-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Декабрь 2021, 20:00

АУ Хикәйә Икенсе өлөш

Ниһайәт, байтаҡ атлағас, балта туҡылдауы, бензин бысҡыһы шыжлауы, уфылдап-илап оҙон ағас ҡолауы тауыштары ишетелде. Ағас ҡырҡалар, тимәк, кешеләр бар. Әсләмдең эсенә йылы инде, тимәк, һорай, белешә ала район үҙәгенә илтер юлды. Һәм ул, туфлийы ҡыҫҡанын да онотоп, аҙымдарын ҡыҙыулатты. Ағастар кинәт бөттө. Өйҙә ҡорғанды асҡан һымаҡ тирә-яҡ ҡапыл яҡтырып китте. Ҡояш байымаған, ярайһы уҡ бейектә ине әле. Биш-алты кеше йылдам хәрәкәтләнеп ағас  эше менән мәшғүл. Берәүһе бензин бысҡыһы менән йыға, икенсеһе йығылғанды ботай, өсөнсөһө үлсәп, кәрәкле оҙонлоҡта турап йөрөй, дүртенсеһе ат менән бер урынға һөйрәттерә. Арыраҡ, юлдан эстәрәк, тейәгестәре, машиналары ултыра, шунда уҡ усаҡ яна, йыуан төпһәләрҙә ҡашығаяҡ, сәйнүк, ҡоромға батҡан биҙрәләре, ботаҡҡа эленгән рюкзак-төйөнсөктәре, кейем-һалымы күренә.

АУ Хикәйә Икенсе өлөш
АУ Хикәйә Икенсе өлөш

Әсләм һуҡмаҡҡа яҡыныраҡ йөрөгән тәүге егет янына барҙы. Ул биленә тиклем сисенгән, йылтырап торған тәнендә һелтәнгән ыңғайға төйөмлө мускулдары уйнай, йоҡа триконан ғына, башында – шыйыҡ һыйыр иҙмәһенә оҡшап кәпәсе йәйелеп ята. Яшыҡ бит-йөҙөн шырт һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ҡалын ҡаштары керпектәренә тиклем һәлберәп төшкән. Аяҡтарында ҡыҫҡа ҡуңыслы кирза итектәр, тимәк, армияла десантник булып хеҙмәт иткән, ҡулдарында аҡ бирсәткәләр.

– Һаумыһығыҙ! – Әсләм егеттең янына барып баҫты. Әммә егет уны ишетмәне лә, күрмәне лә, ахыры, әйләнеп тә ҡараманы, һаман һелтәнеүен белде. Аптырап икенсегә өндәште Әсләм, китеп барған район үҙәгенең исемен дә атап, дөрөҫ бараммы шунда, тип тә өҫтәне. Был юлы ла яуап бирмәне урмансы. Тамам ғәжәпкә ҡалған Әсләм  тапанды-тапанды ла тегенең янынан китергә мәжбүр булды – күргеһе, ишеткеһе килмәгән кеше янында әрһеҙләнеп нисек баҫып тораһың? Ишетмәйҙер тиһәң, ҡолағы бар, күрмәйҙер тиһәң, күҙҙәре бар.

Икенсе эшсе янына туҡтаны ла иҫәнләшеп, йәнә юл тотҡан ауылдың исемен атап, дөрөҫ бараммы, тип һораны. Тәүгеһенән олораҡ күренгәс, быныһы ҡабырғаһын ҡуймаҫ, аңлатыр, өйрәтер, тип өмөтләнгәйне лә, өмөтө аҡланманы, илтифат күрһәтмәне быныһы ла. Терәлеп тигәндәй янында баҫып торған Әсләмгә ул күтәрелеп тә ҡараманы, хатта, ҡамасаулама, һинең ҡайғың юҡ, күрәһең бит, эштәмен, тигән ҡиәфәттә, күҙенә кереп йонсотҡан себенде ҡыуған ише ҡул һелтәне лә, янынан китеп үк барҙы. Бына һиңә мә!  Был ни хәл? Нишләп был урмансылар һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа һуң? Етәкселәре бер кем менән дә һөйләшмәҫкә, аралашмаҫҡа ҡушҡанмы? Законһыҙ ағас йығыусылармы әллә? Һы-ы, кеше осрауына ниндәй шатланып килде, бушҡа булды, юлы сәйер, хатта уңышһыҙ башланды, хәйерлегә булһын.

Байтаҡ баҫып торҙо Әсләм урман ҡырҡыусыларҙың ҡылыҡтарын аңлай алмай. Аңларлыҡ түгел ине уларҙың тәртибе, әҙәмсә түгел ине. Нишләһен, юлын дауам итергә мәжбүр булды – тороуҙан фәтеүә юҡ, ҡояш байымаҫ элек ыратырға ла, район үҙәгендә йәшәүсе апаһына – әсәһенең бер туған һеңлеһе – барып етергә кәрәк. Иртәгә иртәнсәк суд бинаһын эҙләп табыр һәм, барыһын да асыҡлап, ҡайтыу яғына боролор.

Тиҙҙән асыҡлыҡ бөттө, йәнә ҡара урман башланды, беленер-беленмәҫ тар һуҡмаҡҡа ҡараңғылыҡ ятты. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп яй ғына атлай торғас ер өҫтөнә быуар йыландай сығып ятҡан йыуан ағас тамырҙарына эләгеп йығылып тубығын, ҡулдарын ауырттырҙы. Һул аяғын өйкәүенә түҙә алмай туфлиҙарын систе: бармағының тиреһе һыҙырылып ҡанға туҙғайны. Был килеш артабан атларлыҡ түгел. Әсләм аяҡ кейемен ҡулына тотоп алды. Әммә оҙаҡ бара алманы, йәнә әлеге тамырҙарға аяғын бәрҙе.

Яйлап урман эсе тамам ҡараңғылыҡҡа сумды. Шуға ла артабан атлауҙан мәғәнә юҡ – беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ ишаратынан ситкә сығып аҙашыуың ихтимал. Әсләм бер йыуан ҡарағай төбөнә сүгәләне. Йәйге төн ҡыҫҡа, нисек тә таң аттырыр әле. Һәрмәнеп юл япрағы эҙләне, әллә шуны, әллә шуға оҡшаш башҡа йәйенке япраҡты йолҡто ла һул аяғының бармағына урап, носкийын кейҙе. Рюкзагынан май һыланған икмәк телеме, ит киҫәге, һөтлө сәй алып ризыҡланды. Ярай ҙа шуларҙы алырға башы еткән. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең башы етмәҫ ине, юл хәлен белеп булмай, һалайым әле шуларҙы, тип әсәһе көсләп тигәндәй биштәренә тыҡты. Һәм бына кәрәкте лә. Әсләм арҡаһын ағасҡа терәп күҙҙәрен йомдо. Һәм юлға сығыуына беренсе тапҡыр үкенде.

Күк күкрәүенә тертләп уянды. Быҫҡаҡлап ваҡ ямғыр яуа. Бер мәлгә ҡайҙалығын аңлай алмай ултырҙы. Өшөгән. Өҫ-башы лысма һыу. Хәйер, йоҡламағандыр ҙа, арығанлыҡтан ойоп ҡына ултырғандыр. Ҡулдары, бите буйлап ҡырмыҫҡалар, әллә ниндәй бөжәктәр йөрөй, тешләй, салбары, күлдәге эсенә тулғандар. Әсләм һикереп тороп баҫты ла битен, муйын, елкәһен, күлдәгенең һәҙәптәрен ысҡындырып эсендә, арҡаһында йөрөгән хәшәрәттәрҙе һыпырҙы. Урман эсе дөм-ҡараңғы, шомло, ағас баштары һелкенгән, ҡоро ботаҡтарҙың һынып ергә төшкәне, төнгө ҡоштарҙың осоуы, ниндәйҙер йән эйәләренең япраҡ араларында йөрөүе ишетелә. Ай, юҡҡа сыҡты хәйерһеҙ юлға, былай төнгә ҡалырын, урманда төн сығырын белһә, һис ҡуҙғалмаҫ ине. Әйтте әсәһе, кискә ҡарай сыҡмайһыңмы әллә, барып етә алмаҫһың, иртәгә иртүк ҡуҙғалырһың, тине. Ҡәтғи әйтмәне, кәңәш рәүешендә әйтте, әммә Әсләмгә әсәһе һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк булған. Юҡ, ҡараңғы төшкәнсе барып етәм, әллә ни йыраҡ түгел дә, тип үҙһүҙләнде. Олоно тыңламаған, оролған дә бәрелгән, тигәндәре тап шул булалыр. Оролоп-бәрелеп йөрө инде бына. Еттең ти! Ултыр инде бына хәҙер дөм ҡараңғы урман эсендә күшегеп. Плащ һымаҡ нәмә лә алмаған. Өҫтөндә йәйге йоҡа куртка ла, ҡыҫҡа еңле күлдәк. Бараһы еренә нисә саҡрым ҡалғанын да, күпме ара атлағанын да белмәй.

Уяулы-йоҡоло ултырғанында, әллә өҫтөнән ямғыр яуып торғанға инде, һыуға бәйле бер төш күрҙе. Имеш, Еҙемдә йылым менән балыҡ тоталар. Әсләм балыҡсы түгел, ул – балыҡ, тик кеше ҡиәфәтендәге балыҡ. Береһенән-береһе таҙараҡ бер нисә ир, яр башында тегеләй-былай йүгергеләп аҡыра-баҡыра күрһәтмә биреүсе берәүҙең бойороғона буйһоноп, ифрат оҙон һәм бейек йылымды ярға тарта. Йылым ҡамауында – ҙур балыҡ көтөүе. Эрерәктәре, сосораҡтары йылым өҫтөнән һикереп ҡаса, аңыштары, вағыраҡтары аҡ ҡалҡыуыстарҙан өркөп һикерә алмай, тегеләй һуғылып, былай һуғылып йылым тартылған ыңғайға яйлап ярға эркелә бирә. Әсләм дә бер нисә тапҡыр өҫкә һикереп ҡараны, әммә ауыр кәүҙәһен һыуҙан айыра алмай кире ҡолап төштө. Йылым аша һикереүҙән тыш ҡайһылыр урында кескәй тишек шәйләп байтаҡ балыҡ, бында инде вағыраҡтары, шунан сығып ҡаса, эрерәктәре һыймай, унан килеп ниңәлер өркә лә. Ләкин йыуан кешеләрҙең береһе, тишекте шәйләп, әлеге йыртыҡты ике яҡлап тартып бәйләне. Балыҡтар араһында паника ҡупты, йылым буйлап эркелешеп йөрөй башланы, һөҙөмтәлә күбеһе йылым тоғона эләкте, илауҙар, һыҡрауҙар китте, ҡарғауҙар яңғыраны. Аңралыҡ көслө ине шул араларында, һикергән саҡта бер-береһенә ҡамасаулау, тишектән сыҡҡан саҡта бер-береһенең ҡойроғонан тешләп эскә тартыуҙар, тәүҙә мин, юҡ мин, тип талашыуҙар күп ине. Етәкселек  итеү юҡ ине, аҡыллы етәксе булманы араларында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға ла оло бер көтөү балыҡ, ҡамалып, һаман ярға яҡынлашты.

Әсләм-балыҡ, һыу тамам һайығып ҡырсынлы яр яҡынайғас, йәнасыҡҡа йәнә бер һикерҙе, бәлки, өмөтөн өҙөп һуңғы тапҡырҙыр, бейеккә осто, йылымдың теге яғына, иреккә сыҡтым инде, тип шатланып уйлап та өлгөрмәне, йылым артынан атлаған йыуан бәндәнең йөҙөнә килеп бәрелде, дөрөҫөрәге, теге Әсләмде маңлайы менән эскә һирпеп ебәрҙе. Әсләм шап итеп кире йылым эсенә ҡоланы. Ошо бәрелгән арала ул уның һимеҙ йөҙөн, эскә ултыртылған ас ҡыҫыҡ күҙҙәрен, сәсе ҡырылып алынған йылтыр башын шәйләп өлгөрҙө... Бөттөм, эләктем, был мине айғолаҡтан эләктерҙе тигәндә уянып китте...

...Япраҡ араларынан һарҡҡан һүрән яҡтылыҡ урман эсендәге ҡараңғылыҡты яйлап шыйыҡлатты, төнө буйы яуған ямғыр ҙа, ниһайәт, туҡтағандай итте. Әсләм ауыр итеп ҡалҡынды, бар быуындары ла һыҙлаған һәм таралырға әҙер кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып бер нисә аҙым яһаны, лысма һыу кейемен сисеп һығырғамы икән әллә, тип берауыҡ уйланып торҙо, унан мәғәнәһе булмаҫ, атлағанда тәндә кибер әле, тип юлын дауам итергә ҡарар итте.

Ауылға еткәндә тамам яҡтырғайны. Ярышып әтәстәр ҡысҡыра, һыйырҙар баҡырыша, быҙауҙар өзөлдәй, һарыҡ-кәзә мөзөлдәй. Ара-тирә көтөүсенең ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелеп ҡала. Йоҡоларынан уянып етмәгән кешеләр яй хәрәҡәтләнеп малын ауыл осона ҡыуа. Килеп еттем шикелле, тип ҡыуанды Әсләм, иртәнге ауыл тормошон күргәс. Ауыл ярайһы ғына ҙурҙыр, ахыры, район үҙәге шулай булырға тейештер ҙә, бер нисә урамлы, бейек, бөхтә итеп һалынған йорттар байтаҡ. Төн үткәргән еренән әллә ни алыҫ та булмаған, йәнә бер ынтылһа, кисә кистән килеп еткән дә булған икән. Кем белгән былай яҡын икәнен?

Йыйылған малды баҫыу яғына ебәрмәй ҡамап тотҡан көтөүсе янына килде лә иҫәнләште, был район үҙәгеме, тип һораны. Ҡарт ағас олоно кеүек суғырмаҡлы йөҙлө, башына тар тирәсле керле эшләпә, өҫтөндәге төҫһөҙ халаттымы, плащтымы яҫы һалдат ҡайышы менән быуған. Резина калуштар кейгән оло ғына йәштәрҙәге көтөүсе битараф ҡарашын яй ғына шыуҙырып Әсләмде башынан аяғынаса һынсыл ҡарап сыҡты. Ҡырыҫ йөҙөнә сикһеҙ аптырау ғәләмәте ятты, әйтерһең дә, негрҙы йәки сит планетанан килеп төшкән йән эйәһен күрә. Көттөрөп кенә баш сайҡаны ла Әсләмгә артын борҙо.

– Нисек? Ниндәй ауыл һуң? Исеме? – саҡ әйләндереп һорай алды ғәжәпләнгән Әсләм.

Көтөүсе ауыҙ эсенән генә нимәлер мөгөрҙәне, әллә ауыл исемен атаны, әллә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, Әсләм төшөнмәне.

– Йыраҡмы?  Нисә саҡрым?

– Ат юлы менән ун ғына булыр. Кәзә һуҡмағынан атлаһаң, яҡыныраҡ инде. Алты-ете самаһы.

Саҡрымдар һанынан бигерәк Әсләмде көтөүсенең һөйләшеүе ҡыуандырҙы, юҡһа, кисәге ике урмансы һымаҡ был да өндәшмәһә харап ҡына итә инде, тип ҡурҡа ине. Ул ғына араны атлар, көн саҡ башланып тора. Бәлки, кәзә һуҡмағын да табыр. Иң мөһиме, барыр йүнәлеше төҫмөрләнде.

– Миңә автобус туҡталышынан район үҙәгенә ун ике саҡрым тигәйнеләр. Кисәнән бирле шул араны өс мәртәбә атлағанымдыр, ә һеҙ йәнә ун тип тораһығыҙ.

– Ниндәй туҡталыш? Был тирәлә бер ниндәй ҙә туҡталыш юҡ. Һин һораған район үҙәгенә шул сама, – көтөүсе тауышында йәнә ҡәнәғәтһеҙлек сыңланы. Үҙенә ҡаршы әйткәнде яратмағаны күренеп тора ине. Бәлки, йоҡоһо ла бөтмәгәндер, кисә ныҡ ҡына төшөргәнгә лә оҡшай – йөҙө шеш. Мал менән йөрөп үҙе лә малға әйләнеп бөткән, күрәһең. Ул ҡулын ҡарайып, шуға ла шомло булып күренгән урман яғына һелтәне лә урынынан ҡуҙғалды һәм һайт-һайтлап байтаҡ йыйылған мал-тыуарҙы ҡыуа ла башланы. Шунан ҡапыл туҡтаны ла: – Һин тилберерәк атла, әтеү өлгөрмәүең бар. Эй, былай ҙа һуңланың инде, – тип өҫтәп  ҡуйҙы.

– Нимәгә һуңланым?

– Бәй, районға тиһең дә? Судҡа китеп бараһың түгелме ни?

– Эйе..

– Шулай булғас...

– Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – Әсләм аптырауының сиге юҡ ине.

– Был донъяла, егет кеше, һәр кем ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен белеп тора. Бөтә айырма шунда: берәүҙәр был хаҡта һөйләй, икенселәр белһә лә өндәшмәй, — көтөүсе мыҫҡыллы ғына йылмайҙы, йәнәһе, көтөүсе генә булһам да донъялағы серҙәргә мин дә хәбәрҙармын. — Әммә һин үҙеңдекен иҫбатлай алмаясаҡһың. Ҡара көстәр берҙәм, ә ғәҙеллек тарҡау. Ғәҙеллек юҡ ул, ул барҙыр, ләкин түрә-ғара, аҡсалы бәндәләр уны тыуыу менән йотоп тора. Ай, хаҡлыҡҡа юлың алыҫ, егет кеше, – көтөүсе һүрән генә йылмайҙы ла һайт-һайтлап көтөүе артынан ҡуҙғалды.

Әсләм ергә ҡаҙаҡланған бағана кеүек ҡатты ла ҡалды. Ҡайҙан белә икән һуң был ҡартлас: радио йәки телевизор аша хәбәр иткәндәрме, әллә эҙләүҙәре тураһында иғлан биргәндәрме? Унан шул тиклем дә ҙур яңғыраш алған эшме ни инде? Алдан берәйһе хәбәр иткәндер тиһә, уны юлда уҙыусы булманы. Ул ғына түгел, бөтә донъя хәбәрҙар, ти ҙәһә. Туҡталыштағы ҡағыҙҙы уҡығандыр, тиһәң? Хәйер, ул туҡталыш ҡайҙа ҡалды, Әсләм үткән урман юлы аша көтөүсе шул яҡҡа барып йөрөй буламы? Улай тиһәң, бетон ҡоролма эсе мал-тыуар тиҙәге менән туп-тулы ине. Берәйһе генә килеп әйтмәһә. Уныһы ла бик икеле. Минең судҡа барырға тейешлегем кемгә кәрәк тә, кемгә ҡыҙыҡ? Һәр кем үҙенең донъяһында ғына көн иткәндә, кемдеңдер ҡайҙалыр китеп барыуы бер кемгә лә хәжәт түгел.

Көтөү баҡырыша-баҡырыша ауыл осона китте, малдарын алып килгән бала-саға, әбей-һәбей, ҡатын-ҡыҙ яйлап таралышты. Нишләргә, көтөүсе күрһәткән тарафҡа ҡуҙғалырғамы, әллә кире боролорғамы, тип йәнә икеләнеп торҙо Әсләм. Унан иртәнге ысыҡтан лыс һыу салбар балаҡтарына, йүкә ағасының нәҙек ботаҡтары менән уратып бәйләгән туфлиҙарына ҡараны ла үҙен бер меҫкен итеп тойҙо. Бөгөн бит-йөҙөн йыумаған да хатта. Ә бармағы һыҙлай, һыҙлай ғына түгел, бөтә аяғы зәңкей хәҙер. Тиреһе һыҙырылып сей ите ҡыҙарып тора. Ҡулъяулығын да бәйләп ҡараны, еңеллек килмәне барыбер. Шешеп ҡуймаһа ярар ине лә. Көтөүсе район үҙәгенә кәзә һуҡмағынан алты-ете саҡрым тиһә лә, йырағыраҡ булыуы ла ихтимал – Әсләм хәҙер был яҡтағы саҡрымдарға  һис ышанмай. Үлсәү берәмектәре бөтөнләй икенсе. Автобустан төшкәс тә күпме атланы, ун уҡ булмаһа ла әлеге алты-ете генә йыйылғандыр, ә был көтөүсе шул сама тип тора. Кемгә ышанырға?

Ауылдың икенсе осона сығып еткәнсе, көтөүсе әйткән кәзә һуҡмағын урамда осрағандарҙан һорай-белешә атлаһа ла, барыбер ҙә теүәл белеүсе булманы.  Берәүҙәр, шул тирәлә инде, тип урман яғына иҙәне, икенселәр, ат юлынан башҡа юл юҡ ул, тип  иҫбатланы, өсөнсөләр, тәүгә ишетәмсе, тип яурын йыйырҙы, дүртенселәр бөтөнләй өндәшмәне, хатта туҡтаманы ла. Белмәүҙәренә иҫе китә Әсләмдең, ышанмай, иҫәрҙер былар, бөгөн, егерме беренсе быуат башында, шундай кешеләр ҙә булыр икән, тип аптырай. Әйтерһең дә, урыҫ староверҙары һымаҡ ил сигендәге тайгала йәшәп яталар. Уның ҡайҙа китеп барыуын ошо ауыл көтөүсеһе лә белгәс, былар ҙа беләлер, шуға һөйләшкеләре килмәй, тип тә уйлай. Ә күрше ауылды, үҙҙәренең район үҙәген, нисек белмәҫкә мөмкин икән һуң? Бынау заманда бер ҡайҙа сыҡмай, йөрөмәй, ҡыҙыҡһынмай, хәбәрҙар булмай үҙ ауылдарында ғына бикләнеп йәшәргә буламы икән ни?

Алты-ете саҡрым тиһә лә, ғәжәп, ара көтөүсе әйткәндән яҡыныраҡ булып сыҡты. Әммә ул иртәрәк шатланған: ауылға ингәс тәүге осраған кеше – әбейҙән ауылдың исемен белешкәйне, юҡсы, нишләп улай булһын, беҙҙең ауыл шулай тип аталасы, тип бөтөнләй икенсе атаманы әйтте ҡуйҙы! Саҡ йығылып китмәне Әсләм. Ниһайәт, килеп еттем, тип нисек шатланғайны! Ә шул район үҙәге ҡайҙа һуң, бынан йыраҡмы, тигәнгә, бәй, белмәйемсе, тәүгегә ишетәм, был  тирәлә ундай үҙәк юҡ, беҙҙең икенсе район, тип һалмаһынмы! Мөғжизә тек мөғжизә. Ниңә, ул исемдәге ауыл бөтөнләй юҡмы әллә? Һәм ул бушҡа эҙләп йөрөй булып сығамы?

Артабан нишләргә икән һуң, район үҙәген эҙләп һаман барырғамы, әллә кире боролорғамы? Эҙләһәң, табылырына бер ышаныс юҡ, ҡайҙа барып төртөлһәң дә белмәйемдән һалдырасаҡтар, кирегә боролһаң – юлды хәтерләмәй, аҙашасаҡ. Шунан йөрө ҡара урмандан сыға алмай.

Ҡапыл ҡайҙандыр бер йәш егет пәйҙә булды ла иҫәнләшеп тә тормай:

– Эй, тартырға бир әле! – тип өндәште.

– Тартмайым, – тип яуапланы Әсләм, көлөмһөрәп. – Һиңә лә шуны теләйем.

– Миңә һинең теләгең кәрәкмәй, миңә тәмәке кәрәк, – тине егет дорфа ғына. Унан ҡулдарын кеҫәһенә тығып бөршәйҙе. – Тартҡы килә, баш та сатнай. Тәмәкең юҡ икән, давай яртылыҡ аҡса бир. Кисә артығыраҡ тейәлгән, срошны төҙәтер кәрәк.

– Тек һиңә тәмәке кәрәкме, әллә яртылыҡ аҡсамы?

– Икеһе лә. Тәмәкең юҡ, уныһын әйттең, давай, аҡса. Уныһы бар.

Әсләм уйға ҡалды. Әлбиттә, аҡсаһы бар, юлға аҡсаһыҙ сығамы кеше, тик бынау оятһыҙ бәндәгә нишләп бирергә тейеш һуң әле?

– Ниңә өндәшмәйһең? Аҡсаң юҡмы әллә? Воопще, һин кем ул? Бер ҙә беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшамағанһың, – егет ишараты ҡулдарын кеҫәһенән сығарҙы, күҙҙәрендә асыу шәйләнде. – Аҡса, тим! Ниңә аңшайҙың? Йәһәт бул! Юҡһа, иптәштәрҙе саҡырам. Бер һыҙғырыуым етә. Улар минең һымаҡ һорап тормаясаҡ, аҡыртып талап аласаҡ.

Егет шаярмай ине. Бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы ла Әсләм, салбар кеҫәһенән ике йөҙ һумды сығарып, һондо. Егет рәхмәт тә әйтмәй дуға кеүек кәкре аяҡтары менән өйрәк ише алпан-толпан баҫып китеп тә барҙы.

Дауамы бар. 

Автор:Әмир ӘМИНЕВ.
Читайте нас: