-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Декабрь 2021, 13:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕҘҘЕҢ АРАНАН СЫҠҠАН Хикәйә Беренсе бүлек

Гәүһәр өйөндә бер үҙе генә ултыра ине. Алтынсыла уҡыған улы Урал мәктәптә – күнекмәлә. Йөрөһөн шунда, малай-шалай, егет-елән араһында. Юғиһә, ир тәрбиәһе эләккәне юҡ. Баяғы, үҙен яҡларлыҡ таһыллыҡҡа өйрәнер. Гәүһәр әле генә эштән ҡайтты. Өй эргәһендә бәләкәй генә келәттә ҡош-ҡорто бар, шуларға ем һипте. Үҙе ауыл хакимиәтендә эшләй. Эш хаҡы ла бара, ата-әсәһе лә ярҙам итә, тик бына – яңғыҙы, шуныһы үҙәккә үтә. Кем әйтмешләй, көндәр үтә лә ул, төндәр бик үтмәй.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕҘҘЕҢ АРАНАН СЫҠҠАН Хикәйә Беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕҘҘЕҢ АРАНАН СЫҠҠАН Хикәйә Беренсе бүлек
Алдан әйтеп-нитеп тормайынса, Ғайса еҙнәһе менән апаһы Рәйлә килеп инде. Йомоштары барҙыр инде. Йәнәһе, үтеп барғандар ҙа, тәҙрәһендә ут күргәс, керергә булғандар. Гәүһәр һиҙеп тора, йомоштары бар. Аҡса-мәҙәр кәрәктеме икән? Апаһы белә, Гәүһәр, телевизор алам, тип бер аҙ төйнәштергәйне. Ә Уралы компьютер һорай. Барыһын да ҡайҙан еткерәһең инде, бер үҙе, яңғыҙы эшләй бит. Иренең эсеп-эсеп, сығып китеүенә биш йылдан ашты. Унан алимент түгел, үҙе лә күренгәне юҡ. Колхоз таралғас, ул яҡтар менән дә бәйләнеш өҙөлдө. Ни хәлдә йөрөйҙөр инде, әллә тере, әллә үле.
Еҙнәһе уралтып-суралтып торманы, әйтте лә һалды:
– Балдыҙ, һинең бәхеткәме икән, беҙҙең бригадтан бер егет кәләш эҙләй: “Берәйһе менән таныштырығыҙ әле”, – тип, һөйләнде. Булат исемле...
– Ай, уның исеме нимәгә кәрәк? – тине апаһы. – Нисә йәштә? Эсәме?
– Эсмәй! – тине еҙнәһе, өҙөп. – Ярты йыллап беләм, эскәнен күргәнем юҡ. Аҡсаһын да тота белә. Уҡыған!
– Нимә бөткән? – тине Рәйлә.
– Әллә төҙөлөшмө, машиналар төҙөлөшөмө, бер нимә. Грамотно һөйләшә.
– Эсәме, тип, тағы бер һорайым, – тине Рәйлә. Бергә эсеп ҡаранығыҙмы?
– Юҡ, эсмәй. Эскәндәрен күрһә, китә лә бара.
– Бына шуныһы шикле шул, – тине апаһы, – эсмәй йөрөй-йөрөй ҙә, анан китә ысҡынып, айнытып алырмын тимә.
Балдыҙ әлегә өндәшмәй. Эсмәй, тине бит әле ул, тип уйлап ҡуйҙы. Әлегә Гәүһәр уйланмай, һайланмай, хатта ымһынмай. Әллә ҡайҙағы, бер күрмәгән кешене нисек көтөп ултыраһың инде?
– Асыҡларбыҙ. Хәҙергесә әйтһәк, тестировать будем, тест үткәрербеҙ. Әгәр эше сыҡмаһа, киләһе аҙнаға ялға алып киләм.
– Уныһы нисек була инде? – тип аптыранды Гәүһәр. – Бер әҙерлек юҡ, мейесем дә ағартылмаған.
– Шулай шул, – тине Рәйлә, – анау һарыҡты, бер аҙ ҡапҡылатырмын, тигәйнем, нимә һуйырбыҙ инде?
– Уф, ошо бисәләрҙе! – тип тоҡанып китте Ғайса. – Ул һеҙгә һарыҡ ашарға киләме ни? Уға өйләнергә кәрәк! Кеше – яңғыҙ!
– Яңғыҙ булғас, бөткән, тиһеңме шунда, ашнаҡсы-машнаҡсы? – тип тотондо Рәйлә. – Ана, элеккеһен дә, маҡтап-маҡтап, алып ҡайттығыҙ ҙа, туйҙа эште уйҙы ла ҡуйҙы!
– Рәйлә, етте һиңә! Әпәт мине көн элгәре ғәйепле итергә самалайһың! Һин әйттең, кейәү тап, тинең , мин – таптым. Ҡалғаны – һеҙҙең эш.
Бәхәсте олоға ебәрмәнеләр. Киләһе аҙна йома ошонда осрашырға һөйләштеләр.
Гәүһәр аҙна буйы өйөн йыйыштырҙы. Хатта ҡоймаһының бер-ике штакетнигы һынғайны, шуға тиклем алыштыртып ҡуйҙы. Уралы ла аптыранды: “Әсәй, әллә берәйһе киләме?” – тип һағайып һораны. Әгәр кейәү кеше талап итһә, йә үҙе теләк белдерһә, шәмбе никах уҡытырбыҙ. Кискәрәк, яҡындар ғына йыйылышып, туй һымаҡ берәй нәмә үткәрербеҙ, тип һөйләшкәйнеләр. Анау Рубин муллаға, кеше араһында һөйләнеп йөрөмә, тип әйткәйнеләр бит инде. Уныһы Ғәлиәкбәргә, саҡырып килгәс: “Шәмбе бушамайым, Гәүһәргә никах ашына барам”, – тип тишкән дә ҡуйған. Кеше ни, ҡыҙыҡ бит инде, белгеһе килә, һораша, ҡыҙыҡһына.
Башлыҡ, һүҙ араһында ғына: “Һин, апай, йәшәреп киттең. Әллә бер-бер хәл булдымы?” – тип төрттөрөп алыуҙан да тартынманы. Гәүһәр өндәшмәне, уңайһыҙланып, йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Бына йома ла килеп етте. Киске эңерҙә, бик һуңламай ғына, такси менән килеп төштөләр. Уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле йәше үтеп барған, егет тиһәң, күп булыр, донъя күргән ир тиһәң, кәм сығыр тигән һымаҡ, килеп инде. Шул бер тирә инде. Тота килеп, кешенең паспортын һорайһыңмы ла, йәшен һорайһыңмы. Гәүһәр, эргәһенә килтереп таныштырғас, йөҙөнә бер генә һирпелеп ҡараны. Күҙҙәре килеп моңһоу ине. Ирҙең моңһоу күҙҙәре Гәүһәрҙең күңелен әллә ни эшләтеп ҡуйҙы. Әллә уҡ булып ҡаҙалды? Эстән генә һалҡын булып китте. Шул тиклем дә моңһоу булыр икән! Нимәләр кисереп, ниндәй ҡайғы-хәсрәт
 
күреп, бәләләргә тарып, ошо көнгә ҡалды икән? Гәүһәрҙең күпме кеше күргәне бар, Булаттыҡы һымаҡ, моңһоу күҙлеләрен хәтерләмәй.
Матур ғына өҫтәл ҡорғайнылар. Шешәһеҙ буламы һуң инде, танышыу хөрмәтенә, тип араҡыһын да, шарабын да сығарҙылар. Ҡуй инде, Булат боролоп та ҡараманы: “Мин эсмәйем”, – тине. Ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп әйтте. Мин эсмәйем... Ошо ике һүҙ һорауҙарҙы кәметмәне, киреһенсә, арттырҙы ғына. Ярай, эсмәй, бигерәк тә шәп! Беҙгә тап шундай кеше кәрәк. Ә эстә һорау төйнәлә. Ни өсөн эсмәй? Ә былай үҙе элек тә эскән кешегә бик оҡшамаған. Бәлки берәй бәләгә тарығандыр? Сирләп-мәҙәр ҡуйманымы икән? Ә был тиклем һағышлы ҡараш ҡайҙан килә һуң? Әллә берәй яҡын кешеһен юғалттымы икән? Әсәһе бармы икән? Бәлки әсәһе ауырып яталыр? Беҙҙең ауылда ундай кеше юҡ, шикелле, – тип аптыранды Гәүһәр, – моғайын, етем үҫкәндер, ҙур юғалтыуҙар кисергәндер. Әллә ҡатыны вафат булып ҡуйҙымы икән, балалары ҡалдымы икән? Ә бәлки ҡатыны хыянат иткәндер? Шул мәсхәрәне күтәрә алмай, сығып киткән дә, хәҙер күңеленә йыуаныс эҙләп йөрөмәйме икән? Юҡ. Бик бәхетһеҙ булған был кеше быға тиклем.
Булат үҙен табында тап шулай тотто ла. Аҡрын ғына, ҡабаланимай ғына ашай, һүҙгә бик ҡушылып бармай. Нимәлер әйтергә булһа, оҙаҡ ҡына уйланып тора. Ә сәйҙе ҡаты эсә икән, бик ҡаты. Ғайса ни өсөн ҡаты сәй эскәндәрен бер аҙ белә. Ҡайҙа өйрәнгәндәрен дә ишеткәне бар. Әгәр, Ғайса уйлағанса, “ултырып” ҡайтҡан кеше булһа, был нәмә ун йылдан да кәм ултырмаған. Ныу, сәйҙе шөбөрләткән, улай булһа. Үҙе килеп йыуаш күренә. Һуғышып-маҙар, берәйһен имгәттеме икән? Кешеләр хәҙер ыслабый бит. Йә үлеп тә ҡуйғандыр. Бына һиңә – унлыҡ. Ғайса менән Булат сығып, тәмәке тартып керҙеләр. Өйҙә эҫе ине, ҡунаҡ, тирләнем, тип иҙеүен ысҡындырҙы, еңдәрен төрөп алды. Ғайса теге яҡтан да сығып ҡараны, был яҡтан да күҙ һалды. Улай тиһәң, һүрәт-маҙар күренмәй. Ултырғанға оҡшамаған был.
– Атай-әсәң бармы? – тип һорай Ғайса, Булаттың ҡылын сиртә.
– Атай ҙа, әсәй ҙә күптән мәрхүмдәр инде, – ти Булат, үҙе ғәйепле төҫ менән, баҙнатһыҙ ғына йылмая, – ауылда өйөм ултыра. Туғандар булмағас, ҡайтҡан юҡ.
– Өйләнмәгәнме һин, балалар юҡмы? – тип һаман төпсөй Ғайса.
Һорау Булатҡа ҡатмарлы тойолдомо икән, яуап бирергә ашыҡманы. Тәмәкеһен ҡат-ҡат ныҡ ҡына итеп һурҙы, шунан һуң, һәр һүҙен үлсәп кенә:
– Өйләнеп ҡарағайным, – тине ул уфтанып, – килеп сыҡманы. Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡ бит хәҙер. Береһенә аҡса кәрәк, икенсеһе вахтаға йөрөүемде оҡшатманы. Шунан һуң, минең һымаҡ, ҡәҙимге ир кемгә кәрәк, байҙы эҙләйҙәр, – тип әйтеп һалды.
Булаттың һөйләгәндәренән, Ғайса шундай һығымта яһаны: был ир иң кәмендә, өс, хатта дүрт тапҡыр өйләнгән булыуы ихтимал. Береһенә аҡса кәрәк, икенсеһе вахтаны оҡшатмай, өсөнсөһө... Өсөнсөһө нимә тине әле ул? Ғайса был яуаптарҙы дөйөмләштерҙе һәм ҡатыны менән балдыҙы бик төпсөшһә, өйләнеп ҡараған, ләкин уңмаған, тип яуап бирергә булды.
Инеп ултырҙылар, тағы ашанылар. Ҡунаҡ аш ҡәҙерен белә, ҡабаланмай, еренә еткереп, ҡалдырмайынса ашай. Ә сәйҙең кәрәген бирә инде. Ҡаты, ҡуян ҡаны һымаҡ, ҡап-ҡара итеп эсә.
Тәүге осрашыу шулай ике яҡ өсөн дә, ҡәнәғәтләнерлек, тип әйтерлек, тамамланды. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙылар. Шешә асмаһалар ҙа, күңелле булды, арығандарҙыр – аҙна аҙағы, эштәре ауыр, төҙөлөштә еңел түгел бит инде. Шул арала Ғайса менән Булат мунса инеп килә һалды. Мунсанан сығыуҙарына, һалҡын ғына һыра көтә ине. Эсеү түгел, асып та ҡараманылар. Булат күберәккә өмөт итеп килгәйне, төпкө бүлмәгә үрелеп ҡарап, яңы карауат ултыртылғанын да күргәйне. Әлегә мөнәсәбәттәрҙе ул юҫыҡҡа күсереү хаҡында һүҙ булманы. Апаһы ла ҡәтғи генә итеп: “Уйлашайыҡ, бәлки нихаҡ уҡытырбыҙ”, – тип әллә раҫланы, әллә фараз ҡылды.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в