Арба юлынан атлап ташландыҡ ырҙынға еткәйне, туҡта, эй, туҡта, тип һөрәнләгән тауыштар ишетеп артына боролдо. Боролғайны, өс егеттең кемуҙарҙан үҙенә ҡарай йүгереүен күрҙе. Ҡул болғайҙар, һөрлөгөп йығылып та китәләр, ҡалҡынып йәнә йүгерәләр. Аҡса алған егеттең этлеге. Тимәк, барыбер ҙә өлкәнерәк иптәштәрен ҡотортоп ебәргән! Әсләм аҙымдарын ҡыҙыулатты, әммә арыған, туфлиҙары аяуһыҙ ҡыҫҡан аяҡтарын һөйрәп шәп китә алманы – йөҙ-йөҙ илле метр үтә алдымы, юҡмы, иҫерек егеттәр уны ҡыуып та етте.
– Ҡайҙа ҡасаһың? – тине береһе, бышлыға-бышлыға. – Кем һин?
Күлдәге салбары тышына сыҡҡан, сәстәре тирләгән маңлайына йәбешкән, кәм тигәндә аҙна самаһы ҡырынмаған был кешенән мәрхәмәт көтөрлөк түгел. Эсеүҙән йөҙө кәкрәйеп, салышайып бөткән.
Әсләм өндәшмәне. Нимә тиһен? Ҡурҡыта алмай, иргәшә алмай, һуғыша алмай. Былар өсәү, ул бер үҙе. Шул ауылдан, эш менән район үҙәгенә китеп барам, тине.
– Ҡайҙа? – тип хихылданы егеттәрҙең береһе, аптырағандай итеп.
– Ниңә алдайһың? Был тирәлә ундай район үҙәге юҡ. Беҙҙең район үҙәгенең исеме шулай. – Егеттәрҙең икенсеһе исем атаны. – Ул бөтөнләй икенсе яҡта.
– Нисек... икенсе яҡта? Миңә ошо юлды өйрәттеләр, – хәҙер Әсләм аптырай.
– Алдағандар. Был тирәлә ундай ауыл юҡ.
– Ә ҡайҙа һуң? – Әсләм йәнә район үҙәгенең исемен атаны. Ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине.
– Давай, һин беҙгә допрос ойошторма. Ҡайҙа китеп барыуың беҙгә кәрәкмәй, хет Ҡаф тауҙары аръяғына кит, беҙгә яртылыҡ аҡса бир. Юҡ, тимә, барлығын беләбеҙ, – егет ҡәнәғәт көлдө, әйтерһең дә, оло серҙе асҡан күрәҙәсе. Үҙе ярамһаҡланып иптәштәренә ҡараны.
Вәт, сволочь, теге алкаш егет ҡотортоп ебәргән, ысынлап та. Бирмәһә, барыбер талап аласаҡтар. Нишләһен, ҡалған аҡсаһын һонорға мәжбүр булды.
– Бүтән юҡ, бөтә аҡса шул, берәүегеҙгә биргәйнем бит инде. Шул етмәнеме ни?
– Беҙ уны күрмәнек, беҙ үҙебеҙ башҡа, – егет ҡулындағыһын һананы. – Бында күпме?
– Яртыға етә, – тип яуапланы Әсләм. – Һеҙгә бит эсергә кәрәк.
– Эсергә түгел, баш төҙәтергә, – тип бүлдерҙе бәләкәй кәүҙәле юлбаҫар.
– Барыбер инде.
– Барыбер түгел шул, барыбер булһа бармаҡ менән эшләрҙәр ине, – егет хихылдап көлдө, йәнәһе, осҡор хәбәр әйтте.
– Ике яртылыҡ аҡса менән юлға сыҡмайҙар. Район үҙәгендәге ашханала итһеҙ кәбеҫтә өйрәһе генә лә шул хаҡ тора, – быныһын таҡыр баш әйтте.
– Тентейемме? – тип әтәсләнде теге бәләкәй, Әсләм яғына ынтылып-ынтылып.
– Ҡырағайланма, бында ике шешәгә етә, ысынлап та, – тип яуапланы таҡыр баш ҡәтғи генә. Намыҫы ҡуҙғалды, ахыры, – булмаған район үҙәгенә китһен әйҙә.
Егеттәр бер-береһенә серле генә һирпелде лә еңеүсе ҡиәфәтендә ашыҡмай ғына китеп барҙы. Әсләм улар артынан байтаҡ ҡарап торҙо, үҙенең меҫкенлегенә, көсһөҙлөгөнә, ҡаршылашмай-нитмәй күҙ асып күҙ йомған арала ике тапҡыр таланауына йәне көйҙө. Бирмәй ҙә булмай ине шул – туҡмауҙары бик ихтимал ине. Өсәүгә яңғыҙы нисек ҡаршы торһон? Имгәтеп-нитеп ҡуйһалар, судъяларға нисек күренә? Улар бит бер ғәйепһеҙгә юлбаҫарҙарҙан туҡмалған, аҡсаһын алдырған тип түгел, килгәндә ҡайҙалыр, кемдәр менәндер һуғышып йөрөгән, тимәк үҙе һуғыш суҡмары, тип ҡабул итәсәк. Улай уйлауҙары Әсләмгә һис кәрәкмәй, был уның файҙаһына түгел, һөйләшеүҙәренә ныҡ ҡамасаулаясаҡ – төп эшен асыҡлайһы урынға, быныһына бәйләнеп йонсотасаҡтар. Төшөрөп ҡалдырманыммы, тип Әсләм туҡталыш будкаһынан йолҡоп алған ҡағыҙҙы тотоп ҡараны. Урынында, әммә лыс һыу ине ҡағыҙ, гәзиткә йәки полиэтиленға төрөп һалырға башы етмәгән.
Нишләргә белмәй, берсә урманға, берсә ауыл яғына ҡарап аптырап торған арала талаусы егеттәрҙең туҡтағанын һәм ҡулдарын һелтәй-һелтәй бер-береһе менән бәхәсләшкән, ҡысҡырышҡандарын шәйләне. Тәүҙә, быларға аҡса етмәне, ахыры, йәнә миңә килергә ниәтләнәләр, тип уйлағайны ла, береһе, таҡыр башлыһы, уның яғына ишаралап, нимәлер ҡысҡыра, һөрәнләй башлағас бәхәстең сәбәбе аҡсала түгеллеген аңланы. Әлеге егет Әсләмгә ҡулы менән, туҡта, китмә тор, тигән ишара яһаны ла ҡабаланмай ғына уның яғына атланы. Ҡасыуҙан мәғәнә юҡ, бараһы юлын асыҡ ҡына белмәй, аҡсаһы ла ҡалманы, шуға уны тыныс ҡына көтөргә булды.
– Ҡарале, иптәш, һинең унда барыуыңдан мәғәнә юҡ, – тине таҡыр баш Әсләм янына килеп еткәс. Ҡапыл әйтмәне, көттөрөп әйтте, Әсләмгә берауыҡ һынсыл ҡарап торғандан һуң ғына әйтте. – Кире әйлән лутсы. Үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде барыбер иҫбатлай алмаясаҡһың.
Әсләм тәүҙә бер нәмә лә аңламаны, хәбәренең мәғәнәһе аңына барып еткәс тамам шаңҡыны – бөтөнләй таныш булмаған эскесе егет уның ҡайҙа, ниндәй йомош менән китеп барыуын белә! Баш етмәҫлек хәл, торғаны бер мөғжизә! Был да көтөүсе ҡарт әйткәнде ҡабатлап тора.
– Ҡайҙа барыуҙан?
– Ҡайҙан-ҡайҙан? – егет шырпы һымаҡ ҡапыл тоҡанып китте. – Ниндәй маҡсат менән китеп барыуыңды беләм, бәй.
– Ҡайҙан беләһең? Мин бер кемгә лә һөйләп йөрөгәнем юҡ та.
– Уны бөтәһе лә белә, һинең һөйләп йөрөүең кәрәкмәй ҙә.
– Ҡайҙан белгәндәр һуң?
– Кеше йөрөп ята, телефон бар, башҡаһы.
– Улайһа бөтәһе лә мине ғәйепле тип иҫәпләйме?
– Бер кем дә һине ғәйепләмәй. Киреһенсә. Ул егеттең атаһы районда ҙур түрә, ағаһы баш ҡалала, ә һине яҡларлыҡ бер кемең юҡ, шуға ла үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде иҫбатлай алыуың бик икеле. Шәп адвокат тап эшеңде отҡоң килһә. Табаһың да доверенность яҙып бөтә эшеңде уға тапшыраһың да ҡуяһың. Нимә тип үҙең йөрөйһөң? Юрист түгелһең, закондарҙы белмәйһең. Ҡабалан, иптәш, мин һиңә ихлас әйтәм, – һәм егет иптәштәре артынан китте. Бер аҙ барғас боролдо ла һөрәнләне: – Эй, аҡсаңды кеҫәңә һалдым. Ғәфү!
Әсләм ҡулын күлдәгенең түш кеҫәһенә тыҡты: салбар кеҫәһенән сығарып биргән аҡсаһы, ысынлап та, шунда ята ине. Ышанмай сығарып иҫәпләне – теп-теүәл! Торғаны бер фокус! Аҡсаһын нисек уға һиҙҙермәй генә һалыуына бер аптыраһа, икенсе аптырауы егеттең уның “эшен” төплө белеүендә ине. Хатта тегеләрҙе белә! Ҡайҙан шул тиклем мәғлүмәт эскесе ауыл егетендә?
Юҡ, бер сыҡҡас, барыбер ҙә барып, етеп ҡайтырға кәрәк. Асыҡларға, аңларға, тегеләргә аңлатырға кәрәк. Кем белә, бәлки, алыҫтан килгән, һуңлауында уның ғәйебе юҡ таһа, ысынлап та, повестканы алмағандыр, ярҙам итәйек кешегә, тип йәһәт кенә йыйылып, судын да ҡабатлап үткәреп ҡуйырҙар, бәлки. Эйе, барған барған булыр, ғәйеп тапһалар, артабан нисек, ҡайһылайыраҡ эшләргә икәнен төшөнөп ҡайтыр. Справка-фәлән, башҡа документ йыйырға ла тура килер әле.
Ошо уйҙарынан һуң Әсләмгә нисектер еңел булып китте, зиһене яҡтырып күк ҡабағы асылғандай булды. Эйе, үҙенең ғәйебе юҡ икәнен иҫбатлауы ауыр буласаҡ, әммә ана шул ғәйепһеҙлеген күрһәтеү өсөн көрәшергә кәрәк. Егет әйткәнсә, яҡшы адвокат табырға. Кешеһе бар Әсләмдең, университеттың юридик факультетын тамамлаған һәм байтаҡ йылдар дәүләт органдарында эшләп, тик етәксеһе менән һүҙгә килешеп хеҙмәтенән киткән, бына бер нисә йыл үҙенең шәхси эшен асҡан Рим тигән иптәше бар. Алған процестарының барыһын да еңеп сыға, тигән даны таралған. Иң мөһиме, ғәҙел кеше, хаҡлыҡ тойғоһо көслө. Шуға үтенер. Моғайын, баш тартмаҫ.
Арып-талып, эләгә-йығыла байтаҡ атлағас ҡалын урман һирәгәйә, тәпәшләнә төштө, ул ваҡ ағастарға, һирәк ҡыуаҡлыҡтарға, бейек үләнгә алышынды. Әсләм еңел тын алды, кәйефе күтәрелде. Бер аҙ барғайны ауыл да шәйләнде. Ошомо икән инде мин киләһе ер, тип ни ҡыуанырға, ни аптырырға белмәй аҙымдарын әкренәйткәйне, артта ниндәйҙер дөңгөрҙөк тауыштар ҡолағына салынды. Көлөшкән дә һымаҡтар, ҡысҡырып һөйләшәләр ҙә, һайт-һайтлап сыбыртҡы шартлатып ат та ҡыуалар төҫлө. Хатта мылтыҡтан да атып ебәрҙеләр. Дошманын эҙәрлекләгән кавалерия килә, тиерһең. Тауыштар ауыл яғынан түгел, артта, урман эсендә яңғырай. Улай тиһәң, урман юлы, беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ, арба үтерлек түгел, тәгәрмәстәр һә тигәнсе ер өҫтөнә сығып ятҡан тамырға, төпһәгә килеп менәсәк, йығылған ағасҡа эләгәсәк. Теге көтөүсе ҡарт әйткән оло юлдан ғына килмәһәләр.
Әсләм туҡтаны ла урман яғына боролоп баҫты. Был “яу”ҙы үткәреп ебәрергә кәрәк, уларҙан алда ауылға кереү ярамаҫ. Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, күмәктәр – берәй байрамға йәки туйға китеп барыуҙарылыр, моғайын. Мылтыҡтан атыу – туй йолаһы.
Тауыш торған һайын асығыраҡ, яҡыныраҡ ишетелә барһа ла ат күренмәне лә күренмәне. Ҡабаланмайҙар, тип уйланы Әсләм, кәйефе ҡырылып. Уға йәһәтерәк барырға кәрәк, ә былар һис ашыҡмай. Көтә торғас ул ергә ултырҙы, тороп, егерме-утыҙ метрлап алға китте, йәнә урман яғына ҡарап баҫты.
Ярты сәғәт кенә үткәндер йәнә, ниһайәт, урман ауыҙында тәпәш дуға, тәгәрмәстәре майланмағанлыҡтан шығырҙығы сыҡҡан ауыр арба һөйрәп башын аҫҡа ныҡ эйеп, тызырайып атлаған бейә күренде. Бер яҡ тәртәгә терәлеп килгән ҡолоно ла бар. Оҙон арбаның ике яғына дүртәр кеше ултырған, ятҡан, тубыҡланған йәнә дүртме,бишме кеше, ә йәштәр, ошо ике рәт араһына тығылған. Берсә үрләс, берсә түбәнләс тауҙар араһындағы юлда шунса халыҡты һөйрәп килһенсе әле меҫкен мал! Төшөп, арттан атлаһалар ни була. Атты йәлләү тигән нәмә юҡ икән. Етмәһә, береһе хайуандың арҡаһына ҡайыш сыбыртҡыһын төшөрөп-төшөрөп ала. Быныһы артынан икенсе арба ла күренде. Уныһына ла күбә бейеклек кеше тейәлгән. Тимәк, берәй төрлө байрам, ҡунаҡҡа китеп барыуҙары.
Әсләм тапҡырына еткәс егеттәрҙең береһе:
– Эй, һин, беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡан ҡоҙамы әллә? – тип һөрәнләне. Ҡыҙмаса. Йәйенке йөҙө ҡыҙарған, бөҙрә сәстәре туҙған, иҙеүе асыҡ.
– Ҡаршыларға килгән ҡоҙа шулай йолҡош буламы ни? Улар тәтәй кеүек кейенә, ҡулында араҡы менән закуска була, – тип хихылданы икенсеһе. Әсләмдең меҫкен ҡиәфәтенә ишаралай инде, йәнәһе.
– Долой ундай ҡоҙа! Ундай ҡоҙа беҙгә кәрәкмәй! Беҙгә араҡылы ҡоҙа кәрәк.
– Ауылға байтаҡ әле, бәлки ҡаршы алырҙар ҙа. Йола буйынса – тейештәр. Мейе һелкенеп бөттө, турайтырға кәрәк, ысынлап та.
– Әйҙә ултыр, яҡташ, ҡыҙ алырға китеп барабыҙ, һиңә лә берәй бетле баш табырбыҙ, ҡоҙасалар була торған, – тине иң тәүҙә өндәшкән егет.
– Үҙебеҙҙән артһа, – тип ауыҙ йырҙы икенсеһе.
– Ҡайҙан киләһең? Был ауылдан түгелме?
– Юҡ, – тине Әсләм.
– Шулай булғас, әйҙә, беҙҙеке бул. Һинең кем икәнеңде улар ҡайҙан белһен? Ҡыҙыҡ итәйек. Беҙҙеке тиербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ. Туй йолаһы шулай – осраған һәр кем туй ризығынан ауыҙ итә ала.
– Рәхмәт, үҙегеҙ генә, мин бүтән йомош менән китеп барам.
– Улай тимә, әйҙә эйәр, кәзәһенән бигерәк мәҙәге. Һине генә туйындырыр ризыҡтары барҙыр әле ҡоҙаларҙың.
Аттар үтеп китте. Әсләм еңел тын алды, хатта ҡыуанды, сөнки районға судҡа китеп бараһың икән, тип һораманылар, тимәк былар әлегә белмәй. Был тирәнән түгел, йыраҡтан киләләрҙер. Яҡын-тирә ауылдан булһа, моғайын, белерҙәр, белгәс, һорарҙар ине. Ана ниндәй ҡыйыуҙар, телдәрҙәр бит.
Әммә тиҙҙән ваҡиғалар көтөлмәгән боролош алды. Арбалар ауылға яҡынайған һайын ҡунаҡтар менән бергә кермәҫ өсөн Әсләм дә аҙымдарын әкренәйтһә лә, әллә килешелгән ваҡыттан алда килеп ҡоҙаларын уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, әллә башҡа сәбәптән былар аттарын бөтөнләй яйлатты. Һәм оҙаҡламай шулай килеп сыҡты – ул ауыл ҡапҡаһынан тегеләр менән бергәрәк барҙы ла керҙе. Ситкә ялтанырға самалаһа ла, ҡаршы алыусы йәш ҡатындарҙың береһе уның терһәгенән эләктереп алды һәм кеше араһына килтереп тә ҡушты. Әсләм, мин ҡоҙағыҙ түгел, мин икенсе, юлсы, тип аңлатып ҡарағайны ла, теге ҡатын ишетергә лә теләмәне, шаярма ҡоҙа, шуҡ нәҫел икәнегеҙҙе беләбеҙ, тип ауыҙына рюмка килтереп тә терәне. Һәм эсемлекте башын тегеләй ҙә былай борғолаған Әсләмдең ауыҙына ҡойоп та ебәрҙе. Шунан икенсе рюмканы ла тултырҙы.
Ҡаршы алыусылар байтаҡ ваҡыт шулай ҡоҙаларын ауыл ҡапҡаһы төбөндә һыйланы. Ике арба халыҡты ҡаршы алған ике йәш ҡатын менән ике егеткә башҡа хужалар килеп ҡушылды. Таҡмаҡ әйтешеүҙәр, йыр, бейеү башланды. Һәм әллә күпме кешенән хасил ҙур төркөм, гармун моңо аҫтында ике егет әйҙәләүенә буйһоноп, ауыл эсенә атланы. Әсләм улар араһынан һис һурылып тороп ҡала алманы – һаман ҡоҙа ла ҡоҙа тип уны һис ебәрмәнеләр. Ас ҡарынына төшкән бер нисә рюмка араҡы уның башын томалап, аяҡ быуындарын бәлтерәтте.
Ихатаға кереү менән танышыу-күрешеүҙәр, ҡосаҡлашыуҙар башланды, килгәндәрҙе батмус йөрөтөп эсереүҙәр китте. Арбаларҙан хужаларға әллә күпме төйөнсөктәр, сумка, сумаҙандар тапшырылды. Әсләмдең арҡаһында – буш рюкзак. Уның да төҫө уңып бөткән. Ул ҡапҡа төбөндә лә, ихатаға кергәс тә хужаларҙан күҙ яҙҙыра алманы – бер нисә аҙым ситкә тайшаныуы була, береһе килә һалып етеп, елтерәтеп дөйөм төркөмгә килтереп ҡушып та ҡуя. Әсләмгә ҡай саҡ, башҡа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын улай уҡ ҡарамайҙар, бер уға иғтибарҙары ҙур һымаҡ тойола башлай һәм ошо тойғонан уңайһыҙлана. Өсөнсөгә ҡасырға ынтылыуҙан һуң уны гел эҙәрлекләгән йәш ҡатын, исеме Тәслимә икән, оло ғына йәштәрҙәге ир кешегә килтереп тотторҙо ла, абай бул, Рамазан ағай, был йәш ҡоҙа ниңәлер гел тайырға самалай, мин ҡараным, башҡа мәшәҡәтем бар, хәҙер һин яуаплы, тип тегеңә терәтте. Тәслимә менән шаярышып һөйләшергә, сираттағы рюмканы эсмәҫкә лә мөмкин ине әле, был етди ҡоҙа менән мөнәсәбәттәр ныҡ ауырлашты – бойороҡто хәрби кеше һымаҡ ифрат еренә еткереп үтәне – ҡултыҡлап алып өйгә инеп өҫтәл артына ултырышҡас та эргәһенә ултыртты.
Өй ҙур, иркен, йыуан ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған. Бер нисә бүлмәле. Бер яғында төкөтмәһе лә бар шикелле. Әсләм өсөн был ҡыҙыҡ яңылыҡ ине – улар яғында йорттарҙы төкөтмәй генә эшләйҙәр. Йыһаздары ла байтаҡ. Улар зауыҡ менән алынған һәм урынлаштырылған.Ҡыҫҡаһы, хужаларҙың ҡалын йәшәгәне күренеп тора. Йәштәр йүгерешә, ҡунаҡтар ултырыша, бындай осраҡта хас булғанса, тегеһен-быныһын ташыйҙар, ултырталар, өҫтәлде ҡарайҙар,тикшерәләр, исемләп-исемләп килгән ҡунаҡтарҙы барлайҙар.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһе менән танышҡан-таныштырған арала күтәрелгән тост-рюмкаларҙың бер нисәһенән һуң Әсләм тамам иҫерҙе. Сөнки тамағы ас ине, арығайны, эсемлек миҡдары ла байтаҡ булды. Ә эсеп ултырыуының сәбәбе – таныштырғанда уға ла сират етеп хужаларға үҙен кем тип әйтерҙәр тигәнде ишетмәмешкә һалышыу өсөн ине. Башты иҫәргә һалып өндәшмәм йәки берәй төрлө шаяртырмын да ҡуйырмын, тип ниәтләнде. Табын артындағыларҙың һәр ҡайһыһының баҫып оҙон өҫтәл башында ултырған кейәү менән кәләште ҡотлағандарын, бүләк тапшырғандарын да иҫләр-иҫләмәҫ хәлгә етте. Алдындағы тәрилкәһенә уның өсөн “яуаплы” ирҙең нимәлер һалғанын һәм ашарға ҡыҫтағанын да ярты-йорто ғына ишетә. Килгән ҡоҙаларға үҙенең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡлығын, улар араһына осраҡлы ғына килеп эләгеүен, ысынында иһә район үҙәгенә (“ниндәй район үҙәге, был тирәлә ундай район үҙәге юҡсы”), судҡа китеп барыуын (“ниндәй суд, ҡуй әле ҡоҙа, шаяртма”) һөйләргә тырыша. Башлай, туҡтай, онота, ҡабаттан башлай, әммә “яуаплы” ҡоҙаһы уның буталсыҡ хәбәрен ысынға алмай. “Ҡуй Әсләм ҡоҙа, ниндәй суд ти ул,беҙ бит туйҙа ултырабыҙ, һин яңылышаһың, әйҙә йәштәр бәхете өсөн берҙе (хәҙер нисә бер инде!) күтәрәйек”, – тип рюмкаһын сәкәштереүен белә. Әсләмде эсерә (ҡоҙаларҙы мотлаҡ иҫертергә кәрәк, тигән бурыс ҡуйылыуын ул ҡайҙан белһен?), үҙе эсмәй, рюмкаһына иренен генә терәй ҙә кире ултырта. Әсләм үҙенең хәбәренә күршеһенең ышанмауына аптырай, асыуланып та ала, шунан йәнә һөйләргә тотона. “Яуаплы” иптәш ышанмағас икенсе яҡ күршеһенә һөйләргә маташа, тик уныһы Әсләмде бөтөнләй тыңламай, тыңларға ла теләмәй, бисәһенә боролған да уны һыйлау менән мәшғүл. Ҡатының ниңә шул тиклем күп ашай ул, етәр, бүтән һалма, һин мине тыңла, тип биленә төртә. Күрше, минең бит бер ниндәй ғәйебем юҡ, улар миңә нахаҡ бәлә яға, тип аҡланырға тотона, шунан батырайып китеп тегеләрҙе әрләй башлай, яҡшы адвокат табам, Рим дуҫым бар, шуға барам, фашлаясамын, тип ант итә...
...Тамағы кибеп, башы сатнап уянды Әсләм. Уянғас та ҡайҙа ятҡанлығын аңламай бер булды. Иҙәндә. Аҫтына матрас ташлағандар, башы аҫтына бишмәтме, фуфайкамы һалғандар. Ҡаҡ һикегә йәки өҫтәл аҫтына тыҡһалар ҙа килешер ине. Бөтөнләй сит-ят кешеләр өйөндә йоҡлап ята. Ниндәй оят! Иҙән ярығына төшөү мөмкинлеге булһа, валлаһи, төшөр ҙә китер ине. Эргәһендә ”ҡоҙалары” теҙелешкән. Береһе яман хырылдай, Әсләм шуның тауышына уянғандыр ҙа, икенсеһе йоҡо аралаш нимәлер һөйләнә, өсөнсөһө әллә өнөндә, әллә төшөндә ҡатынын таптыра. Тимәк, уларҙы ҡатындарынан айырып Әсләм янына теҙгәндәр. Судҡа китеп барған кеше әллә кемдәргә ҡушылып керҙе лә аҙғын эскесе һымаҡ иҫереп, иҙәндә йоҡлап ята! Етмәһә, үҙенең ҡайҙа китеп барыуы тураһында һөйләп ултырҙы. Уй, ҡайһылай оят! Әсәһе йәки апаһы белеп ҡалһа? Ғүмерендә бындай хәлгә төшкәне юҡ ине. Торорға ла береһе лә күрмәҫ элек сығып тайырға! “Ҡоҙалар” ҙа килешкән – юлдарында тап булған бөтөнләй сит кешене үҙҙәре менән алда кит, имеш. Беҙҙеке түгел ул иптәш, ҡоҙағыҙ түгел, тип әйтһәләр ни була? Әллә берәйһе менән бутанылармы, әллә берәй төрлө хәйлә, мәкер булдымы ҡылыҡтарында? Хужалар ҙа шәп: кемдең кем икәнен ҡоҙаларынан текемләп һорарға тейеш ине. Ә улар уны тыңларға ла теләмәй өҫтәл артына ултыртып ҡуйҙы.
Әсләм һаҡ ҡына ҡалҡынды ла өй эсен байҡаны. Таң беленеп килә – ҙур тәҙрәгә яҡтылыҡ һарыла. Мөйөштәге карауатта икәү йоҡлай, уң стена буйындағы йәйелгән диванда шулай уҡ икәү булһа кәрәк. Зал уртаһындағы ҙур өҫтәлдәрҙе сығарғандар. Ҡайҙалыр сәғәт текелдәй, ихатала әтәс ҡысҡыра, эт өрөп ҡуя.
Әсләм сисенмәй ҙә ауған. Ярай ҙа эштән сыҡҡан түфлиҙарын, курткаһын сискән. Күҙҙәренә салынмай ғына нисек ысҡынырға икән? Әсләм һаҡ ҡына аяҡтарына баҫты ла, бер ҡайҙа ла ҡарамай, ишеккә йүнәлде. Бәхетенә, ул бикһеҙ ине. Эткәйне, асылды һәм Әсләм һалҡынса соланға сыҡты. Солан йәйге кухня һымағыраҡ: өҫтәл, ултырғыстар, бәләкәйерәк диван да бар, бейек һыуытҡыс безләп ултыра. Әсләм газ плитәһе өҫтөндәге сәйнүкте шәйләне лә һемәгенән ашығып һыу эсте. Эсендәге ут-ялҡын күпмелер баҫылғандай итте. Ишек төбөндә аяҡ кейемдәре туҙылышып ултыра. Әсләм шулар араһынан үҙенең туфлиҙарын эҙләргә кереште. Ҡараңғыраҡ булғанғамы, әллә аяҡ кейеме үҙе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргәнгәме, һис таба алманы. Ҡабаланды, эйелеп берәм-берәм тотоп ҡарай башланы шунан. Өйҙә карауатмы, диванмы шығырҙаны, кемелер һөйләнде, бер аҙҙан кемдеңдер йөрөгәне ишетелде. Әй, ҡайһыһын булһа ла кейәйем дә ҡуяйым, тип Әсләм ҡулына эләккән резина калуштарҙы кейҙе лә, солан ишеген этте. Уныһы бикле булып сыҡты – тышҡыһын, әлбиттә, төнгөлөккә эләләр – келәне таба алмай аҙапланды. Һәрмәнә торғас тапты инде, ниңәлер бейеккә, баш тапҡырына, ҡуйғандарсы. Ишекте асып ябыуға өй ишегенең шығырҙағаны ишетелде. Болдорҙан төшөп ихатаның йәшел үләненә баҫҡас курткаһы менән рюкзагы иҫенә төштө. Кире керәйем, алайым тип берауыҡ икеләнеп баҫып торҙо. Соланға кемдер сыҡты. Юҡ, Әсләм уларға күренергә тейеш түгел, оят, киткәнме, киткән, тиерҙәр ҙә ҡуйырҙар. Курткаһы йәл, әлбиттә, рюкзагы ла бына тигән ине. Малдан бигерәк намыҫы ҡәҙерле. Һәм ул лапаҫ ышығындағы аттарҙы, иртәсел тауыҡтарҙы өркөтөп картуф баҡсаһына сыҡҡан ел ҡапҡаға ташланды.
(Аҙағы бар).