдәремде йыртҡылап бөттө һәм “Тыныслыҡ”ҡа, өр-яңы кейемдәр алып бирергә, килгәйне”, – тигән.
Клараның күрһәтмәләрен, Мәргәндең кире ҡағыуҙарын иң ҙур телеканалдар бөтә донъяға күрһәтте. Зәйфә ҡарсыҡ был хаҡта иң тәүгеләрҙән булып ишетте. Ул, зәңгәр экранда улын танығас, йөрәк өйәнәге булып, ҡолап ҡуйҙы. Етмәһә, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре: “Беҙ маньяктарҙың ғаиләләрен хеҙмәтләндермәйбеҙ”, – тип дауаханаға алып китеүҙән баш тартҡан.
Ә Мәргән эшләгән предприятие коллективы үҙенең сираттан тыш йыйылышында, “маньяк”ты эшенән сығарырға, тип тауыш биргән.
Мәргәндең үҙен бик ауыр енәйәтселәр эргәһенә ултыртып ҡуйғандар. Унда нимәләр булыуы хаҡында ул әлеге көнгә тиклем бер кемгә лә бер нимә лә һөйләгәне юҡ.
Аҙна ла үтмәне, Клара үҙенең тәүге күрһәтмәләренән, хихылдай-михылдай, баш тартты. Күҫәкбаев менән Бүкәнбаевты эштәренән ҡыуғандар. Ошо хаҡта күпертеп-ҡабартып һөйләгән хәбәрселәргә, халыҡ араһына бик сығармай ғына, шелтә иғлан иткәндәр. Ә үҙе эшләгән предприятиела Мәргәнде яңынан эшкә алырға һәм күргән әхлаҡи һәм матди зыяндарын айлыҡ һәм квартал премияһы менән ҡапларға ҡарар иткәндәр. Зәйфә ҡарсыҡ та иҫән-һау, улының ҡайтҡанын һағынып көтә.
Мәргән полиция капитаны менән тәҙрәһеҙ, ярым ҡараңғы бүлмәлә һуңғы тапҡыр, әлеге енәйәтте ябыу мәсьәләһе буйынса, һөйләшә.
– Ә һеҙ уның ҡыҙығыҙ булыуына ышанаһығыҙмы һуң? – тине капитан. – Ул һеҙҙең хаҡта бик күп белә бит. Һеҙҙең хаҡта тик маҡтау һүҙҙәрен генә һөйләй.
– Һуңғы осорҙа үҙем хаҡында бик күп хәбәрҙәр ишеттем. – тине Мәргән тыныс ҡиәфәт менән. – Хәҙер мин үҙем хаҡында, тамуҡтың эргәһендә булдым, тип әйтә алам. Тәүге һығымтам: унда ла кешеләр бар икән. Үҙем хаҡында һөйләп биргәс, тырнаҡ менән дә ҡағылманылар, рәнйетмәнеләр, тыныс ҡалдырҙылар. Бында йәшәргә була, ашау ҡәнәғәтләнерлек. Ләкин иректә яҡшыраҡ, тип уйлайым. Ә ҡыҙҙың минең тормошома килеп инеүе минең үҙем өсөн дә көтөлмәгәнсә булды һәм мин ошо һорауға яуап табырға теләйем. Мин әле булһа аңламайым. Клараға нимә кәрәк булды икән? Ҡайтырбыҙ, һөйләшербеҙ, асыҡларбыҙ.
– Беҙҙең асыҡлауыбыҙса, ҡыҙҙың һеҙгә бер мөнәсәбәте лә юҡ, – тине капитан, – шулай булғас, беҙҙең идаралыҡтан сығыу менән, һеҙҙең ҡыҙ менән хушлашмайынса китеп барырға хоҡуғығыҙ бар. Ул балалар йортонда тәрибәләнгән...
Мәргән урынынан тороп китә яҙҙы:
– Балалар йортонда тәрбиәләнгән? Бына быныһы ҡыҙыҡ. Тимәк, уның әсәһе хаҡында хәбәрҙәр уйҙырма булып сыға?
– Эйе, – тине капитан, – балалар йортонда тәрбиәләнгәндәрҙең уй-хыялы күберәк ғаилә тормошо, атай-әсәй тирәһендә өйөрөлә. Ауыҙлыҡланмаған фантазия береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ уйҙырмалар таратыуға булышлыҡ итә. Клара менән дә шул хәл күҙәтелә. Ул һеҙҙе әле булһа, атайым, тип һөйләй, һеҙгә ышана һәм ғаилә булып йәшәүегеҙгә өмөт итә.
– Мине уның менән бер нимә лә бәйләмәй, – тине Мәргән, – ләкин ул миңә
 
ышанып килгән икән, ташлап китергә күңелем тартмай.
– Һеҙ хәҙер уның менән һөйләшергә теләйһегеҙме? – тине капитан.
– Бәлки ҡайтҡас һөйләшербеҙ? – тине Мәргән.
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тине капитан, – тик шуны белегеҙ, ишек алдында һеҙҙе бер төркөм хәбәрселәр көтә. Һеҙгә ҡарата йәмәғәтселек бер нисәгә бүленде. Илдә бындай енәйәттәр һанының артыуын күҙ уңында тотҡанда, һеҙҙе язаға тарттырыуҙы, йәғни, төрмәгә ултыртыуҙы талап итеүселәр бар. Икенселәр һеҙҙе, ғәфү үтенеп, иреккә ебәреү яғында.
– Ә һеҙ ниңә мине азат итергә булдығыҙ? – тине Мәргән. – Белеүемсә, бындай осраҡта енәйәтсе урынына дәғүә итеүсе ғәйебен танымайынса, уны азат итмәйҙәр.
Был һорауға капитан, бик оҙаҡ уйлағандан һуң, яуап бирҙе:
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың хәҙерге хәле беҙҙе ҡабаланырға мәжбүр итте. Сөнки ул әле лә һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтаж.
– Ярай, – тине Мәргән. – Мохтаж икән, ярҙам итербеҙ.
– Ә мин һеҙҙән икенсерәк аҙым көткәйнем. – тине капитан. – Мәҫәлән, һеҙ бынан сығаһығыҙ ҙа, ҡыҙ менән хушлашып та тормайынса, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ары китәһегеҙ.
– Бындай мөнәсәбәт миңә хас түгел. – тине Мәргән. – Мин, һис юғы, үҙемдең ни өсөн бындай һынауҙарға дусар ителеүемде белергә тейешмен. Был көндәр минең өсөн ҙур һынау булды. Мин элек күбеһен белмәгәнмен икән. Хәҙер күп нәмәгә минең күҙҙәрем асылды.
– Әгәр был һынауҙар үтте, барыһы ла ал да гөл буласаҡ, тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ, – тине капитан, мәғәнәле генә итеп, – сөнки ысын һынауҙар һеҙҙең өсөн хәҙер башлана ғына.
– Бына ғәжәп, – тине Мәргән, аптыранып, – һеҙ әллә ысынлап әйтәһегеҙ, әллә шаяртаһығыҙ? Әллә тағы берәр енәйәт тағыусы бармы?

– Юҡ! – тине капитан, ҡәтғи итеп. – Ҡыҙ менән һеҙҙең аралағы аңлашылмаусанлыҡты беҙ, хәл ителде, тип иҫәпләйбеҙ. Ҡалғаны – һеҙҙең ҡарамаҡта. Мин һеҙҙән ғәфү үтенәм һәм һеҙгә ҡарата бер эш тә юҡлығын иғлан итәм.
– Аңлашылды. – тине Мәргән. – Ә мине ниндәй һынау көтә һуң?
– Ярай, мин һеҙгә үҙебеҙ белгәнде асыҡтан-асыҡ әйтергә мәжбүрмен. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең артабан да ыңғай йүнәлештә үҫеүенә өмөт итәбеҙ һәм шуны белдерәбеҙ: теүәл ете айҙан һеҙҙең ҡыҙығыҙ һеҙҙе олатай итәсәк.
– Нисек? – тип аптыранды Мәргән.
– Эйе. Шулай булғас, тормош дауам итә, алда яңы һынауҙар көтә
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: