Апай кеше кистән күберәк “төшөргәндер”, айнып та етмәгән, бите-күҙе шешенгән, үҙенән “бахмур” еҫе аңҡый. Өҫтөнә төҫһөҙ генә, итәктәре һүтелгән халат, ҡаҡашып бөткән төймәһеҙ куртка кейгән, яланғас аяғына үксәһе тапалып бөткән тәпешкә эләктергән. Замана сире ҡорбаны ине был ҡатын.
Минең һорау тиҙ генә барып етмәнеме, миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торғас:
– Ю-ю-юҡ,туғаным! – тине. Бындай өндәшеүҙе ишеткәс, әллә нишләп киттем. Хас та Харис ағай кеүек, йомшаҡ, матур итеп һөйләшеүен күрсе.
– Ошо әйберкәйҙе һатырға ине. Йә яртыға алмаштырам. Әсәйем мәрхүмәнең иҫтәлеге, бер һатмаҫ та инем, эш эшләтергә ярты кәрәк, утын килтертәйем, тигәйнем...
Апай кеше доға уҡыған кеүек шул саҡлы матур тауыш менән һөйләй – күҙҙәреңә түгел, ҡолағыңа ышана башлайһың. Ысынлап та, шулайҙыр кеүек. Тик ул ҡуйынынан кисә мин өләсәйгә тип алған, һуңынан Харис ағай минән алып торған яулыҡты килтереп сығарғас ҡына, ауыҙым үҙенән-үҙе асылды ла, яба алмай интектем. Ярай, машина пипелдәне әле, Харис ағай ваҡытында иҫкәртте.
Мин тиҙ генә шешәне теге ҡатындың ҡулына тотторҙом да, үҙ яҡынымды әсирлектән ҡотҡарған кеүек, наҙлы ғына тауар киҫәген – сәскәле яулыҡты – ҡуйыныма йәшерә һалдым. Уф-ф-ф! Нисек еңел булып ҡалды.
Машинаға ингәс тә һүҙҙе нимәнән башларға белмәй аптырап тик ултырам. Башыма барып етмәй: минең эргәмдә ултырған, һәр саҡ мәртәбәле, зыялы, аҡсалы, ихтирамлы минең шеф менән анау “эскеш” әбейҙең араһында...
– Минең әсәй.
Шефтың тауышы ҡарлығып, ҡойо төбөнән сыҡҡандай тоноҡ булып сыға. Мин әле ошо ҡапма-ҡаршылыҡҡа һаман ышана алмайым, ҡулым ҡалтырай, ысынлап та “йәм-йәшел” шикелле мин.
Ошо арала теге ҡатын лерт-лерт итеп, йүгерә-атлай ауылға инеп тә китте. Үҙенсә, юлым уңды, тип һөйөнгәндер.
– Ҡайтҡан һайын, эсмәйҙер тип, мөғжизәгә ышанып ҡайтам. Дауалап та, әйтеп тә ҡараным. Туҡтамай. Әсәй бит – ҡул күтәреп булмай. Ни күренә, нимә ҡайтарам – бөтәһен дә һатып эсә. Булғас та булыр икән кеше. Ә бөтөнләй сит кеше һине ҡосаҡ йәйеп ҡунаҡ итә, күстәнәс тейәп оҙата... Ә һинең әсәйең эсәме?
Был һорау шул саҡлы балаларса яңғырай, минең арҡа һабағым семерләп китә хатта.
– Белмәйем. Мине әсәй вапще ташлап киткән, өләсәйем ҡарап үҫтерҙе. Ә өләсәй эсмәй.
– Ә-ә! Һин минән бай ҙа, бәхетле лә икән, туғаным.
Шулай итеп, мин үҙемдең бай һәм бәхетле икәнемде белгәс, эскә йылы йүгерҙе. Ипләп кенә газға баҫтым. Тормош юлдары үкенес-һағыштары, ҡайғы-шатлыҡтары, ығы-зығылы мәшәҡәттәре менән беҙ бәндәләрен үҙ ҡосағына алды.
Тағы ла, шул юл йөрөгәндә инде, беҙгә лә һуғылдыҡ. Өйөбөҙ ҙә иҫке инде иҫкелеккә, газ да юҡ. Шуға ҡыйынһыныбыраҡ торолғайны ла, Харис ағай менән өләсәйем бик тиҙ уртаҡ тел тапты. Мейестә бешкән ҡоймаҡ менән самауыр сәйен маҡтай-маҡтай Харис ағай унлап сынаяҡ эскәндер, билләһи. Бәлки, күберәктер ҙә, сөнки мин Фәриҙәмде күреп ҡайтҡанда, улар һаман өҫтәл артында һөйләшеп ултыра ине. Бығаса нимә һөйләшкәндәрҙер, мин ҡайтҡанда өләсәй уға аҡыллы һүҙҙәрен талғын ғына тирә ине. Уларға ҡамасауламаҫҡа була, соландағы иҫке диванға сумдым, үҙ өйөмә ҡайтып, машинала йоҡламам бит инде. Сумыуын-сумдым да, ҡолаҡ ҡарп итеп һүҙ тыңларға булып китте (бәләкәйҙән ҡалған алама ғәҙәтем бар).
– Әсәңде ғәйепләмә, балам. Гонаһ алма. Инде ир еткәнһең, үҙ балаларыңды күҙҙән ысҡындырма,һәйбәт атайһыңдыр, йөҙөңә сыҡҡан, әлһәмдүлилла, бөтәһе лә яҡшы булыр.
– Әсәй бит ул, әсәй. Үҙенең улы менән уҡыған йәп-йәш ирҙе йортҡа индергән, минең класташты, мәңге кипмәй эскән бер алкашты. Хәҙер икәүләп эсәләр. Мин шуларҙы ишеү ғәйепләмәҫкә лә тейешменме инде?..
– Эй, балаҡай, һәр кемдә лә үкенес була торғандыр инде, тип йырлайҙар бит йырҙа ла. Бына мин дә бала үҫтерҙем. – Өләсәйем, нисектер, йәлп итеп кенә күҙен һыпырып алды. – Үҫтерҙем тип, үҙемсә тырыштым инде. Бала, бала, тип эшкә барҙым, ул тип эштән ҡайттым. Ул тип иртән күҙем астым, төндәрен ул тип йоҡлап киттем.
Ә ҡыҙым нишләне тиһеңме? Мансурҙы тапҡас, кейәү бер яҡҡа, үҙе бер яҡҡа сыҡтылар ҙа киттеләр, имеш, холоҡтары тура килмәгән. Ә бала менән әсәй нимә эшләргә тейеш? Хәҙер хайран бит, ҡайҙа аҡса күп – кеше шунда ағыла. Ҡыҙым Мәскәүгә китте лә шунда бай кейәү тапты. Байлығын һаҡлап ята шунда, балаһы барын иҫләһә әле. Имеш, балаһы барын ире белһә – айыра. Ә мин һуң? Әсәһе барын белһә лә айыра микән ни? Шулай, балаҡай, бик рәнйер саҡтар булып китә лә, ярамай-й-й. Ике терәк, бер төбәк булып йәшәнек Мансурым менән. Һин дә аҡыллы бала күренәһең. Рәнйемә әсәйеңә. Ул тәк тә яҙмыш тарафынан рәнйетелгән йән бит, үҙ йөгөн үҙе тартҡан, бәлки, бәндәкәйе менән килешеп тә китерҙәр. Яңғыҙлыҡ та бөтөрә ҡатын-ҡыҙҙы.
Өләсәйемдең тауышы тағы ла мөләйемләнә төшә:
– Ауыл һағындырһа, килен менән балаларҙы ал да үҙебеҙгә ҡайт та төш. Күңел киң булһа, урын етә ул.
Харис ағайҙың йөҙө яҡтырып китте.
Күпме һөйләшерҙәр ине, минең кеҫә телефоным әтәс булып ҡысҡырып, юлға сығырға кәрәклеген белдерҙе. Йәйге төн ҡыҫҡа шул.
Ысынлап та, ошо һөйләшеүҙән һуң, Харис ағай еңгәй менән йыш ҡына беҙгә ҡайтып йөрөйҙәр. Байлыҡ ҡына етмәй әҙәм балаһына, тулы бәхет өсөн иң мөһиме күңел йылыһылыр, тип уйлайым мин. Ошо йылылыҡты йөрәгемә һеңдергән өләсәйемә мең-мең рәхмәтлемен.
Теге яулыҡты, нисә ҡулдан үткән матур сәскәле тауар киҫәген, ниңәлер өләсәйгә биргем килмәне. Бер юл төшкәндә “ Әсәйҙәр бер ваҡытта ла балаларын ташламаһын, балаларҙың “әсәй” тип һағынып ҡайтыр кешеләре булһын”, – тигән теләктәр теләп, мәсеткә индереп бирҙем. Ә өләсәйгә Харис ағай менән еңгәй күҙ яуын алырлыҡ ап-аҡ селтәрле шәл һәм күлдәк бүләк итте.
Тормош төрлөсә һынай әҙәм балаһын. Таянырҙай дуҫтарың, һағынып ҡайтыр ауылың, йортоң, яҡындарың булһа, барыбер ҙә йәшәү еңелерәктер.
“Ташлама, әсәй, ташлама...”
Салонда йыш ҡына яңғыраған ошо йырға мин дә күнектем. Өләсәйем генә түгел, ошо йәшемәсә бер тапҡыр ҙа ҡайтып күрмәгән әсәйемдең дә доға-теләктәре кеүек булып яңғырай миңә был йыр ҡайһы саҡта.
Харис ағай йырҙы күҙҙәрен йомоп тыңлағанға ла аптырамайым инде, сөнки ир кешенең һаран күҙ йәштәре ҡайһы саҡта ирендәрен сылата икән – бының ни ғәйебе һуң?
Иллюстрация: Шамил Ғәлиевтың “Күк кәмәһе” тигән картинаһынан фоторепродукция “Любимые художники Башкирии” проектында үҙегеҙгә оҡшаған рәссамдың эштәре өсөн тауыш бирергә була).