0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабрь 2021, 10:00

ЗӨЛХИЗӘ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)

Шулай бәхеткә сорналып йәшәп ятҡанда фин һуғышы башланып китте. Ауылдаштары менән бергә Хәлиулланы ла һуғышҡа алдылар. Күп тә үтмәй, уның үлем хәбәре килде. Хәлиуллаһының үлеменә ышанманы Зөлхизә, ышанырға теләмәне, һуғыш бөткәс тә, иҫән ҡалғандар ҡайтып бөткәс тә, өмөтөн өҙмәне. Ҡайныһы ла йөк башынан ҡолап имгәнеп, ике-өс ай ыҙаланып ятҡандан һуң яҡты донъя менән бәхилләште.

ЗӨЛХИЗӘ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)
ЗӨЛХИЗӘ Хикәйә Икенсе өлөш (аҙағы)

Бер мәл Зөлхизәне ҡайныһының бер туған ҡустыһының улы Ильяс һората башланы. Ҡатын ризалыҡ бирмәне. Ильяс тәүәккәлләп, үҙе һөйләшеп ҡарарға булды. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә. Зөлхизә ферманан ҡайтып, ишек алдына инеүгә, һарай яғынан кемдер килеп сыҡты.

– Кем унда? Аһ-аһ, Ильяс, нишләп йөрөйһөң ул?

– Һине көтәм, еңгә...

– Әйҙә, өйгә инәйек.

– Юҡ, бында ғына һөйләшәйек.

– Атаҡ, аулаҡта егет менән һөйләшеп тормаға мин ҡыҙ кеше түгел дә.

Зөлхизә өйгә ынтылды.

– Туҡта әле, еңгә... – Ильяс Зөлхизәнең ҡулына ҡағылды.

– Ебәр, Ильяс, кеше күрер.

– Еңгә, ризалығыңды бир, Сәхиулла ҡустымды үҙ баламдай ҡарармын, үҙ ағайымдың улы бит.

– Ә бейемемде ҡайҙа ҡуйырһың? Уны кем ҡарар? Йәүҙәт ҡәйнешем дә бәләкәй әле, мин уларҙы ташлап китә алмайым. Уларҙың минән башҡа таяныр кешеһе юҡ.

– Ярҙам итермен, ҡарармын уларҙы ла...

– Юҡ, ҡәйнеш, нимәгә һиңә балалы ҡатын, ана, күпме ҡыҙҙар ауылда.

– Еңгә, миңә һин генә кәрәк.

– Юҡ, Ильяс, башҡаса мине ҡарауыллап йөрөмә, минең ғаиләм бар, – тине лә Зөлхизә өйөнә йүгерҙе.

Был хәлдән һуң ике-өс көн үткәс, Зөлхизә эштән ҡайтып инһә, өйҙә Ильяс бейеме Хәйерниса менән һөйләшеп ултыра. Сәхиулла менән Йәүҙәт тә шунда урала.

– Әйҙә, балам, сисен, бына һине ҡунаҡ көтә, – Хәйерниса әбей яулығын ҡайырып, йөҙөн ҡапланы.

– Ниңә килдең? Ильяс, башҡаса килмә, тинем бит мин һиңә.

Зөлхизә бейеме янына ултырып, уның ҡаҡса кәүҙәһен күкрәгенә ҡыҫты. «Илама, бейем, мин һеҙҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем. Бар, Ильяс, хәҙер үк сығып кит, башҡаса килеп йөрөмә...»

– Туҡта әле, килен, ашыҡма, яйлап кәңәшләшәйек. Ошоға тиклем бер һүҙһеҙ ҡараның, рәхмәт, Хәлиулланың исеменә тап төшөрмәнең, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең, һин әле йәшһең, ғүмер буйы беҙҙе көтөп ултыра алмаҫһың, Ильяс беҙгә ят кеше түгел. – Хәйерниса әбей Ильясҡа табан боролдо. - Бер генә үтенесем бар, Ильяс улым, һиңә, Сәхиулламды, Хәлиулламдың бер бөртөгөн ҡаҡма, үҙ ҡаның, үҙ һөйәгең, ят бауыр түгел. Килен, ир балаға ир ҡулы кәрәк, Ильяс улымдың кендеген үҙем киҫтем, күҙ алдымда үҫте, яңғыҙ ҡәйнешемдең улы, унан да уңайлы кеше булмаҫ.

– Еңгә, – Ильяс телгә килде, – үҙем һеҙҙә йәшәр инем, риза булһаң...

– Ҡуйсы, булмаҫты, кеше көлдөрөп, һин ҡыҙ кешеме әллә? Ильяс Хәйерниса әбейгә килен булып төшкән, тип күҙеңде лә астырмаҫтар.

– Көлһөндәр, көлөр-көлөр ҙә туҡтарҙар, – тине Ильяс Зөлхизәнең ыҡҡа килә башлауына ҡыуанып.

– Мин Хәйерниса инәйҙе лә, барығыҙҙы ла алып ҡайтыр инем дә, әсәйем риза түгел.

– Апһыныма һүҙ тейҙермәгеҙ, мин дә риза булмаҫ инем өс имгәк эйәртеп килгән киленгә.

– Беҙҙең өсөн үҙ әсәйендән баш тартаһыңмы?

– Баш тартмайым да...

– Юҡ, улай булмай инде. Белмәйем, улай бик ныҡышҡас, – Зөлхизә аптырап бейеменә ҡараны, –  әсәйеңде лә алып кил һуң...

– Килә буламы ул...

– Улайһа, һин дә килеп йөрөмә, әсәһен ташлап сығып киткән кешегә беҙ нисек ышанайыҡ? Ғәйепләмә, Ильяс, үҙ тиңеңде тап, минең башҡа әйтер һүҙем юҡ. – Ильяс ауыр ҡуҙғалып, урынынан торҙо ла ишекте шарт ябып сығып китте.

Ятҡас та тиҙ генә йоҡлап китә алманы Зөлхизә. Ҡатын-ҡыҙ һөйөү-һөйөлөү өсөн яратылған зат шул. Хатта һине һөйгән кешегә битараф булған хәлдә лә, ҡайҙалыр һине һөйгән, һиңә табынған кеше барлығын белеү йөрәкһетә, күңелде йылыта, ымһындыра. Ильяс иҫенә төшкән һайын Зөлхизәнең күңеле кинәт кенә ҡалын болоттар араһынан йылмайған ҡояштай, бер миҙгелгә генә балҡып китә, уны осратҡан һайын йәш ҡатындың йөрәге елкенә, яғымлы ҡарашынан юғалып ҡала, шул уҡ ваҡытта Хәлиулла менән йәшәгән бәхетле йылдарын хәтерләп, уға хыянат иткәндәй, күңел ғазабы кисерә, үҙе лә аңлап бөтә алмаған ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар солғанышында ҡала.

Иртәнге һауындан ҡайтып, сәй эсергә ултырғайнылар ғына, Ильястың әсәһе Гөлбоҫтан әбей килеп инде. Хәл-әхүәл белешеп, берәр сынаяҡ сәй эстеләр. Бер мәлгә тымып ҡалдылар, һүҙ ялғанманы. Көсөргәнешле тынлыҡты Гөлбоҫтан әбей боҙҙо:

– Хәйерниса еңгә, Зөлхизә килен, аптыраған көндән килдем. Ильясым һеҙгә килеп ҡайтҡандан бирле үҙенә урын тапмай. Тел ҡайырып һүҙ ҡатҡаны юҡ, төнөн дә уфтанып сыға. Үҙем килергә булдым. Атаһы мәрхүмгә оҡшап, ғәрсел, ҡыҙыулығы ла бар. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, уртаҡ тел табырбыҙ, иншалла, тип күҙ терәп килдем әле.

– Мин дә ҡаршы түгел дә ул, килен ни, һеҙҙе ташлап китмәйем, ти ҙә ҡуя бит, беҙ ни Йәүҙәт менән нисек тә үҙебеҙ көн итер инек.

– Зөлхизә килен, Хәйерниса еңгә, бергә-бергә йәшәрбеҙ әле, балаларҙы ла бергәләп ҡарарбыҙ, өйөм тар булһа ла, күңелем киң. Мин ни ике уртала йөрөрмөн, өлкән улым да алыҫ йәшәмәй бит, кире ҡаҡмағыҙ инде.

– Рәхмәт, Гөлбоҫтан килен, әйтеүеңә, мин урынымдан ҡуҙғалмайым, Ильяс менән Зөлхизәгә фатихамды бирәм. Хәлиуллам үҙе ҡайтҡан булһа, ошолай өс тол бисә сыуылдашып ултырыр инекме ни, киленемде үҙ баламдай яҡын күрәм, Сәхиуллам менән икеһен йөрәгемдән һурып бирәм, рәнйетә торған булһағыҙ, апһыным тим тормам. Бөртөк кенә ейәнемде артыҡ күреп бирмәйем, атайһыҙ баламды әсәйһеҙ ҙә итәйемме алып ҡалып. – Хәйерниса әбей яулыҡ осо менан күҙҙәрен һөртөп алды.

– Хәйерниса инәй, рәнйеп ҡалма, килеп ярҙам итеп торорбоҙ, үҙең дә килеп йөрөрһөң, Алла бойорһа, ҙур итеп өй һалам, Йәүҙәт менән һине лә, әсәйемде лә алып бергә йәшәрбеҙ, – тине Ильяс Зөлхизә менән Сәхиулланы оҙатып алып ҡайтҡанда.

Ят йортҡа ла, Ильясҡа ла өйрәнеп китеүе еңел булманы Зөлхизәгә. Әммә Ильяс иғтибары һәм һөйөүе менән уның күңелен көндән-көн нығыраҡ яулай барҙы, айырыуса Сәхиуллаға булған йылы мөнәсәбәте ихтирамын уятты. Биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Хәйерниса әбейгә лә ярҙам итергә өлгөрҙө. Сәхиулланы күтәреп алып барып, Хәйерниса әбейгә индерә лә үҙе сығып йә ҡар көрәй, йә йылғаға төшөп, мәке уйып, һыуын килтерә, утынын да соланға ташып өйөп ҡуйҙы. Зөлхизә лә бара һалып иҙәндәрен йыуып сыға, керҙәрен йыуып элә. Татыу ғаиләгә бәхет өҫтәп, көҙ етеүгә улдары тыуҙы. Ильяс яңы йортҡа нигеҙ һалды. Тик бөтә уй-хыялдарҙы селпәрәмә килтереп, тағы ла илгә яу ябырылды. Был юлы Германия һуғыш башланы. Ильяс тәүгеләрҙән булып һуғышҡа китте һәм һуғыштың икенсе йылында «ҡара ҡағыҙ» килде.

Зөлхизә тағы ла тол ҡалды. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә ферма һыйырҙарын һауып ҡайтҡас, бесән сапты, эҫкерт һалды, ҡыш көндәре үгеҙ егеп, колхоз һыйырҙарына ҡырҙан бесән ташыны, саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, балтаһын биленә ҡыҫтырып, Йәүҙәт менән Сәхиулланы эйәртеп, йылға буйына тал ҡырҡырға барҙы. Малайҙар ҡул санаһы менән ҡырҡҡанын өйгә ташыны. Ике өйҙө йылытып тороуы ауырлашҡас, күҙҙәре лә һуҡырайып ҡалған Хәйерниса әбейҙе ай-вайына ҡарамай Зөлхизә үҙҙәренә күсереп алды. Үҙе эштә ваҡытта бәләкәй Айҙар ҙа, Хәйерниса әбей ҙә Гөлбоҫтан бейеме ҡарамағында булды.

Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш, ниһайәт, тамамланды. Бәхетле ҡатындарҙың ирҙәре әйләнеп ҡайтты, тик Зөлхизәләрҙең оло ғаиләһенә ҡайтыр кеше юҡ. Бер көн шулай Гөлбоҫтан әбей ҡайҙалыр сығып киткәйне. Түр башында ултырған Хәйерниса әбей Зөлхизәгә өндәште:

– Килен, ултыр әле эргәмә, бик күптән уйлап йөрөгән бер кәңәшем бар ине, –тине лә үҙе туҡтап ҡалды, һүҙен башлай алмай бергилке ултырғас, телгә килде:

– Ни, килен, Йәүҙәт ҡәйнәшеңдең үҫкәнен көт инде...

– Бәй, көтмәй мин ҡайҙа китәйем?

– Юҡ, килен, һин аңламаның, ир булып еткәнен көт, тиеүем. Ир бала тиҙ үк үҫә лә китә ул, ана хәҙер үк ҡул араһына инеп бара. Бер-ике йылдан бынамын тигән ир булыр, Алла бойорһа, йәш айырмаһы йәшәй килә тиңәлә, тигеҙләнә ул.

– Тәүбә тигән, бейем, нимә һөйләйһең һин? Оялмай... Үҙем ҡарап үҫтергән баланы... Кеше ишетмәһен... Ике улығыҙҙың башына еттем бит инде, өсөнсөһөн дә һәләк итәйемме? Бәлки, миңә, мин бәхетһеҙгә өйләнмәһәләр, иҫән ҡайтырҙар ине, – тип илап ебәрҙе Зөлхизә.

– Эй, балаҡайым, миңә еңел тиһеңме был һүҙҙәрҙе әйтеүе. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙем мин был ҡарарға килгәнсе. Һине лә, балаларҙы ла йәлләп әйтеүем, йә үгәй атай ҡулына ҡалырҙар, йә тырым-тырағай таралашып бөтөрҙәр тип ҡурҡҡандан ғына...

– Күрәһең, миңә ир менән йәшәргә яҙмағандыр. Ә Йәүҙәтте мин үҙемдең улым тип иҫәпләйем, Сәхиулла менән Айҙарға ағай булып, күҙ-ҡолаҡ булып йөрөһә, миңә шул еткән, артығына өмөт итмәйем. Һин дә онот, бейем, был уйынды, Йәүҙәт ишетмәһен, яҙмышыма ризамын, өс улым, ике әсәйем бар.

– Уныһына рәхмәт, килен, аҡыллыһың шул һин, етеҙ аҡыллыһың.

Әммә беҙ, ҡатындарҙың даланы шул бит: бала табыу, бала бағыу. Әле бит һинең, киленем, бала табыр әмәлең бар. Шул әмәлең бушҡа китмәһен тип кенә әйтеүем...

– Әллә инде, бейем...

Улар етәкләшеп тупһанан төшөүгә Гөлбоҫтан әбей ҙә ҡайтып инде, өсәүләшеп, тупһа янында торған эскәмйәгә теҙелделәр. Ҡояш йылыһына наҙланып, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырғанда, йүгерешеп малайҙар ҡайтып инде.

– Әсәй, ҡәртәсәй, өләсәй, беҙ үҙебеҙҙең өйҙө барып күрҙек, – тип тәтелдәне бәләкәс Айҙар.

– Ниндәй өйҙө, улым? – Хәйерниса әбей ҡулдарын һуҙып, уны үҙенә тартып, тупылдатып һөйөп алды.

– Тегендәге, – тип ҡулын болғаны малай.

– Мин үҙебеҙҙең өйҙө – Ильяс ағайым һалған нигеҙҙе күрһәттем ҡустыларыма. Унда Йәүҙәт ағайым бүрәнә әрсеп йөрөй...

– Бүрәнә әрсеп?..

Бәләкәс Айҙарҙың был һүҙҙәре Зөлхизәне телһеҙ ҡалдырҙы. Хәйерниса бейеме менән улы Айҙар һөйләшеп ҡуйғандар, тиерһең. Гүйә улар икеһе лә «Йәүҙәттең үҫкәнен көт» тип ҡабатлаған кеүек тойолдо Зөлхизәгә...

(Аҙағы). 

Иллюстрация: Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рафаэль Ҡадиров картинаһынан фоторепродукция. 

Автор:Фәриғә КҮҪӘКОВА.
Читайте нас: