+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Декабрь 2021, 09:50

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Өсөнсө бүлек

“Тыныслыҡ” сауҙа-ял комплексына улар бик тиҙ барып етте. Бына ғәжәп, Клара был комплекста беренсе тапҡыр ғына түгел, ул уның барлығын, ғөмүмән, белмәй икән.– Ниңә, әсәйең бер ҙә йөрөтмәнеме ни? – тип ҡыҙыҡһына Мәргән, ҡыҙыҡайҙың күҙҙәренә ҡарап.Тегеһе һиҙҙермәй, бик асылып бармай. Күҙҙәрен йәшерә һәм һүҙҙе ситкә борорға тырыша:

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә  Өсөнсө бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Өсөнсө бүлек
– Аһ! – тине ҡыҙыҡай, урам һепереүсенең таш һынын күреп.
Әйләнеп-әйләнеп сыҡты, хатта тотҡолап ҡарарға итте. Кеше араһына барып ингәс, әле генә бар донъяға һоҡланып, ғәжәпләнеп килгән ирәбе ҡыҙыҡай, йомолдо ла ҡуйҙы. Рюкзагынан ярты битен ҡапларлыҡ күҙлек алып кейҙе. Етмәһә, уныһының бер йомороһо сатнаған. Ҙур шарф алып, битен ҡапланы һәм шарфтың ике осон ныҡ итеп Мәргәндең ҡулына бәйләп ҡуйҙы.
– Ә быныһы ни өсөн? –тип ғәжәпләнде атаһы булаһы кеше.

– Кеше араһында юғалам да ҡалам мин. Йә аҙашырмын. Ә былай ышаныслыраҡ, – тине ҡыҙ, шарфты тағы ла бер бәйләп.
Тәүҙә аяҡ кейемдәре ҡаранылар. Итектәрҙең ниндәйе генә юҡ! Һәр береһе матур, һәм, әлбиттә, ҡиммәт.
– Бигерәк ҡиммәт! – тине ҡыҙ, итекте этеп ҡуйып.
– Кит! Биш мең ҡиммәт буламы ни? Уның ҡарауы, йылы һәм һинең һыныңа килешеп тора, – тине Мәргән.
– Әсәйем миңә бындай ҡиммәтлеләрҙе алғаны юҡ! – тип өҙә һуҡты ҡыҙыҡай.
Ә үҙенә оҡшай, кейә лә ҡарай, кейә лә ҡарай. Ҡыҙыҡай һаман нығыраҡ боҫа, коридорҙан үтеп йөрөүселәргә күренмәҫкә тырыша. Кешеләр керһә, арҡаһы менән тора.
Өҫкө кейемдәр ҡарарға инделәр. Бында ла шул уҡ хәл – Клара яңы мода буйынса тегелгән, хаҡы ла шаҡтай текә кейемдәрҙе алмаҫҡа тырышты. Кейем-һалымды кейеп ҡарау бүлегендә бик оҙаҡ ныҡышты ҡыҙыҡай. Тәүҙә үҙенекен һалырға теләмәне, аҙаҡ – магазиндың яңы кейемдәрен ситкә алып ҡуйҙы. Ярай, көләпәрәле ветровка алдылар. Уныһын да, көләпәрә бөркәнеп, йөҙөн йәшерер өсөн генә эшләне, буғай, тип уйлап ҡуйҙы Мәргән. Клара һатып алған кейемдәрҙе шунда уҡ кейә һалды. Ә битен үҙенең сатнаған күҙлеге һәм капюшон менән ҡаплағас, шыпа ҡыйыуланды.
– Ә ниңә яңы кейемдәр алырға теләмәйһең? – тип ныҡыша Мәргән. – Анауы, джинсы куртка менән салбар һиңә ҡайһылай килешә ине!
– Әсәйем бизнес менән шөғөлләнә, уның бөтә аҡсаһы – шунда. Ә беҙгә кейемде һәр ваҡыт “second hand”тан ала. Уларын да ҡарап ҡына, һайлап ҡына, хаҡтары тешләшмәгәндәрен генә.
– Ә әсәйең өйҙә эшләтәме? – тип һораны Мәргән Кларанан.
Был һорау ҡыҙҙы бик оҙаҡ уйланырға мәжбүр итте. Тегеләй ҡаранды, былай ҡаранды, шунан һуң, өҙөп:
– Юҡ, әсәйем беҙгә эшләргә ҡушмай. Беҙҙең йортобоҙҙа өй йыйыштырыусы бар. Эйе, барлыҡ эште ул башҡара. Ә беҙ уның эшләгәнен ҡарап ҡына ултырабыҙ, – тине.
– Ә ашнаҡсығыҙ бармы?
– Ашнаҡсы?.. Әлбиттә, ашнаҡсы ла бар. Унһыҙ буламы инде?
– Улай булһа, баҡсасығыҙ ҙа, водителегеҙ ҙә барҙыр?
– Эйе, баҡсала берәү йөрөй шунда, соҡоноп, ҡаҙынып. Ә водитель – әсәй үҙе йөрөтә машинаһын.
– Мин һине бая ҡарап торҙом, – тине атаһы, – һин иҙәнде бик оҫта йыуа инең. Хатта миндә, берәй урында йыйыштырыусы, йә иҙән йыуыусы булып эшләмәйһеңме, тигән һорау барлыҡҡа килде.
Был һорау тағы ҡыҙыҡайҙы уйланырға мәжбүр итте:

– Шулайҙыр, – тине ҡыҙыҡай, – әсәйем дә иғтибар иткәне бар. Ни эшләптер, мин үҙем дә иҙән йыуырға яратам, – ул комплекстың киң, ҙур иҙәндәренә күҙ һирпте, – их, ошоларҙы бер йыуып сығарғанда! Минән һуң ялт итеп ҡала торған! Ә бында барыһын да машина йыуа икән. Йәл, бик йәл.
Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды. Ҡыҙ, күҙ менән ҡаш араһында, Мәргәндең ҡултығына һеңде лә ҡуйҙы. Үҙе:
– Сеү! Өндәшмә! – тип атаһының ҡулынан ауырттырып тотто.
– Нимә булды? – тине Мәргән.
– Күрәһеңме? – ул ҡашы менән генә, үҙе һымаҡ йәштәрҙәге ике ҡыҙыҡайға күрһәтте. – Улар – әсәйемдең эш буйынса партнерҙары, мине һинең менән күреп ҡалһалар, әллә нимәләр һөйләп сығарырҙар. Шул тиклем тәртипһеҙ ҡыҙҙар, мин уларҙы яратмайым. Әсәйем дә улар менән аралашыуымды яратмай. “Уларҙы күрһәң, ҡас”, – тип өйрәтте. Ә улар ҡасып ҡына ҡотолорлоҡ ҡыҙҙар түгел. Мине күреп ҡалыу менән, аҡса һорай башлаясаҡтар, кейемемде һалдырып алырға теләйәсәктәр. Әсәйем дөрөҫ әйтә, уларҙан алыҫыраҡ тороуың хәйерле.
– Улар һине туҡмамаймы? – тип һораны Мәргән...
Мәргән, ҡыҙҙың
 
холоҡ-фиғеленә ҡарап, үҙенсә һығымта яһай башланы инде. Был ҡыҙҙа хис-тойғо түбән кимәлдә. Уның ҡарауы, фантазия – буй еткеһеҙ. Үҙенең һөйләгән һүҙҙәре өсөн бик яуаплылыҡ тоймай. Һөйләй ҙә, онота һәм һүҙҙәре өсөн яуап бирмәй.
Ошо хаҡта аҙмы-күпме уҡыған Мәргән, барған ыңғайы, планшеты аша бер интернет-форумда һорауҙар ҡуйып, Клараның ҡайҙа тәрбиәләнеүен һәм уның социаль нигеҙҙәрен асыҡларға тырышты. Биш минут та үтмәне, кем уҙарҙан яуаптар ҡойола ла башланы. Һәм яуаптар бер ҙә күңелде тынысландырырлыҡ түгел. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ һәм хәүефлерәк ине.
“Һеҙҙең эргәләге ҡыҙ Барон Мюнхгаузендың никахһыҙ тыуған ейәнсәре һымаҡ. Уның өсөн алдашыу, һуғышыу, үҙенән бәләкәйҙәрҙе рәнйетеү – бер ни ҙә тормай”.
“Был ҡыҙҙы һеҙ, һис икеләнмәйенсә, полицияға тоттороп ебәрә алаһығыҙ. Улар уны күптән эҙләй һәм үҙҙәренең кабинетында күрергә теләй. Уның уғры, алдаҡсы, енәйтсел төркөмдәрҙең, хатта социаль яуаплылығы түбән кимәлдәге төркөмдәрҙең әүҙем ағзаһы булыуы бик ихтимал”.
“Хәҙер уны миңә нимә эшләтергә?” – тип һорау ҡуйҙы Мәргән.
“Алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе, кейем-һалымығыҙҙы, автомобилегеҙҙең асҡысын, балаларығыҙ булһа – ситкә оҙатып тороғоҙ. Был ҡыҙ ифрат ҡурҡыныслы. Сөнки ул үҙенең нимә эшләгәнен дә белмәй”.
“Бик ҡурҡыныс осраҡ. Һеҙҙең менән осрашҡан ҡыҙ бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар араһынан сыҡҡан. Бик ҡаты күңелле һәм ҡурҡыныс енәйәтсе булыуға етди дәғүәсе. Уның өсөн кеше туҡмау, имгәтеү бер ни ҙә тормай. Һеҙ – йәмғиәттең бер өлөшө. Ә ул, минең ошо көнгә төшөүемдә йәмғиәт ғәйепле, тип иҫәпләй һәм кинәнә-кинәнә үс алырға әҙер”.
“Һеҙҙең именлек һәм хәүефһеҙлек беҙҙе борсой башланы. Һеҙҙең ҡулығыҙ аҫтындағы ҡыҙҙы һеҙ, һис икеләнмәйәенсә, ҡулдарын шаҡарып бәйләп, полицияға тоттороп ебәрә алаһығыҙ. Улар һеҙгә рәхмәтле буласаҡ, хатта Эске эштәр министрлығынан рәхмәт хаты юллаясаҡ. Әгәр һеҙ беҙ яҙғандарҙы уҡыйһығыҙ икән, йә беҙ хаталанабыҙ, йә һеҙ үҙегеҙҙе яҡлай алаһығыҙ, йә ҡыҙҙың күңелендә һеҙгә ҡарата саҡ ҡына булһа ла, йәлләү һәм симпатия тойғоһо бар”.
– Йә, ҡыҙым, әйҙә, анау кафеға кереп, ҡапҡылап сығайыҡ.
Ҡыҙ үрелеп ҡараны ла:
– Юҡ, унда кеше күп, әйҙә, анауһына барайыҡ. Ундағыһында кеше тағы ла күберәк. Ярай, ҡайтҡас ашарбыҙ, – тине ҡыҙ.
Өҫкө ҡаттан күҫәктәр тотҡан ике шәхси һаҡ хеҙмәткәре килеп төштө һәм туп-тура уларға ҡарай атланы. Уларҙың береһе Хәким Мортазиндан ҡайтышыраҡ булһа ла, икенсеһе Алмас Әмировтан күпкә ҡалыныраҡ. Мәргән бая ғына планшетына төшкән тәҡдимдәрҙе ара-тирә иҫкә төшөрөп, теге “бәһлеүән” менән “йонсоу”ға һүҙ ҡушҡылағансы, улар үтеп киткәйне, тип әйтерлек.
Ләкин Клара, сәрелдәп, ҡысҡырып ебәрҙе һәм комплекстың иҙәненә һуҙылып ятты:
– Ҡотҡарығыҙ! Үтенеп һорайым, ҡотҡарығыҙ! Мине, урланылар! – тип асарғаланып, һөрәнләне ул, һаҡ хеҙмәте вәкилдәрен туҡтатыу өсөн. – Күрмәйһегеҙме ни? Был – маньяк, мине бәйләп алды, ысҡындырмай, шарф менән бәйләп ҡуйҙы! Ошонда бармы бер миһырбанлы кеше?! Әллә һеҙҙә мине ҡотҡарырлыҡ көс тә юҡмы?
“Хәким” менән “Алмас” туҡтаны һәм кем уҙарҙан күҫәктәре менән Мәргәнде дөмбәҫләй башланы. Улар быны йылмайышып, ауыҙҙарын йырып, ҡыуана-ҡыуана, ҙур кинәнес менән эшләне. Ҡоралһыҙ, бер ҡулы шарфтың осона бәйләнгән Мәргән, нимә эшләргә белмәйенсә, ҡулдары менән ҡапланып ҡараны, ләкин шарф ҡыҫҡа, ә тегеләр, элек көс структураларында эшләп, тәжрибә туплаған маҡтаулы хеҙмәткәрҙәрҙер, үҙ эшен яҡшы белә, юғары һөнәри оҫталыҡ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаландылар. Тәүҙә Мәргәндең баш тирәһен барлаһалар, аҙаҡтан бөйөрөнә, бауырына барып еттеләр.

Бындай һынауҙарҙы күреп өйрәнмәгән Мәргән бик тиҙ биреште. Теге икәү һәр береһе унар тапҡыр ҙа һуғып өлгөрмәне, Мәргән комплекстың таҙа иҙәненә бөгәрләнеп тә ятты.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: