0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Декабрь 2021, 10:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Беренсе бүлек

Ул бөгөн дә һуң ҡайтты. Уңайһыҙланып ҡына ишекте асҡандан һуң, аш бүлмәһенә кереп, сәй эсте лә, шунда торған диванға шым ғына ятып, йоҡларға самалағайны, өлгөрмәне. Еҙнәһе килеп сыҡты:– Йә, ҡәйнеш, ниндәй уңыштар бар? – тип ҡыҙыҡһынды ул.– Иртәгә сәғәт унға килергә ҡуштылар.Еҙнәһе Юнирҙың эш эҙләп йөрөүенән ҡәнәғәт түгеллеге күренеп тора. Тик үҙенең ризаһыҙлығын нисек әйтергә лә белмәй:– Ҡара әле, ҡәйнеш, һин юҡҡа ел ҡыуып йөрөмәйһеңме ул? – тине. – Бәлки Себергә генә китергә кәрәктер?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Беренсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Беренсе бүлек
– Минең ул хаҡта уйлағаным бар, – тине егет, – ошо аҙна-ун көн эсендә хәл итәсәкмен.
Еҙнәһе өндәшмәне, шым ғына сығып китте. Стена аша уның, ҡыҙып-ҡыҙып, мөңгөрләгәне ишетелде.
Икенсе көнөнә, сәғәт унынсы яртыла уҡ, яуаплылығы сикләнгән “НефтьПлюсГаз” йәмғиәтенең персонал менән эшләү идаралығы ишеге алдында тора ине. Бында уға яратҡан ҡыҙы Йәмиләнең апаһы Гөлнара барырға тәҡдим итте:
– Талаптар ифрат көслө, һине ҡабул итеүҙәренә гарантия юҡ, ләкин барып ҡара, күрһендәр, бәлки ҡыҙыҡһынырҙар. Мин, һинең урында булһам, Мәскәүгә йәки Питерға китер ҙә барыр инем. Буй-һының да ярарлыҡ, өс-дүрт тел беләһең – һинең мөмкинлектәр менән Берлин-Лондон-Нью-Йорк араһында ғына осорға. Үҙең менән Йәмиләне алып китһәң, тип әйтәм инде.
Юнир кнопкаға баҫты һәм: “Сәғәт унға Ғәлинуров Әхтәмовты көтә”, – тип иғлан итте. Күп тә үтмәне, ишек үҙенән-үҙе асылды. Эстә уны көтәләр ине, шунда уҡ барып, алып киттеләр. Ҙур, ҡалын ишек янында көтөргә ҡуштылар. Ишек артында кем эшләүе, ниндәй вазифа биләүе хаҡында бер мәғлүмәт тә юҡ ине. Йә – йәшерен бүлек, йә хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса берәй ҙур түрә ултыралыр. Күп тә үтмәне, бер егет, уны эйәртеп, эскә алып керҙе.
Йәмғиәттең именлек хеҙмәте буйынса урынбаҫары Зиннур Ғәлинуров мониторҙағы кешене ҙурайтып, уны иғтибарлап ҡараны һәм уның тураһында яҙылған ҡағыҙҙар менән танышты. “Юнир Әлфир улы Әхтәмов. Нефть институтын тамамлаған, дүрт телдә һөйләшә. Мәскәүҙәге бер фирма аша Африкаға китергә тейеш булған. Тик ул бараһы илдә хәрби түңкәрелеш булыу сәбәпле, фирманы хосусилаштырғандар, һәм контракт юҡҡа сыҡҡан”. Әле йәмғиәткә телдәр белгән, физик яҡтан көслө, ҡарап тороуға ипле һәм матур егет кәрәк. Унлап кандидат араһында Әхтәмовтың бөтә мөмкинлектәре лә тура килә.
Юнирҙы Ғәлинуров эргәһенә алып керҙеләр.
– Телдәрҙе нисек өйрәндегеҙ? – тине кабинет хужаһы, уралтып-суралтып тормай.
– Үҙем өсөн, кәрәк булһа, тип өйрәнгәйнем, – тине егет.
– Киләсәктә ниндәй һөнәргә өҫтөнлөк бирер инегеҙ? Тел буйынсамы, әллә үҙегеҙ уҡыған техник диплом буйынсамы?
– Мин алған һөнәр буйынса сит илдә мөмкинлектәремде һынап ҡарарға ине, – тине егет.
– Ярай, – тине, әллә ризалашты, әллә ҡәнәғәт булмауын белдерҙе бүлмә хужаһы, – хәҙер һинең башта физик мөмкинлектәреңде һынап ҡарарҙар.
“Андрей”, – тип өндәшеүгә, Юнирҙы ҡаршы алған егет керҙе. Бүлмә хужаһы уға Юнирҙы тәүҙә тирға алып керергә, аҙаҡ спорт залында көрәшеп ҡарарға ҡушты.
– Минең спорт кейеме юҡ бит әле, – тип Юнир өҫтөндәге берҙән-бер костюмына ҡараны.
– Борсолма, табырбыҙ, – тине Андрей.
– Мин һеҙҙе сәғәт ун икелә көтәм, – тип ҡалды кабинет хужаһы.
Тирҙа байтаҡ ҡына пуляларҙы файҙаланғандан һуң, Андрей сәптәрҙе алып, портфеленә һалып ҡуйҙы һәм көрәш залына саҡырҙы. Бында алты егет төрлө физик күнекмәләр менән шөғөлләнә ине. Юнирға тиҙ генә спорт кейеме таптылар ҙа төркөмгә ҡушып ебәрҙеләр. Аҙаҡ парҙарға бүленеп, бер-береһе менән көс һынашыу башланды. Спорт көрәше менән дә, дзюдо менән дә етди шөғөлләнгән Юнир өсөн быларҙы берәм-берәм һуҙып һалыу ауыр булманы. Уға ҡаршы берәү ҙә сыҡмағас, ул, яуап эҙләгәндәй, Андрейға ҡараны. Тегеһе башын һелкте лә: “Кейенегеҙ, һынау тамам”, – тип иғлан итте. Башҡалар спорт залында ҡалды, ә тағы бер аҙҙан иң тәүҙә булған кабинетҡа алып килделәр.
– Ярай, егет, иптәш Әхтәмов, – тине кабинет хажаһы, – бер генә минус яғың бар, армияла хеҙмәт итмәгәнһең икән. Ярай, бергә эшләргә яҙһа, армияға хисапларбыҙ. Беҙгә һинең ата-әсәң хаҡында мәғлүмәттәр кәрәк. Адрестарын ҡалдыр, беҙ өйрәнербеҙ. Беҙҙең хеҙмәт кеше күҙенә бик салынып барырға тейеш түгел. Һәр предприятие
 
үҙенең именлеге, хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күрә. Һине шул тармаҡҡа эшкә саҡырырға ниәтебеҙ бар. Эш хаҡы күптәрҙе ҡәнәғәтләндерә, ләкин талаптар ҙа беҙҙә юғары. Әлеге ваҡытта беҙгә техник һөнәре булған, телдәр белгән, үҙенән юғары торғандарҙың именлеген тәьмин итерлек йәш егет кәрәк. Мин һиңә, мәсьәлә бөгөндән хәл ителгән, тип әйтә алмайым. Киләһе аҙнаға яуап алырһың. Ҡасан, сәғәт нисәгә килергә кәрәклекте Андрей аңлатыр.
Юнир, тыңлап бөткәндән һуң, тағы еҙнәһен уйлап ҡуйҙы. Ризаһыҙлыҡ белдереүен тағы ла тыңларға тура килә икән.
– Ҡалала урының бармы? – тин һораны Ғәлинуров.
– Юҡ, тип әйтерлек, – тине Юнир, ярҙамға өмөт итмәй генә.
– Беҙҙең тармаҡтың ятағы бар, шунда туҡтала алаһың. Андрей, йүнәлтмә яҙып бир. Баш тартма, хаҡы арзан, бәлки үҙеңде эштә һынап ҡарарға теләүсе лә табылыр.
Юнир бындай мөмкинлектән баш тартманы. Ошонан йыраҡта түгел, ағастар араһында, өс ҡатлы ҡунаҡхана бар икән. Икенсе ҡаттағы бәләкәй генә бүлмәгә урынлаштырҙылар. Хатта сәй эсеп алырға ла мөмкинлек бар. Юнир тиҙ генә апаларынан, барып, кейемдәрен алып килде. Туҡталыштан ҡунаҡханаға килгәндә, тәмәке һорап, ике егет бәйләнде. Кире яуап ишеткәс, береһе – типте, икенсеһе һуғырға ғына ынтылғайны, урам һуғыштарында аҙмы-күпме тәжрибә туплаған Юнир типкәненең аяғын күтәреп, икенсеһенә һулаҡай ҡулы менән берҙе һуғып, һуҙып һалды. Шул арала ағас араһында Андрейҙың йырыҡ ауыҙы күренеп ҡалды. Үҙе телефонға төшөрә: “Артабан да шулай дауам ит!” – тип ҡысҡыра. Нимәһен дауам итәһең? Былай ҙа асфальтта яталар. Бәй, бынауһы таныш һымаҡ. Ә, кисә спортзалда көрәшкән егеттәрҙең береһе бит. Үҙе нимә ти? – Борсолма, беҙ һине үткәрер өсөн генә бирештек, – тигән була.
Ҡапҡа төбөндә Андрей көтөп тора:
– Молодец, – тине ул, – һине бер аҙ һелкетеп алырҙар, тигәйнем. Борсолма, шеф оҡшатасаҡ. Әйткәндәй, һин ниңә шеф тураһында бер нимә лә һорашмайһың?
– Кәрәк тип тапһа, үҙе әйтер әле.
– Дөрөҫ эшләйһең, – тине Андрей, – беҙҙең эш шулай ҡоролған, һорауҙарҙы әҙерәк биргән һайын, һиңә нығыраҡ ышаналар. Шуға һинең өндәшмәүеңде мин хуплайым.

***
Тап ошо минуттарҙа баш ҡала аэропортына “ҡарсыға” тибындағы бәләкәй генә шәхси самолет осоп килеп төштө һәм туҡталыш майҙансығында урын алды. Уның эргәһенә “Мерседес” килеп туҡтауға, самолеттан ике ҙур сумаҙан алып төшөп, “Мерседес”тың багаж бүлкәтенә һалдылар. Аҙаҡ еңелсә кейенгән ҡатын килеп сыҡты һәм “Мерседес”ҡа ултырҙы. Уны әлегә берәү ҙә танымай һәм белмәй. Былтыр ғына Авиация университетын тамамлап, диплом алған Разифа Юлдашева Лондондың үҙендә иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса өҫтәлмә белем алып, баш ҡаланың “НефтьПлюсГаз” йәмғиәтендә эш башларға тейеш. Разифаның атаһы, Сәлим Ғилметдин улы Юлдашев менән, һеҙҙе таныштырып тороу артыҡ булыр. Яғыулыҡ-энергетика комплексы тирәһендә белер-белгәндән бирле уралған кеше, өҫтәүенә, депутат, беҙ әле иҫкә алған корпорацияның хужаһы һәм, үҙе әйткәненсә, мисәүҙәге аты, үҙенең хәлен һиҙә, ғүмер буйы былай рәхәт кенә йәшәп булмаҫ, ейгән байлығы үҙенән артып, балаларының балаларына етер ине, әгәр вариҫтары күп булһа. Ләкин уның бер генә, берҙән-бер генә яратҡан ҡыҙы бар. Уныһы ла әлеге Разифа була инде.
Тормош, кешенең кем булыуына ҡарамаҫтан, тыуғанда ла, йәшәгәндә лә, хатта үлгәндә лә бер үк мөмкинлектәр бирә һымаҡ. Бөгөнгө бай иртәгә бөлөү ҡурҡынысынан бер ваҡытта ла ҡотола алмай. Ә урамдағы хәйерсенең ҡапыл мандып, ҙур ғына аҡсаға ла эйә булыуы бар бит әле. Сәлим Ғилметдин улы шул хаҡта уйлай. Һуңғы ваҡыт хәле бөтә, башы әйләнә башланы. Дауаханала ныҡ ҡына ҡаралһа, үпкәһендә сир таптылар. Бына шулай ҙур-ҙур байлыҡтар ҙа сәләмәт йәшәүгә нигеҙ булып хеҙмәт итмәй икән. Израиль, Германия дауаханалары саҡыра. Саҡыра тип, аҡсаңды һауып ҡалырға ынтыла инде. Юлдашев һымаҡ сирлеләр аҙым һайын аҡса һоноп ултырмай. Уларҙы таларға ла, һауырға ла оҫталыҡ кәрәк. Сәлим Ғилметдин улы баш тартты. Әлеге йәшәүен, йәшәү тип әйтеп булһа, дөрөҫөрәге, тормош өсөн көрәшеүен тыуған ерендә дауам итергә булды. Бына ҡыҙы уҡып ҡайтты, берҙән-бер генә булһа ла, бик иркә түгел. Аҡсаны нисек табырға икәнлеген белә.
– Атай, мин ҡайтып еттем, – тине телефондан ҡыҙы, һөйөклө атаҡайына шылтыратып.
– Яҡшы,
кискә осрашырбыҙ. Мин бөгөн оҙаҡламам, – тине атаһы.
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: