-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2021, 16:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Алтынсы бүлек

Юнир, күпме генә, иғтибарлап, мөйөш-һәйеште ҡарамаһын, Таһир башҡа күренмәне. Ләкин бынан эш еңеләймәне. Сөнки бейеү майҙанына төшөп-менгән һайын, Разифаның әленән-әле таныштары, дуҫтары, ҡунаҡтары өҫтәлә барҙы. Дипломат күптән бушаны, ваҡыт-ваҡыт, менеджерға мөлдөрәүле ҡараш ташларға тура килде. Ярай, бөтә иҫәпте Андрейға алып барыу йөкмәтелгәйне, ул шешәләрҙе, уларҙың хаҡын теүәл алып барҙы, шикелле. Был мәхшәр күпмегә дауам итер ине икән, саҡырылған ҡунаҡтар, былар иҫәбенә эсергә теләүселәр,кабинаға һыймай башланы. 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Алтынсы бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Алтынсы бүлек
 Ә былай төнгө клуб хужалары ҡунаҡтарҙың йомартлығына риза ине. Хатта иң ҙур хужалары ла килеп сыҡты һәм тағы ниндәй үтенестәрегеҙ бар, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Ниндәй үтенес булһын инде, бынан иҫән-һау ҡотолорға кәрәк. Ҡотолорға ғына түгел, Разифаны йомшаҡ түшәгенә илтеп һалыу ҙа уның өҫтөндә бит әле. Бер иҫереккә бер айныҡ тура килгәндә, әллә ни мәшәҡәт тыумаҫ һымаҡ. Ҡунаҡтар, бер-береһен тыңлау түгел, танымай башлағас, Андрей, Юнирҙың эргәһенә килеп:
– Нимә эшләйбеҙ? – тине.
– Хәҙер түңәрәкләйбеҙ, – тине Юнир, етди генә итеп.
– Кем кемде түңәрәкләй бит әле? – тине Разифа, Юнирҙы бер ҡулы менән ҡосаҡлап, икенсеһе менән Андрейҙы этеп. – Бында мин – хужа. Кемде алып килгәнегеҙҙе онотмағыҙ!
– Берәү ҙә шикләнмәй, – тип бышылданы Юнир ҡыҙҙың ҡолағына, – бында кеше күп, берәйһе телефонына төшөрөп алмаһын. Һуңынан, бөтә селтәрҙәрҙе тултырырҙар.
– Аһ! Ҡолағыма бышылдауың! – тина Разифа. – Улайһа, мине алып кит бынан.
Ошо һүҙ генә кәрәк ине Юнирға. Ул, Андрейға ҡарап, ҡулы менән йоҙроҡлап күрһәтте. Түңәрәкләйбеҙ, йәнәһе. Бер нисә минут эсендә, йүгерә-атлай, тигәндәй сығып, автомобилгә ултырҙылар.
– Офисҡа! – тип кенә, бойороҡ бирҙе Юнир водителгә. Төнгө ҡала тын, һирәк-мирәк машиналар осрай, идаралыҡҡа тиҙ генә барып еттеләр һәм, запас ишек аша, өҫкә күтәрелделәр.
– Һин мине ҡалдырмаҫһың ул? – тип ап-айныҡ тауыш менән өндәште Разифа егеткә.
– Әлбиттә, Разифа. Һинең именлекте тәьмин итеү – беҙҙең эшебеҙ.
– Йә, кисә оҡшанымы? Төнгө клуб нисек? – тип һорашты Разифа.
– Оҡшаманы, тип әйтһәм, төн бушҡа үткән һымаҡ булдыр. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, һеҙгә бер күренеү артыҡ түгел, әлбиттә.
– Әйҙә, иртәгә тағы барайыҡ! – тине Разифа, егеттең ҡулынан нығыраҡ тотоп.
– Ә мин һиңә ял итергә кәрәктер, тип уйлайым, – тине егет.
– Ниңә? Әле ял итмәнекме ни? Ошо ял булманымы ни? – тине Разифа.
Офисҡа үткәрҙеләр.
– Сәй, кофе? – тип һораны Юнир.
– Сәй ҙә, кофе ла – мөмкин, ҡатырағынан да баш тартмабыҙ, – тине ҡыҙ, уйынлы-ысынлы.
– Бәлки етер, артыҡ булмаҫмы? – тине егет, үтенгән һымағыраҡ.
– Һин нәмә мине тәрбиәләйһең? Миңә нисә йәш икәнлеген беләһеңме? – тип ҡыҙып китте Разифа. – Мин Лондондың төнгө клубтарында, меңәр кеше араһында йөрөнөм, шунда ла әрәм булманым. Башымды юғалтманым. Ә унда, һинең һымаҡ, ҡурсалап йөрөүсем юҡ ине. Шулай булғас, һин миңә ышанмайһыңмы?
– Ғәфү ит, Разифа, был хаҡта белмәй инем. Хәҙер ышанам. Һәм киләсәктә лә ышанғым килә. Ә хәҙер мин һеҙгә сәй эсерәм дә, йоҡларға һалам. Бында бөтә урын да һаҡлаулы, бер кеше лә юҡ.
– Ә һин мине ташлап китәһеңме? – тип мыжыны ҡыҙ. – Хәҙер һин мине илатаһың.
– Юҡ, әлбиттә, ни эшләп мин һине ташлап китәйем? – тине егет.
– Исмаһам, бер тапҡыр, ҡәҙерлем, тип әйт, – тине ҡыҙ, – ни эшләп, минән йылы һүҙеңде йәлләйһең? Миңә бит хәҙер егерме дүрт йәш! Ҡайтҡаныма нисә көн, ә берәү миңә ҡәҙерлем, тип әйткәне, йән атҡаны юҡ. Ни эшләп, шул хәтле, мин егет яратмаҫлыҡ ҡыҙмы ни?
Юнир үҙен ҙур, бейек, үтеп сыҡҡыһыҙ диуар алдында һымаҡ итеп тойҙо. Ул ҡыҙҙың һүҙҙәренә төшөндө. Ифрат ҡыйын, әгәр һине яратҡан кеше булмаһа. Ә ҡыҙ шәшкеһен егет эргәһенә күсереп ултыртты ла:
– Рөхсәт ит әле, исмаһам, эргәңдә ултырайым, – тип килеп, һыйынып ултырҙы, туҡтауһыҙ, сәстәрен төҙәткеләне. Егеткә боролоп ултырырға ла самаланы.
– Әйҙә, булмаһа, диванға ултырайыҡ, – тип тәҡдим итте егет.
– Аптырайым мин һиңә, ғәжәпләнәм, – тине ҡыҙ. Һиңә диванмы, бынау кресломы – барыбер түгелме ни?
– Юҡ, һинең уңайлыраҡ ултырыуыңды теләгәйнем, – тине егет.
– Һин нимә теләйһең? – тине ҡыҙ, егеттең битенә битен терәп. –
 
Хәҙер, төн уртаһында, мин теге Таһирҙы эҙләп, сығып китергә тейешме?
Юнир ҡыҙҙы саҡ тынысландырып алды:
– Һин – аҡыллы ҡыҙыҡай, матурһың, яғымлыһың, – тип әллә ҡайҙан һүҙҙәрен тапты, – һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, беҙ һине бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ. Хәҙер һин арығанһың, һиңә ял итергә кәрәк.
– Аһ, Юнир! Һин ысынлап әйтәһеңме ул? – тип мышҡылданы, ни иҫерек, ни айныҡ түгел ҡыҙ.
Юнир уны өгөтләп, урынына илтеп һалғансы, шыбыр тир булды. “Былай булмай, иртәгә Ғәзинур Мәхмүтовичҡа әйтергә, ҡатын-ҡыҙ затынан берәй хеҙмәткәр алырға кәрәк”.
Әле йоҡларға керетеп, урынына һалғас та, мышҡылдай-мышҡылдай, башын күтәреп:
– Һин кем? Бында ни эшләп йөрөйһөң? Юнир ҡайҙа? Юнирҙы саҡыр! – тип ятып ҡалды.
Юнир менән Андрейға таңға тиклем офистың был өлөшөн ике яҡтан һаҡлап төн сығырға тура килде.
Ял көндәре һәүетемсә генә, тауыш-тынһыҙ үтеп китте. Һуңынан, Разифа бүлмәләрендә булды, эш менән шөғөлләнде, бер нисә сәғәткә ҡалаға сығып килде, тинеләр.
Аҙнаның тәүге көнөндә Юнирҙы, эшкә килеүгә, Ғәлинуров саҡырып алды һәм йома көнө булған сәфәр тураһында ентекләп һорашты. Сөнки был хаҡта Сәлим Ғилметдин улының белеп ҡалыуы бик ихтимал. Шеф өҫтәлмә мәғлүмәттәр талап итә башлаһа, уның нимәләр белеүе һәм нимәләр ишетеүе хаҡында асыҡлап ҡуйырға кәрәк бит әле. Бер-бер артлы Таһир менән Андрей килеп керҙе. Таһирҙы күреү менән, Ғәлинуров:
– Ҡустым, һинең бурысың – һиҙҙермәй генә, һиңә ышанып тапшырылған кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Ә һин, киреһенсә, күренергә тырышып йөрөйһөң. Әллә һин кем булып эшләүеңде онотаһыңмы? – тип киҫәтеү яһаны.
Таһир, башын һелкеп, аҫтыртын йылмайып, Юнирға ҡарап, һөйләнеп ҡуйҙы:
– Мин төшөндөм, Зиннур Мәхмүтович.
– Әле генә Сәлим Ғилметдинович шылтыратты, – тине Ғәлинуров, – нисә ҡарама, алдыма килә лә сыға, килә лә сыға. Әллә миндә берәй йомошо бармы? – тип һораны.
Таһир төнгө клубта аҙаҡҡа тиклем йөрөгән, күрәһең. Кем теленән тартҡандыр:
– Ә төнгө клубта булған мажараларығыҙҙы һөйләп өлгөрҙөгөҙмө әле? – тине.
Юнир менән Андрей бер-береһенә ҡарашты, ләкин өндәшмәнеләр:
– Унда нимәләр булғанын беләһегеҙме? – тине ул, Зиннур Мәхмүт улына ҡарап.
– Борсолма, беләбеҙ, – тине тегеһе, Таһирға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, – әйткәндәй, мин һинең унда булыуыңды белмәй инем әле. Һин унда нисек барып юлыҡтың? Кем ҡушты? Юнир, Таһирҙы һин эйәртеп алып барҙыңмы?
– Юҡ, мин уны саҡырманым, хатта күрмәнем дә, – тине Юнир, аптырашҡа ҡалған булып. – Таһир, һин килдеңме ни унда?
Шуның менән, был темаға һөйләшеү имен-аман тамамланды.
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: