+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2021, 20:00

ОҘАТА БАРҒАН ЙЫР Хикәйә Беренсе өлөш

Машина тигеҙ юлдан, һыуҙағы кәмә кеүек, еңел генә алға елдерә. Салондағы моң һине иркәләй, наҙлай, бала саҡҡа алып ҡайта. Һәр хәлдә, шефҡа ҡарап, шулайҙыр, тип уйлайым. Ул, йоҡомһорап барған кеүек булһа ла, шул моң эсендә тирбәләлер һымаҡ... Һәр оҙон юлға сыҡҡанда, ошо уҡ көйҙө әйләндерә лә әйләндерә магнит таҫмаһынан Харис Хаммат улы. «Ташлама, әсәй, ташлама, мине изге доғаңдан...» Миңә был йыр оҡшаһа ла, шеф ултырыш-маҙарҙа булғанда, әлбиттә, заманса көйҙәр тыңлайым.

ОҘАТА БАРҒАН ЙЫР Хикәйә Беренсе өлөш
ОҘАТА БАРҒАН ЙЫР Хикәйә Беренсе өлөш

Мин йәш әле, йәп-йәш кенә сағым. Өләсәйем шулай тигәс, мин дә үҙемде, «мин – йәшел, теге планетанан» тип, төнгө күктә төрлө төҫкә инеп, ялпылдап торған йондоҙҙо күрһәтәм һөйгәнем Фәриҙәгә.
Минең иң-иң яҡындарым инде улар: өләсәйем менән күрше ҡыҙы Фәриҙәкәйем. Үҙемде белгәндән бирле беләм уларҙы. Береһе – ҡаҡса ғына кәүҙәһе менән һәр саҡ балаһын ел-дауылдан һаҡлаусы Һомайғоштай оло йөрәкле өләсәйем. Икенсеһе – бала саҡтан уҡ етәкләшеп үҫкән, бәпес кенә көйө мине өләсәйгә ташлап киткән һәм бер ҡайтып та күрмәгән әсәйҙе һағынып илағанда миңә ҡушылып мезләгән Фәриҙәм. Атай тигән кешене лә белмәйем. Өләсәй ҙә һөйләп бармай. Шуға ла хеҙмәткә киткәнсе, бәләкәй генә шатлыҡҡа ҡыуанып, үҙ-үҙемде яҡлап, атайлынан – атайһыҙ, әсәйленән – әсәйһеҙ булып, сүкеш-балтаһын, салғы-һәнәген дә йәшләй генә тотоп үҫкән ҡараҡай ғына бер сибек малай булдым.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, шофер булып ауылда ҡалырға ине иҫәп. Тик ауылда колхоз тарҡалған, уның машиналары бай ихаталарға күсеп бөткән булып сыҡты. Шуға уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, өләсәйем ҡаршы килмәгәс, әҙерәк мая йыяйым тип, ҡалаға килдем. Ҡасан да булһа ауылда ҙур йорт һалып, өләсәйемде ҡартлыҡ көнөндә йылы яңы өйҙә бер нужаһыҙ йәшәтермен, тип әйткән һүҙем бар юғиһә.
Ә был йөҙөп кенә барған ҡиммәтле машинаның йомшаҡ ултырғысына сумып йоҡомһораған ҡырыҫ йөҙлө, шырт сәсле, тос ҡына абзый минең шеф була инде. Ярты йылға яҡын уның шәхси шоферы булып йөрөйөм. Дөйөм ятаҡтан урын алып биреште, сессия ваҡытында (ситтән тороп уҡырға индем) үҙе йөрөп тора, эш хаҡы ла ярайһы ғына – яҡшы кешегә эләктем, тип уйлайым, үҙемсә...
Моң көйөнә тирбәлеп, уйҙарымды барлап барғанда, Харис ағай күҙҙәрен асты ла тирә-яғына ҡаранып алды. Мөһим осрашыуға килгән ҡаланан алыҫлашҡайныҡ, ниндәйҙер ауыл аша үтеп бара инек инде.
– Туғаным, бөгөнгә эш тамам, ашығаһы юҡ, әйҙә әле елдереп кенә бер ергә барайыҡ, бор әле атыңды, –  тине.
Шулай яҡын итеп «туғаным» тиһә, иреп кенә китәм инде, үҙенә белдермәһәм дә. Ағайҙарса, матур итеп, яҡын итеп өндәшә ул. Унан күреп, мин дә үҙемдән бәләкәстәргә шулай тип өндәшә башланым.
Харис ағай кеҫә телефонынан Зарифа еңгәйгә шылтырата һалды:
– Бөгөн көтмә, беҙ ауылда ҡалабыҙ, Фәррәхтә. Эйе, эйе, ә-ә, шулаймы ни?! Әл дә әйттең әле... Ярай, давай, хуш!
Ана шулай, ҡайҙа ғына барһа ла, Зарифа еңгәйгә шылтырата һала, кәңәшләшә. Бер тауышын күтәргәнен ишеткәнем булманы. Мин дә, Фәриҙәмә өйләнһәм, гел уның кеүек булырға тырышырмын тим.
Ниңәлер күңелләнеп киткән Харис ағай, портфелен асып, ус тултырып аҡса алды ла (гел банкомат менән ҡулланғас, ҡыҙыҡ булып тора):
– Әйҙә әле, туғаным, анау магазинға һуғылып китәйек. Бөтөнләй бала-саға әйбере ала белмәйем, ярҙамлашырһың, – тип йылмайҙы. Бөгөн беҙ бараһы дуҫы Фәррәхтең ҡыҙына биш йәш тулған икән, бая еңгәй шуны иҫенә төшөргән, имеш.
Ауыл кибеттәре бай бит хәҙер. Йәнең ни теләй, шуны һайла ла ал. Шуға ла, сибәр һатыусының бәләкәс ҡыҙҙар күлдәген һайлашып, әллә ниндәй ялтыр ҡумталарға һалып, матур итеп йылмайып, ҡулға килтереп тотторғанына аптыраманым, ә хаҡына иҫ китте. Минең кеүек яңы ғына аҡса күрә башлаған ауыл малайының башы етә торған түгел шул бөгөнгө хаҡтар. Күҙ йүгерек бит, мин дә өләсәйемә тип, бик ҡиммәт булмаған хаҡҡа шау сәскәнән генә торған яулыҡ алдым әле – тап ул яратҡанса, йәйеп ябына торған мул яулыҡ булды.
– Бәхетең бар икән, берәү генә булып, хужаһын көтөп ята ине, – тине һатыусы ҡыҙ.
Харис ағайҙың дуҫтары көтөп торған. Ҡапҡа асып, ҡолас йәйеп, әйҙүкләп торған ергә килеп инеүе лә иҫ киткес күңелле бит ул.
Төн матур, өйҙә тынсыу тип, дуҫтарға ҡамасау итмәҫкә була, ашап-эскәс, мунса инеп сыҡҡас, машинаға инеп йоҡларға ғына ятҡайным, Харис ағай килеп сыҡты.
– Әйҙә әле, Мансур, тағы бер ергә барып ҡайтайыҡ.
– Ай-һай, ағай, егет булып алғас, ҡыҙҙар янынамы әллә? Еңгәйгә әйтәм!
– Ярай, телеңә һалышма!.. – булды яуап.
Ҡараңғы урамды фара яҡтыһы менән киҫтереп, әллә нисә тыҡрыҡ үтеп, бер өй эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Буялмаған ҡапҡа, матур ғына ауылса йорт... Тик ниңәлер  пәрҙәһеҙ тәҙрәләр моңһоу кеүек күренде миңә.
Харис ағай оҙаҡ ҡына ошо тәҙрәләргә ҡарап ултырҙы ла машиналағы туңдырғыс камеранан бер нисә буй колбаса, бер ҡап шоколад алды һәм уңайһыҙланып ҡына:
– Мансур, һин бит бая яулыҡ алғайның, шуны миңә бир әле, иртәгә һиңә тағы алырбыҙ, – тине.
– Ағай, ул осһоҙло ғына бит...
– Ярай, дөйә лә бүләк,төймә лә бүләк инде... Үҙем бая алмаған булдым шул.
Бына ул, нисектер ҡарттарса баҫып, ихатаға инеп китте. Ишек асыҡ булғандыр, шығырлап асылды лы ябылды, өй эсендә һөйләшкән тауыштар ишетелде. Мин ойоп киткәнмен.
– Мансур, уян!
Мин шунда уҡ машинаны ҡабыҙа һалдым.
– Фәррәхтәргә...
Харис ағайҙың йөҙөн алыштырған кеүек: әллә үпкәсел малайҙыҡы, әллә етемһерәгән ирҙеке – тик ул бына-бына илап ебәрер кеүек ине.
Мин уны дуҫына тапшырғас, ғәҙәт буйынса тиҙерәк күҙҙәремде йома һалдым – шоферҙың йоҡоһо һәр саҡ туйырға тейеш.
Иртәнге сәйҙе эскәс, күстәнәстәр һалынған ҡаптарҙы багажникка тултырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ирҙәр дуҫлығы тиҙәр уны! Ана, нисек ауыл күстәнәстәре әҙерләгәндәр: ҡаҙ, ҡаҙылыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ...Ҡала кешеһенә танһыҡ тәмлекәстәр бит инде улар. Мин дә, Алла бойорһа, өйләнһәм, ауылда йәшәп, мал-тыуар аҫраһам, дуҫтарыма ошолай күстәнәстәр тарата алһам ине тип, аңыма һалып ҡуям. Иртүк кенә сыҡһаҡ та, юлда биҙрә-сумкалар күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар осраштырғылай. Улар, юл буйына сығып, үҙ тауарҙарын – һөт, ҡатыҡ, ҡымыҙ, еләк-емеш һата икән.
Юлдың был өлөшөн үттек тигәндә генә Харис ағай ҡапыл рулгә ҡулын тигеҙеп алды. Ситкәрәк сығып туҡтаным да аптырап уға ҡараным – ул ошо көнгә тиклем бындай ергә ҡарамай ҙа үтә ине юғиһә.
Йөҙө ҡараңғыланып киткән Харис ағай аҙыраҡ башын баҫып ултырҙы ла:
– Мансур, теге НЗ бармы әле беҙҙә? – тип һораны.
– Бар, ағай. Яҡшы юлда йөрөнөк, батып ултырманыҡ, юлда бензин бөтмәне, ватылып интекмәнек, зато НЗ янда ҡалды, – тип ләпелдәйем мин, шефты әҙ генә булһа ла йылмайтырға теләп.
Юлда төрлө хәл була. Һәр кемдең дә буш ярҙам иткеһе килмәй, хатта аҡса бирһәң дә, диуанаға ҡараған кеүек ҡараусылар булғаны бар. Ә бына шул “шыйыҡ валюта” әллә ниндәй юлдарҙы ла аса бит, тәүбә. Нишләйһең, заман әҙәмгә яраҡлашҡан ваҡытта йәшәйбеҙ шикелле.
Харис ағай минең ләпелдәүгә иғтибар итеп торманы, һаман етди ҡалды.
–  Хәҙер бер шешәне кеҫәңә һалып ал да анау ҡатын янына бар.
Ул ситтәрәк торған бер ҡатынға төртөп күрһәтте. – Бар ҙа ул нимә һатһа ла ал. Аҡса һораһа – аҡса, араҡы һораһа, араҡы бир, һорашма, күп һөйләнмә, бар! Әҙәм аптыратып тормаһын.

Иллюстрация: Шамил Ғәлиевтың “Күк кәмәһе” тигән картинаһынан фоторепродукция; “Любимые художники Башкирии” проектында үҙегеҙгә оҡшаған рәссамдың эштәре өсөн тауыш бирергә була).

Автор:Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: