+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Декабрь 2021, 12:00

АУ Хикәйә Дүртенсе өлөш

Ҡыҫҡа тыҡрыҡтарҙы, ҡыйыш-мыйыш урамдарҙы саҡ уҙып ауыл осона аяҡ баҫҡанда тамам яҡтырғайны. Мал-тыуарын көтөүгә ҡыуған егәрле ҡатын-ҡыҙ, теремек әбей-һәбей уның итәгенә ут ҡапҡан кеше кеүек әле тегеләй,  әле былай бәрелеп йөрөүенә аптырап ҡарап ҡалды. Иртәнге һауа һалҡынса, ысыҡ төшкән. Курткаһыҙ, ҡыҫҡа еңле күлдәктә өшәнес. Сыҡҡанда бер сәйнүк һыу һемерһә лә, яңынан ауыҙы кипте. Етмәһә, урлаған калуштары бәләкәйерәк эләккән – ике аяғын да ҡыҫа. Хужаныҡын түгел, хужабикәнекен сәлдергәндер.

АУ Хикәйә Дүртенсе өлөш
АУ Хикәйә Дүртенсе өлөш

Өсөнсө көн юлда, ә ул һаман барып етә алмай. Бынау хәйерһеҙ туйға эләкмәгән булһа, кисә кисләтеп булһа ла апаһына барып ауыр ине. Был ҡиәфәт менән хәҙер нисек күренмәк кәрәк районда? Өр-яңы салбары тамам торбаға әйләнеп, тубыҡтары сыҡҡан, хәс тә хоккейсы кейеме, ямғыр, ысыҡ һыуынан ҡыҫҡарып уҡ киткән хатта – аяғының йөҙлөгөн ҡаплап тора ине, хәҙер ана ҡайҙа күтәрелгән. Күлдәге бөтәрләнгән, керләнгән, үҙе ҡырынмаған, етек сәстәре бысраныуҙан сыра кеүек тырпайған. Ас, булған ғына аҡсаһы курткаһында ҡалды, асҡысы, паспорты рюкзагында ине... Был ҡиәфәт менән барып инһә апаһы тамам аптырар инде. Уға үҙе менән юлда нимәләр булғанын аңлата ла алыр, ә бына судҡа барһа, иң тәүҙә паспортын һораясаҡтар. Бәй, юҡмы ни, улайһа, һин ниндәй байғош һуң, тип ҡабул да итмәҫтәр әле. Ҡағыҙһыҙ һин бер кем дә түгел шул. Эшен ҡарау урынына ҡыуып сығармаһалар...

Ауылдан сыҡҡан юл, ғәжәп,  арыу ғына ине. Асфальт түгел түгеллеген, соҡорло-саҡырлы булһа ла, ҡасандыр ҡырсынташ түшәгәндәр, тимәк, юл район үҙәгенә илтә. Беҙҙә бит юл үҙәкләштереү сәйәсәтенең бер сағылышы. Район түрәләренең төпкөл ауылдарға бер ҡасан да ҡулдары етмәй, шул иҫәптән юлға ла.

Әҙәмсә юлға сығыу шатлығынан тәүҙә дәртле генә атлағайны ла, оҙаҡламай йоҡа һәм йомшаҡ табанлы калуштарҙың баҫҡан һайын таштарҙы ”һанауынан” табандары зәңкей башланы, етмәһә, яман ҡыҫа. Ҡайҙалыр уҡығайны, әллә япон, әллә ҡытай ҡыҙҙарына бала саҡтарынан уҡ бәләкәй аяҡ кейемдәре кейҙерәләр икән. Улар өсөн бәләкәй аяҡ – гүзәллек һәм камиллыҡ билдәһе. Ул балалар  гел генә ҡыҫынҡы аяҡ кейемендә нисек түҙҙе икән? Әсләм әле бер нисә саҡрымға түҙә алмай.

Юл ситенә сыҡты. Әммә кинәнес бында ла оҙаҡҡа һуҙылманы: юл ситенә тәгәрәгән йәки машина тәгәрмәстәре аҫтынан осҡан таштар бында ла күп ине. Онотолоп китеп шуларға баҫа ла ҡуя, баҫа ла ҡуя. Өйҙән үк уңайлыраҡты кейеп сыҡһа бындай хәлгә төшмәҫ ине. Кисә урман эсендә күпме йонсоно, бөгөн килеп йәнә хитлана бәләкәй калуштар менән. Ай, башы етмәне, юл былай уҡ насарҙыр тип  уйламаны, шул арҡала бара инде хәҙер аяҡтары бығаулы әсир кеүек. Өҫтәүенә, бармағын өйкәтеп ҡанға туҙҙырҙы. Һигеҙенсе класта военкоматҡа ҡаралырға барғанда тап ошондай ҡырсынташ юлдан барғайнылар шикелле. Ҡыш ине, әммә юл ҡарһыҙ, әлеге һымаҡ  асыҡ ине.

Байтаҡ атлағас, саҡ ҡына булһа ла ял итәйем, тип, юл ситендә ауып ятҡан йыуан муйыл ағасына ултырҙы. Ултырыуы булды, уны танырға теләгәндәй, оҙаҡ текләп бер егет велосипедта үтеп китте. Әсләм тапҡырында туҡтарға ла ниәтләнгәйне шикелле, ләкин һуңғы мәл кире уйланы ла бар көсөнә педаленә баҫты. Йүнле кеше шулай таң тишегенән йөрөмәҫ, тип уйланы, ахыры. Бер аҙҙан ағас тейәгән йөк машинаһы уҙҙы. Теге көндәге урмансыларҙыр. Әсләмдең ҡул күтәреүенә ҡарамаҫтан, туҡтаманы. Мәшәҡәтләнәһе килмәгәндер – ауыр машинаны туҡтатырға, шунан ҡуҙғалтып китергә кәрәк. Ул байғоштоң әллә бар аҡсаһына, әллә юҡ аҡсаһына йонсорға ни. Ә водитель эргәһендәге ике урын да буш ине. Еңел машинала урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлылар үтте. Туҡтаманылар. Быларҙың да артҡы урындары буш ине. Һөйләшеп барырға ҡамасаулар, тигәндәрҙер. Бәлки уның судҡа китеп барыуын беләләрҙер. Ундай кеше менән кемдең бергә йөрөйһө килһен? Бәләһенән баш аяҡ.

Эргәһенән байтаҡ машина үтеп, береһе лә алмағас, Әсләм артына боролоп ҡарамай ғына юлын дауам итте – ни тиклем иртәрәк барып етһә, шул тиклем яҡшыраҡ. Резина калуштарының табандары ҡыҙҙы, береһенең башы аҡтарылып сыҡты. Үҙе асыҡты, һыуһаны. Юл ситенә сығып ял итеүҙәре йышайҙы. Ә машиналар үтеп кенә торҙо, әммә уларҙың береһендә лә юл ситендә аяҡтарын саҡ алыштырып атлаған кеше ҡайғыһы юҡ ине...

Ҡояш алыҫтағы тау артына тәгәрәй. Күҙ бәйләнер алдынан шулай ҙа бер мәрхәмәтле Алла бәндәһе табылды бит. Әсләмдең юл ситендәге ҡыуаҡлыҡтар араһында төн үткәрергә ниәтләнеп, шырлыҡҡа  керергә туҡталған сағы ине. Эйе, артабан атларға хәле ҡалмағайны. Алда тағы күпме бараһын белмәй. Юл буйлап, моғайын, ошо юл алып барып сығарыр әле, тип атланы ла атланы. Шунан бөгөн барыбер ҙә барып етә алмаҫын аңланы ла туҡталырға ҡарар итте. Бөтә кәүҙәһе менән яй ғына боролдо машинанан төшөп үҙенә яҡынайған ике кешегә. Нишләп кабинанан сыҡтылар – аңламаны. Ғәҙәттә туҡтай ҙа ултырғанды көтөп тора бит инде водитель. Береһе, ышаныслы аҙымдар менән алдан атлағаны, ҡырҡ биш йәштәр тирәһендә генә барҙыр, эре һөйәкле, умарта кеүек йыуан, түрәләрсә тәкәббер ҡарашлы, башы тап-таҡыр итеп ҡырылған. Икенсеһе, уның артынан күндәм юрғалағаны, ҡурҡаҡ хәрәҡәтле, кәүҙәгә бәләкәй, яшыҡ, бесәй ише йомшаҡ ҡына баҫып атлай.

Йыуаны Әсләм алдына килеп баҫты.

– Ҡайҙа китеп бараһың?

– Район үҙәгенә, – тип яуапланы Әсләм.

– Кис булып бөткәс унда нишләйһең?

– Кис барыу әллә тыйыламы? Бөгөн апайымдарға барып етергә ине. Иртәгә иртүк судҡа инергә кәрәк.

– Ниндәй суд? – йыуан һағайҙы, ҡаштары һелкенеп яңаҡ мускулдары тартышып ҡуйҙы.

– Булмағанды булған тип ерле юҡтан ғәйеп таҡтылар ҙа...

– Ниндәй ауылдан? Исемең кем?

Әсләм ауылының, шунан үҙенең исем-фамилияһын атаны.

– Улай икән. Аңлашылды, – тине “миһырбанлы” йыуан һуҙып ҡына. Һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалды, артына боролоп йәһәт кенә юлдашына, унан юлға ҡарап алды.

– Саҡырып ауылға повестка ебәргәндәр, тик мин уны алманым, автобус туҡталышы стенаһына йәбештереп киткәндәр. Шуны асыҡларға китеп барам, – тине Әсләм, үҙе һаман, былар мине алһалар ғына ярар ине, тип уйланы.

– Бөгөн барып етә алмайһың инде, – тине йыуан. – Иртәгә лә юлың уңмаясаҡ. Суд ҡарар сығарған бит инде, уны һин барыу менән генә үҙгәртмәйәсәктәр. Судтың кирегә худы юҡ. Так что барҙың ни ҙә барманың ни. Йорсоп йөрөмә, борол, ҡайт лутсы.

– Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – Әсләм яуап көтөп йыуанға текәлде. – Ә минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Бына шуны иҫбатларға әйтәм. Минһеҙ суд нисек ҡарар сығара ул? Ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп тағырға тейеш түгелдәр.

– Белмәйем, белмәйем, суд ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп таҡмай ул, тимәк бар. Повестка ла ебәргәс. Бәлки һин повестка алып та килмәй ятҡанһыңдыр? Уныһына ла яуап тотасаҡһың әле.

– Килмәне миңә бер ниндәй ҙә повестка.

Йыуан ҡырағай ҡараш менән йәнә юлға ҡарап алды, бармаҡтары суҡмар булып йоҙроҡҡа төйнәлде. Уның Әсләмде артабан тыңлағыһы килмәгәне йөҙөнә сыҡҡайны.

– Ә минең һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар...

Әсләм һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, йыуан әҙәм эсенә шул тиклем ныҡ һуҡты, бындай аҫтыртын һөжүмде һис көтмәгән юлаусы дуға кеүек уртаға бөгөлдө лә төштө. – Еҙемдә йылым менән беҙҙе тоттоғоҙ... – Хәбәренең был яғы әйтелмәне, әйтелеп өлгөрмәне, мейеһендә ялағай ялтлауы һымаҡ сағылып ҡына үтте.

Ә йыуан бәндә уртаға һынған Әсләмде юл ситендәге һыулы соҡор-канауға тибеп төшөрҙө лә йәнһеҙ кәүҙәгә бер аҙ текәлеп ҡарап торҙо, тегеһе ҡыбырҙамағас, ласҡылдата төкөрҙө, шунан, ҡабалан эре аҙымдар менән машинаһына йүнәлде.

– Суд ошоноң менән тамам, – тине ыҫылдап. – Хәҙер барып йөрөмәһәң дә була.  Бара ла алмаҫһың.

Бейек йылтыр ҡара машинаның быуар йылан кеүек йыуан ҡара тәгәрмәстәре аҫтынан саң күтәрелеп, ваҡ таштар ғына атылып ҡалды...

 

Йөҙөнә нимәлер ҡағылыуға уянды Әсләм. Ҡағылған нәмә йылы һәм йомшаҡ ине. Хәйер, тәүҙә ах ух килеп, өтәләнеп, йәлләү һәм аптырау ҡатыш һөйләшеү ҡолағына салынды. Эйе, кемдер кем менәндер һөйләшә, тимәк, икәүҙәр. Ҡатын-ҡыҙ тауыштары. Әллә әсәһеме? Юҡ, ул түгелдер, тауышы уныҡына оҡшамаған. Унан һуң былар икәү. Береһе оло тауышлы, ҡалыныраҡ сыға, икенсе тауыш нәҙек, балаларса. Әсләмдең күҙен асҡыһы, тауыш хужаларын күргеһе килә. Тик нимәнәндер ҡурҡа, күҙен асһа тауыштар юғалыр һымаҡ. Бәй, ҡайҙа ята  һуң ул? Һыу эсендә түгелдер ҙә? Сөнки аяҡтары һыуҙа төҫлө  һәм улар өшөй. Нишләп күҙен аса алмай? Өҙөлөп эсе ауырта, нимәһелер өҙөлгән һымаҡ, биле һыҙлай, башы геүләй.

Ҡатындарҙың береһе уның ҡулын тотто, пульсын ҡапшаны, тәне йылы, тере, тине, йөҙөнә, унан түшенә ҡағылды, иптәшенә, әйҙә, өҫкәрәк шыуҙырып һалайыҡ, аяҡтары һыуҙа ята лаһа, тине. Уны ике яҡ иңбашынан тотоп һөйрәп өҫкәрәк күсерҙеләр. Ай, эсе, ҡуҙғатҡандарында кәүҙәһенең аҫҡы яғы артта тороп ҡалды һымаҡ. Әсләм һыҙланыуҙан тештәрен ҡыҫты. Унан күҙҙәрен асҡайны: үҙенең ике яғында ике ҡатын һынын күрҙе. Икеһе лә өҫтән аҫҡа уға ҡарап баҡҡандар.

– Өләсәй, күҙен асты! – тине ҡыуаныслы бала тауышы.

– Алай ҙа, – тип яуапланы оло тауыш, шулай уҡ ҡыуанып. – Ғүмере бөтмәгән, әтеү ныҡ ҡурҡытҡайны ла. Нишләп бында ята һуң, бына шуныһы ғәжәп, оло юл уртаһында. Машина-фәлән төкөп киткәндер инде, меҫкенде, йә йығылып ҡалғандыр.

– Әлдә килеп сыҡтыҡ! – тине бала. – Өләсәй, шулаймы?

– Эйе, шулай, бәхетенә, – тине өләсәй, – тик бына аңына килеп аяғына баҫа алһа ярай ҙа. Имгәнгәндер инде. Машинабыҙ юҡ, берәй мәрхәмәтле Алла бәндәһе генә туҡтап алып китмәһә. Балнисҡа алып бармай булмаҫтыр.

Ҡалҡынырға ниәтләнеп Әсләм башын күтәрҙе, тирә-яғына күҙ һирпте. Унан терһәктәренә таянды, күтәрелергә маташты, тик эсе һыҙлауы уны кире ятырға мәжбүр итте. Теге бәндә ныҡ һуҡҡан икән шул, аңғармайыраҡ ҡалды – һин дә мин ҡыҙыҡһынып һорашып торғас һис көтмәгәйне бындай аҫтыртын хөсөттө. Ҡайҙан килеп сыҡты ул бәндә? Артынан күҙәтеп килгәндер инде. Булып үткән ваҡиға тиҙ ҡайтты Әсләмдең иҫенә. Эйе, теге көндө төшөнә кергән әҙәм булды был – шул бит йылым аша һикереп сыҡтым тигәндә, әлеге ише эскә бәреп төшөргәйне. Төшө, ҡабат-ҡабат күргән дауамлы төшө, бөгөн килеп ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡуйҙы. Осраҡлы хәлме, әллә, ысынлап та, уның артынан юллап килгәнме? Тегеләрҙең кешеһе инде. Улай тиһәң, ҡайҙан белһен ти ул Әсләмдең тап бөгөн район үҙәгенә китеп барыуын? Хәйер, теге эскесе егеттәр, унан килеп көтөүсе ҡарт, һинең ҡайҙа юлланыуыңды беләбеҙ, уны бөтәһе лә белә, тимәнеме ни? Тимәк, уға һуҡҡан бәндә лә уның ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән китеп барыуын бик яҡшы белгән. Белгән һәм район үҙәгенә барып етмәҫ элек юҡ итергә ниәтләнгән. Сөнки суд була ҡалһа, хөкөм улар файҙаһына булмаясағын бик яҡшы төшөнгән.

Әсләм ыңғыраша-ыңғыраша ҡалҡынды ла ҡурҡыу ҡатыш ғәжәпләнеү менән үҙенә ҡарап торған ҡатындарға текәлде.

– Йә, улым, иҫеңә килдеңме? Нишләп былай юл буйында ятаһың әле?-тине оло йәштәрҙәге ҡатын, йәғни өләсәй.

– Машина башынан һирпелеп ҡалдым, – тип яуапланы Әсләм. Баяраҡ ҡолағына салынған һүҙҙе ҡабатланы, меҫкенләнеп, дөрөҫөн һөйләп торғоһо килмәне.

– Ай әттәгенәһе! – тине өләсәй бот сабып. – Шулай иғтибарһыҙ булырға ярамай инде. Йәш тә түгелһең. Имгәнеүең бар ҙа. Машиналар хәҙер шәп йөрөй шул.

Әсләм өндәшмәне. Ризалашып башын ҡаҡты ла тәнен, ҡулбаштарын тотҡоланы, аяҡтарына күҙ һалды. Калуштары юҡ, салбар балаҡтары һыу. Күрәләтә алдашыуынан уңайһыҙлыҡ кисерҙе – ҡайҙалыр китеп барған ерҙәренән туҡтаған һәм ярҙам итергә тырышҡан кешеләргә ялғанлап тора. Эш түгел был, әҙәмсә түгел. Хәйер, туҡмап киттеләр тип тә әйтә алмай инде. Хәбәр оҙонға китәсәк, мең һорау бирәсәктәр, әлеге мәлдә уларҙың  ҡыҙыҡһыныуы һис кәрәкмәй Әсләмгә. Ваҡыт йәл.

– Ярай, имен-аман булһаң, улым, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы. Байтаҡ атлайһы бар әле. Ә һин үҙең атлай алаһыңмы һуң?-Үҙе биргән һорауына яуап та көтмәй хәбәрен дауам итте. – Бына ейәнсәрем килде лә, әсәйем сирләп китте тип үҙҙәренә алып ҡайтып бара.

– Район үҙәгенәме? – Әсләм ҡабаланып һорай һалды.

– Эйе, районда торалар.

– Ошо юл районға барамы?

– Эйе, ошо юл инде, бүтәне юҡ.

– Бынан нисә  саҡрым?

– Әллә тағы? Алты-ете генә барҙыр, күберәк булмаһа. Һин дә районға китеп бараңмы ни?

– Эйе.

– Атлай алаһыңмы һуң? – өләсәй яңынан һораны.

– Алам.

Ябай ғына кейенгән ауыл әбейе менән орсоҡ ейәнсәр ҡуҙғалды. Улар боролмаға инеп юғалғансы Әсләм улар артынан ҡарап торҙо. ”Уятыуҙарына” еңел генә ҡалҡынһа ла атлап китеүе ҡыйын ине уға: эсе ауырта, биле һыҙлай. Әллә ҡабырғалары ла һынған? Кире боролорға ла ҡуйырғамы? Улай тиһә, әбей һүҙҙәренә ҡарағанда, ете-һигеҙ саҡрым ара ҡалған. Сәғәт ярым-ике сәғәтлек юл. Нисек тә үтер әле. Ауылына ҡарағанда барыбер ҙә күпкә яҡыныраҡ. Хәйер, нисек атлайһың бит. Әсәһе автобус туҡталышынан ун ике самаһы тигәйне. Әсләм шуның яртыһын ике көн буйы саҡ үтте. Был яғын да ике көн барырға тейеш буламы?

Байтаҡ икеләнеп баҫып торғандан һуң юлын шулай ҙа дауам итергә булды. Урманды үтте, оло юлға төштө. Ауылдар хәҙер, моғайын да, осрамаҫ. Аяҡтары иҫән-һау, зыян килмәгән, атларға була.Һыуһауҙан, асығыуҙан үлмәҫ, тик һаман эсе ебәрмәй.

Һурылып осҡан бер калушын канауҙағы һыу эсенән тапты, икенсеһен, күпме эҙләһә лә, таба алманы һәм аҡһай-туҡһай һыңар аяҡ кейемендә атлап китте.

Китеп бара әкрен генә, уйлап китеп бара. Район үҙәгендәге ул суд бинаһы бер килке Әсләмгә ғүмерҙә лә барып етә алмаҫлыҡ ифрат алыҫ булып тойола башлай.Өсөнсө көн килә, ә һис яҡынаймай, кемдән һораһаң да, шунса-шунса тип яуаплай, тик унан ҡаса ғына һымаҡ. Ул серле, барып тапһаң да керә алмаҫһың төҫлө. Уратып  йөрөр ҙә йөрөр, ишеген таба алмай йонсор, тапҡас астыра алмай этләнер. Уның ҡалын ауыр ишектәре тик оло түрәләр, ҙур аҡсалы кешеләр өсөн генә асылыр һымаҡ. Әсләмгә осраған кешеләрҙең юлды белмәүе, ҡарт көтөүсенең, эскесе егеттәрҙең уның ниндәй маҡсат менән китеп барыуын белгәс эштең уның файҙаһына хәл ителмәйәсәген иҫкәртеүҙәренә ҡарағанда, тап шулай килеп сығыр ҙа. Бына бит бөтөнләй ғәйебе булмаған, һәр хәлдә Әсләм шулай иҫәпләй, арбағыс йылан ауыҙына инеп бара. Юҡҡа сыҡтым, тип икеләнә-икеләнә ниндәйҙер ҡеүәтле көскә ҡаршы тора алмай китеп бара. Ул уны магнит һымаҡ тарта, уйлау һәләтен юғалттыра – әлеге ябырылыуҙа аңды томалау, ҡәҙимге тормоштан айырыу һәләте бар. Ул хәс тә сөңгөл – өйөрөлтөп-өйөрөлтөп һыу төбөнә тартыуын белә.

Ағас тейәгән өс йөк машинаһы, теге көн тап булған телһеҙ урмансылар ташыйҙыр инде, даңғырҙап бер нисә буш машина, бер нисә еңел машина үтте. Әсләм ҡул күтәреп ҡараһа ла, береһе лә туҡтаманы. Өҫтөндәге кейеменә, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап берәй хәйерсе тип уйлайҙарҙыр. Ә хәйерсенең кеҫәһендә аҡсаһы булмай. Аҡсаһы булмағас ниңә алырға? Буштың атаһы үлгән. Һыуһаны, асыҡты. Берәй шишмә-фәлән осрамаҫмы, тип юл ситенә күҙ һала-һала килһә лә уныһы ла күренмәне. Ә юл һис ҡыҫҡармаған, киреһенсә алыҫайған,район үҙәге унан хатта ҡаса һымаҡ тойола.

Бына бер мәл артында көлөшкән тауыштар ишетелде. Тауыш, Әсләм яй барғанлыҡтан, тиҙ яҡынлашты, йәштәр ни, шәп тә атлайҙыр, һәм бер төркөм ҡыҙ, бер егет уны сираттағы боролмала ҡыуып та етте. Үҙенең ҡиәфәтенән ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерҙе Әсләм, үҙен меҫкен байғош итеп тойҙо. Йәштәр, юғары кластарҙа уҡыған балаларҙыр, күп булһа. Һонтор егет ҡыҙҙарҙың бер алдына, бер артына сығып нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар тегенең хәбәренән ҡыҙыҡ табып түгелеп көлгән була. Бәхетле саҡтары, бер ниндәй ҙә проблемалары юҡ, суд та кәрәкмәй, кинәнеп көлөшәләр, шатлыҡтары эстәренә һыймай. Әсләм урман эсенә кереп ҡалырға уйлағайны ла, өлгөрмәне, егет уны алыҫтан шәйләп:

– Эй, ағай, ҡасма, тартырға бир әле! – тип һөрәнләне.

Әсләм туҡтаны, шунан яй ғына артына боролдо ла:

– Тартмайым, – тине.

– Өләсәйем әйтмешләй, эсең һау булһын, – тип яуапланы егет ишараты дорфа ғына.

Ҡыҙҙар йәнә сырҡылдашты. Нимәнән мәҙәк тапҡандарҙыр, Әсләм аңламаны.

Төркөм Әсләм менән тиңләште һәм барыһы ла аҙымдарын әкренәйтеп уға текәлде. Ятһыныу, аңламау, хатта ниндәйҙер ерәнеү сатҡылары бар ине ҡараштарында. Нишләйһең, ҡиәфәте бигүк шәптән түгел шул ҡәҙимге кеше күҙенә.

Төркөм үҙен уҙып, илле-алтмыш аҙым тирәһе китеү менән, буш йөк машинаһы ҡыуып етте лә былар тапҡырына туҡтаны. Барыһы ла кемуҙарҙан  шау-гөр килеп машина башына күтәрелде. Әсләм, мин дә эләгәйем әле, тип аҙымдарын ҡыҙыулатып ҡарағайны ла, өлгөрә алманы. Водитель күрмәнеме, күрһә лә күрмәмешкә һалыштымы, әйтеүе ҡыйын,ә йәштәр уны иҫкәртеүҙе ниңәлер кәрәк тапманы.

Төш етте, көн кискә ауышты. Әсләм һаман атлай. Атлауы аҙым һайын әкренәйә бара. Байтаҡ машина үтте, әммә береһе лә туҡтаманы. Уларҙың туҡтамаҫын белгәс, хәҙер артына боролмай ҙа, ҡулын да күтәрмәй, туҡтағандарын да теләмәй Әсләм. Оҙаҡламай етәмдер, етәмдер, тип атлауын белә. Юл барған һайын күтәрелә, текәләнә бара, кил-килә ул яйлап тау рәүешен дә ала башланы. Юлды күтәргәндәр тиһәң, юл ғына түгел, бөтә тирә-яҡ шулай таулы. Таулы һәм ваҡ ылыҫлы урманлы.

Күҙ алдары ҡараңғылана башлаған Әсләм туҡтаны. Саҡ ҡына булһа ла хәл алыу ине ниәте. Бер нисә минут ҡына торғандыр, ҡаршыһында йәғни район үҙәге яғынан, ҡара йылтыр машина күренде. Апаруҡ шәп килгән машина Әсләмгә яҡынайған һайын тиҙлеген кәметкәндән-кәметте, тапҡырына еткәс тә шып түҡтаны. Былар кем булыр, ниңә туҡтанылар һуң әле, тип аптырап та, хафаланып та ҡарап көтөп торҙо Әсләм. Әллә берәй таныш-тоношомы? Әммә кабинанан төшөргә ҡабаланманылар, дөм ҡара тәҙрә быялалары аша йөҙҙәре лә күренмәне. Ҡыҙылға ҡаныҡҡан үгеҙ һымаҡ тексәйеп ҡарап ике минут самаһы ғына торғандыр машина. Әсләм дә ни уйларға, ни ҡылырға белмәй уға бағып тора бирҙе һәм ҡапыл мейеһен ярып башына уй килде: “Был бит теге машина! Тимәк, мине районға ебәрмәҫ өсөн теге йыуан бәндә кире әйләнеп килгән. Тикшереп йөрөй. Ауына барыбер ҙә эләктермәксе. Хәҙер тапата йәки ата...”

Һәм бына машина ҡуҙғалды ла Әсләм яғына боролдо, боролдо һәм тиҙлеген ҡапыл арттырып бар көсөнә Әсләмде төкөнө. Бер ни аңларға өлгөрмәгән Әсләм юл ситенә осто...

Машина артҡа сигенде, унан шыйылдығы сығып урынында тигәндәй район яғына ҡарап, боролоп ултырҙы, кабинанан ҡурҡаҡ хәрәкәтле, бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, тоҡос ҡына кәүҙәле кеше сыҡты ла Әсләм янына килде. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына уның йәнһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо, аяҡ осо менән эткеләп ҡараны, шунан ҡабаланып машинаһына инеп ултырҙы.

Быуар йыландай йыуан ҡара тәгәрмәстәр аҫтынан ваҡ ҡом-таш атылып, туҙан ғына аҫылынып ҡалды ...

 

***

Ҡулъяҙма ошо урында өҙөлә.

 

(Аҙағы).

Автор:Әмир ӘМИНЕВ.
Читайте нас: