+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2021, 18:00

САЛҒЫ, САП... Хикәйә

Һыҙылып таң ата. Арина апай икенсе мәртәбә инде Василдең карауаты янына барҙы – уятырға ҡыйманы. – Бигерәк һуң йоҡларға яттың шул, улыҡайым, – тип уйланы әсә. – Ну, был йәштәрҙе!.. Бер генә уйынды ла ҡалдырмайҙар. Уятмаһаң – ҡояш ҡыйыҡҡа менгәнсе йоҡлаясаҡ... Василь, Василь! Тор! Василь нимәлер мығырланы. Улының яраланған һул ҡулына ҡарағас, әсәнең йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Карауат ситенә ултырҙы ла шырауланған усы менән алһыу йөйҙө һыйпаны. – Салғы менән нисек һелтәнһен инде? Еңелерәк эш бирҙеләр, ә ул юҡ! Тыңларға ла теләмәй. Ҡулға ниндәйҙер физкультура кәрәк, ти.

САЛҒЫ, САП... Хикәйә
САЛҒЫ, САП... Хикәйә

Йоҡо аралаш Василь йылмайҙы, ҡуйы ҡаштарын бергә ҡушты ла шым ғына бышылданы:

– Галя!

– Ҡара һин уны! – тип әйтеп ҡуйҙы әсә. – Себеш төштә лә киндер күрә... Тор!

Күҙҙәрен асыу менән, Василь шунда уҡ һикереп торҙо.

– Нимә, һуңланыммы? Эй, әсәй, уятырға ҡуштым да баһа... Иртәнге ашты яланға килтер, ҡайын һуты алырға онотма. Лапаҫ аҫтынан ике салғы алғас, береһен кисә тапағайны – һынап ҡарарға кәрәк! – урамға сыҡты.

Яланға еткәс, Василь туҡтаны, ҡайраҡ сығарҙы, һәм салғы йөҙө йырларға тотондо:

– Салғы, сап,

Әлегә ысыҡ...

Яланда салғысыларҙың аҡ күлдәктәре күренеп ҡала. Ваҡыт-ваҡыт салғыларҙың тимер сыңы яңғырай. Үләндәрҙә һәм ҡыуаҡ япраҡтарындағы ысыҡ иртәнге ҡояш нурҙары аҫтында күҙҙе сағылдыра, йылға өҫтөн ҡуйы томан ҡаплаған...

Беренсе бакуй һутлы буй булып ергә ята. Сабылған, сәскәләр менән биҙәлгән үләндәргә ҡарап, Василь Галинаның сәскәле таҫма менән үрелгән ебәк толомдарын иҫкә төшөрҙө. Киске кисә һәм һаубуллашыу... Их, өҙә баҫып бейеүҙәр!

– Салғы, сап!..

...Бер аҙҙан иңдәренә тырма һалған ҡыҙҙар уҙҙы. Йырлайҙар, көлөшәләр, кисәге кисәне иҫтәренә төшөрәләр. Күрше туғайға бесән әйләндерергә бара улар. Яландан үткәндә күпме генә ҡарамаһын, Галя Василде шәйләмәне.

“Үлән араһына ҡастымы икән ни? – Ҡыҙ аңламаны. – Күләгәгә ятҡанмы? Бәлки, был уның алы түгелдер? Ләкин Василдың сигелгән күлдәге бында эленеп тора бит”.

– Эй, ҡыҙҙар! – Ҡапыл Галя ҡысҡырып ебәрҙе. – Аяғыма шырау керҙе!..

Һыңар аяҡта яҡындағы төпһәгә һикерәңләне. Ҡыҙҙар туҡтаны...

– Барығыҙ, барығыҙ, – тип үтенде Галя. – Былай ҙа һуңлайбыҙ. Мин үҙем... һеҙҙе ҡыуып етермен...

Әхирәттәренән тороп ҡалғас, Галя борсолоуҙарын ҡысҡырып әйтте:

– Ҡайҙа булды һуң? Эшем эйәһе!.. Эй-й!..  – Василде тағы ла саҡырҙы, тик яуап та, сәләм дә юҡ! Ҡулына салғы алды ла һелтәнергә кереште.

– Салғы, сап!..

“Йоҡоһон туйҙырһын, әйҙә. Бына бер әҙәм страмы... Етмәһә, кейәү!”

Бер аҙҙан уйҙары икенсе йүнәлештә йөҙә ине: “Бәлки, ҡулы яңынан ауыртҡандыр? Яраһы асылғандыр? Ә мин ҡанығам!.. Егет оятҡа ҡалмаһын өсөн, алдын саба торайым”.

Ҡыуаҡтар араһынан килеп сыҡҡан Василь бесән сабыусы Галяны күрҙе. Һулышын ҡыҫып, шым ғына етеҙ салғысы янына барҙы ла ҡулдары менән ҡыҙҙың күҙҙәрен ҡапланы. Ҡурҡышынан Галя салғыһын саҡ табанына ҡаҙаманы. Иҫенә килгәс, асыуланды:

– Шаярма әле! Нисек һиңә ояттүгел? – Василдең ҡулдарын ысҡындырғас, дауам итте: – Кешеләр бер быуа эшләне лә инде, ә һинең өс кенә бакуй!..

– Галя! Мине тимерлеккә саҡырҙылар. Урғыс боҙолған. Ярҙам итергә тура килде...

– Аҡланма! – Галя, Василдең ғәйепле түгел икәнен белһә лә, һүҙенән ҡайтманы.

Василь ҡыуаҡтан икенсе салғыны алды ла уның артынан төштө.

– Аяғымды ҡырҡаһың! – тип ҡысҡырҙы Галя, артынан килгән Василде күргәс.

– Артта ҡалма!

– Беләһеңме, Василь, мин ҡабат бесән әйләндерергә бармайым. Күрәһең бит, мин саба беләм...

Был ваҡытта Арина апай Василға иртәнге аш алып килә ине. Улын Галя менән күргәс, ул өйөнә кире боролдо. Баҡса янында күршеһен тап иткәс, ашығып һөйләргә тотондо:

–  Ҡаралекәйем, Матрена, улыма иртәнге аш алып бара инем, унда ике салғысы! Галя уның менән бесән саба! Ә мин, гонаһ шомлоғо, тәбейәне өс йомортҡанан ғына бешергәйнем. Икеһенә лә етерлек итәйем тип, кире боролдом. Хоҙай шаһит, көҙгә улымды өйләндерәм. Һине лә, тауыҡтарың баҡсамда соҡонһа ла, иң түргә ултыртам!.. Күрерһең әле, дан туй буласаҡ!

 

СССР-ҙың халыҡ рәссамы Виктор Ивановтың “Салғысылар” картинаһынан фоторепродукция.

“Крокодил” китапханаһынан.

1960 йыл.

Автор:Алесь РЫЛЬКО, белорус яҙыусыһы.
Читайте нас: