+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Декабрь 2021, 20:00

ЗӨЛХИЗӘ Хикәйә Беренсе өлөш

...Шәлъяулығым йәшел суҡ, Комсомол булһа һөйәбеҙ, Комсомол булмаһа – юҡ... Урындыҡта, мейес буйында йәйелгән түшәгендә йоҡлап китә алмай борғоланып ятҡан Зөлхизә, тәҙрәнән ишетелгән йыр тауышына ҡалҡынып, тәҙрәгә күҙ һалмаҡсы булғайны, урындыҡтың икенсе осонда  мөйөштә ятҡан атаһының: «Ят, нимә ҡарайһың башың кәшкәйеп, йөрөйҙәр төн тыныслығын йыртып, иманһыҙҙар», – тигән һүҙҙәрен ишетеү менән ҡорама юрғанын башы аша тартып бөркәнде лә,ң кире урынына сумды, әммә урамдағы йәштәр йыры юрған аша ла үтеп инде: Йәш ғүмерҙәр ике килмәй, Белегеҙ ҡәҙерҙәрен...

ЗӨЛХИЗӘ Хикәйә Беренсе өлөш
ЗӨЛХИЗӘ Хикәйә Беренсе өлөш

«Белерһең, бына шулай йәшлегең сәскә атҡан мәлдә ҡыҙыл эңерҙән йоҡлап ятһаң», – тип үрһәләнде Зөлхизә. Атаһы бигерәк ҡаты тота шул уны, исеме сығыуҙан ҡурҡа. Әсәһе иҫән булһа, нисек тә уртаҡ тел табырҙар, башҡа ҡыҙҙар кеүек ул да киске уйынға сығыр ине. «Әсәйең үгәй булһа – атайың еҙнәй була» тип, белеп әйткәндәр инде.

Бигерәк йәшләй үлеп китте шул әсәһе. Дүрт йәше саҡ тулғайны Зөлхизәнең. Бәпесен тыуҙыра алмай яфаланып үлгәнен һуңыраҡ, үҫә төшкәс, күрше-тирә еңгәй-инәйҙәрҙең һөйләшкәндәрен сала-сарпы ишетеп кенә төшөндө. Ә ул саҡта әбейҙәрҙең йүгерешеп йөрөүен, тулғаҡтан ыҙаланған әсәһен арба тәгәрмәсенә ултыртып әйләндереүен ҡыҙыҡ күреп ҡарап тороуы яҙа-йоҙа ғына хәтерендә ҡалған. Йөклө ҡатын алыҫ сәфәргә юлланған кешене оҙатып, ылауға ултырып киткәнен ҡарап ҡалырға тейеш түгел, юҡһа оҙатҡан кешеһе сәфәренән әйләнеп ҡайтмайынса сабыйын тыуҙыра алмай, тигән хөрәфәткә таянып, арба тәгәрмәсен сисеп ергә һалып, ҡатынды шуның өҫтөнә ултыртып, тәгәрмәсте кирегә әйләндерәләр, йәнәһе, оҙатҡан кешеһе ҡайта, шунан һуң ғына сабыйы тыуа тип ышанғандар. Зөлхизәнең әсәһе яңыраҡ ҡына ҡәйнешен әрмегә оҙатҡан икән. Әммә тәгәрмәс тә, әбейҙәрҙең башҡа им-томдары ла әсәһен ҡотҡара алманы.

Күп тә тормай, атаһы ауылдарынан алты саҡрымда ятҡан ауылдан икенсе ҡатынға өйләнде, атаһы «Бына ҡыҙым, һиңә әсәй алып ҡайттым», тигәс, әй ҡыуанғайны Зөлхизә. Әсәйҙәр барыһы ла үҙ әсәһе кеүек һәйбәт була тип уйлағандыр инде, тик ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. Үгәй әсәһе атаһы өйҙә булғанда ғына ипле һөйләште, атаһы өйҙән сығып китеү менән күҙҙәрен аҡайтып, екерергә тотона ине.

Әкренләп ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ көндәлек мәшәҡәттәре барыһы ла Зөлхизәнең сибек иңенә күсте, һыу ташыу, ҡашығаяҡ, иҙән йыуыу ғына түгел, ҡамыр баҫыу, ҡорот ҡайнатыу кеүек көс һәм таҫыллыҡ талап иткән эштәрҙе лә бик иртә өйрәнде Зөлхизә. Бер-бер артлы тыуған өс һенлеһе лә уның ҡарамағында. Ун-ун бер йәше тулыуға уның ҡулынан килмәгән эш юҡ ине инде. Ҡамыр баҫһа, табағында тырнаҡ осо ҡәҙәре лә ҡамыры йәбешеп ҡалмай, һалма йәйһә, йәймәһенең йоҡа һәм тигеҙ булыуын күреп, эштән бушамаған ҡыҙҙы йәлләп, күрше ҡатындар: «Ярай, һылыу, сабыр ит, «сабырлыҡтың төбө һары алтын» тигәндәр, эшләгәнең кеше өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн, кейәүгә сығып китһәң, ҡәйнәң маҡтап бөтөрә алмаҫ үҙеңде, эшкә өйрәнгәс, донъя көтөүе лә еңел булыр», – тип йыуаталар ине.

Эшенә генә түҙер ине лә, аслыҡ һәм үгәй әсәһенең урынһыҙ йәберләүҙәре үҙәгенә үтә. Көноҙоно эшләп тә уға ярай алмағас, бәхетһеҙ яҙмышына, ғәҙелһеҙлеккә рәнйеүе йөрәгенә тулышһа, биҙрәләрен ала ла йылға буйына йүгерә ине. Ҡайһы саҡ аулаҡта илап, ҡайһы саҡ йырлап алһа, күңеле бушап ҡалғандай тойола. Йылғаның талғын ғына ағышын ҡарап ултырыу йәненә һиллек бирә, тынысландыра.

Бәләкәйерәк сағында йәй көндәре иртән тора ла, тышҡа сығып, өй артындағы нигеҙ буйына ултыра. Үҙҙәренән өй аша ғына йәшәгән Мәрзиә еңгәйҙең ҡаҙан ҡырған тауышын ишетеү менән шул яҡҡа табан йүгерә.

– Бөгөн күренмәйсе бикәсем, йоҡлап ята микән, тиһәм, килеп еттеңме ни, әйҙә, ултыр, – тип ҡаршылай уны еңгәһе һәм һөт бешергәндә ҡаҙан төбөнә йәбешкән көйөктө ҡырып алып, Зөлхизәнең усына һала. Ҡаҙан янында ятҡан түмәргә ултырып, Зөлхизә оҙонса булып өҙөлгән көйөктәрҙе берәмләп кенә алып, тәмләп ашарға тотона. Ҡайһы саҡта бейеме күрмәгәндә сүмесенә һоҫоп, тәмле еҫ таратып боҫорап ултырған һөттән дә ауыҙ иттерә. Усындағы көйөк валсыҡтарын ауыҙына ҡаплағас, доға ҡылып, битен һыпырып ҡуя ла өйөнә табан йүгерә. Бала саҡтағы ауырлыҡтарҙың иң үҙәккә үткәне сәстәре арҡаһында булғандыр. Сәсе оҙон, ҡуйы, етмәһә, бөҙрәләнеп тора, тарап үреүе бер бәлә. Үгәй әсәһе уның сәсен ауырттырып тарай, йолҡа-йолҡа үрә, сәстәре услам-услам булып йолҡоноп сыҡҡанда, күҙҙәренән сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәрен күлдәк еңдәре менән алмаш-тилмәш һөртөп, өнөн дә сығармай түҙә ине Зөлхизә.

Иртәнсәк ҡыҙ үгәй әсәһенең һуҡранған тауышынан уянып китте:

– Ул ниндәй бөтмәҫ йоҡолор инде, оялмай, һуйылдай булып, көн яҡтыһында йоҡлап ятсәле. Ҡатын-ҡыҙ ҡояштан алда торорға тейеш, тор, атайың тәкә һуйҙы, эсәктәрен арытырға кәрәк.

Зөлхизә урынын йыйыштырҙы ла, иҙрәп йоҡлап ятҡан һеңлеләренең юрғандарын йүнәтеп ябып, әсәһенең иҫке кәзәкейен эләктереп, соланда таста ултырған эсәк-ҡарынды күтәреп йылғаға йүнәлде.

Төштән һуң, иртәнсәк һуйған һарыҡтың эс майын сөйгә киреп элеп киптереп алғас, ишек алдындағы ҡаҙанға яғып, иретеп, бауырһаҡ бешереп алдылар.

– Ҡаҙандағы ҡалған майҙы табаға һоҫоп ал да ҡаҙанды йыуып ҡуй, шунан һыуға барып килерһең, – тине соланда булашҡан үгәй әсәһе.

Зөлхизә һыулы биҙрәләрен ҡаҙан янына ҡуйып, көйәнтәһен ситәнгә элде лә, быҫҡыған утты усаҡ эргәһендә ятҡан утын ярҡаһынан бысаҡ менән сыра ярғылап алып, ҡаҙан аҫтындағы көлдө болғата-болғата өрөргә тотондо, ҡабынғас, тиҙәк өҫтәне, биҙрәһе төбөндә ҡалған һыуҙы табаҡҡа ҡойоп, үгәй әсәһе сығарып биргән иттәрҙе йыуып, ҡаҙанға төшөрҙө. «Ниңә был тиклем күп бешерәләр икән, ҡунаҡ саҡыралар микән әллә?» – тип уйлап өлгөрҙө.

– Ҡаҙаның ҡайнап сыҡһа, һурпаһын алып, һыуытып, ҡамыр баҫ та, һалма йәйерһең, ондо самалап һалып ултырттым, – тине лә әсәһе урам яҡ ҡапҡаға ыңғайланы.

Һалма йәйеп һалғас, өйҙө йыйыштырып, урындыҡҡа түшәлгән балаҫты, буй юрғандарҙы ҡағып түшәне, мендәрҙәрҙе ҡаҡҡылап, ҡабартып һалды, иҙәнде йыуып алды. Ул арала әсәһенең екеренгәне ишетелде.

– Ҡаҙаның ҡайнамай тоноп ултыра бит, шуны ла ҡарамай, нишләп йөрөйһөң? Һаман әйтеп, өйрәтеп тороу кәрәк, был тиклем дә белекһеҙ булырһың икән, – тип һөйләнә-һөйләнә усаҡ яғына йүнәлде, – һеңлеләреңдең сәстәрен тарап үр, үҙеңдең дә өҫ-башыңды ҡара, батмусты ла, самауырҙы ла ҡом менән йышып алып ҡайт, кеше килгәндә ялт итеп торһон, – тип өйгә инеп китте.

Ҡайҙан киләләр икән ҡунаҡтар, кемдәр икән, ниңә был тиклем әҙерләнәләр икән? Нимәлер һиҙенгәндәй хафаланды Зөлхизә, ниңәлер, күңелендә тыныслыҡ юҡ. Атаһынан һорап ҡараһа? Ул һарай яғына самауыр ҡайнатырға шаҡмаҡ ҡырҡып ултырған атаһы яғына атланы.

– Атай, әсәйем ҡунаҡтар килә тисе, кемдәр килә ул?

– Ултыр әле, ҡыҙым, – тине атаһы, янындағы түмәргә күрһәтеп. – Ҙурайҙың инде Зөлхизә. – Атаһының шулай йомшаҡ һөйләшеүенә аптырап ҡалды ҡыҙыҡай. – Бөгөн һиңә ҡоҙалар килә, балам, – атаһының тауышы ҡалтырап киткәндәй тойолдо, – һине кейәүгә бирәбеҙ.

– Аһ, – Зөлхизә ҡулдары менән битен ҡаплап иларға тотондо.

– Йәшең еткән, ҡышҡы селлә алдынан ун алтың тула, Алла бойорһа. Урыны һәйбәт, һорашҡанмын...

Һөйләшеү тамам, тигәндәй, атаһы туҡ та туҡ килеп шаҡмаҡтан ҡалған сытырыҡтарҙы сапҡыларға тотондо.

– Зөлхизә, ҡайҙа олаҡтың? Бар, һыуға бар, самауырға һалырлыҡ та һыу юҡ.

Көйәнтәһен һәм биҙрәһен эләктерҙе лә һыу буйына йүгерҙе Зөлхизә. Биҙрәһен ҡуйҙы ла яр буйындағы үләнгә тәгәрәне. Кемгә биреп ебәрергә уйлай атаһы? Ризалығымды һорамаһалар ҙа, исмаһам, кейәү килә тип аңғартһаларсы. Кем икән кейәү булаһы кеше? Ҡайҙа алып китер уны? Унда ниндәй яҙмыш көтә? Шулай уйлап, тәгәрәп-тәгәрәп иланы Зөлхизә.

– Илама, һылыу, бөтә ҡыҙҙарҙың да яҙмышы шулай инде ул, үҫеп еткәс, бөтөнләй ят ғаиләгә, сит ергә барып донъя көтөү.

Зөлхизә башын күтәреп ҡараны – Мәрзиә еңгәһенең дә күҙҙәрендә йәш күреп, ғәжәпләнеп тороп ултырҙы.

– Өйрәнерһең... Мин дә һеҙҙең ауылға килен булып төшкәндә ун алтыла ғына инем. Төрлө саҡтар булды, ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, бар кешеләр ҙә маңлайына яҙғанын күрә инде. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Бындағы тормошоң да бик еңелдән булманы, бәлки, унда бәхетле булырһың, йәнә бөгөн үк алып китмәйҙәр бит, бер йыл, бәлки, ике йыл үтер әле оҙатып алғансы. Кейәү кеше килеп йөрөр, яйлап өйрәнерһең. – Зөлхизә бер аҙ тынысланғандай булды.

Ул һыуҙан ҡайтҡанда ҡунаҡтар килеп, аттарын туғарып, өйгә инеп киткәйне. Асыҡ тәҙрәнән мулланың никах уҡыған тауышы ишетелеп ҡала. Эштәрен тамамлауға, Мәрзиә еңгәһе килеп, әсәһе менән нимәлер һөйләштеләр ҙә усаҡ янында булышҡан Зөлхизәгә:

– Әйҙә, бикәсем, соланға инеп өҫтөндө алыштыр ҙа беҙгә барайыҡ, кейәү менән таныштырырмын, – тине.

– Юҡ, еңгә, мин бармайым...

– Бармайынса булмай инде, никах уҡылды, кейәү көтөп ултыра, әйҙә.

– Уй, еңгә, бигерәк оялам, – Зөлхизә илап ебәрҙе.

– Илама, бикәсем, кейәү бала матур ғына күренә, мә, күлдәгеңде кей ҙә...

Зөлхизә ҡалтырана-ҡалтырана өҫтөн алыштырып, ҡурҡа-ҡурҡа ғына еңгәһе артынан эйәрҙе. Ул арала күҙ бәйләнеп ҡараңғы төштө.

– Бар, аласыҡҡа инә тор, мин хәҙер, – тип өйгә инеп китте лә еңгәһе, шунда уҡ ят егетте эйәртеп килеп тә сыҡты.

– Әйҙәгеҙ, әйҙә, – тип аласыҡҡа табан атланы. Зөлхизәгә уға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы.

– Бына, кейәү, кәләшең, бик егәрле, аҡыллы, матур ҡыҙ, тигеҙ ғүмер итегеҙ, аҡ сәсле, һары тешле булғансы бергә йәшәргә насип итһен Хоҙай һеҙгә, – тип, Зөлхизәнең ҡулын егеттең усына һалды ла сығып китте. «Шунда урын йәйгәнмен», тигәне ишетелеп ҡалды тыштан.

Дөм ҡараңғы аласыҡта икәүҙән-икәү тороп ҡалдылар. Оялышынан нишләргә белмәгән ҡыҙ, ҡулын тартып алырға теләгәйне лә, егет кеше ыскындырманы.

– Ҡурҡма, һылыу, мин кеше ашамайым, – тигән булды кейәү егет ипле генә.

Иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп кейенде лә Зөлхизә, сығып китергә уйлағайны, кейәү кеше уянды. Зөлхизә башын эйеп, урындыҡ ситенә ултырҙы. Егет тә, кейенеп, уның ҡаршыһына килеп баҫты.

– Собханалла, бына һин ниндәй икәнһең, минең кәләшем! Мин шаҙра битле, йә ҡылый күҙле булып ҡуймаһын тип ҡурҡҡайным, ә һин һылыуҙың да һылыуы икәнһең, күңелем тынысланды былай булғас, – тине ул ҡыуанып, күҙҙәрен ҡыҙҙың ҡыйылып киткән ҡаштарынан, алһыу йөҙөнән айыра алманы, ҡараштары ҡуйы керпектәре араһына йәшеренгән күҙҙәрен эҙләне, ҡуйы бөҙрә сәстәренән һыйпап, һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫты. Зөлхизә күҙҙәрен ергә төбәгән килеш ултыра бирҙе, үҙе һиҙҙермәй генә, күҙ ҡырыйы менән егеткә күҙ һалды: «Былай күрер күҙгә матур күренә, ҡарт та түгел икән...»

Хәлиулла, кейәүҙең исеме шулай икән, килгеләп йөрөнө лә, юл ҡалмаҫ элек тип, көҙгө эштәр тамамланғас, туй үткәреп, ҡырпаҡ ҡарҙа Зөлхизәне оҙатып та алды. Ҡыҙ өсөн бөтөнләй ят, яңы тормош башланды. Ҡайныһы ла, бейеме лә тыныс, күркәм холоҡло кешеләр. Зөлхизәнең Йәүҙәт исемле ете йәшлек ҡәйнеше лә бар. Хәлиулла ла ипле һүҙле, алсаҡ йөҙлө, донъя көтөүгә тырыш кеше булып сыҡты. Тәү күрешкәндән бер-береһен оҡшатҡан йәштәрҙең күңелен мөхәббәт тойғоһо көндән-көн көслөрәк биләне, тормоштарын наҙ, һөйөү хистәре солғаны. Ҡауышыуҙарына йыл үтеүгә, донъяларына ҡот өҫтәп, улдары тыуҙы, атаһының исеменә оҡшатып, Сәхиулла тип исем бирҙеләр.

 

Иллюстрация: Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рафаэль Ҡадиров картинаһынан фоторепродукция. 

Автор:Фәриғә КҮҪӘКОВА.
Читайте нас: