+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Декабрь 2021, 10:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Алтынсы бүлек

– Һеҙ мине көтәһегеҙҙер, тип уйлағайным, – тине Клара, килеп инеү менән. –Һорауҙарығыҙ барҙыр һәм улар күптер, тип тә өмөт итәм. Һәр хәлдә, һәр береһенә ентекләп яуап бирергә әҙермен.– Беҙ быға өмөт итәбеҙ, – тине Мәргән, – тик алдан уҡ әйтеп ҡуяйым, ҡыҙым, һин минең фатирыма килеп ингәндән һуң булған һәм тормошҡа ашмай ҡалған ваҡиғаларҙы аңлап ҡабул итәм һәм һиңә бер дәғүәм дә юҡлығын белдерәм.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә  Алтынсы бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘХЕТ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Алтынсы бүлек
Мәргән оҙаҡ итеп әсәһенә ҡарап торҙо. Улын уф та уф килеп тыңлап торған ҡарсыҡ бер һүҙ ҙә өндәшмәне, күҙ йәштәрен генә һөрткөләп ҡуйҙы.
– Әгәр һеҙ барыһын да һөйләргә теләмәйһегеҙ икән, минең һеҙгә һорауҙарым юҡ, тип әйтерлек, – тине Рифат, – шулай ҙа, миңә уңайһыҙ, үҙем өсөн һеҙҙең алда, һеҙ кисергән уңайһыҙлыҡтар өсөн, ғәфү үтенеүҙе кәрәкле һанайым. Эйе, беҙ икебеҙ ҙә балалар йортонда тәрбиәләндек. Бәләкәйҙән үк ошо миллиондан артыҡ кеше йәшәгән ҡалала үҙебеҙҙе тиң хоҡуҡлы граждандар итеп тойоп, киләсәктә лә донъя көтөргә теләгебеҙ барлығын раҫлайбыҙ.
– Миндә һеҙгә ярҙам итеү теләге бар, – тине Мәргән, – тик был ярҙамды нисек тормошҡа ашырырға? Мәҫәлән, ярҙам тураһында ҡытайҙарҙың билдәле әйтеме һеҙгә мәғлүмдер. Шулай булғас, мин һеҙгә балыҡ түгел, ҡармаҡ эҙләү һәм һеҙгә тоттороу мөмкинлеген ҡарар инем.
– Ул ғына етерме икән? – тине Клара, уртағараҡ сығып. – Мин кешеләр араһында байтаҡ булдым, уларҙы аҡрынлап күҙәтеп йөрөнөм. Мине халыҡтың киң күңелле, кешелекле, йомарт булыуы арбаны. Бер көн шулай көслө ярмғыр яуа, туҡталыштың эсе тулы халыҡ. Кешеләр, бер-береһенә һыйынышып, күндәм генә, үҙҙәренең автобустарын көтә. Ә туҡталыш япмаһының мөйөшөндә, сүп-сар, тәмәке төпсөгө, төрлө ҡағыҙҙар араһында, ас, бысраҡ бер бесәй балаһы мыяулап ултыра. Туҡталыш эсе тулы кеше, уларҙың, исмаһам, береһе ошо бесәй балаһына боролоп ҡараһа, күҙ һалһа, уны йәлләп, ашарға тәҡдим итһә... Аңлап торам, һәр береһенең эше күп, өйҙә балалары көтә, бәлки улар ҙа асыҡҡандарҙыр. Шул кешеләр араһында мин дә бар. Мин дә еүешләнеп, бысранып бөткәнмен, етмәһә, асмын. Тик мыяулап, кемдеңдер иғтибарын үҙемә генә йәлеп итмәйем. Шуғалыр, мине күрмәйҙәр. Мин үҙемде шул бесәй һымаҡ итеп күҙ алдына килтерҙем. Кешеләр араһында үҙеңде ас, бысраҡ, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойоу шул хәтле кәмһетә һәм уйланырға мәжбүр итә. Һине күрһендәр, ярҙам итһендәр өсөн мотлаҡ мыяуларға, йәғни ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәкме икән? Бесәй балаһы шул тиклем ҡыҙғаныс ҡысҡыра, ә ямғыр яуа ла яуа. Етмәһә, һыуыҡ. Шул ваҡыт автобустан бер ағай килеп төштө лә, бесәй балаһының тауышын ишетеп, боролоп ҡараны, кешеләрҙе йырып, кереп, ҡулына алып, ҡаҡҡыланы ла, икеләнеп тә тормай, ҡултығына тыҡты һәм, күләүектәрҙе күрмәйенсә, йәйәү ҡайҙалыр ыңғайланы. Был ваҡиға мине ысын мәғәнәһендә тетрәндерҙе. Хатта үҙемдең ошо ағайҙың артынан эйәреп китеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ямғыр ҡоя, ағай шәп атлай, миңә йүгерергә тура килә, Бесәй ни, йылыға ингәс, шымды ла ҡуйҙы, ә ағай: “Хәҙер ямғыр тыма, беҙ ҡайтып етәбеҙ, мин һинең һымаҡ бесәй алыу тураһында күптән хыяллана инем. Бына, ниһайәт, теләгем тормошҡа ашты. Беҙ бер-беребеҙҙе таптыҡ”, – тип ошо йорттоң ошо подъезынан кереп китте. Мин, ишек ябылғансы, керә һалып, ағайҙың өсөнсө ҡатҡа күтәрелеүен күреп өлгөрҙөм. Ошо ишекте үҙенең асҡысы менән асып ингәс, уның яңғыҙ йәшәүенә төшөндөм һәм шунда беренсе тапҡыр миндә: “Мин ни өсөн кеше? Мин кемгә кәрәк? Мин ни өсөн ярҙамсыһыҙ, ас бесәй балаһы түгел?” тигән үкенесле уйҙар тыуҙы. Беҙ бит – күмәк, мин генә түгел. Барыбыҙға ла ҡараусы, ярҙам итеүсе, үҙ йортона һыйындырыусы табып булмаҫ. Ләкин беҙҙең дә йылы, яҡты фатирҙа кешесә йәшәү шарттарына хоҡуғыбыҙ бар. Беҙҙе, балалар йортонда: “Һеҙгә, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, фатир бирәсәктәр”, – тип ышандырып килделәр. Эйе, бирәләрҙер, тик беҙҙә түгел. Минең менән балалар йортонда тәрбиәләнгән кешеләр араһында мин фатир алған берәүҙе лә белмәйем.
Эйе, мин бесәй балаһынан көнләштем һәм миндә, аҡрынлап, нисек тә булһа юлын табырға, ошо йортҡа инергә, тигән хыял барлыҡҡа килде. Мәргән ағай тураһында мин байтаҡ урыҡ-һурыҡ мәғлүмәт тупланым һәм әлеге юл менән ошонда кереп, тормош ҡорорға, тигән хыял
менән йәшәнем. Күреп тораһығыҙ, ул килеп сыҡманы. Мин һеҙҙән ысын күңелдән ғәфү үтенәм.
– Эй, балаҡайым, – тине Зәйфә ҡарсыҡ, – тамам ғына илатып ҡуйҙың бит һин мине! Был турала бер кино ла булды түгелме һуң? Кино булды, мин уны ҡараным, илай-илай ултырып ҡараным...
– Ярай, әсәй, киноһы ла булғандыр, ҡарағанһыңдыр. Үҙең беләһең, тормош, киноға ҡарағанда, күпкә ҡатмарлыраҡ. Шулай булғас, беҙ әртис түгел, ләкин Клара ярҙам һорап килгән икән, уға ярҙам итмәй, булдыра алмайбыҙ. Һәр хәлдә, уны өйөмдән сығарып ебәрергә теләгем юҡ.
– Беҙ һеҙгә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырырға уйламайбыҙ, – тине Клара, – мин инде һеҙҙе мажараларға дусар итеүем өсөн үкенәм, ләкин үкенеү генә етмәй. Мин хәҙер ҡайтыу, Рифаттың әсәһенә ярҙам итеү хаҡында уйлайым. Бына, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, бысраҡ иҙән, ә мин еңдәремде һыҙғанам да, шундай итеп йыуып сығарам, бая ғына кеше ҡарағыһыҙ булып ятҡан таш иҙән ялт итеп ҡала! Өҫтәүенә, эргәһенә: “Һаҡ булығыҙ! Иҙән йыуылған!” тигән яҙыуҙы ла элеп ҡуйһаҡ, тайып йығылыусы, беҙгә ялыу итеп йөрөүсе лә булмаясаҡ.
– Дөрөҫ әйтәһең, Клара, ҡайтайыҡ, – тине Рифат, – әсәйемдең биле ауыртты, ҡуҙғала ла алмай. Ике көн инде, иҙән йыуылғаны юҡ. Ҡайтып, бергәләп, йыуайыҡ.
Ошо арала Зәйфә инәй аш та бешереп өлгөргән:
– Ҡабаланмайһығыҙ! Әле берәү ҙә ҡайтмай! – тине ул. – Әйҙәгеҙ, бергәләп, ултырып, ашап алайыҡ! Һуңынан, ҡарарбыҙ, күҙ күрер.
Өндәшмәй, шым ғына ултырып, ашанылар. Мәргән үҙе өсөн Рифаттың, Клараның телефондарын яҙып алды:
– Уйларбыҙ, һөйләшербеҙ, бәлки берәр төрлө ярҙам итеү мөмкинлеге лә булыр, – тип тә өмөтләндерҙе.
– Бәлки әлегә ошонда йәшәп торорҙар? – тине әсәһе, улына ҡарап. – Һин, барыбер, иртәнән кискә тиклем – эштә, бер-берегеҙгә ҡамасауламаҫһығыҙ.
– Мин дә уйланым, әсәй, ошо хаҡта. Мин ҡаршы түгел, – тине улы, – тик бына Рифаттың әсәһе ауырып ята, уларҙың эше лә бар бит. Минең, Клара, һиңә һорауым бар.
– Тыңлайым, Мәргән ағай, әйтегеҙ, – тине Клара.
Фатир хужаһы тәүҙә Рифатҡа, шунан һуң Клараға ҡараны ла:
– Ә һинең хәлең тураһында һин уҡыған училищела беләләрме? – тип һораны.
Клара саҡ ҡына ла һиҫкәнмәне. Байтаҡ ҡына уйлап ултырғандан һуң:
– Беҙҙең группа етәксеһе лә, директор ҙа беләләр, – тип яуап бирҙе.

– Уларҙың мөнәсәбәте нисек?
Клара ауыр итеп көрһөндө:
– Улар мине эҙләй һәм ҡайтҡанымды көтә, – тине.
– Ә улар һинең ҡайтҡаныңды нимәгә көтә? – тип һүҙгә ҡушылды Рифат.
– Көтөп тор, аҙаҡ һөйләшербеҙ! – тип уны тыйҙы Клара.
– Әгәр мин хәҙер үк белергә теләһәм? – тип ныҡыша Рифат.
– Әйттем бит, ҡабаланма, хәҙер белерһең.
– Әллә улар ҡаршымы? – тине Мәргән һаҡ ҡына. – Һин, Клара, нимәнелер әйтеп бөтөрмәйһең.
– Әллә ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ, ҡурҡмайым, – тине ҡыҙыҡай, – был хаҡта улар белә һәм уларҙың ҡарашы билдәле.
– Йә, ҡурҡма, әйт, нимә тинеләр? – тип ныҡышты Мәргән.
– Шулай тура килде, – тип уңайһыҙланып ҡына башланы һүҙен Клара, – беҙҙең һөнәрселек училищеһы иң яҡшылар иҫәбенә дәғүә итә һәм бер грант өсөн көрәш алып бара. Әгәр еңһәләр, училищеға бер миллион һум аҡса бирәсәктәр. Бер миллион һум! Тик бының өсөн училище бөтә яҡтан өлгөлө, көслө, белемле һәм тәртипле булырға тейеш. Уның малайҙары тәмәке тартмаҫҡа, араҡы эсмәҫкә, ҡыҙҙар менән йоҡламаҫҡа тейеш. Ә ҡыҙҙары, минең һымаҡ, егеттәр менән осрашмаҫҡа, ҡыҙыҡлы хәлгә ҡалмаҫҡа, әсә булырға йыйынмаҫҡа бурыслы. Әгәр мин уларҙың тәҡдимен үтәүҙән баш тартһам, улар мине шым ғына училищенан сығарып ебәрәсәк, йәғни ҡыуасаҡ, йә мин үҙемдең ауырымды төшөртөп килергә тейешмен. Шундай талап. Ҡыҙҙары бәпесләп йөрөгән училищеға миллион һум бирелмәйәсәк. Бына шулай тора икән беҙҙә тыумаған сабый ғүмеренең хаҡы...
– Клара, һин нимә һөйләйһең? – тип аптырап, урынынан һикереп торҙо Рифат. – Һин ысынлап әйтәһеңме?
– Үҙең әйтмешләй, был хаҡта шаяртырға яраймы инде? – тине ҡыҙ, егеткә ҡарап.
– Ә ни эшләп мин был хаҡта әле генә беләм?
– Һин бит училище директоры түгел. Һин – минең ирем, тимәк, баламдың атаһы. Һинең сабыйҙы яҡламауыңды күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әле һуң түгел, бына һин дә белдең.
– Во, дает! Һин мине тамам аптыраттың! – тине егет, әллә ҡыуанды, әллә асыуланды. – Һинең был хәбәрең мине тамам шаңғытты. Әсәйем ишетһә, нимә
 
тип әйтер икән?..
Ҡыҙ уның эргәһенә килеп, ҡулынан тотто:
– Әллә һин ҡаршымы, ҡәҙерлем? –тине.
– Әле мин был хаҡта бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Нимә эшләргә кәрәк икәнлеген дә белмәйем, – тине лә, ҡапыл, торҙо ла, ботинкаларын кейеп, сығып китте, ишектең шаҡ итеп ябылғаны ғына ишетелеп ҡалды.

– Мин нимә әйтергә лә белмәйем, – тип баш сайҡаны Мәргән, – әллә ҡурҡты, әллә ышанманы?
– Ышанһа ла, ышанмаһа ла, минең хәҙер барыр урыным юҡ. Хәҙер ҡыуһағыҙ ҙа, мин һеҙҙән бер ҡайҙа ла бара алмаясаҡмын.
Шул ваҡыт өйҙәге барған һөйләшеүҙәрҙе ҡайҙалыр шым ғына тыңлап ятҡан бесәй, килеп сыҡты ла, тәүҙә хужаһына ҡарап торҙо һәм, өндәшмәй генә, йылы эҙләп, ҡыҙҙың алдына менеп ултырҙы. Кирелеп ҡуйҙы, тәпәйҙәрен күтәреп, уйнарға теләге барлығын белдерҙе...
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
 
 
 
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: