-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Декабрь 2021, 18:31

АУ Хикәйә Беренсе өлөш

Түңәрәк аҡ йөҙлө, аҡһыл төҫтәге һирәк сәсле, ерәнһыу керфекле, киң маңлайлы, кәүҙәгә тәпәш, әммә йыуантаҡ бабайымды (әсәйемдең өлкән ағаһы) мин үҙемде белә башлағандан бирле беләм. Ул беҙгә күберәк йәй килә, килгән көндәре байрам төҫөн ала, өйҙә ниндәйҙер  күтәренкелек, күңелле һөйләшеүҙәр, ҡунаҡ күрһәтеүҙәр башлана. Әсәйем тарафынан да, атайым тарафынан да уға иғтибар ҙур: береһе ағай тип өҙөлә, икенсеһе ҡайнаға тип өтәләнә. Өҫтәлдән самауыр төшмәй, кистәрен бал балы ултыртыла. Бабайым балыҡ ярата, шуға ла уның был йомшаҡлығын яҡшы белгән атайым көн дә тиерлек бер биҙрә балыҡ алып ҡайта (ул саҡта ау менән балыҡты ауылда бер Мәүлимбирҙе бабай ғына тота торғайны, бөгөнгө һымаҡ бер кем дә йылым менән йөрөмәне, шуға ла ауыл эргәһенән генә аҡҡан Еҙемдә балыҡ күп ине. Атайым эшкә киткәндә Мәүлимбирҙе бабайға балыҡ кәрәк икәнен әйтеп китә, кисен алып ҡайта). Әсәйем йәшелсә баҡсаһындағы ҡойо эргәһендәге тәпәш өҫтәлдә таҙарта. Бер өлөшөн, бөгөнгө кис һыйын, ҙур табала ҡыҙҙыра, икенсеһен, күберәген, икмәк һала торған оло мейескә ут яға ла, күмерен тартып, суйын сөгөнгә тултырып, төнгөлөккә ултырта. Уныһы – иртәнге ризыҡ. Һөйәктәренә тиклем майҙа ҡурылып бешкән ул балыҡтың тәмлелеге! Бабайым ҡәнәғәт, маҡтай-маҡтай ашай, үҙе ихлас, күңелсәк, шаян.

АУ Хикәйә Беренсе өлөш
АУ Хикәйә Беренсе өлөш

Үҫә төшөп, уҡырға барғас, бабайым уҡыуым менән ҡыҙыҡһына, ҡайһы предметты яратыуым хаҡында һорай. Юғарыраҡ кластарҙа инде ниндәй китаптар уҡыуымды белешә, яҡшы уҡырға, ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа, маҡсатлы йәшәргә, художестволы әҙәбиәт менән дуҫ булырға өндәй. Туғыҙ-унынсы кластарҙа мин уның билдәле яҙыусы икәнен белә инем, гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, хикәйәттәрен уҡыйым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәҙисә апай, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрүә апайҙар йыш ҡына уның хикәйәләре, хикәйәттәре буйынса диктант, инша яҙҙыра, авторы — беҙҙең яҡташ, ошо класташығыҙҙың бабаһы, тип миңә күрһәтә. Бындай саҡтарҙа башым түбә таҡтаһына тейерҙәй булып ғорурланып ултырам...

Өфөләге фатирҙарында китаптарының күплегенә хайран ҡала торғайным. Унда башҡорт, рус, башҡа телдәрҙә туғандаш, донъя әҙәбиәте классиктарының томдары, әҙәби тәнҡит, фольклор, философия буйынса китаптар, сәйәсәт, театр, кино, һынлы сәнғәт, скульптура, рәссамдарҙың альбом-каталогтары, ҡалын-ҡалын энциклопедиялар, һүҙлектәр... Бындай миҡдарҙағы китаптар беҙҙең мәктәп китапханаһында ла булмағандыр.

Китапханаһына бәйле бер ваҡиға, дөрөҫөрәге, минең һорауыма уның яуабы иҫтә. Һигеҙенсе класта уҡығанда булһа кәрәк, атайым менән уларға килдек. Ҡышҡы каникул мәле ине. Ниндәйҙер яңы сыҡҡан әҙәби китапты кәштәнән һурып алып, ҡараштыра башланым. Шул мәл әбейем сәй эсергә саҡырҙы. Мин китапты диванға һалдым да ванна бүлмәһенә ҡул йыуырға йүнәлдем. Бабайым минең арттан: “Китапты урынына ҡуй! – тине ҡәтғи тауыш менән. Мин йәһәт кенә боролоп әлеге китапты алған еремә тыҡтым. – Бында алты меңдән ашыу китап, килгән һәр кем алған китаптың урынын бутаһа, мин үҙемә кәрәген нисек табам? Мин уларҙың ҡайһыһы ҡайҙа тороуын ятлап бөткәнмен. Алғанһың икән, урынына ҡуйырға ғәҙәтлән”.

– Һалып ҡына торҙом бит, сәйҙән һуң алыр инем, – тип мөңгөрҙәнем. Ғүмерлек һабаҡ булды ул һүҙҙәр минең өсөн, китапты ғына түгел, ғөмүмән, алған, ҡулланған, тотонған һәр әйберҙе урынына һала барырға өйрәтте...

Икенсе килгәнемдә, нисектер ҡыйыуланып: “Был китаптарҙың барыһын да уҡыныңмы?” – тип һораным. “Үҙемә кәрәген уҡыным”, – тине. “Алты меңдән нисәүһе кәрәк булды инде?” – тип ныҡышам. “Бөтәһе лә”, – тине бабайым. Мин ошоға тиклем дә, аҙаҡ та бындай бай китапхананы бүтән бер кемдә лә күргәнем булманы.

Юғары уҡыу йортонда математика факультетын тамамлаһам да, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу, бөтә буш ваҡытта художестволы китап уҡыу – уның йоғонтоһолор тип уйлайым – ғүмерлек ғәҙәткә әйләнде. Алты мең үк булмаһа ла, байтаҡ китап йыйылды. Һатып алып уҡый барам, кәштәгә теҙә барам...

Бабайым илле йәшен тултырғас та фажиғәле рәүештә һәләк булып ҡуйғас (юл аша туҡталышҡа сыҡҡанда машина бәреп китә), китапханаһын улы менән ҡыҙы бүлешеп алды. Әйткәндәй, уларға ла китап ене ҡағылғайны – аталарының өлгөһө. Күп өлөшөн үҙҙәре уҡыған мәктәптәргә бүләк иттеләр. Ә бына ҡулъяҙмаларын – архивын үҙемә алдым. Уларҙы яйлап барлап, танышып, төрлө йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа донъя күргәндәрен бер яҡҡа, сыҡмағандарын бер ерҙә туплап барҙым. Ул бер нисә көндә генә  тамамлана торған эш түгел, байтаҡҡа – айҙарға, йылдарға һуҙылды. Хәйер, үҙем дә әллә ни ҡабаланманым. Һөҙөмтәлә бер-бер артлы өс китабын – хикәйәләр, повестар, шиғырҙар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен нәшер итеп булды. Ваҡыт-ваҡыт ҡалын папкаларҙы, дөйөм дәфтәрҙәрҙе, гәзиттәргә төрөлгән ҡулъяҙмаларҙы аҡтара торғас, яңы әҫәрҙәре лә килеп сыға тора, башланғандары, ташланғандары, герой-персонаждар теҙмәһе, уҡтар менән сыбарланған биттәр (сюжет-композиция ҡоролмаһы, әҫәрҙәрҙең график кәүҙәләнешелер инде) осрай. Шул ваҡытҡа тамамларға тейешмен, эш бара, ҡәнәғәтмен, йәки бармай, оҙаҡ тотона алманым, тигән үкенесле яҙмалар ҙа бар... Шуныһы шатлыҡлы, әҙәби тәнҡит “ҡуҙғалды”: уның дөйөм ижады, донъя күргән әлеге әҫәрҙәре хаҡында матбуғатта мәҡәләләр, рецензиялар, иҫтәлектәр, хәтирәләр, тора-бара күләмле монографиялар яҙыла башланы. Ҡәләм оҫтаһының яңынан тыуыуы ине был, уның әҙәби-ғилми мираҫын яңы күҙлектән барлау, баһалау ине. Үкенескә, һуңлабыраҡ ҡайттыҡ был ижадҡа, үҙе күрә алманы, ғәҙел баһа ишетә алманы...

Бөгөн мин әҙәбиәт һөйөүселәргә бабайымдың ҡулъяҙмалары араһынан табылған хикәйәһен (әҫәр бәлки повесть булараҡ  уйланғандыр ҙа) тәҡдим итәм. Ул мин туплап сығарған йыйынтыҡҡа эләкмәне, һуңыраҡ таптым. Уҡып сыҡҡас әҫәрҙе ... тамамланмағандай тойҙом. Герой өйөнән сыға, әммә тәғәйен еренә барып етмәгән, һаман китеп бара һәм уның ҡасан барып етере билдәһеҙ. Үкенескә, ҡулъяҙманың артабанғы биттәрен, күпме эҙләһәм дә, таба алманым. Әллә өлөшләп-өлөшләп ташығанда берәй ерҙә төшөп ҡалған, әллә башҡа ҡағыҙҙары араһына инеп киткән.  Икенсе уй ҙа килеп ҡуя башҡа: әҫәрҙе ослап өлгөрмәүе лә бар, яңынан ҡайтыу маҡсатында һалып ҡуйыуы ла ихтимал...

Йәнә шуны өҫтәргә кәрәктер: яҙыусының барлыҡ хикәйә, повестары реаль тормош ваҡиғаларына ҡоролһа, йәғни социалистик реализм методына нигеҙләнһә, был әҫәре бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Әҙип ҡулланған алым тип әйтәйемме, форма тип әйтәйемме, бөгөнгө башҡорт прозаһында юҡ, һәр хәлдә күпме уҡып та әлегә тиклем ундайҙы осратҡаным булманы. Ул Франц Кафканың  “Замок” һәм “Процесс”, Кобо Абэның “Женщина в песках” романдарын хәтерләтә, һәр хәлдә, оҡшашлыҡ бар. Әлбиттә, һүҙ авторҙың яҙыу оҫталығы йәки юғары художество кимәле хаҡында бармай, ә геройҙың йәмғиәттә юғалыуы, ә йәмғиәттең уны аңламауы, тормоштоң абсурдлығы хаҡында. Кеше, тормошта әллә күпме кеше менән аралашып йәшәһә лә, ул барыбер ҙә япа-яңғыҙ, яҡлаусыһыҙ, һаҡлаусыһыҙ һәм, ҙурҙан ҡупҡанда, уның бер кемгә лә кәрәге юҡ. Хәйер, мин алғараҡ киттем, әҫәрҙе уҡыусы үҙе баһалар.

***

 

– Булалыр, тик бынан урау түгелме икән? – тип яуапланы водитель, Әсләмдең, район үҙәгенә барыр өсөн ошонда төшөргәме, тигән һорауына. – Ошо тирәлә икәнен пассажирҙарҙан ишеткәнем бар инде.

– Уның ҡайҙа икәнен теүәл генә белмәгәс, бынан ураулығын ҡайҙан беләһегеҙ һуң?

Водитель яурындарын һикертте лә, әллә уңайһыҙланып, әллә Әсләмдең һорауына йәне көйөп, ҡарашын ситкә алды. Ҡаҙҙыҡы ише оҙон муйыны буйлап күмәгәйе үтте, яҫы усы менән етеү сәстәрен һыпырҙы.

– Бында ҡалмаһаң, әйҙә, иптәш булып киләһе туҡталышҡа тиклем бар. Кем белә, бәлки, унан яҡыныраҡтыр.

– Юҡ, ошонда төшәм, ошонда төшөргә тинеләр, – Әсләм йәнә туҡталыш исемен һораны водителдән, эйе, шул, тип ыңғай яуап алғас, рюкзагын арҡаһына ташланы. – Ошо маршрутта йөрөйһөгөҙ, ә район үҙәгенең ҡайҙа икәнен дә белмәйһегеҙ.

– Мин бит тик ошо маршрутта ғына йөрөйөм, ул яҡҡа сыҡҡаным юҡ.

Әсләм өндәшмәне. Төшһөн, нишләп “водителгә иптәш” булып барырға тейеш һуң әле? Бараһы еренә бөгөн барып етергә тейеш тә. Иртәгә уны район үҙәгендә мөһим эш көтә.

Водитель, ярай, мәйелең, тигәндәй, йәнә яурындарын һикертте, оҙон муйыны буйлап йәнә күмәгәйе күтәрелде һәм артабан һүҙ ҡуйыртып тормай ҡуҙғалып та китте.

Туҡталышта Әсләмдән башҡа берәү ҙә төшмәне. Хәйер, кем төшһөн, һуңғы өсмө, дүртме туҡталышты япа-яңғыҙы ғына килде бит. Водитель автовокзалда уҡ, кеше аҙ, биш-алты пассажир өсөн маршрутҡа сыҡмайым, тип юлға ҡуҙғалмаҫҡа ла ниәтләнгәйне, урта йәштәрҙәге бер уҫал, ирҙәрсә ҡалын тауышлы тәтәй ҡатын менән таяҡҡа таянған телдәр ҡарсыҡ ҡырталашып, билет алғанбыҙ, алып барырға тейешһең, юҡһа начальнигыңа инәбеҙ, тигәс кенә сигенде. Бәлки, инәлтеп баһаһын күтәрергә генә теләгәндер. Ә теге ике бисә әллә ни алыҫ китмәне, бер нисә туҡталыштан һуң төшөп тә ҡалды. Был яҡҡараҡ килһәләр, Әсләм район үҙәгенә алып барған юлды, әлбиттә, уларҙан һорашыр ине. Төшкәстәре һорамағанына үкенде лә бит, тик һуң ине. Моғайын да, ауылдаштарылыр, әммә Әсләм уларҙы танымай. Күрше ауылдыҡылар булыуы ла ихтимал.

Туҡталышта кеше юҡ. Аптыраны Әсләм. Ярай, унан башҡа төшөп ҡалыусы булманы, ти, ә теге яҡҡа ултырып китеүсе лә юҡ бит. Белеүенсә, автобус ары киткән һайын ауылдар йышая, унан ҡалалар башлана, кешеләрҙең дә барып-ҡайтыу-йөрөүҙәре артырға тейеш. Ә юҡ...

Өс яғы бетон ҡап-ҡоролманың эсе бысраҡ, һейеп, хатта оло ярау яһап, стеналарына оятһыҙ һүҙҙәр яҙып, шәрә ҡатын-ҡыҙ һындары төшөрөп бөткәндәр. Ул һындар ҙа кеше анатомияһын бөтөнләй боҙоп, дөрөҫөрәге, белмәй, үтә примитив һәм тупаҫ яһалған. Башланғыс синыф балаһы ла шулай төшөрмәҫ. Хәйер, йәштәре оло булһа ла, аңдары шул башланғыс синыфтан ары китмәгәндер инде. Һыйыр, аттар ҙа кергән – тиҙәктәре өйөлөшөп ята. Ямғыр, ҡар яуһа, ел, буран булһа нисек кереп ышыҡланалар икән һуң был хәшәрәткә, тип аптыраны Әсләм. Нишләйһең, беҙҙең ысынбарлыҡ шулай инде, тип уйланы йәнә, үҙешмәкәр рәссамдарҙың ижад өлгөләрен күҙҙән үткәргәс. Ҡайҙалыр, нимәлер яҙырға, төшөрөргә беҙҙең ҡул ҡысып ҡына тора, һәр ерҙә үҙебеҙҙең барлыҡты теркәп китергә өйрәнгәнбеҙ. Уның башҡаларға кәрәкме, юҡмы, уның яҡшымы, насармы икәнен уйлау юҡ.

Ҡағыҙҙар ҙа йәбештерелгән ҡоролма стенаһына. Һыҙылып, мөйөштәре йыртылып, яндырылып бөткән төрлө ҙурлыҡтағы ул ҡағыҙҙарҙың йөкмәткеһе: һыйыр, башмаҡ, ат, тай юғалған, шуларҙы табырға ярҙам һорайҙар, малдарының йәшен, төҫөн, башҡа билдәләрен, ауылдар исемен, үҙҙәренең исем-фамилияларын яҙғандар. Йәштәр бер-береһенә сәләм ҡалдыра, үҙенең ауылға шул көндә ҡайтасағын белдерә, ир-ат исемдәре менән ҡатын-ҡыҙ исемдәре араһына ҡушыу билдәләре ҡуйылып тигеҙ була мөхәббәт тигән яҙыуҙар ҙа әллә күпме. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһына һыу буйы аңлатма, шарж, һүрәт-һындар...

Ҡарай-тикшерә торғас Әсләмдең күҙе бер иғланға туҡталды. Ул хатта иғлан да, белдереү ҙә түгел, ә судҡа саҡырыу ине. Шунса йылдың шунса айы, шунса көнөндә (Әсләм уҡыуҙан туҡтап бөгөнгө числоны иҫенә төшөрҙө лә судтың бынан ай элек үк үткәнен иҫәпләп сығарҙы), район үҙәгендә суд буласағы һәм Әсләмдең (фамилияһы, исеме, атаһының исеме, ауылы исеме, урамы, йорт һаны тулыһынса бар) ошо судҡа саҡырылыуы, килмәй ҡалһа, суд ултырышы унһыҙ ғына үтәсәге хаҡында яҙылғайны. Аптырау ғына түгел, иҫе китте Әсләмдең, тамағы кибеп, быуындары хәлһеҙләнде хатта. Ай элек үк саҡырғандар, ә ул саҡ китеп бара. Алманы ул бер ниндәй ҙә ҡағыҙ. Юлда юғалдымы, әллә почтала ятамы икән ни повесткалары? Әллә алып, әсәһе йәшереп ҡуйҙымы? Улай тиһәң, бар, белешеп ҡайт, нишләп һаман саҡыртмайҙар, теге хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте, һинһеҙ генә һине ғәйепләп ҡуймаһындар, тип үҙе ебәрҙе. Ә ниңә бында элгәндәр? Аңлауынса, повестканы бит килтереп ҡулына тотторорға ла, тапшырыуҙары тураһында ҡултамғаһын алырға тейештәр ине. Телефоны ла бар – һис юғы шылтыратырға мөмкин. Нишләргә? Кире боролорғамы? Ай элек үткән судҡа нимә тип китеп бара инде? Суд ҡарары сыҡты, һуңланығыҙ, йөрөмәгеҙ, тип кенә әйтәсәктәр. Юҡ, бер сыҡҡас барып етергә, инергә, асыҡларға, повестканы алмауы хаҡында белдерергә кәрәктер. Юҡһа, килмәне, күренмәне, саҡырыуҙы инҡар итте, тип ғәйепләүҙәре ихтимал. Иртәме, һуңмы барыбер саҡырасаҡтар, унан йәнә юлға сығырға тура киләсәк. Эйе, бында еткәс, кире боролоп булмай инде.

Әсләм ҡағыҙҙы һаҡ ҡына ҡуптарып алып түш кеҫәһенә тыҡты ла бетон ҡоролманың артына сыҡты. Тапалып ятҡан юл юҡ, һирәк-һаяҡ үткән һуҡмаҡ ҡына төҫмөрләнә. Әллә мал йөрөгән, әллә кеше аяғы. Тәрән көрһөндө, тирә-яғына ҡараш йүгертеп, үҙен оҙон юлға әҙерләне, баш осондағы ҡояшҡа ҡарап алды, рюкзагының ҡайышын нығыраҡ ҡыҫты. Яҡты күҙҙә барып етергә тейеш, әсәһенең әйтеүенсә, ун-ун ике саҡрым ара инде. Ауылда етенсеме, һигеҙенсеме класта уҡыған саҡта бер генә барғайны район үҙәгенә. Хәрби комиссариатҡа, медицина тикшереүенә. Унда ла мәктәпме, әллә колхозмы автобусына тейәп йөрөтөп алып ҡайттылар. Шунан бирле барғаны юҡ. Нисектер тура килмәне. Армияла йөрөп ҡайтты, уҡырға керҙе, ә бына район үҙәгенә башҡаса бер ҙә барырға форсат сыҡманы. Бына нисә йылдан һуң  саҡ китеп барыуы. Был юлы бөтөнләй икенсе маҡсат менән.

Атлай торғас, йәнә бер уй башына килә Әсләмдең. Туҡталышта, ғәҙәттә, ауыл була, дөрөҫөрәге, ауыл эргәһенә яһайҙар туҡталышты. Унда йәшәгән халыҡ юлға сығып, үҙенә кәрәк тарафҡа юлланыр, барған еренән ауылына әйләнеп ҡайтыу өсөн. Ә бында ауыл юҡ, һәр хәлдә Әсләм һаман күрмәй. Алда төҫмөрләнгән урман артында йәки эсендә генә булмаһа. Кеше  көн итмәгән ергә туҡталыш ҡороп ҡуйғандар булып сыға түгелме? Улай тиһәң, был яҙыу-һыҙыуҙар ҡайҙан? Уларҙы кем йәбештергән? Йәштәрҙең бетон будка эсенә кереп, теләһә нәмә яҙып, төрлө һүрәттәр төшөрөүен нисек аңларға? Яҡын-тирәлә ауыл булмағас, уларҙы кем ҡалдырған? Әсләмгә тәғәйенләнгән иғлан-саҡырыуҙы ла кемдер килтереп элгән бит район үҙәгендә урынлашҡан суд бинаһынан. Тик кем? Суд хеҙмәткәре түгел бит инде. Улар халҡы бындай түбәнлеккә төшә буламы? Тимәк, ауыл бар, мал-тыуар эҙе лә булғас, ул йыраҡ түгел – мал ауылдан йыраҡ китмәй.

Һуҡмаҡ буйындағы ялан тиҙҙән бөттө лә ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, үләне апаруҡ ҡуйы һәм бейек булып үҫеп өлгөргән ерҙәр китте. Бер аҙҙан берәм-һәрәм булһа ла ҡайын, ваҡ имән, шыршынан торған ҡатнаш ағаслыҡ башланды. Әммә ул оҙаҡламай тығыҙ ағаслы ысын урманға килеп терәлде.

Тәүҙә дәртле генә атлаған Әсләм яйлап арый башланы. Хәйер, ул физик арыу ҙа түгелдер, ә тәүге эмоциональ күтәренкелектең һүнә барыуылыр, судҡа һуңлауынан тыуған күңел төшөнкөлөгөлөр. Өр-яңы туфли кейгәйне, йәнәһе, тегендә матур күренә, аяҡтарын, бигерәк тә һул аяғының сыңарсай бармағын ҡыҫа, өйкәй башланы, етмәһә. Бәләкәйерәкте алған, ахыры. Был юлға аяҡтары күнеккән иҫкерәк нәмә кейһә булған да бит. Әйтәйек, кеды йәки сандали. Асфальттан атламаҫын, урман юлынан барасағын белә ине. Юҡ, башы эшләмәне, еңел уйланы. Әсәһе лә өндәшмәне. Ул да, күркәм йөрөһөн, тип уйлағандыр. Сөнки гел генә, ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк, тип ҡабатларға ярата һәм бәләкәйҙән Әсләмдең бөхтә йөрөүен талап итте, әле лә талап итә.

Аяҡтары аҫтында – кипкән ағас ботаҡтары, ер өҫтөнә сығып ятҡан йыуан тамырҙар. Етмәһә, атлаған һайын урман ҡуйыра, ағастар бейегәйә, яҡтылыҡ һүрәнәйә бара. Юлы ла бер юғала, бер төҫмөрләнә, унан барған һуҡмағынан ике яҡҡа беленер-беленмәҫ ваҡ һуҡмаҡтар айырылып сығып аптырата. Әсләм уларҙың нығыраҡ тапалғанын, ҡырҡа боролош яһамай турараҡ барғанын юғалтмаҫҡа тырыша. Оҙон юл тик тура ғына һуҙылырға тейеш, ул киҫкен боролошло була алмай.  Ҡаршыһына кеше осрамауы, һыбай йәки арбалыларҙың йөрөмәүе лә ғәжәп. Ауылдар араһында ғәҙәттә кеше йөрөп ята торғайны ла. Район үҙәгенә китә торған юлда хәрәкәт булырға тейештер бит. Һәм был, дөрөҫ бараммы икән һуң, тигән ҙур шик уята Әсләм күңелендә. Был шик тау башынан ысҡынған ҡар өйөмөнөң аҫҡа тәгәрәгән һайын ҙурая барғаны һымаҡ, арта бара, арта бара.

 

(Дауамы бар).

Автор:Әмир ӘМИНЕВ.
Читайте нас: