0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Декабрь 2021, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Икенсе бүлек

Бер аҙна ла үтмәне, Юнирҙы эҙләп, Андрей килде һәм уның менән идаралыҡҡа барырға ҡушты. Бындағы ишектәрҙең ҡайһылай асылғанын белгән Юнир үҙен хәҙер ышаныслы тоя һәм юҡ-барға аңшайып тормай. Бер аҙҙан Ғәлинуров эргәһенә алып керҙеләр.– Беренсе этапты үтеүең менән ҡотлайым, егет, – тине бүлмә хужаһы. Һин уны уңышлы, тип әйтерлек, үттең. Хәҙер бер аҙна самаһы үҙем йөрөтәм һине, шунан һуң аныҡ кеше менән эшләй башлаясаҡһың.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Икенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Икенсе бүлек
Йәшереп тормайым, һиңә Йәмғиәттең иң кәрәкле кешеһе менән эш итергә тура киләсәк. Ҡыҫҡаһы, предприятие хужаһы, йәғни президенты һәм уның ғаилә ағзаларын оҙатып йөрөү ышанысы һәр кемгә күрһәтелмәй. Кисә кис һинең хаҡта мәғлүмәттәр менән хужа үҙе танышты һәм әлегә хупланы. Ләкин әле һынау тамамланды, тип иҫәпләргә иртәрәк. Артабан һынауҙар ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Ләкин мин һинең өсөн борсолмайым, һин уларҙы үтергә тейешһең. Шуны бел, Юнир, һин үҙеңә ышанып тапшырылған кешеләр өсөн яуаплылыҡтың ифрат ҙур икәнлеген аңларға, әгәр кәрәк булһа, иң һуңғы сиккә еткәнсе, көрәшергә кәрәклегенә лә әҙер булырға тейешһең.
Юнирҙы үҙе эшләйәсәк кабинетҡа алып керҙеләр. Ишеккә “консультант” тип яҙылғайны. Ә арғы ишектә бер яҙыу ҙа юҡ. Завод идаралығының офисы урынлашҡан бейек бина эсенә һәр кем керә алмай. Юнирҙы иң яуаплы тип иҫәпләнгән “А” зонаһына тиклем алып керҙеләр. Үҙенең бәләкәй генә бүлмәһенән һуң, ул яуап бирәсәк хеҙмәткәрҙең биләмәләре менән таныштырҙылар.
– Һин бигерәк, – тине Ғәлинуров, – исмаһам, кемде һаҡлауың тураһында һораш.
– Оҙаҡламай, белерһең, – тип үҙегеҙ әйттегеҙ бит, Зиннур Мәхмүтович, – тине Юнир. – Кем булһа ла, миңә һаҡларға тура киләсәк. Ә минең һынатырға теләгем юҡ.
Хәҙер иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем Юнир үҙенә бүленгән биләмәне, йәки бүлмәләрҙе, һаҡлай. Иртән – асыу, кис – бикләү уның өҫтөндә. Йыйыштырыусы ҡатын кергәндә ул бер аҙым да ситкә китмәйенсә, һаҡлап тора. Иҙән йыуамы, саң һөртәме, гөлдәргә һыу һибәме, әһәмиәте юҡ. Әлбиттә, йыйыштырыусы һыналған, тикшереүҙәр аша үткән. Уға ҡарата бер ниндәй шик-шөбһә лә юҡ, ләкин шырпы башындай ғына тауыш яҙҙырыу йәки видеоға төшөрөү ҡорамалын ырғытып китеү өсөн бик тәжрибәле шпион булыу кәрәкмәй. Быларҙың бөтәһе өсөн дә Юнир яуаплы. Әлбиттә, талаптарҙың ҡайһы берҙәренең ҡатмарлы, урынһыҙ булыуы ихтимал. Ләкин уларҙың береһен дә Зиннур Мәхмүтович уйлап тапмаған. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе һәр кем үҙ ихтыяжынан сығып билдәләй.
Бер нисә сәғәттән, йыйыштырыусы сығып киткәс, Юнир төп яҡтағы бүлмәләрҙе бикләп, мисәтләп өлгөрмәне, ҡабаланып, Зиннур Мәхмүтович килеп инде һәм: “Хәҙер хужа килә. Белмәйем, бәлки ҡыҙы ла эйәргәндер. Бер ҡайҙа ла китмә, ошонда бул”, – тип сығып китте. Юнир тәҙрәнән үҙе ҡарап торҙо. Ике джип оҙатыуында, “Мерседес” килеп, тәгәрмәстәрен сыйылдатып туҡтатыуға, автомобилдән өлкән йәштәге бер ағай һәм, уға эйәреп, ҡыҙ килеп сыҡты. Коридорҙа үҙ-ара һөйләшеп килгән кешеләрҙең аяҡ тауыштары ишетелде. Юнир тиҙ генә сыға һалып, ишекте асып, эскә үткәреп ебәрҙе. Сәлим Ғилметдин улы Юлдашевтың “НефтьПлюсГаз” йәмғиәте милексеһе икәнлеген белә Юнир. Ә уның эргәһендә өнһөҙ генә, битараф эйәреп килгән ҡыҙ – уның вариҫылыр инде. Сәлим Ғилметдин улы Юнирға бик ентекләп ҡараны, хатта һынсыл һәм ҡыҙыҡһынып баҡты. Минең ҡыҙымды, йәнәһе, кем һаҡлаясаҡ, тип уйлайҙыр инде. Туҡтаны һәм боролоп, күреште. Ғәлинуровтан:
– Зиннур Мәхмүтович, беҙҙең егет ошомо? – тип һораны.
– Эйе, эйе, Сәлим Ғилметдин улы, был комплексты Юнир Әхтәмов хеҙмәтләндерәсәк.
– Һеҙҙең ҡарамаҡта күптәнме егет? – тине йәмғиәт хужаһы.
– Айға яҡын һынайбыҙ, әлегә ыңғай бара. Иң мөһиме, эсмәй-тартмай, дүрт тел белә.
– Яҡшы, бик яҡшы, –тине Сәлим Юлдашев, – ҡайһы яҡтан?
Юнир үҙенең тыуған районын атаны.
– Ярай, эшләһен. Йәшәргә урыны бармы?
– Ҡунаҡханала бер бүлмә бирҙек.
– Яраған, – тине Юлдашев, – ҡалала беҙҙең халыҡҡа нығынып китеүе еңел түгел. Мин һинең хаҡта белешмәләр менән таныштым, йәш сағым иҫкә төштө. Мин һин уҡыған факультетта белем алдым бит. Бына шунан бирле ҡырҡ йыл эштәмен. Эшлә, яуаплы бул. Иң мөһиме, үҙеңде эҙлә һәм шунда тап.
Юнир үҙе аҙаҡтан ишетеп ҡалды, Юлдашев был һүҙҙәрҙе
бик күптәргә әйтә икән. Бер ҡараһаң, ҡыҙыҡ ҡына һүҙҙәр: үҙеңде эҙлә һәм тап. Үҙеңде эҙләп йөрөү нисек була икән? Ярай, эҙләне лә, ти. Ә табыуын нисек күҙ алдына килтерергә?
Юнир өндәшмәне, бик аҡыллы ҡиәфәт менән тыңлап торҙо. Күҙенә Юлдашевтың ҡыҙы Разифа салынды. Ә ҡыҙыҡай шәп. Лондонда кейенгәндер инде. Уның һымаҡ, нәзәкәтле кейенгән ҡыҙҙы Өфө урамында күреп булырмы икән? Ҡыҙ еңелсә йылмайҙы, өҫтөндәге зәңгәрһыу кейеме лә, алҡалары ла бер иштән бит әле.
Сәлим Юлдашев ҡыҙына бороло:
– Разифа, ҡыҙым, бына ошо егет һине күҙ ҡараһындай һаҡлаясаҡ, – тип Юнирға күрһәтте, – сит илдәргә һеҙгә бергә сығырға тура киләсәк. Шағир әйтмешләй, хәҙерҙән ошо егет – исеме кем, Юнир бит әле, эйе, Юнир, һинең хужаң һәм, кәрәк булһа, һинең ҡолоң. Уртаҡ тел табығыҙ, – тине лә артабан үттеләр. Ғәлинуров уларға эйәрергә ымланы.
Бик ентекләп ҡарап сыҡтылар. Ғәлинуров иң төптәге ял бүлмәһен дә, туҡланыу урынын да күрһәтеүҙе кәрәкле, тип тапты. Әгәр ихтыяж булһа, тыштан гараж аша лифт менән ошонда күтәрелергә һәм төшөргә лә мөмкин. Кабинет хужаһының именлеген тәьмин итеү һәм эшләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.
– Предприятиеның киләсәге өсөн яуап биреүсе ханым өсөн – лайыҡлы шарттар, – тип һығымта яһаны Сәлим Юлдашев. – Миңә оҡшай. Эх, мөмкинлегем булһа, бер утыҙ-ҡырҡ йылға йәшәртһәгеҙ, үҙем ошонда эш башларға ризалашыр инем.
– Борсолма, атай, – тине ҡыҙы, атаһына һыйына биреберәк, – әле һин үҙең дә йәш егеттәр һымаҡ.
– Юҡ инде, ҡыҙым, һин хәҙер мине ышандыра алмаҫһың, – тине атаһы, – беҙҙең ваҡыт үтте. Хәҙер, аҡрынлап ҡына, йомғаҡ яһарға әҙерләнергә ваҡыт. Тәк, бында хужалар бар, хужабикә үҙе лә. Әйҙәгеҙ, бергәләп ултырып, сәй эсәйек һәм бүлмәләрҙе “йыуған” һымаҡ итәйек.
Шунда тиҙ генә ҡабымлыҡтар менән сәй кереттеләр, шампань шешәһен астылар.
– Разифа, ҡыҙым, мин һиңә уңыштар теләйем, – тине атаһы, – сөнки һин бик яуаплы эшкә тотонаһың. Мин һине еңел эшкә тотона, тип әйтергә телем әйләнмәй. Баяраҡ иҫкә төшөрҙөм, шикелле. Ҡырҡ йыл элек, ошо егет һымаҡ, кем әле, Юнир бит әле, эш башлағайным. Бына хәҙер һиңә, аҡрынлап, эштәрҙе тапшырыу буйынса тәүге аҙымды яһаным. Әлбиттә, беҙҙең эш көйләнгән, кешеләр эшләй, техника ышаныслы, ләкин эштәр бара, тип тынысланып ултырһаң, бер ваҡытта ла уңышҡа өлгәшә алмаясаҡһың. Шуға көн һайын эшләргә кәрәк, иртәнән алып кискә тиклем. Минең девиз – үҙеңде эҙлә һәм тап. Шуға тоғро бул, ҡыҙым.
Икенсе көнөнә Юнир, күпме генә тулҡынланып көтмәһен, Разифа Сәлим ҡыҙы эшкә килмәне. Төшкә ҡарай Ғәлинуров, шылтыратып:
– Разифа үҙендәме, – тип һораны.
– Юҡ, – тине Юнир.
– Ә ҡайҙа йөрөй?
– Белмәйем, шылтыратманы.
– Насар, бик насар, – тине Ғәлинуров, – һин уның ҡайҙа, кем менән икәнлеген, ниндәй эштәр бөтөрөүен, көн элгәре белергә, теркәргә һәм һаҡларға тейешһең. Шуға Разифа ханым килгәс тә, осрашыуҙар, сәфәрҙәр, ҡабул итеүҙәр графигын төҙөгөҙ һәм мөмкин тиклем теүәл һаҡлағыҙ. Атаһы, Сәлим Ғилметдин улын әйтәм, был йәһәттән бик теүәл һәм аныҡ эш итә.
– Ғәфү итегеҙ, ул бөгөн эшкә килеп етмәне әле, – тине Юнир.
– Беләм, ишеттем, әйттең. Бөгөн булмаһа, иртәгә килер.
– Ул килеү менән, миңә хәбәр ит.
...Юнир күптән белә, көтөүҙән дә ауыр эш юҡ. Айырыуса, көткән кешеңдең килерен-килмәҫен дә белмәгән осраҡта. Ҡайһылай ауыр башланды был көн. Бөгөн иртүк торғайны, хатта йоҡоға тартҡан һымаҡ. Ҡара уны, йоҡлайһы булма. Эргәләге радиола талғын ғына музыка уйнай. Ниндәй моңло көй. Шул ваҡыт телефоны шылтыраны. Разифаның кабинеты эсендә кемдеңдер йөрөгәне ишетелде. Бәй, килеп еткән бит. Тимәк, артҡы ишектән кергән.
Юнир тиҙ генә барып, ишектәрҙе асһа, ҙур өҫтәл артындағы йомшаҡ ҡәнәфиҙә Разифа ултыра. Тырнаҡтары ҡыҙылға буйылған аяҡтарын өҫтәлгә һуҙып һалған. Хатта, боролоп та ҡарамай ғына:
– Юнир, һинме? – тип һораны.
– Мин – Юнир, – тине.
– Мине һораусы булдымы?
– Булды. Һеҙҙе Ғәлинуров һораны.
– Саҡыр бында, керһен.
Юнир Ғәлинуровы саҡырыуға, тегеһе, өтәләнеп, килеп тә етте. Икәүләшеп кабинетҡа инделәр. Разифа ялан аяҡлап кабинет буйлап йөрөй һәм бая радионан яңғыраған көйҙө көйләй ине.
– Әфәнделәр, һеҙҙең минең менән эшләй башлауығыҙ иғтибарға лайыҡ. Әйҙәгеҙ, бергә күңелле генә итеп эшләйек Алдан уҡ
 
әйтеп ҡуям: атайҙың һаулығын үҙегеҙ беләһегеҙ. Уға кире хәбәр ташып, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлап, бер-берегеҙҙе ошаҡлап, мәшәҡәтләмәүегеҙҙе талап итәм. Шуға, һорауҙарығыҙ булһа, мөмкин тиклем, минең аша хәл итегеҙ. Һорауҙарығыҙ бармы?
– Һорауҙар юҡ, Разифа Сәлимовна, – тине Ғәлинуров. Тик бына Әхтәмов менән эшләгәндә, эш графигығыҙҙы бирһәгеҙ, һәйбәт булыр ине.
– Булыр, эшләрбеҙ. Эше булһа, графигы ла табылыр.
Шулай итеп, беренсе көн үтеп тә китте.
 
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: