+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2021, 11:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Дүртенсе бүлек

Юнирға шуныһы оҡшай: Разифа Сәлим ҡыҙы, бүлмәһенә килеп инеү менән, шунда уҡ аныҡ һәм теүәл күрһәтмәләр бирә башлай. Бөгөн, мәҫәлән, уны заводтың тәүге ярты йыллыҡтағы етештереү күрһәткестәре ҡыҙыҡһындырҙы. Ә төштән һуң финанстар мәсьәләһе менән шөғөлләнә башланы. Шуны ғына көтөп торғанмы ни, әлеге папкаһын күтәреп, Жанна Робертовна килеп тә инде һәм төп бүлмәгә уҡтала башланы. Юнирға уны тынысландырырға, ултырып, көтөп торорға тәҡдим итергә тура килде.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Дүртенсе бүлек
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҮҘЕҢДЕ ЭҘЛӘ ҺӘМ ТАП Хикәйә Дүртенсе бүлек
Тура бәйләнеш аша: “Финанс бүлеге начальнигы Жанна Робертовна килде”, – тигәс, Разифа Сәлим ҡыҙы:
– Мин уны саҡырманым. Миңә предприятиеның финанс хәле тураһында бөтә һандарҙы яҙма килеш индерһен, – тип кенә күрһәтмә бирҙе.
Иң кәмендә, төп кешеләрҙең береһенең күҙенә салыныуға өмөт иткән Зәкиеваға, тыҡылдата баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Юнир аҙналыҡ эш тәртибен тотоп керҙе һәм бик әһәмиәте булмаған бер нисә мәсьәләне асыҡлағандан һуң, Разифа Сәлим ҡыҙының күҙҙәренә ҡарап:
– Йома көн киске ундан төнгө өскә тиклем, беҙҙән ниндәй әҙерлек талап ителә? – тигән һорау ҡуйҙы.
– Тимәк, һеҙҙе йома көн төндә ҡайҙа сәфәр ҡылырға йыйыныуығыҙ ҡыҙыҡһындыра? – тине хәйләкәр генә йылмайып Разифа Сәлим ҡыҙы.
– Эйе, – тине Юнир, һис икеләнеп тормайынса, – нәмәләр була, кемдәр бара һәм минән нәмә талап ителә?
– Кейем-һалымығыҙ ул хәтле етди булмаһын инде, еңелсәрәк кейенегеҙ. Үҙегеҙ менән берәр егетте алһағыҙ, етә. Тағы, мине һаҡлайым, тип пистолет, автомат тағып йөрөмәгеҙ. Шулай ҙа, “Ҡала уттары” менән һөйләшеп, берәр урын алып ҡуйһағыҙ, яҡшы булыр ине. Мин бында йылдан артыҡ булманым, урындағы мөмкинлектәрҙе белмәйем. Шулай ҙа, тегенән ҡайтҡас, елләнеп алырға иҫәбем юҡ түгел.
– Яҡшы, бөгөн үк һөйләшербеҙ, – тине Юнир.
– Көтөп тороғоҙ, – тине Разифа, – һеҙҙең ғаилә хәле бындай мөмкинлектәрегеҙҙе, йәғни, төнгө клубҡа сәфәрегеҙҙе, күтәрә алырлыҡмы?
– Быныһы – беҙҙең эш, – тине Юнир, мөмкин тиклем киңерәк йылмайып, – быныһы өсөн борсолмағыҙ.
Юнир уйға ҡалды. Анкеталар, белешмәләр алдында ята, унда өйләнмәгән икәнлеге яҙылған. Әллә үҙенсә, өҫтәлмә мәғлүмәттәр генә талап итәме?
Бер арала Йәмиләгә шылтыратып, был аҙнаның бик мәшәҡәтле булыуы хаҡында киҫәтеп ҡуйҙы.
– Төндә ниндәй эш ул? – тип аптыранды ҡыҙ. – Һин тәүлек әйләнәһенә эшләргә уйламайһыңдыр?
– Был хаҡта мин берәүгә лә әйтергә тейеш түгелмен, – тине Юнир, – үҙем дә белмәйем, бәлки сит илдән ҡунаҡтар барҙыр.
– Белмәйем, белмәйем, – тине Йәмилә, – һин мине бер аҙ аптырата башланың.
Юнир төнгө клубҡа шылтыратып, байтаҡ мәшәҡәтләнде. Һуңынан ғына төшөндө, улар бит төндә эшләй, бәлки көндөҙ ял итәләрҙер? Байтаҡ көтөргә тура килде. Андрейға ошо хаҡтта әйткәйне, ул кәңәш бирҙе:
– Йыйыштырыусыһы булмаһа, берәй һаҡсы һымағыраҡ кешеһенә, сит илдән ҡунаҡтар бар, шуларҙың аяғы аҫтында ел үткәреп алырға кәрәк. VIP мөмкинлектәрегеҙ беҙҙе ҡыҙыҡһындыра, тип әйтеп ҡара, тине.
Юнир өндәшмәне, шулай ҙа кәңәште хәтеренә һалып ҡуйҙы. Бәлки, ысынлап та, һөйләшеүҙе ошо юҫыҡтараҡ ҡорорға булғандыр? Шуға Андрейҙың әйткәнен шыпа үҙгәртеп, сит илдән ҡыҙым ҡайтты, уға ҡаланың иң шәп урындарын күрһәтергә ине. Беҙҙе ВИП мөмкинлектәр ҡыҙыҡһындыра, тип әйтеүенә, трубканы һалып өлгөрмәне, клубтан шылтырата ла башланылар һәм иң юғары кимәлдә ҡабул итәсәктәрен һәм хеҙмәтләндерәсәктәрен белдерҙеләр.
Кисен Юнир үҙе ҡарап, танышып сығырға булды. Үҙең барып баһалауға етмәй инде ул. Кисен клубтың топ-менеджеры, үҙе сығып ҡаршы алды. Тәүҙә Юнир хаҡында белергә теләп, әллә күпме һорауҙар бирҙе. Егет күбеһен ишетмәмеш булды.
– Ниңә ул хәтле өтәләнергә, ваҡыты етер, белерһегеҙ. Ә әлегә күрһәтегеҙ, нимәләрегеҙ бар?
– Айырым ишектән, ошонан, керәсәкһегеҙ. Эстә тартыу тыйыла, шуның өсөн, бынауында тәмәке тартырға* мөмкин.
– Бынау кабина һеҙгә оҡшаймы? Әйҙәгеҙ, – тине менеджер.
Кереп ҡаранылар, ҡәнәфиҙәрен бик үк таҙа тип әйтеп булмай. Шунда уҡ ап-аҡ япмалар түшәргә булдылар.
– Ә бына, өҫтәге кабина нисек?
– Оһо! Быныһы, бына, аҙмы-күпме беҙҙең ҡунаҡтың ихтыяждарына яуап бирерлек. Етмәһә, бынан залдың мөйөшө генә түгел, яртыһынан күбе, ус төбөндә ятҡан һымаҡ, күренә.
Бик
 
оҙаҡлап, ашамлыҡтарҙы, эсемлектәрҙе ҡаранылар.
– Бынау виски – 5 мең һум. Бына – 30 мең һумлығы бар.
– Ә арзанлыһының ысын булыуын, 30 мең һумлығының ялған түгеллеген кем раҫлай ала? – тине Юнир.
Менеджер, күҙен дә йоммай:
– Икеһе лә ысын эсемлек, бер ниндәй ҙә суррогат, фальсификат юҡ, – тине, – ҡунаҡтың кимәленә ҡарап, беҙ эсемлекте үҙегеҙ менән алып килергә рөхсәт итәбеҙ. Был һеҙгә лә, беҙгә лә аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолорға ярҙам итәсәк.
– Әгәр теләһәгеҙ, мин һеҙгә ҡойоп бирә алам, – тине менеджер Юнирға.
– Юҡ, юҡ, рәхмәт! Беҙ эш өҫтөндә.
Дөйөм алғанда, “Ҡала уттары” Юнирға оҡшаны. Төнгө клубта беренсе тапҡыр булғаны өсөн генә түгел. Сөнки кем ял итергә теләй, үҙенең мөмкинлектәренән, йәғни, кеҫәһенән сығып, һайлай. Разифа ханбикә түгел, төбәк кимәлендә билдәле предприятие хужаһының ҡыҙы, хатта үҙе лә киләсәктә ошо заводты тулыһынса үҙ ҡарамағына алмағайы. Төнгө клубта ғына йөрөрлөк мөмкинлектәре бар.
Егет һуңынан Ғәлинуров янына инде һәм Разифа Сәлим ҡыҙы ҡатнашлығында йома көндө үтәсәк сараға әҙерлек хаҡында кәңәшләште.
– Нимәләр эшләнең? – тип һораны шунда уҡ Зиннур Мәхмүтович.
– Әлегә Разифа Сәлим ҡыҙы ял итеү мөмкинлектәрен ҡарай. Бында йылдан артыҡ булғаны юҡ икән, шуға таныштары килеп сығыр, тип уйламайым. Ҙур зал эргәһендә ике VIP кабина бар. Шуларҙың береһендә ултырасаҡ, унда – алты урын. Әгәр теләһә, өс-дүрт кешене ҡунаҡҡа саҡыра ала. Андрей ишек төбөндә торасаҡ, мин – бынауында артта һәм эргәһендә ултырасаҡмын. Эсемлеккә килгәндә, үҙебеҙ менән алырға булдыҡ.
Эсемлек хаҡында һүҙ сыҡҡас, Ғәлинуров һиҫкәнде:
– Һин нисек уйлайһың, ул шунда эсеп ултырыр, тиһеңме? – тине ул, Юнирға ҡарап.
– Белеп булмай, музыка, шау-шыу. Шауҡымға бирелеп, бер аҙ рюмка тотоп алһа ла, насар булмаҫ*. Ҡабымлыҡтарҙы үҙҙәре әҙерләйҙәр.
Ғәлинуров тынысланғандай булды, ләкин күңелендә шик тыуҙы. Ул төнгө клуб тигәндәрен кем уйлап тапҡандыр, шунда, эсмәйенсә генә, хәл итеп булмаймы икән?
– Ҡара, Юнир, – тине ул ҡаты ғына итеп, – бик ныҡ ҡара. Сәлим Ғилметдинович миңә әйтте, мөмкин тиклем, ҡурсалағыҙ, һаҡлағыҙ, бер-бер бәләгә тарып ҡуймағыҙ, – тине.
– Бөтәһе лә тәртиптә буласаҡ, – тип ышандырҙы Юнир, – тауыш-тынһыҙ ғына йөрөп ҡайтырбыҙ.
Йоманы Юнир айырыуса тулҡынланып көтөп алды. Бөгөн уның яҙмышы хәл ителмәгәйе. Етмәһә, ике тапҡыр Йәмиләһе шылтыратты. Бәлки уға әйтмәҫкә булғандыр? Арыным, ял итәм, тиер ҙә ҡуйыр ине. Юҡ, һис тынысланырлыҡ түгел.
– Мин һиңә ошонан да артығын әйтә алмайым, – тине Юнир, – шәмбе көндө һөйләшербеҙ. Шунан һуң, онотма, минең телефон төрлө яҡтан тыңланылыуы ихтимал һәм минең эш урынымды юғалтҡым килмәй.
Ошо хаҡта ишеткәс, ҡыҙ телефонын һүндереп үк ҡуйҙы
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: